Мөкәй
Ауыл | |
Мөкәй | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Мөкәй (рус. Мукаево) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 259 кеше[1]. Почта индексы — 453013, ОКАТО коды — 80235845004.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) барышында өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (96 %)[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 250 | ||||
1920 йыл 26 август | 419 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 480 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 457 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 290 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 356 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 259 | 135 | 124 | 52,1 | 47,9 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырмыҫҡалы): 12 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Ҡыйышҡы): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Таҙлар станцияһы): 8 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ (урамы) ( рус. Дружбы(улица))
- Урман (урамы) ( рус. Лесная(улица))
- Йәштәр (урамы) ( рус. Молодежная(улица))
- Яр буйы (урамы) ( рус. Набережная(улица))
- Яңы (урам) ( рус. Новая(улица))
- Еңеү (урамы) ( рус. Победы(улица))
- Ялан (урамы) ( рус. Полевая(улица))
- Шишмә (урамы) ( рус. Родниковая(улица))
- Үҙәк (урам) ( рус. Центральная(улица))
- Мәктәп (урамы) ( рус. Школьная(улица))
- Көньяҡ (урам) ( рус. Южная(улица))[3]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға йөҙ башы Мөкәй Күләев нигеҙ һалған. Улдарының һәм ейәндәренең исемдәре 1816 йылдағы VII ревизияла күрһәтелгән. Был ваҡытҡа уларҙың иң олоһо Ҡаҙаҡ Мөкәевкә 75 йәш булған (уның улы Аҡкөбәк, ейәне Хисаметдин). 1787 йылғы алпауыт А. И. Чирковҡа аҫаба ерҙәренең бер өлөшөн һатыу тураһындағы бер документта Ҡаҙаҡ Мөкәев исеме лә телгә алына. Икенсе улы Әлибай Мөкәев (1751—1834), уның улдары Үлмәҫҡол һәм Мөхәмәтшәриф була. Кесеһе Рәхмәтулла 1777—1844 йылдарҙа йәшәй (уның улдары Ғибәтулла, Хисмәтулла һәм Төхвәтулла). Рәхмәтулла Мөкәев йөҙ башы дәрәжәһендә йорт старшинаһы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән. Халыҡ араһында Һалдат (Һалдатов) тигән исем һирәк осрай.
Ауыл халҡы араһынан Төңгәков, Йәрмөхәмәт Илишев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
1839 йылда 20 йортта 139 кеше 300 ат, 200 һыйыр, 20 һарыҡ һәм 25 кәзә тотҡан. Умартасыларҙың 100 умартаһы булған. Улар 216 бот ужым һәм 616 бот яҙғы иген сәскән, йәғни һәр кешегә 5,9 бот[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с., страница 173 2022 йыл 21 март архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |