Эстәлеккә күсергә

Ҡарлыманбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡарлыманбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°14′49″ с. ш. 56°06′28″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 865 004

ОКТМО коды

80 635 465 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡарлыманбаш (Рәсәй)
Ҡарлыманбаш
Ҡарлыманбаш
Ҡарлыманбаш (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарлыманбаш

Ҡарлыманбаш (рус. Карламанбаш) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 204 кеше[1]. Почта индексы — 453001, ОКАТО коды — 80235865004.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (100 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 312
1920 йыл 26 август 372
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 431
1959 йыл 15 ғинуар 315
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 179
2002 йыл 9 октябрь 224
2010 йыл 14 октябрь 204 108 96 52,9 47,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

XVIII быуат аҙағында шул уҡ исемдәге йылға буйында урынлашҡан Үрге һәм Түбәнге Ҡарлыман ауылдары билдәле була. Уларҙың беренсеһе XIX быуат башында Ҡарлыманбаш, икенсеһе — Ҡарлыман тип атала. 1795 йылда Ҡарлыманбашта 5 ихата һәм 24 кеше йәшәгән. Һуңғы һандар ревизия алдынан ауылға нигеҙ һалыныуын күрһәтә. 1850 йылда ауылда 15 йортта 160 кеше йәшәй. Уларҙың артабанғы үҫешен 1920 йылдағы мәғлүмәттәр иҫбатлай: Ҡарлыманбашта — 372 кеше һәм 75 ихата булған.

1839 йылда Ҡарлыманбаш кешеләренең 100 аты, 120 һыйыры, 25 һарығы, 30 кәзәһе була. Умартасыларҙың 200 умартаһы булған. Һәр береһенә 5 бот ҡыш һәм яҙғы иген сәсә. Иҡтисадтың төп тармаҡтарынан тыш, ауыл халҡы мәғдән һәм тоҙ ташыу менән шөғөлләнгән, ҡайһы берҙәре һунар иткән[3].

  • Үҙәк (урам) (рус.  Центральная (улица))[4]

Күренекле кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]