Эстәлеккә күсергә

Боҙаяҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боҙаяҙ
Нигеҙләү датаһы 1757
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Боҙаяҙ ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)[1] һәм Боҙаяҙ районы
Административ-территориаль берәмек Боҙаяҙ ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)[1], Ҡырмыҫҡалы районы, Боҙаяҙ районы һәм Стәрлетамаҡ кантоны
Халыҡ һаны 1492 кеше (2010)[2],
1624 кеше (2002)[3],
1541 кеше (2009)[3]
Почта индексы 453149
Карта
 Боҙаяҙ Викимилектә

Боҙаяҙ (рус. Бузовьязы) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1492 кеше[4]. Почта индексы — 453149, ОКАТО коды — 80235815001.

Мишәрҙәр Борай яҡтарынан килгәндәр һәм Иҫке Мерәҫ (хәҙер ауыл Дәүләкән районына инә) ауылында йәшәүсе Стәрлетамаҡ өйәҙе Нуғай даруғаһының Өршәк-Мең олоҫы башҡорттарынан алгандар. Улар ерҙе 20 йылға арендаға алып тора. Һуңынан килешеү яңынан илле йылға оҙайтыла. Башта ауылға нигеҙ һалыусы Мөслим Ҡәныбәков хөрмәтенә Мөслим тейеп атала, һуңынан ауылга Боҙаяҙ йылғаһы исеме эйәрә. 1920 йылда Боҙаяҙҙа 957 йортта 3748 кеше йәшәй[5].

1935-1956 йылдарҙа – Боҙаяҙ районы үҙәғе.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1492 701 791 47,0 53,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Милли состав:

Ауылдың төп халҡы татарҙар (мишәр татарҙары) - 53%[6]

Аулда китапхана, мәҙәниәт йорто бар.

Бер нисә аулдың халҡын ҡабул иткән дауаһана бар һәм дарыухана эшләй.

Мәсет, почта бүлеге һәм мәктәп менән балалар баҡсаһы бар.

  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. - Уфа, Китап, 2009. - 744 с. Страница 181.
  6. 2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса