Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дилә Булгакова
Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы
Тыуған көнө:

11 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (80 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ижад йылдары:

1979

Жанр:

Шиғриәт, проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Татар, Башҡорт

Булгакова Дилә Хәмзә ҡыҙы (11 июль 1937) — шағир, прозаик. 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дилә Хәмзә ҡыҙы Булгакова (ҡыҙ фамилияһы Бикмәтова) 1937 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Боҙаяҙ (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы) районы Боҙаяҙ ауылында тыуған.

Етенсе класты бөткәндән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында урта мәктәпте, Өфөлә медицина училищеһын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Салауат химия комбинатының санитар часында шәфҡәт туташы булып башлай. Артабан Башҡортстан Эске эштәр министрлығына ҡараған дауалау учреждениеларына күсерелә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә утыҙ ете йыл ғүмерен бирә.