Эстәлеккә күсергә

Википедия:Категориялаштырыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

ВП:КАТ Ҡалып:Ҡағиҙә ителеүе ихтимал

Категориялаштырыу — оҡшаш биттәрҙе темалар буйынса структуралау, дөйөмләштереүсе, классификациялаусы категорияларҙы булдырыу; улар биттәр буйлап йөрөү һәм бер-береһенә бәйләү өсөн хеҙмәт итә. Ошо ҡағиҙәләр биттәргә категориялар ҡуйыу талаптарын һәм тәртибен, шулай уҡ категорияларҙағы биттәргә булған талаптарҙы билдәләй.

Төп билдәләмәләр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категория — «Категория» тигән исемдәр даирәһенең бите, төп эстәлеге автоматик рәүештә биткә [[Категория:<Исем>]] тегын индереү юлы менән яһала, <Исем> тигәне — категория атамаһы («Категория» исемдәр даирәһендә биттең исеме). Категория ошо категорияға индерелгән биттәрҙе тәртипкә һала.

Бит — ниндәй ҙә булһа исемдәр даирәһенә, шул иҫәптән категорияларҙың исемдәр даирәһенә ингән берәмек.

Мәҡәлә — төп исемдәр даирәһенә ингән бит.

Битте категорияға индереү — был категорияның ([[Категория:<Исем>]]) тег-һылтанмаһын уға индерелеүсе биттең кодына ҡуйыу.

Аҫкатегория (бүлендек категория) — категорияға индерелгән категория.

Өҫкатегория (инә категория) — категория ингән категория.

Категория-категория вариҫы — инә категориялар сылбырын ошо категориянан башлап ҡарап була.

Категория-категория элгәре — бүлендек категориялар сынйырын ошо категорияға тиклем ҡарап була.

Категорияға аралашсы аша индереү — битте был категорияның берәй вариҫына индереү.

Категория темаһы — категорияның предмет өлкәһенә тап килгән дәүмәл. Тема ғәҙәттә категория исеменә тап килә.

Категория критерийы — битте теге йәки был категорияға индереү шарты.

Категория бите

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категория автоматик рәүештә уға индерелгән биттәрҙән тора һәм исемле була, йәнә уның битенә ярҙамсы мәғлүмәт ҡуйыла.

Категория битендә түбәндәге мәғлүмәттәр була:

  • Берәү булһа ла өҫкатегория (мотлаҡ талап);
  • Элементтарҙы категорияға индереү критерийы;
  • Был категорияны инә категорияларға индереү принцибы тасуирламаһы. Категорияның битендә йә инә категориялар тегтарына комментарийҙарҙа бирелә;
  • Викимедиа фондының туғандаш проекттарындағы оҡшаш категорияларға һылтанмалар ҡуйылған йөрөү ҡалыптары;
  • Был категорияның элгәре йә вариҫы булып тормаһа ла, уға яҡын булған категорияларға һылтанмалар;
  • Категория тематикаһына ингән төп мәҡәләгә һылтанма (мәҫәлән, «Категория: Башҡорт теле» категорияһында «Башҡорт теле» битенә һылтанма) {{catmain}} ҡалыбы ярҙамында ҡуйыла);
  • Категория буйлап йөрөүҙе ябайлаштырыусы индекс-ҡалыптар;
  • Категория статусы тураһында иҫкәртеүсе һәм мәғлүмәт биреүсе ҡалыптар.

Мәҡәләләрҙе категориялаштырыуҙың төп принциптары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләне категорияға индереү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр мәҡәлә йә категория (тамыр категориянан тыш) бер булһа ла категорияға индерелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәҡәлә үҙе (туранан-тура йә ситләтеп) критерийҙарына тап килгән бөтә категорияларға инергә тейеш. Критерийҙары тап килмәгән категорияларҙың береһенә лә инмәй. Әгәр мәҡәлә мәғәнәһе буйынса «А» категорияһына ла, уның «Б» аҫкатегорияһына ла тап килһә, уны «Б»-ға ғына индерергә кәрәк. Мәҡәлә тотош «А» категорияһы өсөн әһәмиәтле булһа ғына, икеһенә лә индерелергә мөмкин (ҡағиҙә булараҡ, ундайҙарға күҙәтеү мәҡәләләре инә, мәҫәлән, «Математик тамғалауҙар тарихы»).

Мәҡәләләрҙе категориялаштырыу критерийҙары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категория критерийына тап килгән мәҡәләләр йә аҫкатегориялар категорияға индерелә. Категорияның критерийына төп талаптар — категориялаштырыу билдәһенең мөһимлеге, уникаллеге, Википедияның төп талаптарына ярашлылылығы (тикшерелеүсәнлек, нейтраль ҡараш һәм оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы), шулай уҡ категорияның тултырылыу потенциалы. Категорияға йыш ҡына уның темаһына тап килгән күҙәтеү мәҡәләһен дә индерәләр.

Билдәнең мөһимлеге категория критерийҙарына тап килгән категориялаштырылған объекттарҙы классификациялауҙың абруйлы сығанаҡтарҙа теркәлгән ысулы барлығын аңлата. Уникаллек бер-береһенә бик оҡшаш категорияларҙы булдырырға ярамағанлығын аңлата. Тикшерелеүсәнлек һәр мәҡәлә өсөн категорияға индерелеү критерийы үтәлешен абруйлы сығанаҡтар нигеҙендә тикшереп булыуы мөмкинлеген талап итә. Нейтраль ҡараш критерийҙы булдырғанда нейтраллекте күҙәтеүҙе талап итә. Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы категория элементтарының уның критерийына тап килеүе тураһында абруйлы сығанаҡтарҙа сағылмаған һығымталарҙы үҙ аллы яһауҙың, шулай уҡ критерийҙарҙы оригиналь ысул менән булдырыуҙың тыйылыуын аңлата. Тултырылыу потенциалы категориялар булдырыуҙы сикләй, уларҙың һаны күп булмаҫҡа тейеш. Критерий итеп ғәҙәттә түбәндәге мөнәсәбәттәр алына (индерелеүсе бит — категория):Ҡалып:Pb

  • Күмәклек һәм аҫкүмәклек (ҡуяндар — улар һөтимәрҙәр, фильмдар — әҫәрҙәр).
  • Бөтөн һәм өлөш (ағза — организмдың өлөшө, урам — ҡаланың өлөшө).
  • Үҙе менән эш иткән дисциплинаға йә эшмәкәрлек өлкәһенә ярашлы объект йә рубрика (фильмдар кинематограф өлкәһенә ҡарай, яҡтылыҡты оптика өйрәнә).
  • Категорияланыусы объект менән категория темаһына тап килгән объект араһында ирекле (ассоциатив) бәйләнеш. Бындай бәйләнеш төрө булып категория-эпонимдар (Тригорское, Наталья Гончарова, Евгений Онегин Пушкин менән бәйләнгән) тора. Бындай бәйләнештәрҙең рөхсәт ителеүе бәхәсле.
  • Башҡа төр әһәмиәтле бәйләнеш. Шул уҡ ваҡытта бындай бәйләнештең әһәмиәтлелеге бәхәсле мәсьәлә булып ҡала.

Категорияларҙы тултырғанда аныҡлыҡҡа, темаларҙы һәм категорияларҙың критерийҙарын тултырыуҙа ғилмилеккә ынтылырға кәрәк. Категориялар системаһы бер классификацияға ғына ҡараған ағасты хәтерләтергә тейеш түгел. Бер үк мәҡәлә йә категория төрлө классификациялағы категорияларға инергә мөмкин. Әммә ҡулсалар барлыҡҡа килеүенә, йәғни категорияның аралаштар аша үҙенә үк килеп инеүенә юл ҡуйырға ярамай.

Категорияларға исем биреү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категорияның атамаһы ғәҙәттә уның темаһына тап килә.

Исем һайлағанда мәҡәләләргә исем биреү ҡағиҙәләренә таянырға мөмкин. Тик категория исеме ҡыҫҡа булырға тейеш. Йәнә категория исемен оҡшаш критерийҙар һәм берҙәм принциптар буйынса һайлайҙар.

Категорияларҙың дубликаттары булырға тейеш түгел. Булғандары юйҙырыла.

Сортлау асҡысы ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Күпселек мәҡәләләргә сортлау асҡысының кәрәге юҡ, ә уларҙы талап иткән мәҡәләләрҙе төҙөгәндә бик һаҡ булырға кәрәк. Сортлау асҡысын ҡуйғансы үҙеңә ошо һорауҙы биреү зарур: «Был мәҡәләне Википедия уҡыусыһы ниндәй һүҙ буйынса эҙләр?» Уға яуап биргәс кенә артабанғы ғәмәлдәргә күсергә була.

Персоналиялар өсөн ғәҙәттә асҡыс һүҙ булып фамилия (тыумыштан бирелгәне йә уйҙырма фамилияһы) йә айырым осраҡтарҙа уны алмаштырыусы элемент хеҙмәт итә. Яҙыусы Марк Твенды күптәр, моғайын, «Т» хәрефенән эҙләйҙер, әммә «Твен» фамилия түгел. Шулай итеп, был осраҡҡа {{DEFAULTSORT:Твен, Марк}} тигән сортлау асҡысы бара. Саддам Хөсәйен менән дә шул уҡ хәл («Хөсәйен» — фамилия түгел, ә патроним — атаһының исеме): уны алфавитлы исемлектә «Х» хәрефенән эҙләрҙәр, ә «С»-нан түгел, — шуға {{DEFAULTSORT:Хөсәйен Саддам}} сортлау асҡысын ҡулланыу урынлы.

Сортлау асҡысын категориялар эсендәге мәҡәләләрҙе айырыу өсөн ҡулланыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡайһы берҙә мәҡәлә категорияның башына ҡуйыла; ғәҙәттә күҙәтеү мәҡәләләре һәм категорияның асҡыс мәҡәләләре менән шулай ителә. Ошо маҡсатта «*», «<буш ара>», «!» һәм башҡа символдар ҡулланыла: [[Категория:Категория исеме|*]]. Әгәр мәҡәлә категория өсөн (йә киреһенсә) асҡыс булып торһа, әммә ниндәйҙер маҡсатта мәҡәләне категорияға индереү ҡаралмаһа, уларҙы үҙ-ара бәйләү өсөн {{maincat}} һәм {{addoncat}} ҡалыптары ҡулланыла.

Киҫешеүсе категориялар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике категорияның берәй уртаҡ өлкәгә ҡарағанлыҡтан киҫешеү осраҡтары була. Бындай осраҡта уларҙы берләштереүсе категория булдырырға мөмкин. Мәҫәлән, «Категория:Генетика» һәм «Категория:Медицина» өсөн дөйөм мәҡәләләр күп булырға мөмкин, әммә уларҙы был категорияларға индереп булмаһа, «Категория:Медицина генетикаһы» категорияһы төҙөргә һәм тәүге ике сығанаҡ категорияның икеһенә лә уны аҫкатегория итеп индерергә кәрәк. Шулай итеп, тематикаһы буйынса бөтә уртаҡ мәҡәләләр ошо киҫешеү категорияһына индерелә лә ҡуя.

Киҫешеүсе категория булдырғанда өс шарт үтәлергә тейеш: транзитивлыҡ, киҫешеүҙең ябайлаштырылмауы һәм киҫешеүле классификацияның дөйөм ҡабул ителгәнлеге. Транзитивлыҡ был осраҡта киҫешеүсе категория элементтарының уның инә категорияларының бөтә критерийҙарына тап килергә тейешлеген аңлата. Ябайлаштырылмау киҫешеүҙең осраҡлы булмауын, уйланылғанлығын белдерә. Дөйөм ҡабул ителгәнлек бындай киҫешеүҙең яһалма йә оригиналь түгел, ә абруйлы сығанаҡтарға таянғанлығын аңлата.

Әгәр мәҡәләгә йә мәҡәләләр төркөмөнә киҫешеүсе категориялар табып булмаһа, улар өсөн киҫешеү яһамаҫҡа, ә һәр билдәһе буйынса айырым-айырым бер нисә категорияға урынлаштырырға кәрәк.

Транзитивлыҡ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категорияларҙың транзитивлығы тигәндә ниндәй ҙә булһа категорияға ингән һәр мәҡәләнең инә категорияларҙың һәр береһенең (иң өлкәненә тиклем) критерийҙарына тап килеүен аңларға кәрәк. Икенсе төрлө әйткәндә, «А» категорияһына ҡараған «Б» аҫкатегорияһы, уның бөтә мәҡәләләре һәм бөтә кимәл аҫкатегориялары «А» категорияһының сиктәренән сыҡмаһа ғына, «А» категорияһының аҫкатегорияһы була ала.

Википедиялағы күп ҡоралдар һәм боттар (атап әйткәндә, "CatScan"ды ҡулланғандары), транзитивлыҡ боҙолһа, эшкә һәләтен юғалта. Шунлыҡтан теге йәки был темаға йә предмет өлкәһенә ҡараған категориялар төркөмөндә транзитивлыҡты боҙмаҫҡа кәрәк.

Транзитивлыҡ ғәҙәттә ике осраҡта боҙола: категорияға индереү критерийҙары боҙолһа йә критерийҙар үҙҙәре бер-береһенә тап килешмәһә (транзитив булмаһа). Беренсе осраҡты төҙәтелә торған хата тип ҡарарға кәрәк. Икенсе осраҡта критерийҙарҙы аныҡлаштырыу һәм һәр осраҡты ентекле тикшереү талап ителә.

Һәр бәйләнештә транзитивлыҡты тәьмин иткән категориялар ағасын төҙөү иң яҡшыһы булыр. Түбәндәге таблицала транзитивлыҡты һаҡлаған бәйләнештәрҙең типтары бирелә. Транзитивлыҡ тәьмин ителмәгәндә ике сиселеш бар: йә ағасты транзитивлыҡ һаҡларлыҡ итеп үҙгәртеп төҙөү, йә ике категория араһында навигация кәрәк булһа, әммә уны транзитивлыҡ аша тормошҡа ашырып булмаһа, категорияның битендә мәғәнә буйынса яҡын категорияларға {{addoncat}} ҡалыбы, {{#categorytree:}} парсер функцияһы йәки оҡшаш ысулдар менән һылтанмалар ҡуйыу.

Объект уны ғына һүрәтләгән һәм өҫкатегорияларға транзитивлыҡ менән бәйләнмәгән категорияға индерелһә, был категорияны был объектты һүрәтләгән, ләкин уның менән бәйле бөтә объекттарҙы солғамаған категорияға индермәҫкә кәрәк. Бындай һүрәтләүсе категорияға сығанаҡ объект тураһындағы мәҡәләне генә индерәләр. Мәҫәлән, «Мәскәү» категорияһын «Ҡалалар» категорияһына индерергә ярамай. «Ҡалалар» категорияһына «Мәскәү» мәҡәләһенең үҙен генә индерергә кәрәк. Шул осраҡта ғына Мәскәү менән бәйле объекттар (урамдар, иҫтәлекле урындар һәм башҡалар) «Ҡалалар» категорияһына барып тулмаҫ, ә Мәскәү тураһында мәҡәлә ҡалалар категорияһында ҡалыр.

Мөнәсәбәт төрҙәренең транзитивлығы

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Таблицала категориялаштырыу критерийҙары билдәләгән төп семантик мөнәсәбәттәр төрҙәре бирелгән.

Бүлендек категория критерийҙары Инә категория критерийҙары
Төр — ырыу Өлөш — бөтөн Объект — рубрика Объект — ассоциацияланған объект Башҡа
Төр — ырыу Эйе Эйе Эйе Эйе Эйе
Өлөш — бөтөн Юҡ Эйе Өлөшләтә Өлөшләтә Билдәһеҙ
Объект — рубрика Юҡ Өлөшләтә Юҡ Юҡ Билдәһеҙ
Объект — ассоциацияланған объект Юҡ Юҡ Юҡ Юҡ Билдәһеҙ
Башҡа Билдәһеҙ Билдәһеҙ Билдәһеҙ Билдәһеҙ Билдәһеҙ
  • Эйе — транзитивлыҡ бар;
  • Юҡ — транзитивлыҡ юҡ;
  • Өлөшләтә — транзитивлыҡҡа өлгәшергә мөмкин, әммә гарантиялы түгел;
  • Билдәһеҙ — транзитивлыҡ осрамай.

Үтә ныҡ категориялаштырыу һәм артыҡ категориялар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категориялаштырыу — мәҡәләләр араһында йөрөү һәм мөнәсәбәттәр булдырыу механизмы. Категорияларҙы сама белеп ҡулланырға кәрәк, юғиһә әһәмиәтһеҙ категориялар күбәйеп, мәғлүмәти буталсыҡ хасил булыр һәм мөһим бәйләнештәр юғалып ҡалыр.

Түбәндәгеләрҙе булдырыуҙан тыйылырға (булһа, юйҙырырға) кәрәк:

  1. Фәнни булмаған, дөйөм ҡулланылмаған йә киң таралмаған исемле категориялар; ҡарағыҙ: ВП:ОРИСС
    «Футбол тирәләй», «Суперорганизмдар».
  2. Нейтраль ҡарашты боҙған категориялар:
    «Тимер шаршау», «КГБ ҡорбандары».
  3. Аныҡһыҙ категориялар:
    «Коллекциялау объекттары», «Ғилми берләшмә», «Төрлө саралар», әммә
    «Телдәр» мөмкин.
  4. Берлек хасил итмәгән категориялар :
    «Тим Бёртон фильмы актёрҙары», «Никахтан тыш тыуған балалар», әммә
    «Сиквел фильмдар» мөмкин.
  5. Ихтималлыҡ билдәләре буйынса яһалған категориялар:
    «В. В. Путиндың ихтимал булған вариҫтары».
  6. Башҡарыусыларҙы эш-ғәмәлдәр буйынса категориялау:
    «Шәрә бейегән балериналар», «Һул ҡул менән уйнаған гитаристар», «Гамлетты уйнаған актёрҙар».
  7. Кешеләрҙе фекерҙәре, ғәҙәттәре, дине, идеологик ҡараштары буйынса төркөмләгән категориялар:
    «Католиктар», «Вегетариандар», «Атеистар», әммә
    «Эволюционистар» мөмкин.
  8. Субъектив, баһа биреү күҙлегенән яһалған категориялар:
    «Билдәле өфөләр», «Билдәле торлаҡ биналар»,
    әммә
    «Хаҡ хәлифтәр» мөмкин.
  9. Ҡаралған өлкә өсөн дөйөм ҡабул ителгән критерийҙар буйынса түгел, ә үҙбелдек буйынса яһалған категориялар:
    «Ике хәрефле топонимдар», «Тыуған көнөндә вафаттар», «Бер даими музыкантлы төркөмдәр», «Йылына $ 30 млн долларҙан артҡан ЭТП-лы илдәр».
  10. Географик бүленеш буйынса яһалма категориялар, инә категорияларҙы һирәкләтеү өсөн системалы ҡулланыла торғандарынан тыш:
    «Алыҫ Көнсығышта антисовет ҡаршылығы», «Төбәктәр буйынса Советтар Союзы Геройҙары», «Йылға бассейндары буйынса тораҡ пункттар», әммә

    «Төбәктәр буйынса категорилар» бар.
  11. Енси йүнәлеш, этник, раса йә дини критерийҙар буйынса әһәмиәтһеҙ йә нейтраль ҡарашҡа тап килмәй тип табылған категориялар. Әммә дәүләткә ҡарау, әҙәбиәтселәр өсөн әҫәрҙәренең теле буйынса категориялаштырыу мөмкин:
    «Милләттәр буйынса персоналиялар», «Еврей енәйәтселәре», «ЛГБТ-персоналиялар», «Еврей рәссамдары», «Татар композиторҙары», «Башҡорт рәссамдары», әммә

    «Башҡортостан яҙыусылары», «Рус шағирҙары» ярай.
  12. «Кентавр» категориялар, йәғни юрамал тарайтылған критерийҙар, тривиаль киҫелеш буйынса хасил ителгән категориялар:
    «Фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәт», «Геолог революционерҙар», «Танылған филателистар», «Әзербайжан шағирәләре» әммә

    «Әзербайжан шағирҙары», «АҠШ-тың аҡлы-ҡаралы фильмдары» мөмкин.
  13. Үҫеш потенциалы булмаған бәләкәй категориялар:
    «„StarCraft“ ландшафтары йыйылмалары».
  14. Категориялаштырыуҙы артыҡ ҡатмарлаштырыусан ҡабатлауҙарҙан торған категориялар:
    «1924 йылда СССР лидерҙары», «1925 йылда СССР лидерҙары»…
  15. Мәҡәләләрҙе уларҙың йөкмәткеһенә бәйһеҙ булған исемдең бер өлөшө, исем йә фамилия һәм башҡа лингвистик билдәләр буйынса төркөмләү:
    «Наумов», «Циклдар», «Алексей Васильевичтар», әммә
    «Категория: Вәлидовтар» дөрөҫ.
  16. Персоналияларҙы наградалары буйынса төркөмләүсе категориялар; бындай осраҡтарҙа исемлектәр ҡулланыу яҡшыраҡ:
    «Ҡаҙаныштар өсөн» Украина ордены кавалерҙары", әммә
    «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары» дөрөҫ.

  17. Мәҡәләләрҙе алынған наградалар һәм грамоталар йә ниндәйҙер исемлектәргә индерелеү билдәһе буйынса төркөмләү:
    «„Форбс“ журналы версияһы буйынса иң матур ун миллионер», әммә

    «„Rolling Stone“ журналы версияһы буйынса бөйөк 500 йыр» мөмкин.
  18. Дөйөмдө шәхси билдә (мәҫәлән, урынды унда булған ваҡиғалар буйынса), объекттарҙы һирәк ҡулланылған билдәләре буйынса төркөмләүсе категориялар:
    «Айырым айырыуҙарҙы дауалауҙа киндер», «Фильмдар актёрҙар буйынса», әммә
    «Ҡалалар буйынса шәхестәр» бара.
  19. Шикле билдәләр буйынса төркөмләүсе категориялар:
    «Пеләштәр», «Билдәле ерәндәр», «Вафат булған йәше буйынса шәхестәр».
  20. Шәхес менән бәйле бөтә нәмәне солғарға тырышҡан, әммә тәртипкә һалынмаған эпоним категориялар.
  21. «…менән бәйле кешеләр» тибындағы категориялар:
    «Компьютер хәүефһеҙлеге менән бәйле кешеләр».
  22. Объекттарҙы әһәмиәтһеҙ билдә буйынса төркөмләүсе категориялар:
    «Объекттарға исеме бирелгән кешеләр», «Маркаларҙағы кешеләр».

Шәхестәрҙе географик урыны буйынса категориялаштырыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Төбәктәрҙең атамаһы үҙгәртелһә (Ленинград, Калинин өлкәһе, Тифлис), шәхестәр һуңғы атама буйынса категориялаштырыла: Санкт-Петербург, Тверь өлкәһе, Тбилиси.
  2. Юҡҡа сыҡҡан төбәктәр (Мәскәү губернаһы, Пермь өлкәһе) өсөн айырым категориялар яһала.
  3. Айырым тораҡ пункт буйынса категория төҙөү өсөн уға индерелергә тейешле кәм тигәндә өс мәҡәлә яҙылған булһын.
  4. «Ҡалала йәшәүселәр» йәки «Ҡалала йәшәгәндәр» һымаҡ категориялар яһарға ярамай.

Категорияларҙы махсус ойоштороу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бында аныҡ категорияларға бәйле категориялаштырыу мәсьәләләре ҡарала.

Төп исемдәр даирәһе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемлектәр категориялары

[сығанаҡты үҙгәртеү]

«Категория:Исемлектәр» һәм уның аҫкатегориялары — исемлек мәҡәләләр индерелә торған категориялар иерархияһының ярҙамсы бүлеге (уларҙың исемендә ғәҙәттә «… исемлеге» тигән һүҙ була). Мәҫәлән, «Рәсәй йылғалары исемлеге» мәҡәләһе «Категория:Исемлектәр:География» категорияһына урынлаштырыла. Бындай категориялар төп тематик бүлектәрҙең категорияларын алмаштырмай, ә тулыландыра. Йөрөү уңайлы булһын өсөн бындай категорияларҙың исеме ғәҙәттә «Исемлектәр…» тигән һүҙҙән башлана. «Исемлектәр» категорияһы тармағына исемлектән тормаған мәҡәләләрҙе индерергә ярамай. Терминдарҙан төҙөлгән һүҙлектәр (глоссарийҙар) «Категория:Глоссарийҙар» категорияһына индерелергә тейеш.

Йүнәлдереүҙәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла йүнәлдереүҙәрҙе категориялаштырыу ҡабул ителмәгән, әммә киң таралған синонимдар өсөн мөмкин. Мәҫәлән, «Алфавит буйынса дарыуҙар» категорияһында һәм уның аҫкатегорияларында, шулай уҡ фразеологизм тураһындағы мәҡәләнең исеме унда һүрәтләнгән фразеологизмға тап килмәһә, йүнәлдереүҙәр булырға мөмкин.

Баш бит категорияһыҙ ҙа йәшәй ала.

Ярҙамсы категориялар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп даирәләге биттәр ҙә, башҡа даирәләгеләр ҙә мөхәррирҙәрҙең эшен еңелләштерә торған ярҙамсы категорияларға индерелә ала. Бындай категориялар ғәҙәттә йәшерен була, йәғни теркәлмәгән уҡыусыларға күренмәй. Айырым осраҡтарҙа бындай категориялар мәҡәләләрҙең фекер алышыу битендә урынлаштырыла.

Төп булмаған исем даирәләре

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер категорияға төрлө тематикалы биттәр ҡуйырға ярамай, төрлө эстәлекте айырыу өсөн бит торған даирәне күрһәтеүсе аҫкатегориялар ҡулланырға кәрәк. Төп даирәнән тыштағы даирәләрҙә торған бөтә биттәр өсөн сортлаштырыу даирәнең исемен телгә алмайынса бит исеме буйынса ғына башҡарылырға тейеш (сортлаштырыу асҡысы бирелмәһә, был автоматик эшләнә).

Һүрәттәрҙе дөйөм категорияларға индермәйҙәр, ә «Тема буйынса һүрәттәр» категорияһы сиктәрендә төркөмләйҙәр. Категория исеме "Һүрәттәр:" префиксынан башлана. Лицензия буйынса һүрәттәрҙе ҡалып ярҙамында категориялаштырырға кәрәк — ҡарағыҙ: «Википедия:Ҡалыптар/Файлдарҙың лицензиялары».

Шуны онотмағыҙ: Википедия — файлдар архивы түгел; иң яҡшыһы — ирекле лицензиялы һүрәттәрҙе Викимилеккә күсерергә һәм шунда категориялаштырырға.

«Википедия:» префиксын күрһәтеү тәҡдим ителмәй, бары <noinclude>[[Категория:Ҡалыптар:...]]</noinclude> йә <noinclude>[[Категория:Навигация ҡалыптары:...]]</noinclude> йәки <noinclude>[[Категория:Ҡалып-карточкалар:...]]</noinclude> ҡулланырға була.

«Википедия» даирәһендәге биттәр, шулай уҡ белешмәләр һәм порталдар «Википедия:Ярҙамсы биттәр» категорияһы сиктәрендә төркөмләнергә тейеш.

Ҡатнашыусылар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусыларҙы категориялаштырыу һис һүҙһеҙ файҙалы тип табылған билдәләр буйынса ғына башҡарыла ала.

Йәшерен категориялар

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категорияларҙы йәшереү механизмы Википедияла эшләүселәргә генә кәрәк булған категорияларҙы уҡыусыларға күрһәтмәү өсөн хеҙмәт итә. Йәшерен категориялар ғәҙәттә мәҡәлә предметын түгел, ә мәҡәләнең ағымдағы статусын сағылдыра. Мәҫәлән, «Категория:Википедия:Сығанаҡһыҙ фекер булған мәҡәләләр».

Категория, уға __HIDDENCAT__ тигән тылсымлы һүҙ өҫтәлһә, автоматик рәүештә йәшерелә. Был һүҙҙе «өҫкө» категориялар исемлеге алдынан өҫтәргә тәҡдим ителә.

Уҡыусыларға тәғәйенләнмәгән һәр категорияны йәшереү мотлаҡ түгел. Уҡыусыларға тигән биттәрҙә күренмәй торған категорияларҙы йәшереүҙең кәрәге юҡ. Мәҫәлән, эске «Категория:Википедия:Хакимдар» йәшерен түгел, сөнки ул эске биттәр өсөн генә тәғәйенләнгән.

Категорияларҙың сүпләнеүе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һынау урыны булған һәм шуға оҡшаш биттәрҙән сыҡҡан һылтанмалар категорияларҙы сүпләй. Шуға күрә түбәндәге сикләүҙәр булдырылған:

  • Мәҡәләне шәхси даирәлә яҙғанда категориялар һүндерелгән булһын. Һүндереү ысулдары: ике нөктә (мәҫәлән,, [[:Категория:Бөжәктәр]]), комментарий (мәҫәлән,, ), ҡалып {{Буласаҡ}} йәки башҡа берәй оҡшаш ысул.
  • Категорияла булған ҡалыпты тоҡандырғанда уның категориялар ҡуйыу буйынса мөмкинлектәрен ҡулланмағыҙ. Ҡайһы бер ҡалыптар тышҡы категориялар ҡуйыу мөмкинлеген |nocat=1 параметрын тапшырыу юлы менән һүндерә. Был функцияны ҡалыпҡа өҫтәү өсөн категорияларҙы [[Категория:Категория Исеме]] урынына {{#if:{{{nocat|}}}||[[Категория:Категория исеме]]}} конструкцияһына индерергә йә ҡулланыу ҡуйылған "subst: " индереү ҡалыбын ҡулланырға (индереүҙе мәҡәләләрҙә ҡулланырға тәҡдим ителмәй), шунан категория тегын юйҙырырға кәрәк.
  • Мәҡәләләрҙе Инкубаторҙа эшләгәндә Инкубатор ҡағиҙәләре эш итә — категория ике нөктә менән һүндерелә ([[:Категория:Бөжәктәр]]).

Процедура мәсьәләһе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡағиҙәне ҡулланыу өлкәһе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ҡағиҙәләр дөйөм категориялаштырыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн сығарылған. Шул уҡ ваҡытта категориялар өсөн айырым ҡағиҙәләр ҙә бар. Дөйөм ҡағиҙә менән айырым ҡағиҙә ҡаршылыҡҡа инһә, айырым ҡағиҙә ҡулланыла.

Категориялар буйынса фекерләшеү

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категорияларға бәйле үҙгәртеүҙәр күп һанлы мәҡәләләргә ҡағылырға мөмкин. Бөтә бәхәсле осраҡтарҙа ла алдан фекер алышыу һәм уртаҡ фекергә килеү талап ителә. Категориялар буйынса фекер алышыуҙы "Википедия:Категориялар буйынса фекерләшеү битендә алып барырға кәрәк. Фекер алышылған бөтә категорияларҙа

  • {{amergecat}} — категорияларҙы берләштерергә;
  • {{anacat}} — категорияның исемен алмаштырырға тигән ҡалыптар ҡуйылыуы мөһим. Унда фекер алышыуға сығарылыу датаһы ла күрһәтелә ({{Обсуждаемая категория|21 декабрь 2024}}). Йомғаҡты, уртаҡ фекергә килгәс, ҡатнашыусылар үҙҙәре яһай. Иң ҡулай мөҙҙәт тип бер аҙна алына, бәхәс туҡтамаһа йә ҡатнашыусылар һүлпән ҡатнашһа, оҙайтылыуы ла мөмкин. Буш категорияларҙы хакимдар фекерләшеп тормайынса тиҙ юйҙыра ала. Бындай категорияларға {{уд-пусткат}} йә {{db-catempty}} ҡалыбы ҡуйыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярҙамсы биттәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Категорияларға ҡаршы исемлектәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]