Википедия:Хакимдар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ЭЙ:Х

Википедиялағы хаким — ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнеп, үҙенә өҫтәмә бурыстар алған ҡатнашыусы. Хакимдың өҫтәмә бурыстары:

  • Биттәрҙе юйыу.
  • Юйылған биттәрҙе кире тергеҙеү.
  • Үҙгәртеүҙәрҙән һаҡлау өсөн биттәрҙе ябып ҡуйыу. Был сара, мәҫәлән, бәхәсле мәҡәләләргә ҡағыла; был ваҡыт эсендә ике яҡ та уртаҡ фекергә килергә тейеш. Был сара шулай уҡ вәхшилекте туҡтатыу өсөн дә ҡулланыла.
  • MediaWiki исемдәре арауығын мөхәррирләү.
  • Вәхшилек менән шөғөлләнгән ҡатнашыусыларҙы ябып ҡуйыу.

Википедия эшмәкәрлегендә хакимдарҙың башҡаларҙан өҫтөнлөге юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай.


Хаким статусын биреү[вики-тексты үҙгәртергә]

Хаким статусын Википедияның башҡорт теле бүлегендәге бейҙәр бирә ала.

  1. Хаким статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 1000 (бер меңдән ашыу) төҙәтмә индерергә тейеш.
  2. Хаким статусына ғариза яһар алдынан, ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 6 ай буйы ҡатнашҡан булырға тейеш.
  3. Хаким статусына ғариза менән бәйле тауыш биреү ике аҙна (14 көн) буйы дауам ителергә тейеш.
  4. Башҡорт Википедияһына етерлек үҙгәреш индермәгән, әммә Википедияның башҡа бүлегендә (йә иһә башҡа википроектта) әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле һәм абруйлы ҡатнашыусыларға хаким йәки бей статусына тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғы бирелмәй.
  5. Ҡатнашыусының хаким йәки бей статусына ғаризаһы (кандидатураһы) хупланған тип танылһын өсөн, тауыш биреүҙә кәмендә 10 (ун) ҡатнашыусы ҡатнашырға тейеш.
  6. Даими хаким статусынан тыш, Башҡорт Википедияһында ваҡытлыса хаким статусы ла бирелергә мөмкин. Бының өсөн ҡатнашыусы ғариза биреп, уға хаким вәкәләттәре күпме ваҡытҡа һәм ни өсөн кәрәген ентекләп аңлатырға тейеш. Ғәҙәттә был статус Википедияның башҡа бүлегендә (йә иһә башҡа википроектта) әүҙем ҡатнашҡан, Башҡорт Википедияһының ҡорона билдәле, тәжрибәле ҡатнашыусыларға бирелә.
  7. Ваҡытлыса хаким статусы 1 (бер) айҙан да оҙаҡ булмаған ваҡытҡа бирелә.
  8. Хаким, ваҡытлыса хаким, интерфейс хакимы статустары бер үк ҡағиҙәгә ярашлы бирелә.
  9. Хаким йәки бей статусын биреү хаҡындағы тауыштарын кәм тигәндә 100 (йөҙ) төҙәтмә индергән, проектта кәм тигәндә 2 аҙна буйы ҡатнашҡан ҡатнашыусылар бирә ала.
  10. Ғәмәлдәге ҡағиҙәлә ҡатнашыусының әүҙемлеге һәм индерелгән төҙәтмәләр һанынан тыш, альтернатив талаптар ҙа ҡаралған (уларҙың барыһы ла ҡатнашыусы яҙған һайланған йә яҡшы мәҡәләләр һаны йәки индерелгән мәғлүмәт күләме менән бәйле). Ошо альтернатив талаптарҙы үтәгән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хаким һәм бей статусына ғариза яһау хоҡуғы бирелә.

Хаким статусын алыу[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт Википедияһының хакимын әүҙемһеҙлеге сәбәпле вазифаһынан бушатыу өсөн, ул кәмендә 3 (өс) ай буйы әүҙем булмаҫҡа тейеш.

Ғәмәлдәге хакимдар[вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт телендәге бүлектә хакимдар:

  1. Рөстәм Нурыев 2006 йылдың 26 ғинуарынан. Туған теле — башҡорт теле. Әүҙем. Интерфейс хакимы.
  2. Comp1089, йәки Вячеслав (15.04.2010 көнөнән башлап). Әүҙем. Башҡорт телен белә, туған теле — урыҫ теле.
  3. Ryanag 2015-10-28.
  4. Kaganer 2016-12-03. Интерфейс хакимы.
  5. Регион102 2013-10-02 — 2016-10-18, 15 октябрь 2019.

Википедия:Хакимдарға һорауҙар урыны.

Ҡатнашыусылар исемлеге.

Элекке хакимдар[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Untifler 2004-12-29 — 2015-03-19 — әүҙем түгел.
  2. Haqmar 2006-09-08 — 2015-03-19. Туған теле — башҡорт теле.
  3. Drini 2007-09-25 ~ 2008-08-15.
  4. Ардах18 2015-01-22 — 2016-10-18.
  5. Айсар 2015-03-19-24; 2015-08-03-19; 2015-10-04.
  6. Guram52 2015-08-18-19.
  7. Nirmos 2016-06-02-07.
  8. YANBEK 2016-03-29.
  9. ZUFAr 2012 йылдың 24 февраленән — 2020 йылдың 29 майына тиклем. Туған теле — башҡорт теле. Әүҙем.
  10. Soul Train 2016-10-18. Интерфейс хакимы (2018—2020).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[вики-тексты үҙгәртергә]

Хаким статусына ғаризалар[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия:Хаким вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең ғаризаларын ҡарау