Википедия:Ҡатнашыусыларҙың тиңлеге
Ҡыҫҡаса: Мәҡәләләр өҫтөндә эшләгәндә Википедияның бөтә ҡатнашыусылары тигеҙ. |
Был ҡулланма берләшмә тарафынан нигеҙҙә хупланһа ла, ҡайһы бер шәхси формулировкалар консенсусты сағылдырмаҫҡа мөмкин.
Баштан уҡ Википедия мәҡәләне теләгән бер ҡатнашыусы мөхәррирләй ала торған ирекле энциклопедия булараҡ барлыҡҡа килә һәм үҫешә. Википедияла мәҡәләләр өҫтөндә эшләү өсөн, хатта теркәлеү ҙә кәрәкмәй. Унан бигерәк, Википедияла эшләгәндә бөтә ҡатнашыусылар ҙа тиң хоҡуҡлы. Айырым осраҡтарҙа ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтары сикләнергә мөмкин, ләкин был тик Википедияны яҡлау өсөн генә эшләнә, ә ҡатнашыусыларҙы беренсе, икенсе һәм башҡа сорттарға айырыу өсөн түгел — мәҫәлән, теге йәки был мәҡәләлә вандализм гел ҡабатлагып торғанда хаким мәҡәләгә теркәлмәгән ҡатнашыусылар тарафынан үҙгәртеүҙәр индереүҙе тыя ала. Теркәлгән ҡатнашыусылара араһында төҙәтеүҙәр һуғышы башланһа, хаким хаким булмағандарға мәҡәләгә үҙгәреш индереүҙе тыйып ҡуя ала, тик был осраҡта уның мәҡәләне үҙе кәрәк тапҡанса төҙәтергә хоҡуғы булмай.
Консенсусҡа өлгәшеү
[сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә ҡатнашыусылар тиң булғанлыҡтан мәҡәләләр өҫтөндә эшләгәндә уларҙың береһе лә өҫтөнлөк менән файҙалана алмай. Теге йәки был бүлектең йәки мәҡәләләрҙең «кураторы» кеүек вазифалар була алмай. Ә мәҡәләләр уларҙы яҙған ҡатнашыусыларҙың милке түгел. Мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер айырымлыҡтары тыуған осраҡта уларҙы хәл итеүҙең берҙән-бер юлы — уртаҡ телгә килеү. Мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе буйынса бәхәстәргә ялыу итеп хакимдарға мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй: уларҙың фекере теләһә ҡайһы башҡа ҡатнашыусының фекеренән артыҡ көскә эйә түгел. Дөрөҫ, хаким итеп тәжрибәле һәм төплө кешеләр һайланғанлыҡтан улар татыулыҡҡа өлгәштерә торған эшлекле кәңәш бирергә мөмкин.
Википедия демократия булмағанлыҡтан, һорауҙарҙы хәл иткәндә ябай күпселектең өҫтөнлөгө етмәй, ә берләшмәнең күпселегенең, кәм тигәндә 2/3 өлөшөнөң хуплауы кәрәк. Шуны иҫтә тотоғоҙ: консенсусты боҙоп эшләнгән төҙәтеүҙәр деструктив тәртип тип баһаланыуы ихтимал. Әгәр һеҙ башҡа ҡатнашыусыларҙың төҙәтеүҙәре менән риза булмаһағыҙ, уларҙы бер тапҡырҙан артыҡ кире ҡайтармағыҙ, иң яҡшыһы – мәсьәләне мәҡәләнең фекер алышыу битендә күтәреү. Әгәр уртаҡ телгә киленмәһә, действуйте согласно инструкциям из памятки о конфликттарҙы хәл итеү тураһындағы ҡулланмаларға ярашлы эш итегеҙ: Википедия:Аралашсылыҡҡа|аралашсылыҡҡа]], башҡа ҡатнашыусы ниндәйҙер ҡағиҙәләрҙе йә тәҡдимдәрҙе боҙа тип иҫәпләһәгеҙ, уның тәртибе тураһында фекер алышыуҙы Википедия:Ҡатнашыусылар иғтибарына битендә берләшмә ҡарамағына сығарығыҙ. Ахырғы сиктә, бер ни ҙә ярҙам итмәһә, арбитражға мөрәжәғәт итегеҙ, ләкин уның ҡағиҙәләрҙе урынлаштырмауын, ә ни бары булғандарҙы ғына интерпретациялауын онотмағыҙ.
Файҙаланыусылар төркөмдәре
[сығанаҡты үҙгәртеү]Файҙаланыусылар төркөмдәре араһындағы бөтә техник айырмалар файҙаланыусыға ышаныу кимәленә нигеҙләнә:
- Теркәлмәгән ҡатнашыусылар, һаҡ аҫтындағыларҙан тыш, бөтә мәҡәләләрҙе мөхәррирләй ала, ләкин биттәрҙең исемен алмаштыра алмай.
- Теркәлгән ҡатнашыусылар биттәрҙе юйҙыра алмай һәм һаҡ аҫтына ала алмай, шулай уҡ башҡа ҡатнашыусыларҙы бикләй алмай — сөнки был ғәмәлдәрҙе эшләү өсөн белем, тәжрибә һәм берләшмәнең ышаныуы кәрәк.
- Хакимдар үрҙә һаналғандарҙы эшләй ала, ләкин башҡа ҡатнашыусыларҙы хаким итеп ҡуя алмай, сөнки был бурысты атҡарыу өсөн унан уҫал ниәттә файҙаланмауҙарына абсолют ышаныу талап ителә.
- Бейҙәр башҡа ҡулланыусыларға тауыш биреү һөҙөмтәһендә хаким һәм бей статусы бирә ала, хакимлы статустан да мәхрүм итә ала, ләкин бейҙе статустан мәхрүм итә алмай, был вәкәләткә тик стюардтар ғына эйә.
- Чекъюзерҙар һәм ревизорҙарҙан башҡа бөтә ҡалған ҡатнашыусылар конфиденциаль мәғлүмәткә инергә хоҡуҡһыҙ, сөнки бының өсөн юридик яуаплылыҡҡа эйә булырға кәрәк.
Иғтибар итегеҙ: был иерархияның бөтә баҫҡыстары мәҡәлә мөхәррирләгәндә бер төрлө хоҡуҡтарға эйә. Шунлыҡтан:
- Онотмағыҙ: теркәлмәгән ҡатнашыусылар ҙа — ҡатнашыусылар. Бәлки, улар серһүҙҙе гел оноталыр. Йәки уларға исеме бар ни, юҡ ни, барыберҙер.
- Википедиянан ситтә алынған фәнни титулдарҙы һәм ҡаҙаныштарҙы болғмаҫҡа: бәлки, һеҙ әле генә төҙәтеүҙәрен кире ҡаҡҡан теркәлмәгән ҡатнашыусының титулдары һәм ҡаҙаныштары тағы ла күберәктер.
- Викимедианың бөтә проекттарындағы конфиденциаллек сәйәсәтенә ярашлы, бер кем дә үҙенең ысын исемен асырға тейеш түгел, сөнки үҙегеҙҙең шәхси биттә исемегеҙҙе яҙып ҡуйыуығыҙ һеҙгә быны эшләмәгән башҡаларҙы аноним тип атарға хоҡуҡ бирмәй — һеҙ күрһәткән бирелмәләр ҙә нотариус тарафынан раҫланмаған дабаһа.
- Онотмағыҙ: бөтә ҡатнашыусылар ҡасандыр яңы килеүсе булған, шунлыҡтан һеҙҙең вики-тәжрибә 15 минут элек теркәлгән кеше менән бәхәстә һеҙгә өҫтөнлөк бирмәй. Хәйер, яңы ктлеүсе ҡағиҙәләрҙе боҙһа, уға быны әйтергә кәрәк.
- Үҙегеҙгә генә түгел, эргәгеҙәге башҡаларға ла һеҙ һорауҙы оппонентығыҙҙан яҡшыраҡ беләһегеҙ кеүек тойолһа ла, был Википедия: Хурлау, янау һәм дошмансыллыҡҡа юл ҡуйылғыһыҙ булыуы|һеҙгә хурларға мөмкинлек бирмәй]].
- Башҡа ҡатнашыусыларҙан һәр ваҡыт изге ниәттәр көтөгөҙ, тыныслыҡ, дәрәжәгеҙҙе һәм дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡларға тырышығыҙ.