Эстәлеккә күсергә

Википедия:Тролдәрҙе ашатмағыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Тролдәр менән эш иткәндә төп талап: зинһар, уларҙы ашатмағыҙ. Уларҙың тәртибенә һәм ҡыланышына комментарий бирмәгеҙ, хәбәрҙәренә яуап яҙмағыҙ. Ҡайһы берҙә «тролдәрҙе ашатыу», уларҙың эшмәкәрлеге тирәләй флейм ҡабыҙыу йә уларға иғтибар йүнәлтеү уңышһыҙ ғына түгел, үҙе үк троллинг йә емерткес тәртип тип баһаланырға, хатта бәхәсте һыуытыу һәм Википедияға зыян килтермәү өсөн «ашатыусыны» ҡыҫҡа мөҙҙәткә бикләп тороуға килтерергә мөмкин.

Ҡатнашыусы тролме, түгелме икәнен асыҡларға булһағыҙ, уның тәртибе изге ниәттәндер тип уйларға тырышығыҙ. Уға хаталарын мөмкин тиклем итәғәтле аңлатығыҙ һәм Википедия ҡағиҙәләре менән ҡулланмаларына, Юғары шураның был хәлгә ярашлы ҡарарҙарына һәм элекке фекер алышыуҙарға һылтанығыҙ. Башҡаларҙың фекерҙәренә һәм дәлилдәренә ҡолаҡ һалмауына, тәртибен үҙгәртергә йыйынмауына ныҡлап ышанмай тороп, ҡатнашыусыны тролль тип һанарға ашыҡмағыҙ. Ләкин ошо осраҡта ла өндәшмәй ҡалыу һәм башҡа ҡатнашыусыларға үҙҙәренә һығымта яһарға мөмкинлек биреү яҡшыраҡ. Бөтәһе алдында уны тролль тип атау низағты көсәйтеп ебәрергә, һеҙҙе кәмһетмәү, тәртип этикаһы ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләүгә, хатта һеҙҙе бикләүгә килтереү ихтимал. Шулай уҡ «яңы килгәндәргә бәйләнмәү» ҡағиҙәһен дә үтәгеҙ.

Тролдәрҙе ашатмағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Зинһар, тролдәрҙе ашатмағыҙ!

Тролдәр менән эш иткәндә төп кәңәш: «Зинһар, тролдәрҙе ашатмағыҙ». Тәжрибәле ҡатнашыусыларҙың күбеһе был кәңәште файҙаһыҙ тип иҫәпләй, сөнки һәр берләшмәлә тролдең хәбәрҙәренә яуап биргән ҡатнашыусылар табыла һәм уны «ашата» башлай. Ғәмәлдә уларға иғтибар итмәү троллинг менән көрәштә берҙән-бер дөрөҫ ысул булып тора. Әгәр «энергия һура алмаған» тролль һаман иғтибарҙы йәлеп итергә тырышһа һәм тәртибе емерткескә әйләнһә йәки вандалдарса булһа, уны бикләп кенә йүгәнләргә мөмкин.

Троллингҡа яуап бирмәү мөһим. Әлбиттә, тролль тигән шик аҫтындағы кешегә был эссеға һылтанманы бирергә кәрәкмәй. Алдығыҙҙа ысынлап та тролль булһа, был һылтанма уға аҙыҡ булып ҡына хеҙмәт итәсәк, ә тролль булмаһа — намыҫлы ҡатнашыусыны рәнйетәсәк.

«Яйлап сигендереү» принцибының мөһимлеге

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла троллинг менән көрәштең һөҙөмтәле ысулдарының береһе яйлап сигендереү принцибы. Был принцип мәҡәләлә йә фекер алышыуҙа булған провокацион төҙәтеүгә бер ни тиклем ваҡыт (бер-ике көн) «эленеп торорға» мөмкинлек бирергә, шунан ғына уны сигендерергә кәрәк. Кисекмәҫтән реакция күрмәһә, тролдең дәрте һүнә, ул «энергия һурыу» сығанағынан мәхрүм була, хатта ул провокацияһы эшләмәгәнгә аптырап, юғалып ҡала. Ә шунан һуң сигендереү мәҡәләләге троллинг эҙемтәләрен бөтөнләй юҡҡа сығара.

«Яйлап сигендереү» принибының төп проблемаһы йыш мөхәррирләнгән мәҡәләләрҙә уны эшләүҙең ҡатмарлылығы һәм һөҙөмтәһеҙлеге, сөнки тролдең провокацион төҙәтеүҙәренән һуң башҡа ҡатнашыусыларҙың провокацияны аңғармайынса һәм сигендермәйенсә файҙалы төҙәтеүҙәр индереүе лә ихтимал, ә уларҙы сигендереү маҡсатҡа ярашлы түгел.

Һеҙҙе тролль тип яңылышһалар, ни эшләргә

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡайһы бер тролдәр күпер аҫтында йәшәй. Әммә күпер аҫтында йәшәгән һәр кем тролль түгел

Кемделер тролль тип уйлау күп ваҡыт субъектив була, намыҫлы ҡатнашыусының да, тәртибенә ҡарап, тролль тип баһаланыуы ихтимал. Әгәр һеҙҙе ғәҙелһеҙ һәм нигеҙһеҙ рәүештә троллингта ғәйепләйҙәр тип уйлаһағыҙ, проблеманы түбәндәге юлдар менән хәл итеп ҡарарға була:

  • Әгәр һеҙ Х эше өсөн тролль тип һанаһалар, X эшен башҡарыуҙы туҡтатығыҙ.
  • Башҡа ҡатнашыусыларҙың эшләгәнен изге ниәттән тип ҡабул итегеҙ. Был һеҙгә бәхәстәрҙе көсәйтеүҙән ҡасырға һәм яуыз ниәттән эшләүсе булып күренмәҫкә ярҙам итер. Йыш ҡына һеҙҙең оппоненттар ысынлап та изге ниәтле була һәм низағты тыныс тамамларға йә консенсусҡа өлгәшергә теләй.
  • Бер ни тиклем ваҡытҡа бәхәстә ҡатнашмай тороғоҙ. Бөтәһе лә үҙ юлы менән барһын, ялҡындар һүрелһен. Шунан ғына, кәрәк тапһағыҙ, бәхәсле мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға һәм уны мөмкин тиклем тыныс, дәлилле итеп тикшерергә мөмкин булыр. Шуны ла онотмағыҙ: мәсьәләне күтәргәндә кәрәгенән артыҡ ныҡышмаллыҡ та ҡайһы берәүҙәр яғынан троллинг тип ҡабул ителергә мөмкин.
  • Оппоненттарға низағтарҙы хәл итеүҙең берәй ысулын ҡулланырға, мәҫәлән, аралашсылыҡҡа мөрәжәғәт итеһендәр йә башҡа ҡатнашыусыларҙан комментарийҙар яҙыу һораһындар тип кәңәш итергә, йә үҙегеҙгә ундай ярҙамды һорарға мөмкин. Низағты хәл итеүҙә ҡатнашҡанда (мәҫәлән, аралашсы сифатында) эшлекле булырға кәрәк, башҡа ҡатнашыусылар һеҙҙең тролль түгеллекте һәм изге ниәттән эш иткәнде күрһен.
  • Килеп тыуған хәлде анализлағыҙ: дәлилдәрегеҙ һәм яҙғандарығыҙ ысынлап та факттарға нигеҙләнәме, оппоненттарға яуаптарығыҙ етерлек дәлиллеме? Шәхси битегеҙҙә троллингты хуплау булып баһаланырлыҡ бер ни ҙә юҡмы? Фекер алышҡанда тупаҫлыҡҡа, дошмансыллыҡҡа юл ҡуйманығыҙмы? Шәхси һөжүмгә һәм хурлашыуға күсеп китмәнегеҙме? Оппоненттарҙы «ойошҡан заговорҙа» йә «һүҙ ҡуйышыуҙа» ғәйепләмәнегеҙме? Ошоларға юл ҡуймаһағыҙ, һеҙгә мөнәсәбәт һәйбәт булыр, һеҙҙе тролль тип һанамаҫтар, троллингта ғәйепләмәҫтәр.
  • Үҙегеҙ күтәргән мәсьәләне киләсәккә ҡалдырығыҙ. Ҡайһы берҙә, һеҙ хаҡлы булыуығыҙға йөҙ проценты менән ышанһағыҙ ҙа, берләшмәнең консенсусы икенсе төрлө һанарға мөмкин. Ул сағында мәсьәләне ҡалдырып тороғоҙ. Бәлки, киләсәктә берәй форсаты килеп сығыр һәм, бәхәс яңырып, һеҙгә ҡулайыраҡ һөҙөмтәгә килтерер.
  • Кәмһетеүҙәрҙе, тупаҫлыҡты, шәхси һөжүмде, шул иҫәптән троллингта ғәйепләүҙе үтә ауыр ҡабул итмәгеҙ, үпкәләмәгеҙ. Ҡайһы берҙә үтә үпкәсел булыу башҡаларға троллинг булып күренеүе бар.

Әгәр, эшлекле һәм айыҡ аҡыллы ҡатнашыусы булыу өсөн бөтәһен дә эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙҙе һаман троллингта ғәйепләһәләр һәм тролль тип һанаһалар, һеҙҙең яңы иҫәп яҙмаһы булдырып, «бөтәһен яңынан башларға» теләүегеҙ бар. Был тыйылмаһа ла, һәйбәт түгел. Эш боҙоп, яман исемдән ҡасҡан ҡатнашыусы булғансы, электән килгән иҫәп яҙмағыҙҙа абруйығыҙҙы ҡайтарыу яҡшыраҡ булыр. Электән килгән иҫәп яҙмағыҙҙы һаҡлау — тәртибегеҙҙең ышаныслы булыуын раҫлаусы мөһим шарт ул.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]