Википедия:Ҡурсаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

 

Кемдер марионеткаларҙың бауҙарын тарта

Виртуал (ҡурсаҡ, сокпаппет) — Википедия ҡатнашыусыһының өҫтәмә рәүештә теркәгән иҫәп яҙмаһы. Бындай ҡатнашыусыларҙы «ҡурсаҡ тотоусы» тип йөрөтәләр. Виртуалдарҙы ҡулланыу күп сәбәптәр буйынса бик насар һанала.

Виртуалдарҙы ҡулланыуҙың насарлығы бер ҡатнашыусының берҙән артыҡ тауыш бирә алыуына йә төп иҫәп яҙмаһына эҙемтәһеҙ рәүештә Википедияның башҡа ҡағиҙәләрен боҙоу мөмкинлегенә бәйле.

Дөйөм алғанда бер нисә иҫәп яҙмаһын асыу рөхсәт ителә, ләкин уны кемдең дә булһа ҡарашын хуплау өсөн генә ҡулланыу тыйыла. Әгәр виртуалдарҙы ҡулланһағыҙ, уларҙың биттәрендә бер-береһенә һылтанмалар ҡуйыу зарур, улар бер кешенеке икәне күренеп торһон.   

Виртуалдарҙы ҡулланыу ысулдары[вики-тексты үҙгәртергә]

Тыйылған ысулдар[вики-тексты үҙгәртергә]

Тауыш биреүҙәр[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияла ҡатнашыусыларҙың ҡарашын асыҡлау мәһим булған тауыш биреүҙәр һәм фекер алышыуҙар «бер кеше — бер тауыш» принцибы буйынса бара. Тимәк, унда виртуалдарға тауыш биреүҙәрҙә, хаким һәм арбитрҙар һайлауҙа ҡатнашыу тыйыла. Бер нисәшәр тауыш биреү өсөн виртуалдар ҡатнашыуы иҫбатланһа,  виртуалдар мөҙҙәтһеҙ бикләнә, ә уларҙы ҡулланған ҡатнашыусыға иҫкәртеү яһала.  

Фекер алышыуҙар[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедияла һорауҙарҙың күбеһе  фекер алышыу аша хәл ителә, унда дәлилдәр мөһим, ә тауыштар һаны түгел, ләкин фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар һаны һәм улар араһында фекерҙәр бүленеше лә һөҙөмтәләргә йоғонто яһарға мөмкин.  Бер үк фекер алышыуҙа бер кешенең ике йә бер нисә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашыуы тыйыла. Бындай ҡатнашыу иҫбатланһа[1], виртуалдар мөҙҙәтһеҙ бикләнә, ә уларҙы ҡулланған ҡатнашыусыға иҫкәртеү яһала.  

Алдау һәм оҡшатып ҡыланыу[вики-тексты үҙгәртергә]

Тауыш биреүҙәрҙән тыш, виртуалдарҙы алдау йә берәй фекерҙе киң хуплаған булып күренеү маҡсатында ҡулланыу тыйыла.  Әгәр ҡатнашыусы һәм фекер алышыуҙа үҙ фекерен хуплау иллюзияһын тыуҙырыу өсөн  виртуалдарҙы  ҡулланһа, уға иҫкәртеү яһала.  

Википедияның башҡа ҡатнашыусыһына оҡшатып ҡыланыу маҡсатында, хатта эксперименттар үткәреү маҡсатында  ла, иҫәп яҙмалары булдырыу тыйыла. Бындай виртуалдарҙы мөҙҙәтһеҙ бикләргә, ә эйәһен ҡәтғи иҫкәртергә кәрәк.

Тәртип нормаларын боҙоу[вики-тексты үҙгәртергә]

Виртуалдарҙы Википедияла тәртип нормаларын боҙоу: этикаға һыймаған һүҙҙәр, хурлау һүҙҙәре һөйләү, троллинг, ҡатнашыусыларҙы эҙәрләү өсөн ҡулланыу ҙа ҡәтғи тыйыла.  

Ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтары[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙәләр аныҡ кешегә ҡарата ҡулланыла, ә  иҫәп яҙмаһына түгел.  

Ҡыҫҡаһы, ҡағиҙәләрҙе боҙоу йә урап үтеү өсөн икенсе иҫәп яҙмаһы булдырыу был иҫәп яҙмаһын да, төп иҫәп яҙмаһын да тейешле санкцияларға дусар итә.  Әгәр бикләнгән ҡатнашыусы бикте икенсе иҫәп яҙмаһы ярҙамында урап үтергә уйлаһа,  бикләү мөҙҙәте өр-яңынан ҡабатлана, ә икенсе иҫәп яҙмаһы мөҙҙәтһеҙ бикләнә.   Әгәр ҡатнашыусыға ниндәйҙер бер мәҡәләне мөхәррирләү тыйылһа, ә ул икенсе иҫәп яҙмаһын ҡулланып барыбер мөхәррирләһә, ялған аккаунт мөҙҙәтһеҙ бикләнә, ә ҡатнашыусыға өҫтәмә административ саралар күрелә.

Тауыш биреүҙәргә бәйләнгән  сикләүҙәр[вики-тексты үҙгәртергә]

Тауыштарҙы һанау менән бәйле биттәрҙә (тауыш биреүҙәр, һорашыуҙар, һайлауҙар,  юйҙырыу, тергеҙеү һ.б.)  виртуалдарҙы ҡулланыуға өҫтәмә  сикләүҙәр ҡуйыла:

  • Бер үк кешенең ике иҫәп яҙмаһы тауыш һанау һәм фекер алышыу менән бәйле биттәрҙә (йә бойондороҡһоҙ ярҙамсы бүлектә) бер юлы күренә алмай. Бойондороҡһоҙ ярҙамсы бүлек тигәндә  төрлө предметҡа арналған бер нисә тауыш биреү барған биттәрҙең ярҙамсы бүлектәре күҙҙә тотола, тик бер ярҙамсы бүлектәге тауыш биреү һәм фекер алышыу һөҙөмтәһе икенсеһендәгегә бер нисек тә йоғонто яһарға тейеш түгел.  

Хакимдар виртуалдар ярҙамында ҡағиҙәләрҙе боҙмауға юл ҡуймау өсөн бөтә техник һәм ойоштороу сараларын күрергә тейеш. Виртуалдарҙы айырыуса яуыз ниәттәрҙә ҡулланған осраҡтарҙа Юғары шура бының өсөн ҡатнашыусыға мөхәррирләүе тулыһынса тыйыуға тиклем өҫтәмә санкциялар ала ала.

Рөхсәт ителгәндәре[вики-тексты үҙгәртергә]

Бер нисә иҫәп яҙмаһы бөтөнләй тыйыла торған ғәмәл түгел.  Мәҫәлән, тәжрибәле ҡатнашыусылар берләшмәнең яңы килгәндәргә нисек ҡарағанын «үҙ башынан үткәреп» тикшерер өсөн башҡа исем аҫтында иҫәп яҙмаһы булдыра ала.  

Ҡайһы бер ҡатнашыусылар ниндәй ҙә булһа сәбәптән үҙе индергән өлөштө бүлгеләү өсөн  төрлө исем аҫтында сығыш яһарға ҡарар итә. Википедиялағы бер тема буйынса өлөш индергән ҡатнашыусы икенсе темала эшләү өсөн икенсе иҫәп яҙмаһы булдырырға мөмкин.  

Ҡайһы бер файҙаланыусылар өҫтәмә иҫәп яҙмаларын хәүефһеҙлек маҡсатында ҡуллана.  Күп кеше тотонған компьютерҙарҙа (мәҫәлән, интернет-кафелағыларҙа) серһүҙҙәрҙе урлау өсөн троян программалары булыу ихтималлығы арҡаһында ҡатнашыусылар ул компьютерҙарҙа Википедияға үҙенең төп иҫәп яҙмаһынан  ингәндә хәүеф аҫтында ҡала.

Икенсе бер ҡулланыусылар төрлө иҫәп яҙмаларын ниндәй ҙә булһа ғилем өлкәһендәге конфликтты файҙаланыусыға ҡағылышлы конфликтҡа күсертмәү өсөн ҡуллана.  

Бер нисә иҫәп яҙмаһы шәхесте яҡлау өсөн дә булдырылырға мөмкин.  Мәҫәлән, билдәле шәхес  билдәле бер ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһендәге төҙәтеүҙәрен анализлау һөҙөмтәһендә асылырға мөмкин.  Төрлө өлкәләге төҙәтеүҙәрҙе  бер нисә иҫәп яҙмаһына бүлеү юлы менән шәхестең анонимлығы һаҡлакна ала. Берәй өлкәлә эксперт булып танылған ҡайһы бер кешеләр  үҙ өлкәһендәге профессионализмын башҡа өлкәләге белемһеҙлек менән  сағыштырмаһындар өсөн дә башҡа иҫәп яҙмаһын яһарға мөмкин.

Ролле иҫәп яҙмаһы Википедияның француз бүлегендә ҡулланыла, ләкин быға рәсми рөхсәттәре юҡ.

Иҫкәрмә: боттары булған ҡатнашыусыларға боттар өсөн айырым иҫәп яҙмалары булдырырға тәҡдим ителә,  был яңы төҙтеүҙәр араһынан  автоматлаштырылған төҙәтеүҙәрҙе  айырыу өсөн кәрәк.   

Виртуалдарға хас үҙенсәлектәр[вики-тексты үҙгәртергә]

Виртуаль иҫәп яҙмаһы артындағы ҡатнашыусылар ғәҙәттә яңы килгәндәргә ҡарағанда Википедия һәм мәҡәлә мөхәррирләү менән яҡшыраҡ таныш. Улар инде вики-разметканы ла, төп ҡағиҙәләрҙе лә белә, «Ҡыҫҡаса тасуирлама» яланын йыш ҡуллана, төҙәтеүҙәр һуғышына тиҙ генә ҡушыла йә  мәҡәләләрҙе юйҙырыу буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша, Википедия:Хаким статусына ғариза битендә хакимлыҡҡа кандидаттарға ҡаршы йә хуплап тауыш бирә; мәҡәләне патрулләүҙе һорарға ла мөмкин.  

Ҡайһы берҙә виртуалдар, йәнәһе, виртуал хужаһының фекеренә ҡаршы фекер бар булып күренһен өсөн яһала. Бындай виртуалдар фекер алышыуҙа төп ҡатнашыусы тарафынан еңел генә кире ҡағылған әһәмиәтһеҙ генә дәлилдәр килтерә йә хурлауҙар ҡуллана. Шуның ашатөп ҡатнашыусының бәхәстәге урыны көсәйә.  Бындай виртуалдар йыш ҡына үҙен наҙан йә тема буйынса белемһеҙ итеп күрһәтә, йә үҙен фанатик итеп тота. Һөҙөмтәлә бәхәс көрсөккә барып төкәлә йә кәмиткә әйләнә һәм башҡа ҡатнашыусыларҙың бәхәстә ҡатнашыу теләген һүндерә һәм ике яҡтың да етди дәлилдәр килтереп етди бәхәс ҡороу мөмкинлеген юҡҡа сығара.  Бындай виртуалодарҙы асыу ябайҙарҙы күреп алыуға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ, сөнки бәхәстәрҙә үҙен тап шулай тотҡан һәм шул уҡ маҡсатлы кешеләр йыш осрай.  

Һорауҙар тыуғанда[вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым осраҡтарҙа виртуалды таныу ауыр, сөнки виртуалдарҙың хужаһының төп маҡсаттарының береһе — фашланыуҙан һаҡланыу. Сөнки виртуалды «өйрәк тесы» буйынса, йәғни төҙәтеүҙәр стиле һәм ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса танырға була, тик бының өсөн ҡатнашыусыны яҡшы белергә кәрәк.  

Виртуалдар төҙәтеүҙәр һуғышына килеп ҡыҫылыр йә тауыш биреү һөҙөмтәһенә йоғонто яһар тигән фараз булһа,  ҡурсаҡ уйнатыуҙы асыу өсөн ярҙам итерҙәй критерийҙарҙың береһе булып 100 төҙәтеү принцибы хеҙмәт итә ала. Уға ярашлы, 100-ҙән ашыу төҙәтеүе булған ҡатнашыусылар   виртуал түгел тип иҫәпләнә. Әҙ төҙәтеүле бер нисә ҡатнашыусы эш иткән осраҡта уларҙы IP-адрестарын йә төҙәтеү ваҡыттарын  сағыштырып дөйөм хужалары булыуға тикшереү талап ителергә мөмкин. Ләкин ҡатнашыусының төҙәтеүҙәре әҙ булыуы әле уны виртуал тип һанарға нигеҙ булмай.  Етди нигеҙҙәр булмаһа, ҡатнашыусыларҙы виртуал тип атарға ярамай, улар үпкәләргә һәм Википедия тураһында кире фекерҙә ҡалырға мөмкин.

Ләкин шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ:   айырым осраҡтарҙа 100 төҙәтеү принцибы эшләмәҫкә мөмкин.

Шикле осраҡтарҙа стюардтар һәм локаль чекъюзерҙар бындай иҫәп яҙмалары нисек эш иткәнен тикшерә ала.

Әгәр һеҙ яңылыш виртуалдыр тигән шик аҫтына эләкһәгеҙ, быны күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ.  Яңы ҡатнашыусылар ҙа ҡайһы берҙә шик аҫтында ҡала.  Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ,  һәйбәт төҙәтеүҙәр яһағыҙ, һәм эшмәкәрлегегеҙ һеҙҙең өсөн үҙе һөйләр.  

Асылған виртуалдарҙы билдәләү[вики-тексты үҙгәртергә]

Әгәр иҫәп яҙмаһы ҡағиҙәләрҙе боҙоу өсөн булдырылған виртуал тип табылһа,  уға owner һәм ref  тигән ике параметрлы {{Indefblocked-virtual}} билдәһе менән ҡалып ҡуйылыуы ихтимал (ентеклерәк ҡарағыҙ: документация). Әммә мотлаҡ түгел.

{{Indefblocked-virtual|owner=Владелец виртуала|ref=Обсуждение присутствия кукловодства}}

Был '''тик''' иҫәп яҙмаһының виртуал  булыуы түбәндәге ысулдарҙың береһе менән булһа ла иҫбатланырға тейеш:

    • виртуаль иҫәп яҙмаһы хужаһының таныуы;
    • IP-адрестар диапазоны тап килеү йә башҡа шундай техник сара менән иҫбатланыу;
    • Юғары шура:Ғаризалар битендә Юғары шураның  ҡарауы.

Үрҙәге ҡалыпты виртуаллек иҫбатланмаған осраҡта ҡулланырға ''ярамай''.

Ҡалыптарҙы ҡуйғанда Википедия:Вандалдарҙы мәңгеләштермәгеҙ ҡулланмаһына иғтибар итегеҙ. Виртуалдар биттәрен тейешле ҡалыптарҙы ҡуйыу өсөн  булдырыу тыйылмай, ләкин быны мөмкин тиклем ҡулланмаҫҡа кәрәк.

Ялған виртуалдар[вики-тексты үҙгәртергә]

  Бындай проблема Википедияла кемдәрҙер тауыш биреү йә фекер алышыу барышына йоғонто яһар өсөн генә теркәлгәндә тыуа.   Улар йышыраҡ Википедия:Юйҙырыуға битенә килә. Был ҡатнашыусылар (йәки анонимдар) википедиясының дуҫтары булырға мөмкин, йә булмаһа ниндәйҙер юл менән фекер алышына торған мәҡәләгә бәйле булырға мөмкин.

Ғәмәлдә был ҡатнашыусылар виртуалдар түгел, ләкин уларҙан әллә ни айырылмай.  Виртуал да, яңы ғына билдәле бер маҡсат менән теркәлгән ҡатнашыусы ла  Википедияла ҡатнашыусы тип һаналмай.  Википедия ҡатнашыусыларының береһе дуҫтарынан үҙенә берәй бәхәстә, төҙәтеүҙәр һуғышында  ярҙам итһендәр өсөн генә  Википедияла теркәлеүҙәрен һорарға мөмкин. Бындай төркөмдө виртуалдар тотҡан бер ҡатнашыусы тип һанарға кәрәк.

Дөйөм һәм  компрометацияланған иҫәп яҙмалары[вики-тексты үҙгәртергә]

Әгәр бер ҡатнашыусының айырым осраҡтарҙа бер нисә иҫәп яҙмаһы тотоуы рөхсәтле булһа,  бының киреһе, йәғни бер иҫәп яҙмаһынан бер нисә ҡатнашыусының төҙәтеүҙәр яһауы – ҡәтғи тыйыла, ә был иҫәп яҙмаһына, бикләүҙәр тураһындағы ҡағиҙәгә ярашлы, мөҙҙәтһеҙ бик һалына.  Компрометацияланған, йәғни башҡа ҡатнашыусы тарафынан файҙаланғанлығы нигеҙләнгән, иҫәп яҙмалары ла «уртаҡ» иҫәп яҙмаларына тиңләштерелә.  

Был осраҡта бик иҫәп яҙмаһына һалына, ә уның ярҙамында төҙәтеүҙәр индергән ҡатнашыусыларға түгел.  Иҫәп яҙмаһы бикләнгәс,  был  ҡатнашыусыларға үҙҙәренең иҫәп яҙмаһын булдырырға тәҡдим ителә.  

Шулай уҡ ҡарағыҙ[вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Неаргументированные голоса «за», «против» и «воздержался», поданные в обсуждениях, считаются содержательной правкой