Википедия:Әһәмиәтлелек
Википедия — ул энциклопедия, йәғни бөтә кешелектең барлыҡ тармаҡтағы белеменең системаға килтерелгән тупланмаһы. Ғәҙәттә, энциклопедик тасуирлауға барлыҡ темалар ҙа лайыҡ түгел, ә бары тик иң әһәмиәтлеләре, дөйөм рәттән нимә менәндер һиҙелерлек айырылып торғандары ғына лайыҡ тип һанадла[1]. Әһәмиәтлелек төшөнсәһе мөһимлек һәм танылғанлыҡ атамалары менән үҙ-ара бәйле, әммә уларға тиң түгел.
Википедияла мәҡәлә темаһы йәки предмет, әгәр ул түбәндә килтерелгән дөйөм әһәмиәтлелек ҡағиҙәһенә йәки аныҡ бер критерийға тап килһә, тел бүлеге үҙе ҡабул иткән әһәмиәтлелек ҡағиҙәһенә тура килһә, айырым мәҡәлә яҙылыуға лайыҡ, тип фаразлана. Шул уҡ ваҡытта, аныҡ критерийҙарҙа уларҙың дөйөм критерийҙар менән бәйләнеше булыуы тураһында әйтелмәһә, әһәмиәтлелек бары тик ошо аныҡ критерийҙар буйынса ғына билдәләнә. Яңы ҡабул ителгән аныҡ әһәмиәтлелек критерийҙарында уларҙың дөйөм критерийҙар менән бәйләнеше асыҡ күрһәтелергә тейеш.
Әһәмиәтлелек тураһындағы ҡағиҙә һәм ҡулланмалар теманың айырым мәҡәлә яҙыу өсөн хәл итә, әммә туранан-тура уның йөкмәткеһенә ҡағылмай. Мәҡәлә йөкмәткеһен түбәндәге ҡағиҙәләр көйләй: Нейтраль ҡараш, Проверяемость, Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы, Википедия нимә түгел.
Әһәмиәтлелектең дөйөм критерийҙары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Предмет йәки тема бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа тейешле кимәлдә ентекле яҡтыртылһа, ул әһәмиәтле тип фаразлана.
Был билдәләмәлә һәр һүҙ мөһим:
- «фараз» был формулировкаға туп килтереү уның әһәмиәтен гарантиялауҙы түгел, ә бары тик уның булыуын ғына фаразлауҙы аңлата. Берләшмә тема буйынса мәҡәләнең, сығанаҡтар етерлек булыуға ҡарамаҫтан, энциклопедияға тап килмәүе тураһында уртаҡ фекергә килергә мөмкин (мәҫәлән, ул Википедия нимә түгел тигән ҡағиҙәгә тура килһә)[2]. Икенсе яҡтан, берләшмә бойондороҡһоҙ сығанаҡтар булмауға ҡарамаҫтан, мәҡәлә энциклопедияға тура килә, тигән уртаҡ фекергә килеүе ихтимал.
- «ентекле» тимәк, тема сығанаҡтарҙа туранан-тура энциклопедик маҡсатҡа ярашлы күләмдә яҡтыртыла, мәғлүмәт сығанаҡтарҙан оригиналь тикшереүҙәр үткәрмәйенсә алынған. Сығанаҡтарҙа әһәмиәтлелекте нигеҙләү өсөн ябай телгә алыу ғына етмәй, шул уҡ ваҡытта сығанаҡтар тема буйынса тулы мәғлүмәт бирергә йәки тик ошо темаға ғына бағышланырға тейеш түгел[3].
- «бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа» тигәндә мәҡәлә сығанағының мәҡәлә предметы менән бәйле матди йәки башҡа ҡыҙыҡһыныуы булмауы аңлатыла. Реклама материалдары, матбуғат релиздары, ҡаралған тема буйынса үҙ аллы нәшер ителгән сығанаҡтар баҫтырылған сығанаҡтар, автобиографиялар әһәмиәтлелек нигеҙе була алмай[4]. Әһәмиәтлелектең төп күрһәткесе булып икенсел сығанаҡтар тора[5].
- «бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа» тиеү унда күрһәтелгән факттарҙың мөхәррирҙәр тарафынан тикшерелеүен, уларҙың Абруйлы сығанаҡтар ҡағиҙәләренә нигеҙләнеп әһәмиәтлелеген баһалауҙы тикшереп булыуын аңлата.
- «бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа»[6] — Википедия өсөн икенсел һәм өсөнсөл сығанаҡтар билдәләүсе булып тора, тап улар әһәмиәтлелектең объектив раҫлауын бирә. Кәрәкле сығанаҡтарҙың һаны һәм сифаты уларҙың тәрәнлеге һәм ышаныслылығына бәйле төрлө булыуы мөмкин. Бер нисә бойондороҡһоҙ сығанаҡ булһа — бигерәк тә яҡшы[7].
Берләшмәнең уртаҡ фекеренә ярашлы, ошо критерийҙарға тап килгән тип танылған тема йәки предмет, ҡағиҙә булараҡ, әһәмиәтле була; уларға энциклопедияның айырым мәҡәләһе бағышланыуы ихтимал. Критерийҙарға тура килмәгән тема йәки предмет тураһында тикшереп булған мәғлүмәт әҙер мәҡәләләр эсенә индерелә ала.
Әһәмиәтлелек объектив раҫлауҙар талап итә
[сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәләнең әһәмиәтлелеге тураһындағы мәсьәләне хәл иткәндә иң мөһиме булып әһәмиәтлелек критерийҙары талаптарына тап килгән объектив раҫлауҙарҙы күрһәтеү талабы тора. Абруйлы сығанаҡтарҙа ентекле яҡтыртылыу, һөнәри өлкәлә танылыу, аныҡ темалар өсөн әһәмиәтлелек критерийҙарында атап үтелгән факторҙар шундай раҫлау булып тора.
Әлеге ваҡытта мәҡәләлә икенсел абруйлы сығанаҡтарға һылтанмалар булмауы мәҡәлә темаһының әһәмиәтһеҙ булыуын аңлатмай әле.
Википедия — яңылыҡтар репортажы урыны түгел. Ағымдағы сараларҙы яҡтыртыу өсөн Викияңылыҡтар проекты булдырыла. Әһәмиәтлелекте нигеҙләү өсөн ваҡиғаға йәки йәмәғәт тормошондағы күренешкә киң мәғлүмәт сараларының ҡыҫҡа ғына иғтибары түгел, ә күберәк кәрәк. Теге йәки был осраҡтарҙа абруйлы сығанаҡтар ваҡытлы йәки спорадик характерлы булһа, йә мәҡәлә предметының юғары сифатлы аналитик материалдарҙа ентекле ҡаралыуын күрһәтергә (йәғни ошо өлкәлә компетентлы йәки саҡырылған эксперттар ҡараған), йәки мәҡәлә предметының абруйлы сығанаҡтарҙа ҡыҫҡа ғына иғтибарынан тыш типик миҫал сифатында күп тапҡырҙар иҫкә алыныуын күрһәтергә кәрәк[8].
- Шулай уҡ Википедия:Ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр һәм Википедия:Ағымдағы ваҡиғалар тураһында мәҡәләләр яҙыу буйынса ҡулланма эсселарын ҡарағыҙ.
Әһәмиәтлелек критерийҙарына тап килмәгән мәҡәләләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Барлыҡ мәҡәләләрҙә лә уларҙың темаһының әһәмиәтлелеге күрһәтелһә лә, ә критерийҙарға тап килмәгән темалар тураһында мәҡәләләр, ғәҙәттә, юйыла, мәҡәләнең хәҙерге торошон ғына түгел, ә уның үҫеш потенциалын да күрһәтергә кәрәк. Әһәмиәтһеҙлеге буйынса мәҡәләләрҙе юйыу йәки берләштереү буйынса фекер алышҡанда, мәҡәләлә тема әһәмиәтлелеге күрһәтелеүе мәсьәләһе генә түгел, уның күрһәтелеү ихтималлығы буйынса ла фекер алышыу булырға тейеш. Әгәр бойондороҡһоҙ сығанаҡтарҙы табыу мөмкин булһа, мәҡәләгә сығанаҡтар табыу буйынса алып барылған әүҙем эшмәкәрлектең бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәүе танылғанға тиклем әһәмиәтһеҙлек сәбәбе буйынса юйылырға тейеш түгел. Әһәмиәтһеҙлеге асыҡланмаған мәҡәләләр өсөн юйҙыртыу һуңғы сара булырға тейеш.
Әгәр мәҡәлә темаһын күрһәтеү өсөн етерлек сығанаҡтар булмаһа, уларҙы табырға тырышығыҙ, йәки:
- мәҡәләне яҙыусынан йәки мәҡәлә темаһы буйынса эксперттан ҡайҙан сығанаҡ табырға мөмкин икәнлеген һорағыҙ[9].
- мәҡәләне {{әһәмиәтлелек}} ҡалыбы менән билдәләгеҙ, Википедияның башҡа ҡатнашыусылары ла проблема тураһында белеп торһон.
- Башҡа википроекттар ҡатнашыусыларына мөрәжәғәт итегеҙ; бәлки, улар Интернетта табып булмаған сығанаҡтарҙы таба алыр.
Әгәр кәрәкле сығанаҡтар табылмаһа, мәҡәлә эстәлеген дөйөм тематика буйынса мәҡәләгә индереү мөмкинлеген ҡарағыҙ (шул иҫәптән мәҡәләләрҙе берләштереү аша)[10], юҡһа, мәҡәләне юйырға тура киләсәк. Мәҡәләне юйҙыртыу тураһында бик күп тәҡдимдәрҙе уларҙың адекват булмауы сәбәпле кире ҡағыу осраҡтары ла билдәле. Мәҡәләне юйҙыртырҙан алда, уның әһәмиәтен раҫлаусы сығанаҡтар табырға мөмкинме икәнлеген ентекле тикшерергә кәрәк.
- әгәр мәҡәлә тиҙ юйҙыртыу критерийына тап килә икән, уға тейешле ҡалып ҡуйырға кәрәк.
- йәки мәҡәләне юйҙыртыуҙың фекер алышыу битенә сығарырға кәрәк, был процедура Википедия:Юйылыуға битендә аңлатып яҙылған.
Әһәмиәтлелек ваҡыт үтеү менән юғалмай
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедияға әлеге ваҡытта йәки үткән заманда әһәмиәтле булған теvалар тураһында мәҡәләләр индерелә ала. Әгәр тема әһәмиәтлелектең дөйөм критерийҙарын ҡәнәғәтләндерһә, eға иғтибарҙың өҙлөкһөҙлөгөн һәм актуаллеген күрһәтеп тороу кәрәкмәй. Әһәмиәтлелеге әлегә аныҡ булмаған темалар, ваҡыт үткәс, яңы сығанаҡтар барлыҡҡа килгәс, әһәмиәтле тип табылырға мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, мәҡәләнең әһәмиәтлелеген дәлилләү теманың киләсәктә өҫтәмә яҡтыртылыу ихтималлығы тураһындағы белдереүгә нигеҙләнергә тейеш түгел.
Әһәмиәтлелек мәҡәләләрҙең темаһына ҡағыла, ә уларҙың йөкмәткеһенә түгел
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Википедия:Нейтраль ҡараш, Википедия:Факттың әһәмиәте
Әһәмиәтлелек тураһында ҡағиҙәләр һәм ҡулланмалар теманың, уға айырым мәҡәлә бағышлау өсөн етерлек дәрәжәлә әһәмиәтлеме, түгелме икәнлеген асыҡларға ярҙам итәю Улар, күпселек осраҡта, мәҡәләләрҙең йөкмәткеһенә туранан-тура ҡағылмай. Айырым бүлектәрҙең һәм факттарҙың мәҡәләгә индерелеүе башҡа ҡағиҙәләр һәм ҡулланмалар, атап әйткәндә: Википедия:Тикшереп булыу, абруйлы сығанаҡтар ҡулланыу, Википедия:Википедия нимә түгел, һәм башҡалар менән көйләнә.
Шул уҡ ваҡытта мәҡәләләрҙең нейтраллеге талаптарын һәм мәҡәлә темаһына йәки предметына ҡағылышлы аҙ әһәмиәтле деталдәрҙе ҙур итеп һүрәтләү ярамағанлығын да иҫәпкә алырға кәрәк. Авторҙар ентекле һүрәтләүҙең тема аспектының мөһимлегенә тап килеүенә ынтылырға тейеш.
Бирелгән теманы яҡтыртыуҙа, әһәмиәтлелегенә ярашлы, мәҡәләнең һәр аспектының үлсәнгән булыуы мотлаҡ. Нейтраллекте боҙоу ихтимал булған ғайһы бер мәлдәргә иғтибар итегеҙ: аҙ әһәмиәтле мәлдәрҙе ентекле яҡтыртыу, мәҡәләнең бңлектәрен төрлө кңләмдә һүрәтләү, мәҡәләлә урын алған айырым аспекттарҙы, раҫлауҙарҙы сағыштырып, нигеҙһеҙ айырымлау.
Әһәмиәтлелектең шәхси критерийҙары
[сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәмәлдәге ҡағиҙәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫкәрмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Данная фраза не является заменой или дополнением к критериям значимости в Википедии, изложенным ниже, а приведена лишь для иллюстрации общего понятия.
- ↑ Более того, не всегда освещение в достоверных источниках является доказательством значимости для создания статьи в энциклопедии; например, базы данных, реклама, колонки объявлений или короткие новостные сообщения не обязательно могут служить доказательством значимости, несмотря на их появление в надёжных источниках.
- ↑ Примеры: книги по IBM Собеля в 364 страницах и Блака в 528 страницах явно имеют достаточный объём. Упоминание Уолкером в биографии Билла Клинтона группы «Три слепые мышки», на что хватило одной фразы (Martin Walker (1992-01-06). «Tough love child of Kennedy», The Guardian), не является достаточным для обоснования значимости.
- ↑ Работы, опубликованные самим автором статьи или связанными с ним лицами, редко могут свидетельствовать о интересе к данному предмету со стороны остального мира (см. также Википедия:Конфликт интересов).
- ↑ Самореклама, автобиография или реклама продукции не могут быть основанием для написания энциклопедической статьи. Публикации должны быть написаны независимым сторонним автором. Показателем значимости является решение о том, что предмет заслуживает внимания, принятое людьми, которые не связаны с предметом своей публикации непосредственно (а также с его изготовителем, создателем, автором, изобретателем или продавцом), и эти люди сочли его настолько значимым, что по собственной инициативе написали о нём нетривиальные работы. В противном случае кто-либо мог бы придать значимость предмету своей статьи, просто распространяя о нём информацию вне Википедии, в связи с чем введение понятия «значимость» утратило бы смысл. Кроме того, источники должны быть нейтральными для того, чтобы гарантировать нейтральность статьи; самореклама, очевидно, не является нейтральной, а собственные публикации в сторонних источниках нередко предвзяты, пусть даже и непреднамеренно (о нейтральности в подобных источниках см. правила Википедия:Автобиографии и Википедия:Конфликт интересов). Даже не рекламные собственные публикации, которые иногда существуют, не могут служить доказательством значимости, так как не они характеризуют то внимание, которое привлекает предмет статьи в остальном мире.
- ↑ Под источниками подразумеваются газеты, книги, в том числе электронные, журналы, материалы радио- и телепередач, правительственные документы, научные журналы и т. д. Если источник только один, следует проверить его нейтральность, достоверность представленной информации и наличие достаточного количества деталей, чтобы статья была понятной.
- ↑ Предмет статьи, о котором имеется только один источник, можно включить в статью с более широким содержанием. Простая перепечатка единственного источника разными изданиями или повторение разными новостными агентствами не всегда означает, что источников более одного. Публикации в нескольких журналах, издаваемых в одном географическом районе, также не всегда означают, что источников несколько, особенно если авторы публикаций сами основывались на одних и тех же источниках и просто переписывают друг друга. Определённо не являются независимыми одинаковые публикации в разных журналах, издаваемых в одном географическом районе, основанные на данных одного и того же информационного агентства.
- ↑ Формулировка ВП:НЕНОВОСТИ была расширена по результатам обсуждения на форуме правил.
- ↑ Иногда получить материал из независимого источника можно, обратившись непосредственно к лицу, чью биографию описывает статья, или к представителю организации, которой она посвящена. Конечно, при этом следует внимательно оценивать независимость таких источников. Кроме того, Википедия может иметь специальный проект, имеющий то или иное отношение к теме статьи, туда также можно обратиться за помощью.
- ↑ Например, статьи о героях художественной литературы могут быть объединены в одну статью обо всех героях данного произведения или автора; статьи о школах могут стать разделами в статьях о городах или регионах, где они находятся; родственники знаменитостей — описаны в одном из разделов статьи о самом известном человеке; статьи о людях, примечательных только тем, что они ассоциируются с какой-то группой или событием, можно совместить со статьей обо всей группе или данном событии.