Эстәлеккә күсергә

Википедия:Уртаҡ фекергә килеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Уртаҡ фекергә килеү (консенсус) — Википедияла алып барыыған эшмәкәрлектең төп нигеҙе. у

Мәҡәләләрҙе мөхәррирләгәндә консенсусҡа ғәҙәти юл менән өлгәшелә — ҡатнашыусыларҙың береһе Википедияның ниндәйҙер бер битендә төҙәтеү йәки өҫтәмә индергәндән һуң, үҙгәреште күргән һәр кем уны үҙгәртеп йәки шул килеш ҡалдырып, үҙ фекерен белдерә ала. Шул килеш ҡалдырған, йәғни «шымып» ҡалған осраҡта, был ҡатнашыусының төҙәтмә менән килешеүен белдерә, әгәр ҙә был турала ҡатнашыусыларҙың күбеһенә билдәле булһа. Википедияның ҡағиҙәләренә һәм ҡулланмаһына үҙгәрештәр индергәндә йәки индерергә уйлау тураһында һүҙ сыҡҡанда берләшмәгә был турала тейешле форумдар аша махсус рәүештә хәбәр итергә кәрәк, был консенсусты юғарыраҡ кимәлдә өлгәшеүҙе тәьмин итеп эшләнә.

Фекерҙәр тап килмәгәндә, бер-береһе менән килешмәүҙе, кәрәкле аргументтар килтереп, хеҙмәттәшлек атмосфераһын һаҡлап, әҙәплелек менән, талап ителгән осраҡта — фекерҙәр алышыу биттәрендә, көйләргә кәрәк. Әгәр ҙә теге йәки был төркөм һорауҙар буйынса йыш ҡына бер үк төрлө фекер булһа, уны ҡатнашыусыларҙы бер үк һорау буйынса фекер алышыу кәрәклегенән азат итеү өсөн айырым ҡулланма итеп алырға кәрәк. Килешеүгә килеүе бик ауыр булған осраҡтарҙа, конфликттан сығыуҙың берләшмә менән килешелгән процедураһы сиктәрендә эшкәртелгән өҫтәмә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Был бәхәскә ирекле тәжрибәле ҡатнашыусыларҙы саҡырыуҙы һәм консенсусҡа килеүгә ҡамасаулаған проблемаларҙы ҡарауҙы күҙаллай.

Википедияла фекер алышыуҙа «консенсус» тураһында һүҙ сыға икән, һәр ваҡыт «билдәләнгән ҡағиҙәләр һәм процедарулар сиктәрендә» өлгәшелгән консенсус күҙ уңында тотола. Ҡатнашыусыларҙың билдәле бер төркөмөндә төҙөлгән консенсус берләшмә тарафынан өлгәшелеп, ҡағиҙәләрҙә теркәлгән консенсусты бер ваҡытта ла тиерлек уҙып китә алмай.

Консенсус билдәле бер һорауға булған төрлө фекерҙе аныҡ һәм берҙәй аңлатыуға ихлас ынтылған төплө фекерле ҡатнашыусыларҙың бергә эшләүе һөҙөмтәһендә генә табылырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта мәҡәләгә төҙәтмәне (әйтәйек, әһәмиәтһеҙ факт) башҡа ҡатнашыусыларҙың фекеренә ҡаршы булып, ныҡышмалы рәүештә индерергә тырышыу консенсусты боҙоу тип таныла.

Ҡағиҙәләргә ярашлы, төплө фекерле позицияға аныҡ билдәләү биреү мөмкин түгел. Әйтәйек, төплө фекер йөрөтөүсе ҡатнашыусылар, мәҫәлән, уларҙың фекеренә тап килмәгән фекер ҙә шулай уҡ нигеҙле булыуын танырға әҙер. Шул уҡ ваҡытта башҡа фекерҙәргә ғәҙел баһа биреүҙе кире ҡағыу менән бәйләнгән эксцентрик ҡарашты үҙһүҙләнеп алға һөрөү консенсусҡа өлгәшеүгә булышлыҡ итмәй. Дөрөҫ, бик һирәк осраҡта "эксцентрик позиция"ның да билдәле бер өҫтөнлөктәре булыуы ихтимал, был осраҡта консенсус был позицияны иҫәпкә алып, үҙгәрергә мөмкин.

Хатта ҡатнашыусының өлөшө һеҙгә алдан уҡ билдәләнгән кеүек тойолған ситуацияларҙа ла иҫегеҙҙән сығармағыҙ, уның төҙәтмәләре мәҡәләне яҡшыртыу маҡсатынан изге ниәттән эшләнгән булыуы мөмкин. Башҡаларҙың ниәттәрендә һәр саҡ изгелек күреп, үҙ-ара татыу аралашыуҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк.

КОНСЕНСУС ҮҘГӘРЕРГӘ МӨМКИН

Консенсус ниндәйҙер ҡаҡшамаҫ хәл була алмай. Ҡайһы ваҡыт берләшмәгә ниндәйҙер бер мәсьәлә буйынса ҡарашын үҙгәртергә лә кәрәк була. Мәҫәлән, ниндәйҙер бер мәлдә ҡатнашыусылар араһынан бәләкәй бер төркөм билдәле бер һорау буйынса бөтә берләшмә исеменән консенсусҡа өлгәшә. Ләкин әгәр ҙә аҙаҡ берләшмә ундай консенсусты ҡабул итмәй икән, һәм, әгәр ҙә дөйөм фекер дөрөҫ билдәләнмәһә йәки аҙаҡ үҙгәрһә, ул сағында берләшмәнең ошо уҡ һорау буйынса башҡа консенсусҡа килеүе ихтимал.

Ҡайһы ваҡытта билдәле бер мәҡәлә өҫтөндә эшләүсе бер нисә автор консенсусҡа килә ала, ләкин артабан ҡатнашыусыларҙың күпселегенең уға ҡаршы сығыуы бар. Был ситуацияла әлеге төркөм авторҙарҙың «консенсусҡа өлгәшелде» тип, мәҡәләгә төҙәтмә индереүгә блокировка ҡуйыуҙары законлы булмай, сөнки бер ҡатнашыусы ла, ҡатнашыусыларҙың бер генә сикләнгән төркөмө лә берләшмәнең билдәле бер консенсусы тураһында йәки уның үҙгәреүе тураһында бер яҡлы тәртиптә иғлан итә алмай. Әгәр ҙә ниндәйҙер бер ҡатнашыусы (йәки ҡатнашыусыларҙың ҙур булмаған бер төркөмө) бығаса өлгәшелгән консенсустың башҡаса ысынбарлыҡҡа тап килмәүен иҫбатларлыҡ нигеҙҙәр бар тип иҫәпләй икән, ул был һорауҙы мәҡәлә буйынса фекер алышыуҙың тейешле битендә йәки форумда күтәреп сыға ала, бының өсөн ул башҡа ҡыҙыҡһыныусы ҡатнашыусыларҙың да ошо йәһәттән үҙ фекерен белдереүен һорап саҡырырға хоҡуҡлы.

Был Википедияның элекке преценденттарҙы иҫәпкә алмай тигән һүҙ түгел. Теге йәки был мәсьәлә буйынса преценденттың булыу факты һаман да актуаллеген һаҡлай алырлыҡ әһәмиәтле аргумент. Шулай ҙа мөһим мәсьәлә йәки ҡағиҙә буйынса рөхсәтһеҙ аргументлы шикләнеүҙәрҙе һәм проекттың эшләүен боҙоусы шәхси ҡарашты үткәрергә тырышҡан ялҡытҡыс ынтылыштарҙы айырырға кәрәк.

Википедиялағы ҡарарҙар туҡтауһыҙ үҙгәрештәргә дусар ителә, сөнки көн һайын яңы ҡатнашыусы килә, берләшмәлә ҡайһы бер әйберҙәргә башҡаса ҡарарға мөмкинлек биргән яңы идеялар, мәғлүмәттәр барлыҡҡа килә. Нәҡ шуға ла был ҡарарҙарҙың нисек ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, элекке ҡарарҙарҙы яңынан ҡарау ысулына эйә булыу мөһим. Шулай итеп, бер ҡарар ҙа абсолют ҡаҡшамаҫ түгел һәм ул яңынан ҡаралыуға хоҡуҡлы. Уларҙың ҡайһы берҙәре — әйтәйек, «Абсурдҡа алып барып еткермәгеҙ» ҡулланмаһын ҡатнашыусыларҙың күбеһе хуплай, һәм уларҙы ҡабаттан ҡарау өсөн бөтә берләшмә сиктәрендә күмәк фекер алышыу талап ителер ине. Башҡа үҙгәрештәр — мәҫәлән, ҡағиҙәгә бәләкәй төҙәтмәләр индереү йәиһә теге йәки был мәҡәләлә билдәләмәне үҙгәртеү — өсөн бәлки мәҡәлә буйынса фекер алышыу битендә йәки форумда ғәҙәттәгесә ҡарау ҙа етәр.

«Атай рөхсәт итмәне, әсәйҙән һорап ҡарайым» (консенсус эҙләүҙә ҡайһы бер хата ысулдар тураһында)

Ҡайһы берҙә, был юлы фекер алышыуға альтернатив ҡарарҙы оҡшатҡан яңы ҡатнашыусылар «инер» тигән өмөттә бер үк мәсьәләне ҡабат-ҡабат күтәреп, консенсусты үҙгәртеү иллюзияһын булдырырға мөмкин. Ләкин яңы консенсус эҙләүҙең был ысулы яраҡһыҙ, сөнки был уға өлгәшеү философияһына тап килмәй. Википедияла ниндәйҙер ҡарар «инеп ҡарап сыҡҡан» һәм «тауыш биргән» ҡатнашыусылар һаны буйынса түгел, ә килтерелгән аргументтар нигеҙендә ҡабул ителә. Консенсусты үҙгәртеп ҡарау әлеге консенсус нигеҙенә ятҡан алдағы аргумент менән яңыларын сағыштырыуға нигеҙләнергә тейеш. Шуға күрә фекер алышыу битенең яңы бүлегендә был мәсьәлә буйынса алдағы бәхәстәргә һылтанмалар менән фекер алышыу барышының резюмеһын килтерергә кәрәк. Был яңы ҡатнашыусыларға әлеге консенсусты нигеҙләү менән танышыу һәм тулы мәғлүмәттән сығып, ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеге бирәсәк.

Асылда консенсусты алыштырмау билдәләренең береһе — элегерәк әүҙем рәүештә фекерҙәрен белдергән ҡатнашыусыларҙың яңы фекер алышыуҙа ҡатнашмауы. Ул саҡта тулы булмаған ундай фекер алышыу нигеҙендә индерелгән үҙгәртеүҙәр, моғайын, шунда уҡ яңы фекер алышыуҙа ҡатнашмағандар тарафынан «ситләштереләсәк». Төҙәтмәләр алышын башламағыҙ, киреһенсә, уларҙы яңы фекер алышыуға ылыҡтырырға тырышығыҙ. Консенсусты үҙгәртергә тырышыуҙа уңышһыҙлыҡҡа осрағанда яҡлау эҙләүҙең тағы ла бер уңышһыҙ ысулы — Википедияла уны тикшереүҙе яңы, бының өсөн яраҡһыҙ урынға сығарыу. Фекер алышыу өсөн уңайлыраҡ урын табыу дөрөҫөрәк, һәм мәсьәләне нәҡ унда һәм фәҡәт бер тапҡыр ғына тикшереү. Әгәр ҙә инде һеҙ мәсьәләне тикшереү өсөн башта уҡ уңайһыҙ урын һайлағанһығыҙ икән, әлбиттә, уны яңы урынға күсереү кәрәк булыр.

Консенсус эҙләү практикаһы

Консенсус булыу һайланған ҡарарҙың һәр яҡлап яҡлау табасағын аңлатмай. Был дөрөҫөрәге бөтәһенең дә һайланған ҡарарға «буйһонорға» риза булыуын аңлата.

Консенсусты үтәүсе ҡатнашыусылар араһында ҡабул ителгән ҡарарҙы яҡлаусылар ҙа, шулай уҡ уны яҡламаусылар ҙа булыр. Һуңғылар иһә мәсьәләгә етәрлек әһәмиәт бирмәй, йәки үҙенең позицияһы файҙаһына ышандырырлыҡ аргументтар килтерә алмай, Шулай уҡ ҡарарға әүҙем ҡаршылыҡ күрһәтеп, Википедия ҡағиҙәһен боҙмаҫ өсөн буйһонорға мәжбүр булған ҡатнашыусылар ҙа булыр. (Өлгәшелгән консенсусҡа әүҙем ҡаршылашыусылар ҙа булыр). Консенсус ысынлап та табылғанмы икәнлегенә уны нигеҙ булараҡ файҙаланып, алға барырға тырышып ҡарап ҡына инанырға мөмкин.

Консенсусҡа өлгәшеүҙең иң мөһим элементы булараҡ бөтә яҡты ла тыңлап, бөтә аргументтар ҡаралғанлығына ышанған мәлдә йыш ҡына берҙәм ҡарарға килеүе ҡыйын була, етмәһә бәхәстә ҡатнашыусыларҙың күбеһе асылда йоғонтоло хеҙмәттәшлеккә ынтылмай. Ҡайһы ваҡыт ҡаралған мәсьәлә буйынса ғөмүмән консенсусҡа өлгәшеү мөмкинлегенә шик тыуа һәм уны өлгәшеү яғына нисек ыңғайларға икәнлеге һәм ул нимәнән ғибәрәт булыуы аңлашылмай. Фекер алышыу барған һорау менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың күптәре практикала фекер алышыу битенә инәләр ҙә, үҙҙәренең позицияһы «күпселек тауыш» йыямы икәнлеген генә баһалайҙар. Ошондай тупаҫ ысулдың уларға үҙенең тырышлығын нимәлә тупларға икәнлегенә ниндәйҙер йүнәлеш биреүенә ҡарамаҫтан, бындай юл консенсус табыу ысулы була алмай. Консенсусҡа килеү өсөн төрлө яҡтар килтергән аргументтарҙың көсөн һәм сифатын ентекле баһалау талап ителә. Ҡатмарлы ситуацияларҙа шулай уҡ Википедияның ҡағиҙәләренә һәм ҡулланмаларына тағы бер күҙ һалырға кәрәк. Фәҡәт шундай үлсәп ҡабул ителгән ҡараш ҡына барлыҡҡа килгән консенсус нигеҙендә ниндәйҙер эштәрҙе башларға теләк белдергән ҡатнашыусы өсөн ҡулайлы.

Аҙсылыҡтың фекере, ғәҙәттә, мәсьәләнең мөһим аспекттарын сағылдыра, шуның өсөн бәхәс лайыҡлы компромисҡа өлгәшеүҙе үҙенең маҡсаты итеп ҡуйырға тейеш. Дискуссияның дауамлылығы алдан уҡ билдәләнгән ситуацияларҙа ҡуйылған срокҡа компромисты ҡатнашыусыларҙың бөтәһе менән дә өлгәшеп булмай. Бындай ситуацияла ҡатнашыусыларҙың төп һанын (күпселеген генә түгел) ҡәнәғәтләндерерлек вариантты һайларға кәрәк. Аҙсылыҡтың аргументтарын һанға һуҡмау иҫәпһеҙ-һанһыҙ проблемаларға килтереүе ихтимал. Беренсенән, шуның менән аҙсылыҡ күрһәткән мәсьәләнең мөһим аспекттарын күҙ уңынан ысҡындырырға һәм тиҙ арала консенсусты яңынан ҡарау тәҡдим ителергә мөмкин. Икенсенән, ундай мөнәсәбәт ҡаршы яҡта ғәҙелһеҙлек һәм үпкәләү тойғоһо ҡалдырыу ихтимал, ә был шәхси конфликтҡа килтереп, бәлки, иртәгәһенә үк, аҙсылыҡ яғында ҡалһағыҙ, үҙегеҙгә лә ҡағылыуы бар.

Шулай итеп, Википедияла ҡарарҙар ҡабул итеү тауыштарҙы формаль һанауға ғына нигеҙләнмәй: Википедия — демократия өлкәһендәге эксперимент түгел. Тауыш биреүҙәр йәки һорау алыуҙар ҡарарҙар ҡабул итеүгә нигеҙ булып тормай, һәм бер кем дә уларҙың һөҙөмтәләренә (ҡайһы бер айырым ситуацияларҙа, ҡағиҙәләрҙә әйтелгән осраҡтарҙан тыш) буйһонорға тейеш түгел.

Консенсус төшөнсәһе менән таныш булмаған яңы ҡатнашыусыларға тауыш биреү фекер алышыуҙы тамамларға түгел, ә башларға һәләтле икәнлеген аңларға кәрәк. Дөрөҫ ҡарарҙар нәҡ бәхәстәр һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Шуға күрә һорау алғанда яуаптар аргументтар менән нығытылырға тейеш. Был дискуссия һәм лайыҡлы компромисс өсөн яҡшы башланғыс булып хеҙмәт итәсәк. Шулай ҙа була — яҡшы итеп әҙерләнгән ҡатнашыусы асылда ҙур бәхәстең үлсәүен үҙенең позицияһы яғына яңғыҙы ауҙара ала.

Ташламалар

Ҡарарҙар башҡаса, консенсус эҙләмәйенсә ҡабул ителгәндә ташламалар яһала:

  • Викимедия фондының бағыусылар Советының йәки MediaWiki программаһын төҙөүселәрҙең закон сығарыу (авторлыҡ хоҡуғын, шәхси мәғлүмәтте яҡлау, диффамация мәсьәләләре) мәсьәләләренә ҡағылған ғаризалары йәки проекттың серверына йөкләнеше шунда уҡ ҡағиҙә статусына эйә була.
  • Рус телендәге Википедия бүлегенең ҡағиҙәләре Викимедиа Фонды хеҙмәткәрҙәренең килгән ялыуҙарға бәйле бәхәсле һәм законһыҙ эстәлектәге билдәле бер мәҡәләләрҙе алып ташлау маҡсатындағы эштәренә ҡыҫыла алмай.
  • Ниндәйҙер бер проект эсендә ҡабул ителгән ҡарарҙар киңерәк консенсус нигеҙендә ҡабул ителгән дөйөм ҡарарҙарҙы үҙгәртә алмай. Теге йәки был проект сиктәрендә проект мәҡәләләренә теге йәки был дөйөм ҡағиҙә ҡағылмауы тураһында ҡарар ҡабул ителә алмай.
  • Викимедиа Фонды принциптары Викимедианың бөтә проекттарының база принциптарын билдәләй, һәм, шул рәүешле Викимедианың бөтә проекттары сиктәрендә өлгәшелгән консенсусҡа нигеҙләнәләр. Был консенсустар фундаменталь характерлы, Викимедиа һәм Википедияның башҡа бөтә килешеүҙәре улар менән билдәләнә.
  • MediaWiki (шул иҫәптән үҙгәреүсән интерфейс йәки функциональ сайт) хәрәкәтенең үҙгәрештәре разработчиктар һәм/йәки Викимедиа Фонды тарафынан, ҡағиҙә булараҡ, локаль бүлектәрҙә консенсус эҙләмәйенсә башҡарыла. Ундай әһәмиәтле үҙгәрештәр буйынса консенсусҡа Meta-wiki йәки Phabricator майҙансыҡтарында өлгәшергә мөмкин.

Фекер алышыу биттәрен файҙаланыу

Консенсус эҙләү процесы фекер алышыу биттәрен мотлаҡ файҙаланыуҙы талап итмәй, ләкин дискуссияларҙы ойоштороу өсөн мөмкин тиклем нәҡ ошо биттәрҙе файҙаланырға кәрәк. Әһәмиәтле төҙәтмәләр индерер алдынан был мәсьәлә элегерәк ҡаралмағанлығын белеү өсөн мәҡәлә буйынса фекер алышыу битенә инеп, ҡарап сығыу файҙалы булыр. Башҡа осраҡтарҙа ҡыйыу төҙәтегеҙ, Википедияла бит иң мөһиме — мәҡәләләрҙең сифатын камиллаштырыу. Төҙәтеүҙәргә комментарийҙар оҙонлоғо буйынса сикләнгән һәм уларҙы дөрөҫ аңламаҫҡа мөмкин. Аргументтар мәҡәлә файҙаһына килтерелгәнгә тиклем көтмәгәндә төҙәтмә булһа, фекер алышыу битендә күп осраҡта аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа. Шуға күрә бөтә бәхәсле һәм уңайһыҙ ситуацияларҙа фекер алышыу биттәрен кәрәкле үҙгәрештәрҙе индерер алдынан аргументлау өсөн файҙаланырға тәҡдим ителә. Һәм киреһенсә, әгәр ҙә һеҙ кемдеңдер төҙәтеүенә ҡарата шикләнәһегеҙ икән, күпмелер ваҡыт көтөп тороғоҙ, фекер алышыу битендә бәлки уға комментарий килеп сығыр.