Википедия:Ҡағиҙәләр менән уйнамағыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску


Ҡағиҙәләр менән уйнау тигәндә Википедияның ҡағиҙәләре һәм ҡулланмалары менән Википедияны булдырыу маҡсаттарына ҡаршы йүнәлтелгән һәм уртаҡ эшкә ҡамасаулаған манипуляциялау аңлана. Ҡағиҙәләр менән уйын төрҙәренең береһе — процедураны яуыз ниәттә файҙаланыу. Ҡағиҙәләр менән уйнау емерткес тәртип тип баһалана. Викидаулашыу һәм хәрефкә йәбешеп ятыу тигән терминдар ҙа мәғәнә яғынан шуға оҡшаш булып тора.

Ҡағиҙәләр менән уйнаған ҡатнашыусы айырым формулировкаларҙы үҙенең емерткес ғәмәлдәрен йә ҡараштарын аҡлау өсөн файҙалана. Ошо рәүешле ул Википедия ҡағиҙәләрен берләшмәнең консенсусын сағылдырыуға түгел, ә үҙ мәнфәғәттәренә хеҙмәт иттерергә тырыша.

Ҡағиҙәләр менән манипуляциялау осраҡтарына ҡулланмалағы эшләнеп етмәгән йә күҙҙән ысҡынған урындарҙы, теүәлһеҙлектәрҙе, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы файҙаланырға тырышыу, башҡа намыҫлы ҡатнашыусыларҙы был ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа нигеҙһеҙ ғәйепләү өсөн ҡулланыу инә.

Ҡайһы берҙә ҡағиҙәләр менән уйнау ҡағиҙәнең теге йәки был аспекттарын абсурдҡа еткереү юлы менән үҙ ҡарашыңды белдереү өсөн ҡулланыла. Икенсе осраҡтарҙа төҙәтеүҙәр һуғышындағы ҡорал йә тарафлы ҡарашты яҡлау алымы, йә мәҡәләләрҙе нигеҙле юйҙырыуға ҡаршы тороу алымы итеп ҡулланыла. Бындай манипуляцияларҙың барыһы ла дөрөҫ түгел, улай эшләргә тәҡдим ителмәй.

«Ҡағиҙәләр менән уйнау» термины нимә аңлата[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙәләр менән уйнау — ул, ҡағиҙәләрҙәге етешһеҙлектәрҙе файҙаланып, Википедияның нормаль эшмәкәрлеген боҙорға тырышыу. Википедияның ҡағиҙәләре һәм күрһәтмәләре Википедия берләшмәһе тарафынан уның төҙөлөшөнә, эш итеүенә һәм төп принциптарына ҡарата ҡабул ителгән дөйөм килешеүҙәрҙе сағылдыра. Ҡағиҙәләрҙе Википедияның үҙе йә уның институттары эшмәкәрлеген емерергә, был ҡағиҙәләрҙә уларҙы уҡ боҙған, хатта Википедияның төп маҡсатына ҡаршы килгән ҡараштарға йә ғәмәлдәргө хуплау табырға тырышыу, йә Википедия ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән ҡарарҙарҙы шик аҫтына алыу — бөтәһе лә ҡағиҙәләр менән уйнау була һәм емерткес тәртиптең бер төрө булып тора.

Ҡағиҙәләр менән уйнау, атап әйткәндә, түбәндәге ғәмәлдәрҙә күренә:

  • * ҡатнашыусының теге йәки был ғәмәлде йә ҡарашты, улар ҡағиҙәнең асылына ҡаршы килгәнде белгән хәлдә лә, аҡлау маҡсатында, ниндәй ҙә булһа ҡағиҙәгә һылтаныуы, * ҡағиҙәне боҙоп аңлау һәм, шуны ҡулланып, Википедияға юрамал зыян килтерергә тырышыу.

Һәр осраҡта тап булыу мөһим белем заведомый ҡатнашыу тураһында тыш, теге йәки был ҡағиҙәгә тап рухи тора. Һәр осраҡта ҡатнашыусының теге йәки был ҡағиҙәнең асылын ''яҡшы аңлағанлығы'' мөһим. Ҡағиҙәне осраҡлы йә белмәгәнлектән боҙоу йә яңылыш ҡулланыу ҡағиҙә менән уйнауға инмәй,. Әммә ҡатнашыусы  ҡағиҙәләрҙе  ''аңлы рәүештә'' боҙоуын дауам итһә, был ҡағиҙәләр менә уйнауға әйләнә.

Ошондай емерткес ғәмәлдәр өсөн иҫкәртеү яһала, ярҙам итмәһә, бик һалына. Бер үк ваҡытта бикләүҙе күҙҙә тотҡан башҡа бер ҡағиҙә йә ҡағиҙәләр боҙолған булһа, унан айырмалы, үрҙә аталған боҙоу өсөн бикләүҙең сәбәбен дә айырып атарға кәрәк. Нарушение духа правил и руководств Википедияның ҡатнашыусылар тәртибенә ҡағылышлы ҡағиҙәләрен һәм ҡулланмаларын боҙоу хакимдарҙың йәки Юғары шураның ҡатнашыусыға ҡарата ҡарарына йоғонто яһарға мөмкин.

Ҡағиҙәләр менән уйнауға миҫалдар[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙәләр менән уйнау тип табыла торған ғәмәлдәр:

  1. Яуыз ниәттә «викидаулашыу» — ҡағиҙәләрҙең асылын боҙоуҙы аҡлау маҡсатында уның хәрефе тирәләй бәхәс ҡуптарыу.
  2. Ҡатнашыусының, ысынында улай түгеллеген белә тороп, ҡағиҙәләр теге йәки был ҡылыҡты, әйтелгәнде йә ғәмәлде рөхсәт итә тип ныҡышыуы..
    Ҡалып:Block-small
    *Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа бер ҡараш берләшмәлә консенсус тапты йә ВП:НҠ тарафһыҙ тип ныҡышыу.}}Ҡалып:Block-small*Мәҫәлән, виртуалдар йә митпаппеттар ярҙамында консенсус нигеҙендә ҡарарҙар ҡабул итеү тураһындағы ҡағиҙә менән уйнауҙан «ысынлап та уртаҡ телгә киленде» тип алданырға мөмкин.}}
  3. Уйында ҡағиҙәләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы һәм йәбешмәгән урындарҙы аңлы рәүештә файҙаланыу.
    Миҫал: «был тарафлы фрагментты һәм был бәхәсле өҙөмтәне, ул абруйһыҙ сығаанҡтан булһа ла йә уның дөрөҫлөгө шикле булһа ла, мәҡәләнән юйҙырырға кәрәкмәй, сөнки мәҡәләнең әүҙем авторҙарының консенсусы уларҙы ҡалдырырға риза» (был осраҡта консенсусҡа һылтаныу дөрөҫ түгел, сөнки ВП:КС консенсустың ниндәй раҫламаларға нигеҙләнергә тейешлегенә асыҡлыҡ индермәй, өҫтәүенә консенсус үҙгәрергә йә башҡа ҡатнашыусылар тарафынан шик аҫтына алынырға мөмкин; бынан тыш, Википедияның мәҡәләләрҙе нисек яҙырға кәрәклеге тураһындағы һәм глобаль консенсусты сағылдырыусы ҡағиҙәләре — ВП:НҠ, ВП:ПРОВ, ВП:АИ теге йәки был мәҡәләне мөхәррирләүсе ҡатнашыусыларҙың локальконсенсусынан өҫтөн тора).}}Ҡалып:Block-small
  4. Ҡағиҙәнең ''асылын'' боҙғанда мөмкин булған санкцияларҙан һаҡланыу өсөн ҡағиҙәнең һәр ''хәрефен'' үтәү.
    Мәҫәлән, вандализм менән шөғөлләнмәгән, формаль яҡтан ВП:ВИРТ ҡағиҙәһен боҙмаған һәм ҡатнашыусының яраҡһыҙ исеменә тыйыу һалырға сәбәп бирмәгән провокацион (исеме һәм/йәки тәртибе буйынса) иҫәп яҙмаһы булдырыу.Ҡалып:Block-small
  5. Башҡа ҡатнашыусының йә ҡатнашыусыларҙың ғәмәлдәрен аңлы рәүештә ҡағиҙә боҙоу, зарарлы һәм емерткес эш итеү, санкцияға лайыҡлы тип күрһәтеү.
    Миҫал: Ҡатнашыусы теге йәки был раҫламаның йә өҙөмтәнең сығанағын йә башҡа нескәлектәрен хәбәр итеүҙән баш тарта, һуңынан унан сығанаҡты күрһәтеүҙе һораған башҡа ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләүҙә һәм емерткес тәртиптә ғәйепләй. Өҙөмтә сығанаҡтарын күрһәтеүҙән баш тартыу ВП:ПРОВ һәм ВП:АИ ҡағиҙәләрен боҙоу булып тора. Икенсе яҡтан, мәҡәләләге һәр фразаға ҡарата сығанаҡтарҙы биреү талабы абсурд булып тора, атап әйткәндә, ВП:АИ һәм ВП:ПРОВ ҡағиҙәләрен боҙоу була һәм айырым осраҡтарҙа шулай уҡ емерткес тәртип һәм эҙәрләү тип һанала.Ҡалып:Block-small
  6. Ҡағиҙәләргә ҡаршы килгән теге йәки был ҡарашты йә тәртипте ҡағиҙәләрҙән айырым положениеларҙы йә формулировкаларҙы юрамал ''контекстан һурып алыу'', шул уҡ ваҡытта башҡа положениеларҙы, аңлатмаларҙы һәм трактовкаларҙы һанға һуҡмау йәки билдәле бер ситуацияға ҡулланыла торған ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмайынса берәйһен генә алып ҡулланыу.
    Ҡағиҙәләрҙе һайлап алып ҡына ҡулланыу миҫалдары: ҡатнашыусы мәҡәләгә ниндәйҙер бер раҫламаны индереүҙе талап иткәндә уның тикшерелә алыуына (сығанағы булыуға) һәм цитата итеп ҡулланылыуына нигеҙләнә, ә башҡа ҡатнашыусыларҙың был сығанаҡ абруйһыҙ, был мәҡәләгә яраҡһыҙ һәм әһәмиәтһеҙ йәки был төҙәтеү ВП:НҠ-ны боҙа һәм сығанаҡтағы ҡарашты яңылыш сағылдыра тиеүен иғтибарға алмай. (Шулай уҡ ҡарағыҙ: ВП:НТЗ#Нейтраллек һәм тикшерелә алыу)Ҡалып:Block-small
  7. Башҡа ҡатнашыусыларҙы ҡағиҙәләрҙе үҙеңсә аңлауҙы ҡабул итергә йә «Википедия стандарттарын, йолаларын һәм традицияларын» электән ҡабул ителгәнгә һәм консенсусҡа ҡаршы килгән яңыса ҡарашҡа алмаштырырға мәжбүр итергә тырышыу.
    Ҡалып:Block-smallВП:ЧНЯВ-ны трактовкалауға бәйле миҫал: ЧНЯВ положениеһының «Википедия — ҡағыҙ энциклопедия түгел» тигән положениеһын үҙенсә трактовкалаға нигеҙләнеп, ҡатнашыусы бөтә биографик мәҡәләләрҙең баштарын «исемдәрҙең тәбиғи тәртибенә» ярашлы алмаштырылыуын талап итә, ә был консенсусҡа һәм мәҡәләләргә исем биреү ҡаиғҙәһенә ҡаршы килә, берләшмәгә үҙ трактовкаһын ВП:ЧНЯВ көсләп таға һәм мәҡәлә исемдәре буйынса конструктив фекер алышыуға ҡаршы килә.}}
    Ҡалып:Block-smallВП:АИ ҡағиҙәһен трактовкалау менән бәйле икенсе миҫал: «X сығанағы музыка тураһындағы был мәҡәлә өсөн абруйлы түгел — авторҙың рецензиялы музыкаль баҫмаларҙа публикациялары юҡ!» тип раҫлау. Йәғни ниндәйҙер ҡатнашыусы, абруйлылыҡ йәки нейтраллек тураһындағы шәхси күҙаллауҙарына тап килмәүенә нигеҙләнеп, әһәмиәтле ҡараштар тураһындағы мәғлүмәтте юйҙырыуҙы йә маргиналләштереүҙе талап итә (был да ВП:НҠ ҡағиҙәһен боҙоу булып тора). абруйлы сығанаҡтар тураһындағы ҡағиҙәлә ҡаралыуынса, бер үк мәҡәләлә абруйлылыҡтың, ышаныслылыҡтың һәм дөрөҫлөктөң төрлө кимәлендәге абруйлы сығанаҡтар ҡулланыла ала, ышаныслы, абруйлы һәм тикшерелә алған материалдар йыш ҡына төрлө сығанаҡтарҙан табыла ала, ә әлеге ҡатнашыусы өҫтөн күргән бер йә ике сығанаҡтан ғына түгел. Музыка тураһындағы һәр бер әһәмиәтле ҡараш мотлаҡ музыкаль журналда ғына булмаҫҡа мөмкин, фәнни предмет тураһындағы һәр бер әһәмиәтле ҡараш мотлаҡ фәнни журналдарҙа ғына булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта теге йәки был мәсьәләгә ҡағылышлы ҡараштар бөтәһе лә әһәмиәтле булыуы һәм мәҡәләләрҙә сағылып бөтөүе мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта ВП:НҠ-ҡа ярашлы, киң таралыу алмаған һәммаргиналь булған ҡараштарға ҙур әһәмиәт бирергә кәрәкмәй. Сығанаҡтарҙың абруйлылығы ВП:АИ ҡағиҙәһе, айыҡ аҡыл һәм теге йәки был мәҡәләне мөхәррирләүсе берләшмә ҡатнашыусыларының консенсусы нигеҙендә билдәләнә, ә теге йә был ҡатнашыусының шәхси өҫтөнлөктәренә ҡарап түгел. ВП:АИ ҡағиҙәһе дөйөм принциптарҙы булдыра, төрлө сығанаҡтарҙың ышаныслылығын һәм абруйлылығын асыҡлағанда шуларға таянырға кәрәк.}}
  8. «Таштай ҡаты ныҡышлыҡ» тактикаһын аңлы ҡулланыу — дискуссияны ҡабатланыусы дәлилдәр менән сүпләү, туҡтауһыҙ «түңәрәк булйап йөрөү» йә айыҡ аҡыллы ҡатнашыусы шунда уҡ баш тарта торған дәлилдәргә һәм раҫламаларға ҡат-ҡат ҡайтыу һәм шуның менән дискуссияла консенсусҡа ҡамасаулау, башҡаларҙы үҙеңдең ҡарашың менән ризалашырға мәжбүр итеү (көсләп тағыу), Википедия ҡағиҙәләренә нигеҙләнгән ҡарарҙарҙы эшләүгә һәм ҡабул итеүгә ҡамасаулау.
    Ҡалып:Block-small
  9. Ут менән уйнау — ҡағиҙәләрҙе боҙоу менән боҙмау сигендә уйнауҙан бушамау, әленән-әле әҙ-мәҙ генә боҙғолау, тик быны иҫбатлауҙың мөмкин түгеллеге, шуға ҡарамаҫтан ҡатнашыусының тәртибе конструктив түгел һәм ҡкҙғытҡыс булып ҡала.
  10. Ҡағиҙәләр менән уйындың иң таралған һәм ябай төрө ҡатнашыусының берәй файҙалы төҙәтеүҙе, ундағы ваҡ-төйәк хатаны йә сығанаҡ юҡлыҡты сәбәп итеп, кире ҡағыуынан тора. Әммә Википедияның асылы башҡаларҙың мәҡәләләрҙәге хаталарына түҙемле булыуҙан һәм, башҡаларҙың хеҙмәтен ихтирам итеп, мәҡәләләрҙе эҙмә-эҙлекле яҡшыртыуҙан тора. Ҙур булмаған орфографик йә стилистик хаталар арҡаһында йәки сығанаҡ юҡлыҡтан файҙалы төҙәтеүҙе кире ҡағыу саманан тыш булып китә. Быны ҡатнашыусы аңлы рәүештә эшләһә, был да ҡағиҙәләр менән уйындың бер төрө тип ҡарала. Был осраҡта дөрөҫ ғәмәл — ҙур булмаған орфографик йә стилистик хаталарҙы төҙәтеп китеү, сығанаҡты табып өҫтәү, һис юғында секияның йә мәҡәләнең стилен төҙәтеү йә сығанаҡ өҫтәү кәрәклеге тураһында билдә ҡуйыу. Ҡулай ваҡытта сығанаҡ өҫтәлмәһә, сығанаҡ менән раҫланмаған мәғлүмәттәрҙе юйҙырырға мөмкин.

Ҡағиҙәләр менән уйнау һәм Википедияның башҡа ҡағиҙәләре[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙәләр менн уйнау Википедияның башҡа бер нисә ҡағиҙәһен боҙоу менән ҡушылырға мөмкин:

  • Ҡағиҙәләрҙе һәм процедураларҙы Википедияның башҡа бер ҡатнашыусыһын уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу, шәхсән ҡарашты иҫбатлау йә йөкмәткеле бәхәсте процедураға ҡағылышлы дәғүәләр һәм формаль бәйләнеүҙәр менән «шыйыҡлау» ниәтендә ҡулланыу. Бындай ғәмәлдәрҙе ғәҙәттә үҙ ҡарашыңды иҫбатлау ниәтендә абсурдҡа еткереү йә процедураны уҫал ниәттә ҡулланыу тип ҡарайҙар (аҫтараҡ ҡарағыҙ).
  • Википедия ҡағиҙәләрен теге йәки был ҡатнашыусы ҡағиҙәләрҙе боҙа йә яуыз ниәттәр менән эш итә тигән ялған тәьҫир «тыуҙырыу» өсөн ҡулланыу, бының өсөн ҡатнашыусының намыҫлы ғәмәлдәрен юрамал хата итеп күрһәтеүҙән торған «иҫбатламалар» ҡулланыла. Күп ваҡыт был ғәмәлдәр был ҡатнашыусыға ҡарата ВП:ПДН изге ниәттәрҙе боҙоу тип ҡарала. Атап әйткәндә, ҡағиҙәләрҙе ғәмәлдә булмаған боҙоу тураһында системалы, даими ҡабатланыусы «иҫкәртеүҙәр» этикалы тәртип ҡағиҙәләрен боҙоу тип ҡарала ала.
  • Әгәр ҡағиҙәләр менән уйын аңлы рәүештә кемделер эҙәрләү йә проекттан өркөтөү, йә булмаһа уның абруйына ҡара яғыу сараһы итеп ҡулланылһа, был эҙәрләү аңлы рәүештә яңылыштырыу йә шәхси һөжүмдәргә һәм кәмһетеүҙәргә юл ҡуймау тураһындағы ҡағиҙәне боҙоу тип баһалана.

Йәнә шуныһы: үрҙә һүрәтләнгәнгә оҡшаш ғәмәлдәр, ҡатнашыусының яуыз ниәттәре булмаған, аңлы рәүештә ҡағиҙәләр менән уйнау ниәте булмаған осраҡта, ҡағиҙәләр менән уйнау тип ҡаралмай. Бындай осраҡтарҙа төп айырыу билдәһе булып ҡағиҙәләрҙе ''аңлы рәүештә һәм юрамал боҙоп'' ҡулланыу, аңлы рәүештә башҡа төрлө аңлау, аңлы рәүештә һайлап ҡулланыу һ.б. тора.

Юридик болғатыу[вики-тексты үҙгәртергә]

Википедия бюрократия йә демократия өлкәһендә һынау урыны ла, адвокаттар мәктәбе лә һәм суд та булмағанлыҡтан, күпселек юридик процедуралар һәм терминдар Википедиялағы конфликттарҙы хәл иткәндә бер ниндәй әһәмиәткә лә эйә түгел. Әммә вики-болғатыусылар йыш ҡына, ысын суд процестарындағы ысын адвокаттарға оҡшатып, процедура йә «иҫбатлау» мәсьәләләрен күтәрергә ярата, юридик терминдар һәм нигеҙләмәләр ҡуллана, «боҙолған хоҡуҡтар», «һүҙ ирке», «ғәҙеллек һәм законлылыҡ» кеүек терминдар менән эш итергә тырыша.

Айырым осраҡтарҙа вики-болғатыусылар ысынлап та әһәмиәтле һәм етди мәсьәләләр ҙә күтәргеләй, ләкин йышыраҡ вики-болғатыу мәсьәләнең асылына төшөүҙән ҡасыу, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүгә, уртаҡ фекергә килеүгә ҡамасаулау маҡсатында ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡайһы берҙә бер-береһенә оҡшаш тәртипле виртуалдар артында кем торғанын асыҡлау ҡатмарлы йә бөтөнләй мөмкин түгел, ләкин был болғатыу йә шик аҫтында булған, әммә иҫбатланмаған виртуалдарҙы Юғары шураға ғаризала телгә алыуға ҡаршылыҡ тыуҙырыу өсөн нигеҙ булмай.

Процедураны яуыз ниәттә ҡулланыу[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡағиҙәләр менән уйнау төрө —процедураны яуыз ниәттә ҡулланыу, ул берләшмәлә дөйөм ҡабул ителгән ғәмәлдәрҙе һәм ҡағиҙәләрҙә тасуирланған процедураларҙы ''аңлы рәүештә һәм алдан уйлап'' башҡа маҡсаттарҙа ҡулланыуҙан ғибәрәт. Мәҫәлән, АК-ға дәғүә биреү процедураһын яуыз ниәттә файҙаланыу күрәләтә аҡылһыҙ һәм мәғәнәһеҙ дәғүәләр биреүҙән тора. Теге йәки был вазифаларға тәҡдим итеү процедураһынан яуыз ниәттә файҙаланыу үҙ кандидатураңды йә формаль критерийҙар буйынса бөтөнләй тап килмәгән, яраҡһыҙ кандидатураларҙы тәҡдим итеүҙән ғибәрәт. Биттәрҙе юйҙырыу процедураһын яуыз ниәттә файҙаланыу юйҙырырға тейешле булмаған биттәрҙе (мәҫәлән, Википедияның ҡағиҙәләре проекттары биттәрен йә баш битен) юйҙырыуға тәҡдим итеү.

Процедураны яуыз ниәттә файҙаланыу емерткес тәртип тип баһалана, яуыз ниәттә файҙаланыу шарттарына һәм төрөнә бәйле ул шулай уҡ ҡағиҙәләр менән уйнау йә абсурдҡа еткереү тип та баһалана ала. Ҡағиҙәләр йә берләшмәлә булған йолалар һәм ғәмәлиәт менән ҡаралған процедуралар тик изге ниәттәр менән, тейешле шарттар булғанда ғына һәмтәғәйен маҡсаттарҙа ғына ҡулланыуға тәғәйенләнә (АК-ға дәүғәләр — для конфликттарҙы хәл итеү өсөн; һайлауҙар — вазифаларға был вазифала Википедияға файҙа килтерерлек ҡатнашыусыларҙы ғына һайлау; биттәрҙе юҡ итеү процедураһы — ҡағиҙәләргә тап килмәгән биттәрҙе юҡ итеү өсөн).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[вики-тексты үҙгәртергә]