Википедия:Ҡыйыу булығыҙ
Ҡыҫҡаса: Хата күрһәгеҙ — ҡыйыу булығыҙ һәм уны үҙегеҙ төҙәтегеҙ — башҡа берәүҙең төҙәткәнен көтөп тормағыҙ. |
Википедия берләшмәһе үҙенең ҡатнашыусыларын тартыныуһыҙ, ҡурҡып тормай мәҡәләләрҙе тулыландырырға, хаталарҙы төҙәтергә саҡыра.
Ҡатнашыусылар хаталарҙы төҙәткәндә, грамматикаға һәм стилгә ярашлы хәлгә килтергәндә, мәҡәләләрҙе яңы факттар һәм фотографиялар менән тулыландырғанда, Википедия тиҙерәк үҫешә. Нисәмә тапҡыр нимәнелер уҡығанда, ошоно-ошоно төҙәтергә ине, уйлағанһығыҙҙыр, моғайын? Википедия мәҡәләләрҙе төҙәтергә һәм тулыландырырға мөмкинлек тыуҙырып ҡына ҡалмай, ул тап шул маҡсатта донъя күргән дә. Әлбиттә, теүәллек һәм иплелек кәрәк, мәгәр был принцип үҙен ярайһы аҡлай.
Кемдер түбән сифатлы мәҡәлә йәки мәҡәлә әҙерләнмәһе яҙған икән, төҙәтмәләрегеҙ уға оҡшамауынан ҡурҡмағыҙ. Төҙәтегеҙ, тулыландырығыҙ һәм әҙерләнмәне өлгөлө мәҡәләгә әйләндерегеҙ. Был Википедияның асылы.
Әлбиттә, башҡа ҡатнашыусылар шулай уҡ һеҙ яҙғанды төҙәтә ала. Быны күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ, ЭЙ:ВНТны уҡығыҙ. Википедияны бөтәһе лә яҡшыраҡ итеп күргеһе килә бит.
…әммә саманы онотмағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы ҡатнашыусылар йыш ҡына Википедияның шулай асыҡ булыуына сихырланып, башкөллө тәрәнгә үк төшөп китә. Был бик яҡшы. Мәгәр, «ҡыйыу төҙәтегеҙ» принцибы шунда уҡ ҙур төҙәтмәләр индерә башларға, оҙон мәҡәләләрҙе ныҡ итеп ҡыҫҡартырға мөмкин тигәнде аңлатмай әле. Бигерәк тә (мәҫәлән, Карабах һуғышы йәки Украинала йот кеүек) ҡапма-ҡаршылыҡлы һәм төҙәтмәләр тарихы бик оҙон булған мәҡәләләр булғанда быны онотмағыҙ. Бынан тыш, өлгөлө мәҡәләларҙә теүәллеге, тамамланғанлығы һәм урталыҡты тотоуы өсөн иң яҡшы тип танылған мәҡәләләргә ҙур үҙгәрештәр индереүҙе хуплап булмай. Шулай уҡ, ҡыҙыҡ өсөн төҙәтергә тотонорға ярамай. Йыш ҡына һеҙ күргән мәҡәлә бәхәсләшеүсе яҡтар менән оҙайлы һәм ауыр һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булып тора, һәм уйламай ғына индергән төҙәтмә утҡа май ҡойоу һымаҡ килеп сығыуы ихтимал. Шуның өсөн, әгәр бәхәсле мәҡәләгә үҙгәрештәр индерергә теләйһегеҙ икән, уны тулыһынса уҡып сығығыҙ, фекерләшеүҙәр битендәге яҙмалар менән танышығыҙ һәм төҙәтмәләр тарихын ҡарап сығығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙ мәҡәләнең бөгөнгә торошона баһа бирә алырһығыҙ. Бәхәсле мәҡәләлә ҙур төҙәтмәләр индерергә ниәтләнгән осраҡта фекерләшеүҙәр битендә үҙ ҡарашығыҙҙы белдереүегеҙ урынлы булыр, бынан һуң һис юғы бер көн яуап бирелгәнде көтөү фарыз, сөнки Википедияла ҡатнашыусылар төрлө ваҡытта эшләй һәм шунда уҡ ҡына яуап бирә алмай.
Әгәр ҡаршы булыусылар табылмаһа, үҙгәрештәр индерегеҙ һәм башҡа ҡатнашыусыларға төҙәтмәләр тарихын ҡарау еңелерәк булһын өсөн «Ҡыҫҡаса тасуирлама» менән файҙаланырға онотмағыҙ.
Өркәк тә булмағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]Күпселек мәҡәләләрҙе иркен рәүештә төҙәтергә мөмкин. Бәхәсле мәҡәләләр артыҡ күп түгел, уларҙы еңел генә танып була. Танымаһағыҙ ҙа, бәхәсләшергә теләгегеҙ бар икән, «ҡыйыу төҙәтегеҙ» принцибы үҙен аҡлай. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеүсе тәүгеһе лә, һуңғыһы ла булмаҫһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәү уны ҡыҫҡартыуға ҡарағанда һәйбәтерәк һанала.
Күпкә китер төҙәтмәләр
[сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ башҡа күп биттәргә ҡағыласаҡ төҙәтмәләр тураһында ла әйтеү кәрәк. Мәҫәлән, ҡалыпты төҙәтеүгә йәки башҡа мәҡәләләрҙә һылтанмалар булған мәҡәләләрҙең исемен үҙгәртеүгә ҡағылышлылары. Был тиклем ҙур үҙгәртмәләр индергәндә тейешле ҡағиҙәләрҙе һәм ҡулланмаларҙы (мәҫәлән, исем үҙгәрткәндә ҡалыпты) яҡшылап өйрәнеп сығығыҙ. Бындай осраҡтарҙа үҙгәреш индерер алдынан фекерләшеүҙәр битендә йәки ҡатнашыусыларҙың дөйөм форумдарында яҙып сығыу яҡшыраҡ булыр. Бик ҙур булмаған (ҡара Википедия:Бәләкәй үҙгәртмәләр), әммә бик күп мәҡәләләргә индерергә кәрәк булған үҙгәртмәләргә лә ошондай уҡ талаптар ҡуйыла.