Эстәлеккә күсергә

Википедия:Википедияла яҙылғандар һеҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы ихтимал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Википедия үҙенең алдына кешелектең бөтә әһәмиәтле ғилемдәрен документлаштырыу тигән ҡыйыу бурысты ҡуйған һәм шунлыҡтан ул төрлө-төрлө темаларға яҙылған миллиондарса мәҡәләнән тора. Был темаларҙың бер ни тиклем өлөшө йыш ҡына дәүләт структуралары, белем биреү учреждениелары, эш биреүселәр, ата-әсәләр яғынан тәнҡиткә дусар ителә.

  • Википедияның ҡайһы бер мәҡәләләре уҡыусылар тарафынан ғәҙәттә әрләү, әшәке йә кәмһетеү тип һаналған төшөнсәләрҙе һүрәтләй.
  • Википедияла шулай уҡ әҙәпһеҙ, кәмһеткес тип баһаланыуы мөмкин булған һүрәттәр ҙә күп. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәҡәләләрҙә көс ҡулланыуҙы йә кеше анатомияһын күрһәткән һүрәттәр булырға мөмкин.
  • Күп мәҡәләләрҙә бәхәсле темалар буйынса фекер алышыу бирелә. Айырым илдәрҙең ҡануниәте ҡайһы бер темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе баҫҡан, хатта ҡараған өсөн дә енәйәт яуалылығы менән янай. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙә хәүефле эшмәкәрлек тураһында мәғлүмәт бар (ҡарағыҙ: Википедия:Яуаплылыҡтан баш тартыу һәм Википедия:Википедияны файҙаланыу һеҙҙең өсөн хәүефле булыуы мөмкин).
  • Википедияла спойлерҙар бар.
  • Википедияла травманан һуңғы стресс ҡаҡшауына дусар булған кешеләрҙең хәлен насарайтырлыҡ ҡуҙғытҡыстар булыуы ихтимал.
  • Шуны билдәләргә кәрәк: Википедия һәр кемдең өлөш индереүенә асыҡ, шуға теләһә ҡайһы ваҡытта Википедияла «граффити» хасил булыуы мөмкин.
  • Википедияла ғәҙәттә профессионалдар бирә торған медицина, хоҡуҡи һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе табып була. Википедия профессионалдар кәңәшен алмаштырмай. Иғтибар итегеҙ: Википедия хоҡуҡи консультациялар бирмәй һәм Википедия медицина консультациялары бирмәй.

Әлеге ваҡытта Википедия теләгән бер мәғлүмәтте баҫыуҙы ул Википедияның ғәмәлдәге сәйәсәтен һәм Википедия серверҙары урынлашҡан Америка Ҡушма Штаттары закондарын боҙмаған шартта ғына хуплай.

Ниндәй осраҡта ла Википедия даими үҫештә, һәм күп мәҡәләләрҙә хаталар булыуы, битарафһыҙлыҡ етмәүе, системалы тайпылыштар булыуы, мәҡәләнең ҡабатлап төҙөлөүе йәки уның яҡшыртыу талап итеүе ихтимал. Әгәр уҡыусылар беҙгә был проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлашһа, беҙ бик шат булырбыҙ. Мәҡәләләрҙең күбеһе темала эксперт булмаған һәм был өлкәлә академик йә профессиональ ҡаҙаныштары булмаған кешеләр тарафынан яҙыла.

Википедияла ҡәҙимге энциклопедияларға индерелмәй торған аңлайышһыҙыраҡ мәғлүмәт булыуы ихтимал. Википедия солғаған ғилем өлкәләре бик күп төрлө һәм ирекмән авторҙарҙың һайлауына бәйле (мәҫәлән, техник яҡтан алға киткән йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған темалар ҙурыраҡ иғтибар яулауы ихтимал). Уҡыусылар теге йәки был теманың мөһимлеге тураһында теманың Википедияла булыу-булмауына нигеҙләнеп кенә фекер йөрөтөргә тейеш түгел.

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Википедия:Тикшерелеүсәнлек