Википедия:Маргиналь теориялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

 

Энциклопедияла дөрөҫ түгеллеге иҫбатланған теориялар ҙа, маргиналь теориялар ҙа булырға мөмкин, мәҫәлән, Марстағы кеше бите кеүек раҫлауҙар, тик улар поп-мәҙәниәттең әһәмиәтле күренеше булырға тейеш

Нейтраль ҡараш ҡағиҙәһе — Викимедиа фонды проекттарының нигеҙ принцибы һәм Википедия биш тағандарының береһе.; был ҡағиҙәгә ярашлы, мәҡәлә предметына бөтә мөһим ҡараштар тарафһыҙ, объектив һәм таралыу кимәленә ярашлы бирелергә тейеш[1]. Был ҡулланмала маргиналь теорияларҙың һәм фекерҙәрҙең ниндәйҙәре Википедияла булырға мөмкинлеге тураһында тәҡдимдәр бирелә.

Википедияла йәғни теге йәки был күренеште биргәндә, уны ғәмәлдәгенән әһәмиәтлерәк итергә кәрәкмәй[2]. Әһәмиәтле ҡараштарҙы һүрәтләп, Википедия үҙе теге йәки был маргиналь теорияларҙы һүрәтләгән беренсел сығанаҡҡа әйләнергә тейеш түгел. Быны булдырмау өсөн, Википедия был теорияны ҡараған һәм тикшерелә алған башҡа абруйлы сығанаҡтарға һылтанырға тейеш. Бынан тыш, һылтанырлыҡ бойондороҡоҙ икенсел сығанаҡтар булмаһа, тема буйынса нейтраль ҡараштан яҙып буламы ни?

Нимә ул маргиналь теория?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Был ҡулланмала «маргиналь теория» термины бик киң мәғәнәлә ҡулланыла, ул теге йәки был өлкәлә дөйөм ҡабул ителгән концепцияларҙан айырылған идеяларҙы күҙҙә тота[3]. Ундайҙарға, мәҫәлән, түбәндәгеләр ҡарай:

  • һүҙ ҡуйышыу теорияһы,
  • фәннилеккә дәғүә иткән, ләкин ғалимдар араһында дөйөм танылыу тапмаған идеялар,
  • эзотерик дауалау методикаһы,
  • тарихтың альтернатив тасуирламалары һәм башҡалар.

Бындай теорияларҙың бында телгә алынған ҡайһы берҙәрен гипотеза, фараз йә күҙаллау тип атау дөрөҫөрәк булыр.

Википедияла телгә алынырлыҡ әһәмиәткә эйә булыу өсөн, маргиналь теорияның берәй ҙур публикацияла булһа ла ҡаралыуы, йә теорияны сығарған кешеләргә бәйлелеге булмаған автор/авторҙар төркөмө тарафынан ентекле һәм төплө итеп ҡаралыуы шарт. Әһәмиәтлелекте нигеҙләү сифатында  кире ҡағыуҙар ҙа, ҡырҡа кире баһалар ҙа ярай, сөнки улар теорияның уның яҡлыларҙан башҡаларға ла әһәмиәтле булыуын раҫлай. Берәй әһәмиәтһеҙ теория ул берәй әһәмиәтле шәхескә бәйле булған өсөн генә әҙме-күпме ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғанға әһәмиәтле булып китмәй. Мәҫәлән, популяр артист интервьюһында берәй фәнни теорияға үҙенсәлекле мөнәсәбәтен, ҡарашын әйтеп үтһә, был ҡараш йә мөнәсәбәт тураһында айырым мәҡәлә яҙыуҙың кәрәге юҡ.

Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: хатта ҡайһы бер абруйлы яңылыҡтар сығанаҡтары ла ҡайһы берҙә күңел асыу өсөн, мәҫәлән, беренсе апрель йәки «үле миҙгел» уңайынан әһәмиәтһеҙ йә абсурд яңылыҡтар баҫа.

Википедия маргиналь теорияларға мәҡәлә нигеҙләнгән сығанаҡтарҙа бирелгән дәрәжәлә генә иғтибар бирергә тейеш. Мәҫәлән, бер теорияға яңылыҡтар сығанаҡтары ғына һылтанһа, Википедияла ул әлеге сығанаҡтарҙан да ҙурыраҡ күләмдә тулыраҡ һүрәтләнә алмай, юғиһә ул оригиналь тикшереүгә әйләнә.

Маргиналь теорияларҙы таратыуҙың урынһыҙлығы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Маргиналь теорияны яҡлаусылар йыш ҡына Википедияны үҙ идеяларын таратыу өсөн форум итеп ҡуллана. Ҡағиҙәләр бындай ғәмәлдәрҙе тыя. Википедия — шәхси фекер йөрөтөүҙәрҙе һәм үҙрекламаны урынлаштырыу урыны түгел. Маргиналь теорияның әһәмиәте тикшерелә алған һәм абруйлы сығанаҡтар менән раҫланырға тейеш, ә уның яҡлыларҙың һүҙҙәре менән түгел. Бындай маргиналь теорияларҙы, мәҫәлән, виртуалдар ярҙамында ҡабартыу тыйыла. Бының өсөн үҙ баҫмаларыңа һылтаныу ҙа рөхсәт ителмәй.


Фәнни тематикаға яҙылған мәҡәләләрҙән берләшмә тарафынан тәнҡитле анализға дусар ителмәгән йә инҡар ителгән күҙаллауҙарҙы алып ташларға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, ниндәй ҙә булһа бер концепция әһәмиәтлелектең башҡа критерийҙарына тап килһә (мәҫәлән, матбуғат сараларында киң тикшерелә), уның тураһында мәҡәлә яҙылған булһа, уның тураһында шул концепцияға арналған мәҡәләлә яҙырға, йә фәнни булмаған контекста телгә алырға мөмкин.

Ғилмилеккә дәғүә итеүҙе баһалау[сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр мәҡәлә предметы фәнгә ҡағылышлы булмаһа, әммә, ҡайһы берәүҙәрҙең фекере буйынса, фән өйрәнгән күренештәргә ниндәйҙер мөнәсәбәте булһа, уны Википедияла фәнни теория итеп күрһәтергә кәрәк түгел. Мәҫәлән, Библиялағы Башланмыш китабы бөтәһенән элек боронғо әҙәбиәт әҫәре һәм донъя диндәренең изге яҙмаһы, йәһүҙи һәм христиан Библияһы өлөшө булараҡ ҡаралырға тейеш, ә космологик теория тип түгел. Икенсе яҡтан, ғилми асыштар менән дини тәғлимәттәр конфликтҡа килгән креационизм кеүек темаларҙы асыу фән күҙлегенән ҡарауҙы ла, дини тәғлимәт булараҡ тасуирлауҙы ла талап итә.

Дини, фәлсәфәүи, этик, эзотерик тәғлимәттәрҙе яҡлаусыларҙың ҡараштары[сығанаҡты үҙгәртеү]

Теге йәки был дин (фәлсәфәүи, этик тәғлимәт) яҡлыларҙың теге йәки был предметҡа ҡарашын был предмет тураһындағы мәҡәләгә, донъя диндәренең береһе тураһында һүҙ барһа һәм унда әлеге предмет ниндәй ҙә булһа мөһим мәғәнәгә эйә булһа, индерергә мөмкин.

Әгәр мәҡәлә предметы киң таралған легендалар сюжетына ингән булһа, уларҙың тасуирламаһы, фольклористика буйынса абруйлы сығанаҡтарҙы иҫәпкә алып, был предмет тураһындағы мәҡәләгә индерелә ала.

Үҙәгендә теге йәки был предмет торған оккульт һәм эзотерик ағымдар концепцияларын был предметҡа арналған мәҡәләгә индереү уларға эйәреүселәр йәки нигеҙләүселәр етерлек әһәмиәткә эйә булһа ғына мөмкин.

Әһәмиәтме, танылыумы?[сығанаҡты үҙгәртеү]

Танылыу дәрәжәһе күрһәткесе[сығанаҡты үҙгәртеү]

  Бәхәсле йә танылыу тапмаған концепциялар ентекләп һүрәтләнгән мәҡәләләрҙә ул концепцияларҙың тейешле академик берләшмә тарафынан танылыу дәрәжәһен күрһәтергә кәрәк (АС-ҡа таянып). Әгәр абруйлы сығанаҡтарҙа был концепцияға ғилми берләшмәнең мөнәсәбәте күренмәһә, уны ғилми берләшмә йә ҡарамаған, йә уны танымаған тип уйларға кәрәк; абруйлы сығанаҡ менән раҫланмаған концепцияны танылыу алған тип танытырға ярамай. Әммә концепция ҡаралмаған һәм танылмаған булһа, был әле уның кире ҡағылғанлығын аңлатмай; ундай концепцияларҙы «ялған ғилем» тигән кире ярлыҡтар менән оҙатырға ярамай.

Ысынлап кире ҡағылған, күпселек тарафынан акбсурд йә ялған ғилем тип танылған һәм тик тарихи ҡыҙыҡһыныу уятҡан йә фантастика өлкәһенә ҡараған концепцияларҙы тик ошо үҙенсәлектәре күҙлегенән һәм абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнеп кенә һүрәтләргә кәрәк.

Әллә ни ҙур әһәмиәткә эйә булмаған йә бик әҙ әһәмиәтле концепциялар Википедияла телгә алынырға мөмкин — әммә улар лайыҡ булған күләмдә генә. Википедия — яңы идеялар иғлан итеү, академик учреждениеларҙағы системалы тайпылыштар менән көрәш йә бер ерҙә лә таныла алмаған идеяларҙы пропагандалау урыны түгел. Википедия — Бөйөк Ғәҙелһеҙлек менән көрәш урыны түгел. Маргиналь теорияларҙы тәнҡитләү таралыу алған, абруйлы һәм әһәмиәтле сығанаҡтарға таянырға тейеш.

Википедия — күрәҙәлек итеү урыны түгел. Әле ҡабул ителгән фәнни парадигмалар кире ҡағылыуы ихтимал, ә бәхәсле йә хата тип һаналған гипотезалар ҡайһы берҙә фәнни берләшмәнең таныуын алырға мөмкин, ләкин Википедия — ундай фараздар урыны түгел. Әгәр был идеяның статусы үҙгәрһә — Википедия ла был үҙгәрештәрҙе күрһәтер. Википедияның иғтибар үҙәгендә — ғилемдәрҙең бөгөнгө торошо; ул документтарҙы документлаштыра, киләсәккә күҙәаллауҙар аша гипотезалар ҡороуҙан ҡаса.

Публикациялар тураһында иҫкәрмә[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт фәндәре, тарих йә башҡа академик тармаҡтар менән бәйле маргиналь теорияларҙың әһәмиәте һәм танылыу дәрәжәһе эксперт баһаһының булыу-булмауы менән билдәләнә. Хәйер, эксперт баһаһы менән раҫланмаған сығанаҡтарҙың булмауы мәҡәләне Википедиянан автоматик рәүештә юйып ташларға нигеҙ бирмәй, әммә был тема Википедияла уның тураһында күпме мәғлүмәт булһа, шул күләмдә генә яҡтыртылырға тейеш, шунан артһа, ул оригиналь тикшереү тип баһаланасаҡ.

Эксперт баһаһының булыуы танылыуҙы аңлатай әле. Оригиналь гипотезалар, эксперт баһалауын үткән хәлдә лә, Википедияла фәнни даирәләрҙә консенсус тапҡан йәки бәхәсһеҙ факт булараҡ бирелергә тейеш түгел. Маргиналь теориялар тураһында бер генә сығанаҡҡа нигеҙләнгән мәҡәләләр (хатта эксперт баһаһы үткән булһа ла), әһәмиәтлелек күҙлегенән сығып, Википедиянан юйҙырыла ала. Ошоноң кеүек үк, Википедияла бик үҙенсәлекле фекерҙәргә бик абруйлы сығанаҡтар раҫлауы талап ителә. Ундай фекерҙәрҙе раҫлаған абруйһыҙ сығанаҡтар, мөхәррирҙәр уртаҡ фекергә килһә, сифатһыҙ тип кире ҡағыла ала.

Сығанаҡтар һәм авторлыҡ[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия өсөнсөл мәғлүмәт сығанағы булып тора. Ул икенсел сығанаҡтарҙан, айырым осраҡтарҙа беренсел сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе бергә йыйнап бирә. Беренсел сығанаҡтар тексты раҫлау өсөн ҡулланыла (Википедия:Тикшерелеүсәнлек). Беренсел сығанаҡтар нигеҙендә генә мәҡәлә яҙыу Википедия:Оригиналь тикшеренүәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы. Әҙ билдәле маргиналь теорияларҙы яҡтыртҡанда ҡулланылған икенсел сығанаҡтарҙы Википедия:Абруйлы сығанаҡтарға тап килеү йәһәтенән ентекле тикшерергә кәрәк. Сығанаҡтар күрһәтеү, өҙөмтәләр килтереү һәм тышҡы һылтанмалар килтереү бөтәһе тикшерелергә тейеш.

Википедия:Нейтраль ҡараш ҡағиҙәһенең минималь талаптарын үтәү өсөн, бөтәһенән элек, килтерелгән уй-фекерҙәрҙең билдәләрен дөрөҫ айырырп алырға кәрәк. Бынан тыш, мәҡәлә әҙерләгәндә тикшерелә алған һәм тарафһыҙлыҡ талаптарына яуап биргән өҙөмтәләр һәм фекерҙәр генә ҡулланырға кәрәк. Бәхәс тыуҙырырҙай йә уҡыусыла яңылыш фекер тыуҙырырҙай раҫламаларҙы өҙөмтә итеп килтергәндә уларҙы тейешле контекста биреү мөһим - уҡыусыла был раҫламаның хупланыуы йә хурланыуы тураһында фекер тыуырға тейеш түгел. Бынан тыш, һәр өҙөмтәне мәҡәләләргә индерергә мотлаҡ түгел. Өҙөмтәләр мәҡәлә темаһын яҡтыртҡанда уның нейтраллеген һәм тикшерелә алыуын тәьмин итеү өсөн генә кәрәк.

 

Беренсел һәм икенсел сығанаҡтар[сығанаҡты үҙгәртеү]

Маргиналь теориялар тураһындағы мәҡәләләрҙә беренсел сығанаҡтар сикләнгән күләмдә генә файҙаланыла ала, сөнки эксперт квалификациялылығын талап итә, шунһыҙ уларҙы дөрөҫ аңламауға һәм хаталы аңлатыуға килтерергә, шулай уҡ мәҡәләгә оригиналь тикшеренеүҙәр индерергә мөмкин. Бындай тематикалы мәҡәләләрҙе абруйлы икенсел сығанаҡтарға нигеҙләү, ә беренсел сығанаҡтарҙы икенселдәрендә яҙылғандарҙы дәлилләү һәм бирелгән мәғлүмәтте раҫлау өсөн генә килтерергә тәҡдим ителә.

Маргиналь теорияларҙың әһәмиәтен һәм таралғанлығын баһалар өсөн бойондороҡһоҙ сығанаҡтар ҡулланырға кәрәк.

Әгәр фәнни сығанаҡтарҙың күпселеге маргиналь теорияны тәнҡитле ҡараштан һүрәтләһә, бындай сығанаҡтар буйынса мәҡәлә яҙыуҙы нейтраллек талаптарын боҙоуҙа ғәйепләү өсөн нигеҙ була алмай.

Сығанаҡтарҙың сағыштырыла алыуы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләгә маргиналь концепцияларға һәм уларҙы тәнҡитләүгә ҡыҫылышы булған мәғлүмәтте индереү сығанаҡтарҙы сағыштырып ҡарау мөмкинлегенән сығып хәл ителһен.

Һәүәҫкәр тикшеренеүселәрҙең һәм эксперт баһалауын үтмәгән үҙпубликацияларға нигеҙләнгән әһәмиәтле маргиналь концепция тураһындағы мәҡәлә өсөн был тәнҡиттең мотлаҡ рецензияланған баҫмаларҙа сыҡҡан публикацияларға ғына нигеҙләнгән булыуын талап итеү мәжбүри түгел.

Маргиналь концепцияларға ҡарата сығанаҡтарҙың сағыштырыла алыу принцибы маргиналь концепцияларҙың асылы тураһындағы ышаныслы һәм тикшерелеүсән мәғлүмәттәрҙе лә, уларға тәнҡитле ҡарашты ла ҡайһы бер осраҡтарҙа Википедияла абруйлы тип иҫәпләнмәгән сығанаҡтарҙан ғына алып булғанын күҙ уңында тоторға кәрәк.

Тәнҡитле уй-фекерҙәргә шәхси атрибуцияның урынлылығы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Маргиналь концепциялар абруйлы сығанаҡтарға таянып тәнҡитләнергә тейеш. Әммә маргиналь концепцияларҙың күбеһе әҙ билдәле булғанға уларҙы кире ҡаҡҡан сығанаҡтар ҙа етерлек түгел. Ләкин был уларға ҡараш нейтраль йә ыңғай булырға тейешлеген аңлатмай. Әммә уҡыусыла был маргиналь концепцияға ҡарата бик һирәктәр генә дәғүә белдерә тигән фекер уятылмаһын.

Мәҫәлән, кем дә булһа берәү «был идеяны нигеҙһеҙ тип раҫлаған берҙән-бер ғалим булып тора», тигән раҫлама тикшерелә алмай һәм яңылыш атрибуция миҫалы булып тора. Ләкин башҡа формулировкалар ҙа маргиналь теорияны, әйтәйек, бер кеше генә тәнҡиләүен раҫлауы мөмкин, ғәмәлдә иһә уны күптәр яҡлауы ихтимал.

Теге йәки был өлкәлә абруйлы эксперттарҙың хеҙмәттәрен сығанаҡ итеп ҡулланғанда мәҡәләлә улар һығымта яһау өсөн ҡулланған факттарҙы ҡулланыу яҡшы, ә үҙегеҙгә ниндәйҙер һығымталар яһарға түгел. Текста дәлилдәр атрибуция талап итмәй, сөнки улар теге йәки был кешеләрҙең фекеренә бойондорҡло түгел.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Википедия:Ҡараштың нисбәтһеҙлеге
  • Википедия:Теорияларҙың, төшөнсәләрҙең һәм уйлап табыуҙарҙың әһәмиәтлелек критерийҙары
  • Категория:Википедия:Эссе:Маргиналь теориялар
  1. Об определении распространённости см. ВП:ВЕС.
  2. См. также ВП:Значимость
  3. Например, под маргинальными теориями в науке имеются в виду теории, которые существенно расходятся с общепризнанными научными представлениями