Википедия:Асыҡ прокси-серверҙар ҡулланыуҙың тыйылыуы
Был бит — Башҡорт Википедияһының ҡағиҙәһенән. |
Викимедиа проекттарын тейешле IP-адрестарҙы бикләү юлы менән ҡатнашыусының сығанаҡ IP-адресын күрһәтмәүсе техник сараларҙы, шул иҫәптән асыҡ йә аноним прокси-серверҙарҙы, Tor һәм VPN-сервистарҙы, шулай уҡ беркетелгән браузерҙарҙы йә дәүләт органдарының сайттарҙы бикләүен урап үтеү өсөн ҡулланылғандарҙы файҙаланып мөхәррирләү тыйыла. Бөтә донъялағы теләгән бер ҡатнашыусының өлөшө хупланһа ла, бындай прокси-серверҙар йыш ҡына яман маҡсаттарҙа ҡулланыла: атап әйткәндә, уларҙы йыш ҡына вандализм, ҡурсаҡ уйнатыу һәм биктәрҙе урап үтеү өсөн файҙаланалар. Прокси-серверҙың махсус йә осраҡлы көйләү һөҙөмтәһендә йә булмаһа хакерҙар үҙгәртеүе арҡаһында асыҡ ҡалдырылыуы ихтимал. Хакимдар бикле IP-адрестарҙан төҙәтергә техник мөмкинлекккә эйә. Асыҡ проксиҙарҙы бикләү намыҫлы файҙаланыусыларға ҡағылырға мөмкин, ләкин улар бындай бикләүҙәрҙең маҡсаты түгел һәм бикләнгәнгә тиклем прокси менән файҙаланырға хоҡуҡлы (ләкин файҙаланмау яҡшыраҡ булыр, сөнки анонимлыҡ биреүсе прокси-серверҙарҙан эш иткән иҫәп яҙмалары бикләнергә мөмкин). Асыҡ йә аноним прокси-серверҙарҙан Викимедиа проекттарын уҡыу буйынса сикләүҙәр ҡаралмай.
Әгәр һеҙҙең прокси бикләнһә, әммә ниндәйҙер маҡсатта уны файҙаланырға кәрәк булһа, Википедия чекъюзерҙарына мөрәжәғәт итегеҙ.
Анонимайзерҙарҙың һәм асыҡ прокси-серверҙар аша инеү мөмкинлеге биргән ойошма һәм компанияларҙың IP-адрестары теләгән бер хаким тарафынан мөҙҙәтһеҙ бикләнә ала. Даими асыҡ прокси-сервер булмаған динамикалы IP-адрестар йәки хостар ғәҙәттә ҡыҫҡа мөҙҙәтле бикләүгә лайыҡ, сөнки IP-адрестың хужаһы алмашыныуы ихтимал, асыҡ прокси-сервер ябылырға йә IP-адрес динамикалы үҙгәрергә мөмкин.
Асыҡ прокси-сервер «ябылғас», был IP-адрестың биген асырға кәрәк. Вандаллыҡ алып барылған IP-адрестарҙы хакимдар тикшереп тора, уларҙың асыҡ прокси түгелме икәнен ҡарай. Мета-викиҙа махсус прокси-серверҙар менән көрәш проекты бар, уның бурысы – асыҡ прокси-серверҙарҙы эҙләү һәм бикләү.
Был ҡағиҙәләр ҡайһы бер мөхәррирҙәргә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, әлбиттә, улар үҙ илдәрендәге цензура тыйыуҙарын урап үтеү өсөн асыҡ прокси-серверҙарҙы ҡулланырға мәжбүр. Мәҫәлән, ҠХР хөкүмәте үҙенең граждандарына Википедияны уҡыуҙы һәм мөхәррирләүҙе тыя. Викимедиа проекттарында мөхәррирләргә теләгән кешеләргә махсус ҡулланманы файҙаланырға кәрәк.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]- meta:WikiProject on proxies open/Help:blocked
- Википедия:IP-биктән сығарыу
- Википедия:Проксиҙы нисек тикшерергә