Эстәлеккә күсергә

Википедия:Ҡағиҙәләр исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт Википедияһында алып барылған сәйәсәт Викимедия фонды сәйәсәтенә ярашлы ҡоролған һәм һис шикһеҙ үтәлергә тейеш.

Был биттә Башҡорт Википедияһында алып барылған сәйәсәткә ҡыҫҡаса аңлатма менән исемлек бирелә.

Бөтә ҡағиҙә һәм күрһәтмәләрҙең айырмалы төрҙәре:

  1. Ҡатнашыусылар тәртибе: — бөтәһенә лә уңайлы булһын өсөн, Википедияла ҡулланылған ихтирамлыҡ тәртиптәре.
  2. Мәҡәләр эстәлеге: — Википедияла сифатлы мәҡәләләр яҙыу өсөн ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр.
  3. Тәртип һаҡлау: — Википедияла ҡарарҙар ҡабул итеү һәм бәхәстәр булһа, уларҙы хәл итеү тәртиптәре.
  4. Биттәрҙе юйыу: — Википедияға ят булған мәҡәлә һәм башҡа биттәрҙе юйыу тәртиптәре.
  5. Хоҡуҡи нигеҙҙәр: — ҡануниәт боҙоуҙарға юл ҡуймау йәтенән сығып башҡарылған мәғлүмәт ҡулланыу тәртиптәре.


Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусылар тәртибе

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҡәләр эстәлеге

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәртип һаҡлау

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Биттәрҙе юйыу

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Биттәрҙе юйыу турыһында тулы ҡағиҙә Wikipedia:Биттәрҙе юйыу битендә бирелгән.

  • Бөтә төр биттәрҙе юйыу хоҡуғы Башҡорт Википедияһында хаким дәрәжәһе булған ҡатнашыусыларға бирелгән.
  • Башҡа ҡатнашыусылар ниндәйҙер битте юйыу тураһындағы тәҡдимен шул биткә Категория: Delete тамғаһы ҡуйып билдәләй. Биттең «Фекер алышыу» бүлегендә юйыу тураһында тәҡдименә аңлатма бирә ала.
  • Категория: Delete тамғаһы ҡуйылған биттәрҙе юйыу, шул тамға ҡуйылған көндән бер аҙна үткәс һәм юйыуға ҡаршы тауыш биреүселәр аҙыраҡ булһа ғына атҡарылырға тейеш.
  • Категория: Delete тамғаһы ҡуйылып та, әммә юйыуға ҡаршы булыусылар күберәк булһа, битте юйыу тыйыла.
  • Бәхәстәр Тауыш биреүҙәр/Биттәрҙе юйыу тураһында һәм Тауыш биреүҙәр/Юйылған биттәрҙе тергеҙеү исемле махсус биттәрҙә тауыш биреүҙәр аша хәл ителә ала.
  • Хакимдәр Википедия биттәре талаптарына бәхәсһеҙ тап килмәгән биттәрҙе генә башҡалар менән кәңәшләшмәйсә юя ала.

Хоҡуҡи нигеҙҙәр

[сығанаҡты үҙгәртеү]