Эстәлеккә күсергә

Википедия:Википедия нимә түгел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(ЭЙ:ВНТ битенән йүнәлтелде)

Википедия — интернет селтәрендәге энциклопедия һәм уны юғары сифатлы итеп төҙөү ниәте менән үҙ-ара ихтирам рухына нигеҙләнеп бергә тупланған интернет-берләшмә. Википедияның маҡсаты — башҡорт телендә тулы, дөрөҫ һәм ирекле ҡулланылырлыҡ энциклопедия төҙөү. Википедияны үҙенә оҡшаған ҡайһы бер нәмәләрҙән айырып торған үҙенсәлектәр ҙә бар, уларҙы Википедия теге йәки был нәмә түгел йә Википедия ни түгелдер тип билдәләргә мөмкин.

Википедия нимә түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:Не бумага

Википедия — баҫма энциклопедия түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия: Википедия — баҫма энциклопедия түгел. Был — Википедиялағы темалар һаны һәм мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бер нимә менән дә сикләнмәгән тигәнде аңлата. Әлбиттә, факттарҙың тикшерелә алыу критерийына һәм алда әйтеләсәк ҡайһы бер ҡағиҙәләргә был раҫлау турынан-тура ҡағылмай.

Шул уҡ ваҡытта мәҡәләләрҙең практик күләме һәм ҙурлығы тураһында ла онотмаҫҡа кәрәк. Был уларҙы кеҫә телефоны аша уҡығанда йә интернет аша алынған мәғлүмәт өсөн ниндәйҙер түләү булғанда бигерәк тә мөһим. Икенсенән, артыҡ оҙон мәҡәләне уҡыу үҙенән-үҙе ҡыйынлаша. Шуға ла күләме артыҡ ҙурая башлаған мәҡәләне вағыраҡ мәсьәләрҙе яҡтыртҡан бер нисә бәләкәй мәҡәләгә бүлеү зарур, был осраҡта төп мәҡәлә тексында уларҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе әйтелеп кителә.

Баҫма энциклопедияларҙа ҡайһы бер темаларға ҡыҫҡа, ҡоро һәм статик пландағы мәҡәләләр яҙыла, ә Викикпедияла ҡағыҙ экономиялау талабы булмағанлыҡтан, беҙ теләһә ниндәй теманы ентекләберәк яҡтырта, һәр төрлө мөһим һәм әһәмиәтле һылтанмалар ҡуя, мәҡәләнең эстәлеген даими тулыландыра һәм яңырта алабыҙ. Ошо сәбәптән дә баҫма энциклопедияларҙа киң ҡулланылған ҡыҫҡартыуҙар Википедияла тәҡдим ителмәй. Мәҫәлән, мәҡәлә исемен текст эсендә ҡабатлағанда уны ҡыҫҡартыуҙың кәрәге юҡ. Мәҡәлә яҙыу өсөн алынған материалда күп ҡыҫҡартыуҙар булған осраҡта ла уларҙы тулы формала бирергә кәрәк. Әлбиттә, телдә дөйөм ҡулланылышҡа ныҡлап ингән «һ.б.» кеүек ҡыҫҡартыуҙарҙы һәм «СССР» кеүек аббревиатураларҙы шулай алыуға бер ниндәй ҙә сикләү юҡ.

Әйтелгәндән тағы ла бер тәҡдим: өлөшләтә оҡшаш темалы биттәрҙе йышыраҡ ҡулланылған икенсе мәҡәләгә йүнәлтеү менән уларҙы берләштереү мотлаҡ түгел, уҡыусы был темаға арналған тулы мәғлүмәт менән танышһын өсөн «Шулай уҡ ҡарағыҙ» тигән һылтанма ҡуйыу ҙа етә.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:Не словарь

Википедия — һүҙлек түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия: Википедия — һүҙлек түгел һәм шулай уҡ һүҙҙәр йә һүҙбәйләнештәр буйынса ҡулланма ла түгел. Википедия мәҡәләләре түбәндәгеләр була алмай:

  1. Билдәләмәләр һүҙлеге. Википедия һүҙлек булмағанлыҡтан, теге йәки был терминға билдәләмә биреү өсөн генә яңы мәҡәлә яҙыу кәрәкмәй. Билдәләмә тип бары тик мәҡәләнең башын ғына әйтергә мөмкин; әгәр ҙә һеҙ бары тик билдәләмәнән генә торған мәҡәләгә юлыҡһағыҙ, уны энциклопедияға ярашлы мәғлүмәт менән тулыландырығыҙ. Алда әйтелгән ҡағиҙә конкрет һандарҙың мәғәнәһе аңлатылған мәҡәләләргә ҡағылмай.
  2. Һүҙлек билдәләмәләре исемлеге. Шул уҡ ваҡытта Википедияла башҡа мәҡәләләргә һылтанмаларҙан торған биттәр ҙә бар; улар бер үк һүҙҙең (һүҙбәйләнештең) төрлө мәғәнәләренә арналған мәҡәләләрҙе айырыу өсөн тәғәйенләнгән. Википедияла шулай уҡ ҡайһы бер өлкәләргә ҡағылған библиографик ҡулланмалар күрһәткесле (глоссарий)лы мәҡәләләр ҙә осрай.
  3. Һүҙҙәрҙе йәки жаргон һәм фразеологик һүҙбәйләнештәрҙе нисек ҡулланыу тураһындағы күрһәтмә. Теге йәки был һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе телмәрҙә нисек ҡулланыуҙы аңлатыуҙы Википедия үҙенең маҡсаты итеп ҡуймай. Беҙ халыҡты һөйләшергә өйрәтмәйбеҙ. Шулай ҙа ҡайһы саҡта, мәҫәлән милләт һәм ирек мәҡәләләрендәге кеүек мәғәнә яғынан оҡшаш һәм ниндәйҙер буталсыҡ тыуҙырған төшөнсәләрҙең айырмаһын күрһәтеү өсөн йыш ҡына теге йәки был һүҙҙең ҡулланылышын энциклопедик мәҡәлә эсендә аңлатырға тура килә. Ҡайһы бер осраҡта жаргон һүҙҙәрҙең теге йәки был элементы тураһында махсус мәҡәлә яҙылыуы ла мөмкин.

Һүҙлектәге һәм башҡа билдәләмәләрҙе яҙыу өсөн Википедияның туғандаш проекты — Викиһүҙлек бар, ул нәҡ вики-технологияларға нигеҙләнгән.

Википедия — яңы идеяларҙы таратыу сараһы түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — һеҙҙең үҙ идеяларығыҙҙы һәм аналитик тикшеренеүҙәрегеҙ һөҙөмтәләрен йәки быға тиклем бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән мәғлүмәттәрҙе ҡуйыу урыны түгел. Шуға ла Википедияны «урынлаштырыу өсөн» файҙаланырға кәрәкмәй:

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕОРИСС
  1. Беренсел (оригиналь) тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен, йәғни яңы теорияларҙы, һуңғы сиселештәрҙе, оригиналь идеяларҙы, булған йә уйлап сығарылған терминдарҙың икенсе, ғәҙәти булмаған билдәләмәләрен һ. б. (ҡара Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы). Әгәр һеҙ ниндәйҙер темаға оригиналь тикшеренеү үткәргәнһегеҙ икән, уларҙың һөҙөмтәләрен башҡа урында, мәҫәлән, рецензияланған журналдарҙа, икенсе баҫмаларҙа йәки Интернеттың танылған һәм ихтирам яулаған веб-сайттарында баҫтырырға тырышығыҙ. Һеҙҙең эш һөҙөмтәләре дөйөм белем даирәһенең бер өлөшө булып танылғас ҡына, улар тураһындағы хәбәр Википедияға ҡуйыласаҡ. Рецензияланыусы журналдар, әлбиттә, Википедия мәғлүмәттәренең берҙән-бер сығанағы түгел, шулай ҙа һеҙ үҙегеҙ өҫтәгәндәрҙең ышаныслы һәм тикшерелә алырлыҡ булыуына ынтылырға тейешһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙ ниндәйҙер китап, башҡа баҫма йәки ышаныслы веб-ресурс материалдарына һылтанма яһайһығыҙ икән, был үҙе үк һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе тикшеренерлек икәнлеген һәм уларҙың бары тик һеҙҙең шәхсән фекерегеҙгә генә нигеҙләнмәгәнен күрһәтә.
  2. Оригиналь тикшеренеүҙәрҙе. Әгәр һеҙ яңы термин, (әйтәйек, «киберсуперпостфутурнистик тәьҫирләшеү») йә иһә бейеү өсөн яңы па уйлап таптығыҙ тей, һеҙҙең уйлап сығарыу тураһында ниндәйҙер башҡа сығанаҡ хәбәр иткәс кенә Википедияла айырым мәҡәлә яҙылыуы мөмкин.
  3. Әҙәбиәткә һәм сәнғәткә үҙеңдең ҡараштарыңды. Сәнғәт әһелдәре биографиялары һәм уларҙың ижады хаҡында мәҡәләләр энциклопедик характерҙа булырға һәм абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә тейеш. Түбәндәге 5-се пункты ҡара.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕЭССЕ
ВП:НЕБЛОГ
  1. Теге йәки был тема буйынса һеҙҙең шәхсән уй-фекерҙәрегеҙ тасуирланған шәхси эссе һәм блогтарҙы. Википедия дөйөм кешелектең белемдәрен туплау өсөн тәғәйенләнгән. Ул кемдеңдер шәхси фекерҙәрен дөйөм донъя белемдәренең бер өлөшө итеү сараһы түгел. (Ҡара Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы). Кемдеңдер уйҙары фекер алышыу өсөн юғары дәрәжәлә әһәмиәтле булған һирәк осраҡтарҙа ла был турала уның үҙе түгел, ә башҡа берәүҙең яҙыуы мотлаҡ. Википедия менән бәйле темаларға ҡағылған шәхси фекерҙәр Мета-вики биттәрендә урынлаштырыла.
  2. Ағымдағы хәл-ваҡиғалар тураһындағы фекерҙәрҙе (алдағы пунктың айырым осрағы булараҡ). Ағымдағы хәл-ваҡиғалар, хис-тойғоларҙы ҡайнатып, ҡайһы берәүҙәрҙе «трибунаға менергә» (үҙенең уй-фекерҙәреңде ҡомарланып яҡлау өсөн) этәрһә лә, Википедия — бының урыны түгел. Ағымдағы хәл-ваҡиғалар тураһындағы мәҡәләләр үлсәнгән булып, уларҙы ниндәйҙер дәрәжәлә тарафһыҙ, ситләтелгән ҡараш менән һүрәтләргә тейеш. Быға өҫтәп ошондай мәҡәләләрҙе тиҙ арала ғына иҫкермәҫлек итеп яҙырға тырышырға кәрәк.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕФОРУМ
  1. Дискуссия форумдарын. Беҙҙең төп маҡсат — энциклопедия төҙөү икәнлеген һәр саҡ иҫегеҙҙе тотоғоҙ. Шуға ла мәҡәләнең Фекер алышыу битен мәҡәләгә ҡағылышлы булмаған дискуссиялар өсөн файҙаланмағыҙ, унда мәҡәлә предметын тикшереү ойоштормағыҙ һәм уға ҡарата шәхси ҡараштарығыҙҙы урынлаштырмағыҙ. Айырыуса дискуссияларҙы мәҡәләләрҙең төп тексына күсермәгеҙ (был, әлбиттә, белгестәрҙең абруйлы сығанаҡтарҙан алынған дискуссияһы тураһындағы мәғлүмәткә ҡағылмай, уларҙың мәҡәләләрҙә булыуы мөмкин генә түгел, ә мотлаҡ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән уларҙың Фекер алышыу битендә аралаша алаһығыҙ, әммә был шулай уҡ Википедияла эшләү менән бәйле булырға тейеш.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕЛЕНТА
ВП:НЕРЕПОРТАЖ
  1. Яңылыҡ репортаждарын. Википедия ағымдағы хәл-ваҡиғалар тураһындағы яңылыҡтарҙың беренсел сығанағы булып хеҙмәт итергә тейеш түгел. Бының өсөн беҙҙең туғандаш Викияңылыҡтар проекты бар, ул нәҡ шул беренсел сығанаҡ булараҡ булдырылған да инде. Шул уҡ ваҡытта ағымдағы ваҡиғалар менән бәйле тарихи мөһим темаларға арналған энциклопедик мәҡәләләр Википедияла күп, был үҙ сиратында бихисап белешмә баҫмаларға ҡарағанда Википедияны хәҙерге заман ысынбарлығына бик яҡын итә, сөнки виртуаль энциклопедия берләшмәһе мөхәррирҙәре булған мәғлүмәттәрҙе яңы факттар һәм хәл-ваҡиғалар тураһындағы һуңғы хәбәрҙәр менән яңыртып торорға һәләтле.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕТРИБУНА
ВП:НЕРЕКЛАМА

Википедия —трибуна түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — трибуна ла, пропаганда йәки реклама ҡоралы ла түгел. Икенсе төрлө әйткәндә, Википедия биттәрендә түбәндәгеләр булырға тейеш түгел:

  1. Нимәлер өсөн йә уға ҡаршы пропаганда йәки сығыш. Әлбиттә, мәҡәләлә бындай сығыштар хаҡында объектив мәғлүмәттең булыуы мөмкин — был осраҡта ВП:Тикшерелә алыу һәм нейтраль ҡараш принциптарын мөмкин тиклем ентекле үтәргә кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ башҡаларҙы үҙегеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙең өҫтөнлөгөнә ышандырырға теләйһегеҙ икән, бының өсөн Интернетта блог аса, форумдарҙа сығыш яһай, быға махсус тәғәйенләнгән башҡа сараларҙы ҡуллана алаһығыҙ. Әммә Википедия үҙ асылы менән шәхси фекерҙәрҙе түгел, ә факттарҙы яҙыу өсөн тәғәйенләнгән. Шуға ҡарамаҫтан, Википедияның туғандашы булған Викияңылыҡтар проектында һеҙ теләгән ваҡытта оригиналь репортаж яҙа алаһығыҙ.
  1. Үҙ-үҙеңде рекламалау. Һеҙ үҙегеҙ хаҡында йәки үҙегеҙ әүҙем эшләгән проекттар тураһында яҙырға хоҡуҡлыһығыҙ. Әммә барлыҡ энциклопедик мәҡәләләргә ҡарата ҡулланылған стандарт талаптарҙың был мәҡәләләргә лә тулы кимәлдә ҡағылғанын иҫтә тотоғоҙ. Бында нейтраль ҡараш принцибын айырым әйтеп үтергә кәрәк, сөнки үҙең тураһында һөйләгәндә нәҡ ошо принципты тотоу ауырға тура килә. Шулай уҡ мәҡәләлә кәрәге булғанда-булмағанда ла автобиографик мәҡәләгә күп һылтанмалар ҡуйыу ҙа урынлы түгел.
  1. Реклама. Компаниялар һәм уларҙың продукциялары тураһындағы мәҡәләләр нейтраль ҡараш талабына тулыһынса тап килергә тейеш. Бынан тыш, мәҡәләлә яҙылғандарҙы бойондороҡһоҙ тикшереү мөмкинлеге булыуы мотлаҡ. Шуға ла «гаражда эшләүсе» ваҡ йәмғиәттәр йәки урындағы компаниялар тураһындағы мәҡәләләр ғәҙәттә ҡабул ителмәй. Коммерция ойошмаларына тышҡы һылтанмаларҙы мәҡәлә темаһы менән бәйле эре компанияларҙы күрһәткәндә генә ҡулланырға була. Википедияның ниндәйҙер компания файҙаһына бер мәғлүмәт тә, тәҡдим дә бирмәүен оноторға ярамай.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕЖАЛОБА

Википедия — ялыуҙар һәм тәҡдимдәр кенәгәһе түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедияла теге йәки был фирма һәм уның продукцияһы һүрәтләнә ала, әммә бындай мәҡәләләр мотлаҡ мәғлүмәти һәм тасуирлау характерында булырға тейеш, һәм ошо мәҡәләләрҙең яҙылыуы уларҙа һәм мәҡәләрҙең фекерләшеү битендә википедиясыларҙың был компанияларҙан һәм уларҙың продукцияларын ҡулланыуҙан алған шәхси тәьҫораттарын урынлаштырыуға саҡырыу түгел. Бындай фекерҙәр булған төҙәтеүҙәр алып ташланасаҡ, сөнки улар оригиналь тикшеренеүҙәр рәтенә инә һәм, дөйөм алғанда, тикшерелә алмағандар булып һанала.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:АРХИВ ТҮГЕЛ

Википедия — сервер-көҙгө лә, файлдар архивы ла һәм һылтанмалар каталогы ла түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — сервер-көҙгө лә һәм һылтанмалар, һүрәттәр йә мультимедиа файлдарын һаҡлау өсөн репозиторий (һаҡлағыс) түгел. Википедияға ҡуйылған бар нәмәнең дә энциклопедияла ҡулланыу өсөн йәлләмәйсә һәм аяуһыҙ мөхәррирләнеүе мөмкин. Википедияға нимәлер ҡуйыу менән һеҙ, CC-BY-SA һәм GFDL лицензияларына ярашлы, уның дөйөм ирекле ҡулланыуға бирелеүе менән килешәһегеҙ[1]. Википедия мәҡәләләре түбәндәгеләр була алмай:

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:Һылтанмалар каталогы түгел
ВП:НКС
  1. Тышҡы һылтанмалар тупланмалары йәки интернет-каталогтар. Мәҡәләгә уның йөкмәткеһенә ярашлы бер һәм бер нисә файҙалы һылтанма ҡуйыуҙың бер насарлығы ла юҡ, әммә уларҙың саманан тыш ҙур исемлеге мәҡәләне артабан үҫтереүгә ҡамасаулай һәм Википедияның һуңғы маҡсатынан ситләштерә. Темаһы буйынса күп сайттар булған мәҡәләгә һылтанма итеп бер эре сайтты ҡуйыу ҙа етә. Ҡайһы бер тәҡдимдәрҙе Википедия:Тышҡы һылтанмалар ҡағиҙәһендә һәм Мета-викилағы External links битендә ҡарарға мөмкин.
  1. Эске һылтанмалар тупланмалары, оҡшаш атамалы мәҡәләләр араһында конфликттар булдырмау өсөн тәғәйенләнгән күп мәғәнлекте аңлатҡан биттәрҙән һәм мәҡәләләр яҙыуға ярҙам иткән структураланған исемлектәрҙән тыш.
  2. Сығанаҡ материалдар тупланмалары һәм йәмәғәт ҡулланылышында булған мәғлүмәттәр йәғни китаптарҙың тулы текстары, сығанаҡ кодтар, тарихи документтарҙың төп нөхсәләре, хаттар, ҡанундар, прокламациялар һәм оригиналь, үҙгәртелмәгән килеш кенә ҡиммәтле булған башҡа материалдар. Оригиналь сығанаҡтарҙың тулы текстарын (шул иҫәптән математик һәм астрономик таблицаларҙы, программаларҙың сығанаҡ кодтарын) Викитекаға урынлаштырығыҙ. Икенсе яҡтан, мәҡәләләрҙе Британника Энциклопедияһының 1911 йылғы баҫмаһы кеүек йәмәғәт ҡулланылышына күскән ресурстарҙан алынған мәғлүмәттәр менән тулыландарыу бары тик маҡтауға ғына лайыҡ.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕГАЛЕРЕЯ
  1. Фотографияларҙың йәки медиафайлдарҙың аңлатмалы тексһыҙ тупланмалары. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең фотографияларҙы һәм һүрәттәрҙе урынлаштырырға теләһәгеҙ, ошо фотографияға ҡағылышлы мәҡәлә яҙығыҙ йә фотографияны Викимиллек ҡуйығыҙ, кәрәк булғанда уны бөтә бүлектәр мөхәррирҙәре лә ҡуллана аласаҡ.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕХОСТИНГ
ВП:ПРОВАЙДЕР ТҮГЕЛ
ВП: СОЦИАЛЬ СЕЛТӘР ТҮГЕЛ

Википедия — түләүһеҙ (буш) хостинг, блог йәки веб-провайдер һәм социаль селтәр түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия энциклопедия буйынса эшләүгә ҡағылмаған материалдарҙы һаҡлау буйынса хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнмәй. Һеҙ бында үҙегеҙҙең веб-сайтты, блог йәки викины ҡуя алмайһығыҙ. Википедияны нимәлер урынлаштырыу урыны итеп ҡарарға кәрәкмәй:

  1. Шәхси биттәрҙе. Википедияла эшләүселәрҙең үҙ шәхси биттәре бар, әммә улар бары тик энциклопедияға ҡағылышлы мәғлүмәт ҡуйыу өсөн генә файҙаланыла. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең шәхси веб-битегеҙҙе йә блогығыҙҙы булдырыу өсөн урын эҙләйегеҙ икән, Интернеттың күп һанлы провайдерҙарынан бындай хеҙмәтте бушлай тәҡдим итеүсеһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Википедиялағы һеҙҙең ҡулланыусы бите булыуының төп маҡсаты башҡа ҡатнашыусылар менән шәхси аралашыу түгел, ә энциклопедия менән эшләүҙәге емешле хеҙмәттәшлек өсөн база булдырыу.
  2. Шәхси файлдарҙы. Википедияға энциклопедия мәҡәләләрендә һәм проекттар биттәрендә ҡулланылған (йә ҡулланыласаҡ) файлдарҙы ғына ҡуйығыҙ; башҡаларының барыһы ла юйып ташланасаҡ. Әгәр ҙә һеҙҙең кәрәкле өҫтәлмә фотографиялар йәки башҡа материалдарығыҙ бар икән, уларҙы Викимиллеккә ҡуйығыҙ, уларға Википедиянан һылтанма яһарға мөмкин.

Әгәр ҙә һеҙҙе Вики технологияһын, хатта ул бер генә бит булған осраҡта ла, Википедиянан тыш тағы ниндәйҙер нимәлер өсөн ҡулланыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра икән, бындай эште Википедияла башлау кәрәкмәҫ. Бушлай йә аҡсаға вики-хостинг тәҡдим иткән сайттар бихисап. Үҙегеҙҙең шәхси серверығыҙға Википедияның программа тәьминәтен ҡуя алаһығыҙ.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕКАТАЛОГ

Википедия — каталог түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — ҡасандыр һәм хәҙер булған бар нәмәнең каталогы түгел. Википедия мәҡәләләре түбәндәгеләр була алмай:

  1. Цитаталар, афоризмдар, реаль шәхестәр һәм уйлап сығарылған персонаждар тураһында мәғлүмәттәр кеүек үҙ-ара йомшаҡ бәйләнгән мәғлүмәт исемлеге һәм һаҡланмаһы. Әгәр ҙә һеҙ цитаталар исемлеге төҙөргә теләйһегеҙ икән, уны беҙҙең туғандаш проект — Викицитатникта урынлаштырығыҙ. Әлбиттә, эстәлеге мәҡәлә темаһы менән туранан-тура бәйләнгән йә уны һиҙелерлек тулыландырған исемлектең булыуы бер ҙә насар түгел. Википедияла шулай уҡ һылтанмалар таблицалары һәм таблицаға нигеҙләнгән башҡа ҡулланмалар бар, — улар мәғлүмәт эҙләүҙе ябайлаштырырға ярҙам итә. Бер дөйөм тема менән бәйләнгән бәләкәй мәҡәләләр төркөмдәргә йыйылырға мөмкин.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕДРЕВО
  1. Генеалогия ағастары йәки телефон белешмәләре. Биографик мәҡәләләр етәрлек танылған һәм билдәле (шул иҫәптән шау-шыу һәм ғауға аша) шәхестәр тураһында ғына яҙыла. Шәхестең билдәлелек критерийҙарының береһе — уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙең тышҡы сығанаҡтарҙа (Интернет селтәрҙәрендә һәм баҫма) булыуы. Аҙ билдәле шәхестәр үҙҙәре ҡағылышлы өлкәләр буйынса тематик мәҡәләләрҙә телгә алынырға мөмкин. Бар кешеләр тураһында генеалогия һәм биография мәғлүмәттәрен туплау өсөн махсус булдырылған проектар бар, ә Википедия быны өсөн тәғәйенләнмәгән.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:БЕЛЕШМӘ ТҮГЕЛ
ВП: ТЕЛЕПРОГРАММА ТҮГЕЛ
ВП:ЖС ТҮГЕЛ
  1. Каталогтар, белешмәләр йә телетапшырыуҙар программалары, шулай уҡ бизнесҡа булышлыҡ иткән ресурстар. Миҫал өсөн, радиостанция тураһындағы мәҡәләлә, ҡағиҙә булараҡ, буласаҡ хәл-ваҡиғаларҙы, кадрҙар алмашыныуын, телефон номерҙарын, тапшырыуҙар анонстарын һ. б. һанап сығыуҙың кәрәге юҡ (шул уҡ ваҡытта мөһим кадрҙар алмашыныуы һәм коллективтағы һиҙелерлек ваҡиғалар, шул иҫәптән ҡаҙаныштар мәҡәләлә урын алыуы мөмкин). Бындай мәҡәләнең Фекерләшеү бите шулай уҡ мәҡәлә темаһына бәйле коммерция эшмәкәрлеген түгел, мәҡәләнең үҙен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Википедия «һары биттәр» түгел.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕВСЁПОДРЯД
ВП:НЕСВАЛКА

Википедия — мәғлүмәттәрҙең тәртипһеҙ йыйылмаһы түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — мәғлүмәт материалдарының тәртипһеҙ йыйылмаһы түгел. Ниндәйҙер мәғлүмәттең 100 процентҡа дөрөҫ булыуы ғына уның энциклопедияға индерелергә тейешлеген аңлатмай. Төрлө кимәлдәге материалдарҙың энциклопедияға индереүҙең файҙаһы хаҡындағы фекер алышыу дауам итһә лә, хәҙергә үк Википедия мәҡәләләре — улар нимә икәне тураһында дөйөм килешеүгә киленгән дә инде:

  1. Йыш осраған һорауҙар һәм уларға яуаптар исемлектәре түгел. Ошондай һорауҙарҙы һанап сығыу кәрәкмәй — бының урынына мәҡәләлә тасуир ителгәндең предметы хаҡында риторик һорауҙар менән бүленмәгән, интонацион яҡтан повествовательный формалағы яҙма булырға тейеш.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ЮЛ КҮРҺӘТКЕС
  1. Сәйәхәтселәр өсөн юл күрһәткестәр түгел. Париж тураһындағы мәҡәләлә һеҙгә оҡшаған ҡунаҡхана телефонын һәм адресын йә Елисей яланында һөтлө ҡәһүәнең хаҡын түгел, ә Эйфел башняһы йәки Лувр кеүек иҫтәлекле урындар тураһында һөйләү күпкә отошло булыр. Шул уҡ ваҡытта Википедияға бармаған ошондай ваҡ-төйәк Викигидта бик тә маҡтауға лайыҡ булып ҡабул ителә.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕМЕМОРИАЛ
  1. Мемориалдар түгел. Википедия — вафат булған дуҫтар һәм яҡындарҙы иҫкә алыу урыны түгел. Энциклопедия мәҡәләһендә һүрәтләнгән шәхес үҙе тураһында матур иҫтәлек ҡалдырыусы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә билдәлелек яулаған булырға тейеш.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ИНСТРУКЦИЯ ТҮГЕЛ
ВП:КӘҢӘШ ТҮГЕЛ
  1. Ҡулланма, рецептар һәм инструкциялар түгел. Википедияла кешеләрҙе, ниндәйҙер урындарҙы, предметтарҙы һүрәтләү булһа ла, мәҡәләләр инструкция, консультация (юридик йәки медицина темаһына) йә күрһәтмә формаһын алырға, аҙымлы инструкция («нисек эшләргә» стилендә), шул иҫәптән аҙымлап өйрәтеү ҡулланмаһы, эксплуатациялау буйынса инструкция, компьютер уйындары буйынса кәңәштәр һәм рецептар булырға тейеш түгел. Был сикләүҙәрҙең «Википедия» атамаһы менән йыйылған мәҡәләләргә ҡарата һаҡланмауы мөмкин, сөнки уларҙа Википедияның үҙендә нисек эшләргә кәрәклекте аңлатҡан инструкцияларҙың булыуы ихтимал, мәҫәлән, Википедия:Мәҡәләләрҙе нисек төҙәтергә тигәне нәҡ шундайҙар рәтендә. Башҡа төрлө «нисек эшләргә» стилендәге ҡулланмаларҙы урынлаштырыу өсөн туғандаш Викидәреслек проекты бар.
  2. Бөтә донъя селтәрҙәре сайттары буйынса юл күрһәткес түгел. Википедия мәҡәләһе сайттарҙың тәғәйенләнеше, структураһы һәм улар тәҡдим иткән хеҙмәтте һүрәтләү менән генә сикләнергә тейеш түгел, ә сайтты энциклопедик юҫыҡта тасуирлап, уның ҡаҙаныштарын, популярлығын һәм тарихи әһәмиәтен күрһәтергә тейеш. Сайттар тураһындағы бындай мәғлүмәттәр башҡа сығанаҡтар менән сағыштырғанда Википедияла яңыраҡ булып ҡала, сөнки килеп сыҡҡан һәр яңы фактты һәм мәғлүмәтте беҙ мәҡәләгә өҫтәп бара алабыҙ.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕВИКИТЕКА
  1. Китап текстары ла һәм уларға комментарийҙар ҙа түгел — был маҡсат өсөн нәҡ Викитека ҡулай.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕИЗЛОЖЕНИЕ
  1. Сюжеттарҙы һөйләп сығыу түгел Әҙәби әҫәрҙәр һәм компьютер уйындары, шулай уҡ уйлап сығарылған донъялар тураһындағы мәҡәләләр бары тик сюжетты һөйләп сығыуҙан ғына тормай, әҫәргә, уның үҙенсәлектәренә, характерына һәм тарихи әһәмиәтенә сығанаҡтарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә алынған анализ тәҡдим итергә тейеш[2][3][4].
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕРЕЦЕПТЫ
  1. Кулинар рецептар китабы түгел, улар өсөн Викидәреслектә Кулинария китабы бар.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕРАСПИСАНИЕ
ВП:НЕРАСП

  1. Тимер юлы станциялары, платформалар һәм вокзалдар, автостанциялар һәм автовокзалдар, йылға һәм диңгеҙ порттары, аэропортар расписаниеһы түгел — улар өсөн махсус веб-сайттар бар. Бындай мәғлүмәт Википедияла бары тик дөйөмләштерелгән һәм анализланған килеш кенә урынлаштырыла ала[5].
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП: НЕЖЁЛТАЯПРЕССА
ВП:НЕЖП
ВП:НЕСЛУХИ
  1. Һары матбуғат түгел. Википедия мәҡәлә предметтарын энциклопедик манерҙа һәм нейтраль күҙлектән һүрәтләй; имеш-мимеш, ғәйбәт һәм кешеләрҙең шәхси тормошона ҡағылған «сенсациялы» ваҡ-төйәк таратыу уның бурыстары иҫәбенә инмәй. Бигерәк тә әле йәшәп ятҡандар хаҡындағы мәғлүмәткә иғтибарлы булырға кәрәк; һәр төрлө шикле хәбәрҙәрҙең уларға зыян килтереүе һәм эштең судҡа барып етеүе мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер шау-шыулы эпизод шәхес биографияһы өсөн мөһим (мәҫәлән, уның һөнәри карьераһына йоғонто яһаған) һәм ышаныслы сығанаҡтар менән нығытыла икән, был хаҡтағы мәғлүмәт мәҡәләлә урын алырға хоҡуҡлы. Дөйөмләштереп әйткәндә, замандаштар тураһында мәғлүмәт өҫтәгәндә Википедия:Замандаштарҙың биографиялары тураһындағы ҡағиҙәләргә нигеҙләнергә кәрәк.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕГУЩА
ВП:Не гуща
ВП:Будущее
ВП:Будущие события
ВП:БУС

Википедия — ҡәһүә түпрәһе түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — күрәҙәлек итеүҙәр һәм тикшерелә алмаҫлыҡ фараздар коллекцияһы түгел. Киләсәктә буласаҡ хәл-ваҡиғалар тураһындағы барлыҡ мәҡәләләр тикшерелә алырлыҡ булырға, а уларҙа һөйләнелгәндәр үткәнде яҙғанға ҡарағанда ҡыҙыҡлыраҡ итеп ҡабул ителергә тейеш. Айырым алғанда:

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:БУДЕТ
  1. Ҡайһы бер киләсәктә көтөлгән йәки тормошҡа ашасаҡ хәл-ваҡиға бары тик уның тураһында нимәлер билдәле булғанда, һәм ул мотлаҡ йә ҙур ихтималлыҡ менән тормошҡа ашырға тейеш булғанда ғына айырым һүрәтләүгә хоҡуҡлы. Әгәр ҙә был хәл-ваҡиғаға тулы кимәлдә әҙерләнеү башланмаған икән, уның тураһында фаразлау ныҡлы һәм ышаныслы нигеҙләнергә тейеш була. 2022 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары быға миҫал була ала. Киләсәктә көтөлгән хәл-ваҡиғалар исемлеге ,мөһимлеге иҫбатланған хәлдә әлбиттә, шулай уҡ ҡуйылырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, 3032 йылғы Олимпия уйындары мәҡәлә өсөн яраҡлы тема түгел, сөнки был ваҡиға тураһында кемдер һәм ҡайҙалыр нимәлер әйтһә лә, әлегә тикшеренә алырлыҡ һәм оригиналь тикшеренеүгә ҡарамаған бер нәмә лә әйтеп булмай. # Нәҡ шулай уҡ дөйөм мәғлүмәттән башҡа бер нәмә билдәле булмаған киләсәктәге хәл-ваҡиғаларҙың йә асыштарҙың алдан төҙөлгән исемлектәренең айырым элементтары йәки атамаларҙың билдәле системаһы мәҡәләләр өсөн яраҡлы тема була алмай. Мәҫәлән, «Тропик циклондар атамаларының исемлеге» энциклопедияға индерелә, әммә Төньяҡ Атлантикала буласағы һәм сәғәт йөрөшөнә ҡаршы өйөрөлөсәге дөйөм нигеҙҙә билдәле «Алекс тропик дауылы (ураганы) (2022)» —Википедияға ҡуйыла алмай. Һандарҙы атауҙың стандарт системаһы буйынса яһалған һүҙҙәр (миҫал өсөн, «мегагигатерабайт») хаҡындағы мәҡәләләр ҙә энциклопедик була алмай. Әгәр улар авторитетлы сығанаҡта билдәләнгән һәм киң ҡулланылышҡа ингән икән – был икенсе мәсьәлә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер фәнни күҙаллауҙар — мәҫәлән, IUPAC-та сағылыш тапҡан, әммә лаборатория шарттарында әлегә сығарылмаған химик элементтар тураһында энциклопедик мәҡәлә яҙылыуы мөмкин тип һанала.
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕПРЕДСКАЗАНИЯ
ВП:НЕВАНГА
  1. күрәҙәлек итеүҙәр, фараздар һәм «киләсәк тарихы» булған мәҡәләләр оригиналь тикшеренеү һанала һәм шуға ла мәҡәләләр өсөн яраҡһыҙ. Әлбиттә, киләсәкте һүрәтләгән әһәмиәтле әҙәби әҫәрҙәр, күрәҙәлек итеүҙәр һәм фараздар булған эссе йәки фәнни тикшеренеүҙәр тураһында мәҡәләләр яҙылған һәм яҙыласаҡ — улар ғәмәлдә киләсәккә түгел, ә бөгөнгөгә бағышланған, сөнки мәҡәләләрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар һәм әйберҙәр тормошта хәҙер үк бар. Шуға ла «История будущего» (Роберт Хайнлайн) йә «Физика будущего» мәҡәләләре ҡуйылырға мөмкин, ә Оружие четвёртой мировой войны или История будущего США — юҡ.

Әгәр ҙә һеҙ Википедияла «киләсәк тарихын» тикшерергә теләһәгеҙ, түбәндәгене инеп ҡарағыҙ: Wikia Future (инг.).

Әгәр ҙә әлегә тамамланмаған проекттар һәм эшләнмәләрҙең үҫеш перспективалары һәм уңышына ҡағылышлы дискуссия һәм аргументлауҙарға һылтаналар икән, уларҙы мәҡәләләрҙә сағылдырырға була. Әммә мөхәррир үҙенең шәхси анализдары һәм комментарийҙары менән был материалды тулыландыра алмай, сөнки был осраҡта мәҡәлә Википедияла тыйылған оригиналь тикшеренеүгә әйләнә. Әлегә киң аудиторияға сығарылмаған әйберҙәр (фильмдар, уйындар һ. б.) тураһында мәҡәлә яҙыла икән, уның реклама булмауын махсус асыҡларға кәрәк

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕТЦЕНЗУРЫ

Википедияла цензура юҡ

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия материалдары кемгәлер бәхәсле йә хурлағыс булып тойолоуы мөмкин. Википедияны уҡыусы һәр кем мәҡәләләрҙе (әгәр улар, мәҫәлән, вандализмдан һаҡлауға ҡуйылмаһа) мөхәрирләй ала, һәм уның үҙгәртеүҙәре бер ниндәй тикшереүһеҙ (айырым осраҡтарҙан тыш) яҙылып ҡуйыла, шуға ла мәҡәлә һәм рәсемдәрҙең барлыҡ ҡулланыусылар өсөн яраҡлы булыуын йә айырым социаль йәки дини норма һәм талаптарға тап килеүенә Википедия гарантия бирмәй. Урынһыҙ төҙәтеүҙәр (мәҫәлән, кәрәге булмаған осраҡта ла шаҡ ҡатырғыс сайттарға һылтанма ҡуйыу) ғәҙәттә шунда уҡ алып ташлана, шулай ҙа ҡайһы бер мәҡәләләрҙә бәхәсле текстар, рәсемдәр йә бәхәс тыуҙырған материаллы сайттарға һылтанмалар булыуы мөмкин (миҫал өсөн, порнография тураһында мәҡәлә); ғәмәлдәге ҡағиҙәләргә, НТЗ принцибына һәм Википедия серверҙары урынлашҡан Америка Ҡушма Штаттары ҡанундарына ҡаршы килмәгән осраҡтарҙа был рөхсәт ителә. Тыйылғанға миҫал: балалар ҡатнашлығындағы порнографияны ошо хаҡтағы мәҡәләгә ҡуйыу ҙа тыйыла, сөнки был АҠШ ҡануниәтенә ҡаршы килә.

Википедия берләшмәһе нимә түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НПБ
ВП:НЕПОЛЕ
ВП:НЕПОЛЕБОЯ

Википедия — көрәш яланы түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр ҡатнашыусы башҡалар менән әҙәпле, тыныс һәм хеҙмәттәшлек рухында аралашырға тейеш. Үҙегеҙ риза булмағандарҙы Википедия:Кәмһетеүҙәргә, янауға һәм дошмансыллыҡҡа юл ҡуймағыҙ. Фекер айырымлыҡтарына аҡыл менән ҡарағыҙ һәм уларҙы тыныс, әҙәпле һөйләшеп-яҙышыу менән аңлатығыҙ. Башҡа ҡулланыусының үҙен әҙәпһеҙ, агрессив тотоуы, хеҙмәттәшлек итергә теләмәүе, һеҙҙе кәмһетеүе һәм янауы һеҙгә уға ҡарата үҙегеҙҙе лә шулай уҡ тотоу хоҡуғын бирмәй. Йә нигеҙһеҙ бәйләнеүҙәрен иғтибарға алмай, оппонент ҡулланған дәлилдәргә генә ғына корректлы яуап бирегеҙ, йә урынһыҙ репликаны тулыһынса инҡар итегеҙ. Конфликт дауам итә икән, уларҙы хәл итеү процедураларын ҡулланығыҙ. Аралашсы булыр ҡулланыусылар мотлаҡ табыласаҡ, һәм улар һеҙҙең бәхәсте хәл итеү өсөн ярҙамға килер. Бынан тыш, Оппоненттың хаҡлы түгеллеген күрһәтеү өсөн генә яңы мәҡәлә яҙмағыҙ йә булғанын үҙгәртмәгеҙ. Википедияны, уға, уны ҡулланыусылар йәки Викимедия Фондына ҡарата юридик йә башҡа төр ҡурҡыныс тыуҙырыу өсөн ҡулланмағыҙ. Юридик проблемалар тураһында белдереү өсөн башҡа юлдар ҙа бар[6] хәбәр итә алаһығыҙ. Янауҙар юл ҡуйғыһыҙ, һәм һеҙҙең Википедия биттәрен мөхәррирләү мөмкинлеген бикләүгә килтереүе мөмкин.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕАНАРХИЯ

Википедия — анархия өлкәһендә эксперимент түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия ирекле һәм асыҡ, әммә улар, төп маҡсат — энциклопедия төҙөүгә ҡаршы килә башлаһа, сикләнә. Шулай булғас, Википедия — кем нимә теләй, шуны һөйләй торған урын түгел. Википедияның асыҡ һәм үҙ идаралы проект булыуы анархик берләшмәләрҙең йәшәүгә һәләтлеген өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя тигәнде аңлатмай.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ДЕМОКРАТИЯ ТҮГЕЛ
ВП:КҮПСЕЛЕКТЕҢ ДИКТАТЫ ТҮГЕЛ
ВП:АДМИНДАР ДИКТАТЫ ТҮГЕЛ

Википедия — демократия өлкәһе эксперименты түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — демократия өлкәһе йәки йәмғиәттең ниндәйҙер башҡа төр сәйәси ойшмаһының эксперименты түгел. Консенсусҡа ирешеүҙең төп юлы —тауыш биреү һәм айырым Википедия:Администраторҙарҙың баш-баштаҡлығы түгел, ә кәңәш ҡороу. Айырым ҡатмарлы осраҡтарҙа консенсусҡа килеүгә ярҙам йәһәтенән һайланма һорашыуҙар үткәрелеүе мөмкин. Уларҙы һаҡлыҡ менән үткәреү зарур, ә һөҙөмтәләрен проблеманы тулыһынса хәл итеүсе сифатында ҡабул итергә кәрәкмәй. Демократия менән эксперимент үткәрергә теләһәгеҙ, WikiDemocracy (инг.) проектына рәхим итегеҙ.

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕГОСДУМА
ВП:НЕБЮРОКРАТИЯ

Википедия — ҡанун сығарыуҙа эксперимент түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]

Википедия — адвокаттар мәктәбе түгел, уның ҡағиҙәләре —ниндәйҙер үҙмаҡсат түгел, ә тормошто еңеләйт сараһа, шуға ла бюрократик процедураларҙан мөмкин тиклем арынырға кәрәк. Процедураның формаль боҙолоуы (мәҫәлән, ниндәйҙер тәҡдимдә йәки кандидатура күрһәтеүҙә) — был тәҡдимде кире ҡағыуға сәбәп һәм нигеҙ түгел. Ҡағиҙә һәм кәңәштәрҙең хәрефенә түгел, ә дөйөм мәғәнәһенә һәм асылына ҡарарға кәрәк. Төрлө аңлашылмауҙар йә ҡаршылыҡтар ҡағиҙә һәм процедураларҙы бюрократик нигеҙҙә теүәл үтәү аша түгел, ә фекерләшеү ярҙамында хәл ителергә тейеш.

Аңлашылмағанда нимә эшләргә

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:ЭНЦИКЛОПЕДИЯ
ВП:ЧИТАТЕЛЬ

Мәҡәләлә нимәнеңдер булыуы йә булмауына шикләнәһегеҙ икән, эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалып, үҙегеҙҙән үҙегеҙ һорағыҙ: ошондай баш аҫтында уҡыусы энциклопедияла нимә күрергә теләр ине. Википедия:Юйыуға тәҡдимдәр архивы рәсми сәйәсәт өлөшө булмаһа ла уны үткәндә нимә энциклопедияға яраҡлы һәм нимә яраҡһыҙ итеп танылыуы тураһында мәғлүмәт итеп файҙаланырға була. Үрҙә һаналған ҡағиҙәләрҙең боҙолоуына шик тыуа икән, түбәндәгеләрҙе ҡуланыу мөмкинлеген ҡарағыҙ:

  • Мәҡәләнең йөкмәткеһен үҙгәртеү (ғәҙәти мөхәррирләү).
  • Биттә булғанды, тарихын һаҡлап ҡалып, йүнәлтеү аша үҙгәртеү.
  • Википедия:Мәҡәләләрҙе юйыу ҡағиҙәләренә ярашлы нигеҙ булған осраҡта битте юйырға тәҡдим итеү. Ниндәй эшләнгән өлөштөң юйылыуы ихтималлығын аңлау өсөн мәҡәләне тикшереүҙе даими күҙәтеп барығыҙ.
  • Был биттәге ҡағиҙәләрҙе башҡа ҡатнашыусылар менән фекерләшеү битендә тикшереү һөҙөмтәһендә эшләнгән консенсус нигеҙендә генә үҙгәртеп була. Яңы пункттар өҫтәгән хәлдә, фекерегеҙҙе мөмкин тиклем аныҡ яҙығыҙ һәм уларҙың, бығаса тасуирләнгәнгә оҡшаш булыуына ҡарамаҫтан, өҫтәлеүгә урынлы икәненә тейешле дәлилдәр килтерегеҙ.

Һеҙҙең ҡатнашыусы бите нимә түгел

[сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:НЕЛС

Бында һаналған ҡағиҙәләрҙең күбеһе һеҙҙең ҡатнашыусы бите өсөн дә ҡулланыла ала. Һеҙҙең ҡатнашыусы бите — шәхси сайт та һәм шәхси блог та түгел. Һеҙҙең ҡатнашыусы бите — Википедияның бер өлөшө һәм самораскрутка өсөн түгел, ә башҡа ҡатнашыусылар менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн тәғәйенләнгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

[сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Википедия:Эссе:Википедия нимә түгел
  1. Бынан тыш, Википедия мәҡәләләрендә әйтелгән лицензияларға нигеҙләнгән һүрәттәр һәм цитататалар булыуы мөмкин, уларҙың үҙ сиратында башҡа шарттарҙа ла ҡулланыла ала (шул иҫәптән « намыҫлы ҡулланыу шарттары» [«fair use»] нигеҙендә). Ҡайһы бер материалдар бары тик CC-BY-SA лицензияһына ярашлы ғына таратыла — был осраҡта мәҡәләнең үҙендә, үҙгәртеүҙәр тарихында йә фекер алышыуҙар битендә тейешле билдәнең булыуы шарт
  2. См. также эссе Википедия:Не изложения сюжетов.
  3. Смотри также решение по иску АК:775, пункты 3.2.2 и 4.1.3.3.
  4. См. также Википедия:Форум/Архив/Форум арбитров/АК-14#АК:775, п. 3.2.2.
  5. Был ниндәйҙер маршруттарға арналған мәҡәләләрҙә әһәмиәтле булған айырым транспорт маршрутына ҡағылмай.
  6. Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең юридик хоҡуҡтарығыҙ боҙола тип һанайһығыҙ икән, быны ошо проблемаға ҡағылышы булған башҡа ҡулланыусылар менән тикшерә, рассылкалар исемлегенә мөрәжәғәт итә, Викимедиа Фонды менән бәйләнешкә инә, йәки, автор хоҡуҡтарығыҙ боҙолған осраҡта, беҙгә WP:Request for immediate removal of copyright violation (инг.)