Лувр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Лувр
франц. Musée du Louvre
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1793[1]
Рәсми атамаһы Musée du Louvre
Хөрмәтенә аталған Луврский дворец[d]
Менеджер/директор Jean-Luc Martinez[d][2]
Дәүләт Flag of France (1790–1794).svg Франция[3]
Административ-территориаль берәмек Сен-Жермен-л’Оксеруа[d][3]
Урынлашыу Париж
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Сена[d]
Хужаһы Министерство культуры Франции[d]
Милке pyxis of al-Mughira[d], The Inspiration of the Poet[d], Saint James of the Marches[d], Atlas[d], Melancholia[d], Musée Saint-Raymond, D 69 2 52[d], Musée Saint-Raymond, D 69 2 51[d], Lécythe d.69.2.55[d], Лувр пирамидаһы[d] һәм The Doge Alvise IV. Mocenigo on the Bucentaur near the Riva di Sant'Elena[d]
Спонсор Шварцман, Стивен[d]
Төп тема Сәнғәт һәм antiquities[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәтләндереүсе Service des Musées de France[d]
Рәсми асылған ваҡыты 1793[4]
Коллекция күләме 460 000 ± 5000[5]
Число посетителей в год 10 200 000[6]
Плата 15 Евро[7]
Допустимые виды оплаты наличные деньги[d][8], banker's draft[d][8], Дебетовая карта[d][8] һәм chèque-vacances[d][8]
Дни работы Wednesday to Monday[d][9]
Закрыто Шишәмбе[9]
Доступность для кресел-каталок доступно для кресел-каталок[d][10]
Урамда урынлашҡан Улица Риволи[d]
Почта индексы 75058[11] һәм 75001
Электронная почта info@louvre.fr[12]
Рәсми сайт louvre.fr​ (фр.)
louvre.fr/en/​ (инг.)
louvre.fr/jp/​ (яп.)
louvre.fr/zh/​ (ҡыт.)
Описан на сайте louvre.fr/en/visi…​ (инг.)
Страница учреждения на Викискладе Louvre
Commons-logo.svg Лувр Викимилектә

Лувр музейы (франц. Musée du Louvre, йышыраҡ Лувр тип кенә йөрөтөлә) — донъяла иң ҙур музейҙарҙың береһе һәм донъяның иң популяр художестволы музейы. Париждың үҙәгендә, Сена йылғаһының уң ярында, баш ҡаланың 1-се округында, Риволи урамында урынлашҡан.

2018 Луврға килеүселәр һаны 10 миллиондан арта, был рекорд булып тора. Музейҙың бинаһы — боронғо король һарайы (Palais du Louvre). Людовик XIV-нең атлы статуяһы Париждың тарихи үҙәге нөктәһенә тап килә. Лувр — Францияның Капетингтар дәүеренән башлап художество һәм тарихи реликвияларҙы туплаған бик элгәрге музейҙарҙың береһе. Луврҙа уны универсаль тип һанатырлыҡ нәмәләр тупланған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Король һарайы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лувр Луврҙың Ҙур башняһы ҡәлғә-замогы нигеҙендә барлыҡҡа килгән, ҡәлғәне 1190 йылда король Филипп-Август төҙөткән. Замок ҡаланы викингтар осорондағы барымталарҙан һаҡларға тейеш булған. 1317 йылда, Тамплиерҙарҙың мөлкәтен Мальта орденына тапшырғас, король ҡаҙнаһы Луврға күсерелә. Карл V замокты король резиденцияһына әүерелдерә.

Иҫкергән Ҙур башня 1528 йылда Франциск I фарманы менән емертелә һәм 1546 йылда ҡәлғәне зиннәтле король резиденцияһына әйләндереү башлана. Был эштәр Пьер Леско тарафынан башҡарылып, Генрих II һәм Карл IX идара иткән осорҙарҙа ла дауам итә. Бинаға ике яңы ҡанат өҫтәлә. 1594 йылда Генрих IV Луврҙы Екатерина Медичи төҙөткән Тюильри һарайы менән ҡушырға була. Һарайҙың квадрат ихатаһын архитекторҙар тәүҙә Лемерсье, шунан Луи Лево Людовик XIII һәм Людовик XIV идараһы осоронда эшләй, һарай дүрт тапҡырға ҙурыраҡ булып китә. Һарайҙы биҙәү менән рәссамдар Пуссен, Романелли һәм Лебрен шөғөлләнә. 1667—1670 йылдарҙа архитектор Клод Перро һарайҙың Лувр майҙанына сыҡҡан көнсығыш фасадында Лувр Колоннадаһын ҡора.

1682 йылда эштәр ҡапыл туҡтатыла, сөнки Людовик XIV яңы король резиденцияһы итеп Версалде һайлай. XVIII быуаттан Луврҙы музейға әйләндереү тураһындағы тәҡдимдәр ишетелә башлай. Проектҡа Людовик XV заманында нигеҙ һалына һәм эш Француз Революцияһы ваҡытында туҡтатыла.

Революциянан һуң Луврҙағы эштәрҙе Наполеон I дауам иттертә. Уның архитекторҙары Персье һәм Фонтен Риволи урамы буйлап төньяҡ ҡанатты ҡора башлай. Был ҡанат 1852 йылда Наполеон III осоронда төҙөлөп бөтә, шулай итеп, Лувр төҙөлөшө тамамлана. 1871 йылда Париж Коммунаһын ҡамағанда Тюильриҙағы янғындан һәм уны емертеүҙән һуң, Лувр хәҙерге күренеште ала. 1989 йылда Наполеон ихатасығы уртаһына быяла пирамида ҡуйыла (архитектор Юй Мин Бэй).

Музей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1878 йылда Луврҙа музей асыу ҡарары ҡабул ителә, уның беренсе һаҡлаусыһы итеп Юбер Робер тәғәйенләнә, ул тиҙ арала буласаҡ экспозицияны әҙерләргә тотона[13].

Музей ишектәре тәүләп 1793 йылдың 10 авгусында, революциянан һуң, асыла. Беренсе империя осоронда Наполеон музейы тип йөрөтөлә.

Коллекцияларын төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүҙә Лувр фондтары король коллекцияларынан тора, улар иҫәбенә Франциск I (итальян полотнолары) һәм Людовик XIV коллекциялары инә. Музейҙы ойоштороу мәленә король коллекцияһында 2500 полотно була.

Француз скульптураһы музейынан бик күп скульптуралар тапшырыла. Революция ваҡытында конфискацияланған мөлкәт иҫәбенә лә музей фонды бик ныҡ байый.

Наполеон һуғыштары осоронда, музейҙың беренсе директоры барон Денон яҙыуынса, Лувр коллекцияһы хәрби трофейҙар менән тулыландырыла, шул уҡ осорҙа музейға Мысырҙан һәм Яҡын Көнсығыштан археологик табылдыҡтар килтерелә. XIX һәм XX быуаттарҙа музей күп экспонаттарҙы һатып йә бүләккә ала. Һуңғылары иҫәбендә — Эдмунд Ротшильдтың коллекцияһы, ул уны музейға васыят итеп ҡалдыра.

Экспонаттар Луврға төрлө юлдар менән эләгә. Луврҙың иң танылған полотнолары — Леонардо да Винчиҙың «Джоконда»һы һәм Рафаэлдең "Гүзәл баҡсасы ҡыҙ"ы — заманында Франциск I-неке була, уларҙы король Леонардоның вафатынан һуң 1519 йылда үҙенә алған була. Күп полотнолар Луврға Наполеон армияһының трофейы сифатында эләгә, мәҫәлән, 1798 йылда Венецияны талағанда. Мурильоның "Кескәй фәҡир"ен 1782 йылда Людовик XVI һатып алған. Вермерҙың «Селтәрсе»һе һәм Дюрерҙың "Шайтан таяғы менән автопортрет"ы музей тарафынан ярашлы 1870 һәм 1922 йылдарҙа һатып алына.

Музейҙың иң билдәле скульптуралары — 1820 йылда табылған һәм Франция илсеһе тарафынан Төркиә хөкүмәтенән һатып алынған Венера Милосская; 1863 йылда Самотраки утрауында Францияның Адрианополдәге вице-консулы Шарль Шампуазо тапҡан Ника Самофракийская.

Луврҙың юлдаш музейҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ланс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франция хөкүмәте 2004 йылда Нор — Па-де-Кале төньяҡ төбәгендәге Ланс ҡаласығында ташландыҡ күмер разрезы урынында Луврҙың юлдашын төҙөү тураһында ҡарар сығара. Париж Луврына халыҡтың үтә күп килеүе, шулай уҡ Францияның төньяғында иҡтисадты үҫтереү ҡарарҙың сәбәпсеһе була. Яңы музей комплексының проектын эшләүгә 2005 йылда япон архитектура бюроһы SANAA һайлана. 2012 йылдың 12 декабрендә яңы музей асыла.

Абу-Даби[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Лувр Абу-Даби — Луврҙың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Абу-Дабиҙа урынлашҡан филиалы. Музейға төрлө француз музейҙары (Лувр, Помпиду Үҙәге, Орсэ музейы, Версаль һарайы) экспонаттары тапшырылған.

2012 йылда Лувр Абу-Даби фотоһүрәттәр туплай башлай һәм үҙ фондын булдыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]