Бөйөк француз инҡилабы
Бөйөк француз инҡилабы | |
Урыны | |
---|---|
Дата | |
Сәбәптәре |
абсолютизм системаһы көрсөгө |
Һөҙөмтәләре |
монархияны бөтөрөп, Беренсе француз республикаһын төҙөү |
Хәрәкәт итеүсе көстәр | |
Бөйөк француз инҡилабы Викимилектә | |
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Бөйөк француз инҡилабы (франц. Révolution française) — Францияның илдә Боронғо тәртипте (франц. Ancien Régime) һәм абсолют монархияны юҡ итеүгә килтергән эре социаль һәм сәйәси транформацияһы. Ул «Азатлыҡ, тиңлек, туғанлыҡ» девизы аҫтында азат һәм тиң граждандарҙың Беренсе француз республикаһын (сентябрь, 1792) юридик иғлан итә.
Революция 1789 йылдың 14 июлендә Бастилияны алыуҙан башлана, ә уның тамамланыуын тарихсылар 1799 йыл тип һанай.
Инҡилаб сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуатта Франция бюрократик үҙәккә һәм регуляр армияға таянған монархия була. Илдә йәшәп килгән социаль-иҡтисади һәм сәйәси режим XIV—XVI быуаттарҙағы оҙайлы сәйәси ҡаршылыҡ һәм граждандар һуғышы барышындағы ҡатмарлы килешеүҙәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Шундай компромистың береһе батша власы һәм юғары ҡатламдар араһында булған — сәйәси хоҡуҡтарҙан баш тартыу хаҡына дәүләт власы был ике ҡатламдың барлыҡ социаль өҫтөнлөгөн һаҡлаған. Икенсе компромисс крәҫтиәндәргә ҡағылған — XIV—XVI быуаттарҙағы оҙайлы крәҫтиән һуғыштары барышында улар аҡса һалымының күпселек өлөшөн бөтөрөүгә һәм ауыл хужалығында тәбиғи мөнәсәбәттәргә күсеүгә өлгәшкән. Өсөнсөһө буржуазияға ҡарата булдырылған (ул ваҡытта урта синыфҡа ҡарай һәм хөкүмәт уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн күп эшләй, буржуазияның халыҡтың төп массаһын тәшкил иткән крәҫтиәндәргә ҡарата булған ҡайһы бер өҫтөнлөгөн һәм хужалары Франция буржуазияһына ҡараған тиҫтәләрсә мең ваҡ предприятиеларҙы һаҡлап ҡала). Әммә был ҡатмарлы компромисс һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән режим XVIII быуатта күршеләренән, тәү сиратта Англиянан артта ҡала башлаған Францияның нормаль үҫешен тәьмин итмәй. Өҫтәүенә, саманан тыш эксплуатация, дәүләт тарафынан законлы мәнфәғәттәре һанға һуғылмағанлыҡтан, ҡоралға тотонған халыҡ массалары һанын арттыра
XVIII быуат дауамында француз йәмғиәтенең башында баҙар мөнәсәбәттәре үҫешмәгән, идара итеү системаһында хаос булған, дәүләт вазифаларын һатыуҙың коррупцияланған системаһы эшләгән, аныҡ закондар булмаған, һалым һалыу системаһы буталсыҡ булған, ҡатламдар өҫтөнлөгөнөң архаик системаһы йәшәгән иҫке тәртипте реформалау зарурлығын аңлай башлайҙар. Бынан тыш, батша власы диндарҙар, дворяндар һәм буржуазия алдында үҙенең ышанысын юғалта. Мәғрифәтселәрҙең, бигерәк тә физиократтар һәм энциклопедистарҙың эшмәкәрлеге арҡаһында француз йәмғиәтенең белемле өлөшө аңында үҙгәреш башлана. Ахыр сиктә, Людовик XV һәм Людовик XVI осоронда сәйәсәттә һәм иҡтисадта реформалар башлана, һәм улар мотлаҡ рәүештә Иҫке тәртипте ҡолатырға тейеш була.
Абсолют монархия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инҡилаб алды йылдарында Францияға тәбиғәт бәлә-ҡазаһы ябырыла. 1785 йылдағы ҡоролоҡ мал аҙығына ҡытлыҡ тыуҙыра. 1787 йылда ебәк ҡуҙы уңмай. Һөҙөмтәлә Лионда ебәк туҡыу производствоһы ҡыҫҡартыла. 1788 йылда ғына Лионда 20 — 25 мең эшһеҙ иҫәпләнә. 1788 йылдың июлендәге көслө борсаҡ яуыуы бик күп провинцияларҙа иген уңышын, 1788 — 89 йылдарҙың ҡаты ҡышы йөҙөм ҡыуаҡтарын һәм уңыштың бер өлөшөн юҡҡа сығара. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта. Икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ҡырҡа насарая. Өҫтәүенә 1876 йылда төҙөлгән инглиз-француз сауҙа килешеүе сәнәғәт көрсөгөнә башлп ебәрә. Әлеге килешеү буйынса ике яҡ та байтаҡ таможня пошлиналарын кәметә. Килешеү француз етештереүсеһе өсөн үлемесле була, ул Англиянан килтерелгән арзанлы тауарҙар менән дәғүәселекте күтәрә алмай[1][2].
Инҡилаб алды көрсөгө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был көрсөк Францияның Америка үҙаллылығы өсөн һуғышында ҡатнашыуынан башлана. Инглиз колонияларының ихтилалын Франция инҡилабының төп һәм туранан-тура сәбәбе, тип ҡарарға мөмкин, сөнки кеше хоҡуҡтары идеялары Францияла көслө яҡлау таба һәм Мәғрифәтселек идеяларына ауаздаш була, Людовик XVI финанстар бик насар килә. Неккер һуғышты кредиттар менән финанслай. 1783 йылда, солох төҙөлгәндән һуң, батша ҡаҙнаһының дефициты 20 проценттан ашыу була. 1788 йылда сығымдар 629 млн ливр тәшкил итә, ә һалымдар 503 млн ғына йыйыла. Нигеҙҙә крәҫтиәндәр түләгән традицион һалымдарҙы арттырыу 80-се йылдарҙағы иҡтисади көрсөк шарттарында мөмкин булмай. Замандаштары дворҙы аҡсаны тәләфләүҙә ғәйепләй. Барлыҡ ҡатламдарҙың фекере тап килә һәм улар һалымдарҙы раҫлау Генераль штаттарҙың һәм һайланған вәкилдәрҙең прерогативаһы тип иҫәпләй[3].
Бер ни тиклем ваҡыт Неккерҙың вариҫы Шарль Александр Калонн элеккесә займдар тәжрибәһен дауам итә. Уларҙың сығанағы бөтә башлағас, 1786 йылдың 20 авгусында ул королде, финанстар реформаһы мотлаҡ кәрәк[4] икәнлегенә ышандыра. Дефицитты (франц. Precis d'un plan d'amelioration des finances) ҡаплау өсөн бары тик өсөнсө ҡатлам ғына түләгән "двадцатина"ны ергә яңы — батшалыҡтың барлыҡ ерҙәренә лә ҡағылған һәм дворяндар ҙа, руханиҙар ҙа түләйәсәк һалым индереү талап ителә. Көрсөктө еңеп сығыу өсөн һәр һалымды һәр кемдең түләүе кәрәк була[5]. Сауҙаны йәнләндереп ебәреү маҡсатында икмәк менән һатыу итеүгә иркенлек биреп, эске таможня пошлиналарын бөтөрөү тәҡдим ителә. Калонн шулай уҡ Анн Робер Жак Тюргоның һәм Неккерҙәң урындағы үҙидаралыҡҡа ҡағылышлы планына мөрәжәғәт итә. Уларҙа йыллыҡ килеме 600 ливрҙан кәм булмаған барлыҡ милекселәр ҡатнашҡан округ, провинция һәм община йыйылыштары ойоштороу күҙаллана [6]. Бындай программа парламенттар тарафынан яҡлау тапмаҫын аңлаған Калонн королгә лояллектәренә иҫәп тотоу мөмкин булған нотаблдәрҙе шәхсән саҡырырға кәңәш бирә. Шулай итеп хөкүмәт, монархияның финанстарын һәм иҫке режимдың нигеҙҙәрен, аҙ ҡорбан килтереп, үҙенең күпселек өҫтөнлөктәрен һаҡлап ҡалыу өсөн аристократтарға мөрәжәғәт итә[7]. Шул уҡ ваҡытта был абсолютизмдың тәүге ташламаһы була: король аристократияға үҙенең ҡарары тураһында белдермәй, ә уның менән кәңәшләшә[8].
Аристократик фронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нотаблдәр 1787 йылдың 22 февралендә Версалдә йыйыла. Улар араһында принцтар, герцогтар, епископтар һәм архиепископтар, парламент президенттары, интенданттар, провинция штаттары депутаттары, баш ҡалаларҙың мэрҙары — барлығы 144 кеше була. Өҫтөнлөклө ҡатламдарҙың күпселек фекерен белдереп, улар провинция ассамблеяларын ҡатламдарға айырмайынса һайлау реформаһына һәм руханиҙарҙың хоҡуғына ҡул һуҙыу тәҡдименә ҡаршылығын белдерә. Шулай уҡ яңы ер һалымына ҡырҡа ҡаршы сығып, тәү сиратта, ҡаҙнасылыҡтың доклады менән танышырға теләүен белдерә. Доклад буйынса финанстарҙың ни хәлдә икәнен белгәс, Калоннды дефициттың төп сәбәпсеһе итеп ғәйепләйҙйр. Һөҙөмтәлә Людовик XVI 1787 йылдың 8 апрелендә Калоннды отставкаға ебәрергә тура килә[9].
Калонн урынына королева Мария-Антуанетта тәҡдиме менән Этьен Шарль де Ломени де Бриенн тәғәйенләнә. Уға нотаблдәр займға 67 миллион ливр биреп, бюджеттағы ҡайһы бер "тишек"тәрҙе яматтыралар. Әммә улар бөтөн ҡатламдарға ла ҡағылған ер һалымын раҫлауҙан баш тарта һәм бындай аҙым яһарға хоҡуҡлы булмауҙары менән аңлата. Был инде улар королде Генераль штаттарға барырға мәжбүр итеүен аңлата. Ломени де Бриенн Калонн башлаған сәйәсәтте дауам итергә мәжбүр була. Бер-бер артлы королдең икмәк менән иркен һатыу итеү, ер барщинаһын аҡсалата һалым менән алмаштырыу, герб өсөн һәм башҡа йыйымдар, протестанттарға гражданлыҡ хоҡуҡтарын ҡайтарыу, ике өҫтөнлөклө ҡатлам вәкилдәренә тиңләштерелгән өсөнсө ҡатламдың вәкилдәре лә ингән провинция йыйылыштары ойоштороу, һәм барлыҡ ҡатламдарға ла ҡағылған ер һалымын индереү тураһындаҡы эдикттары донъя күрә. Әммә Париж һәм башҡа парламенттар уларҙы теркәүҙән баш тарта. 1787 йылдың 6 авгусында король ҡатнашлығында ултырыш уҙғарыла (франц. Lit de justice) һәм бәхәсле эдикттар париж парламенты кенәгәһенә индерелә. Ләкин икенсе көн парламент уларҙы бынан бер көн алда король бойороғо буйынса ҡабул ителгән законһыҙ ҡарарҙар, тип инҡар итә. Король парламентты Труаға ебәрә, әммә был ҡаршылыҡтар тулҡынына сәбәп була һәм Людовик XVI баш буйһонмаҫ парламентты аҡларға мәжбүр була. Артабан парламент та Генераль штаттарҙы йыйыуҙы талап итә[10]. Аристократ судьялар тарафынан парламенттарҙың хоҡуғын тергеҙеү өсөн башланған хәрәкәт Генераль штаттарҙы саҡырыу өсөн хәрәкәткә әйләнә бара. Өҫтөнлөклө ҡатламдар уның элекке формала саҡырылыуына һәм өсөнсө ҡатлам урындарҙың өстән бер өлөшөн генә алырына, тауыш биреү ҡатламдар буйынса үткәрелеренә өлгәшергә тырыша. Был өҫтөнлөклө ҡатламға Генераль штаттарҙа күпселекте тәшкил итеү мөмкинлеген һәм абсолютизм емереклектәрендә королгә үҙҙәренең сәйәси ихтыярын көсләп тағыу хоҡуғын бирә. Тарихсыларҙың күпселеге был осорҙо «аристократик инҡилап» тип атай, аристократия менән монархияның низағы сәхнәгә өсөнсө ҡатлам менеү менән дөйөм милли низағҡа әүерелә[11].
Генераль штаттар саҡырылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1788 йылдың авгусы һуңында Ломени де Бриенна отставкаға китә һәм власҡа ҡабаттан финанстарҙың генераль директоры титулы менән Жак Неккер килә. Ул тағы ла икмәк сауҙаһын көйләй башлай: уны экспортлауҙы тыя һәм игенде сит илдән һатып алырға бойора. Шулай уҡ игенде һәм ондо бары тик баҙарҙа ғына һатыуҙы тергеҙә. Урындағы властарға иген һәм он иҫәбен алырға рөхсәт ителә, милекселәр мәжбүри рәүештә запастарын баҙарға сығара. Әммә икмәккә һәм башҡа аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуыне туҡтатыу мөмкин булмай. 1789 йылдың 24 ғинурында король регламенты Генераль штаттарҙы йыйырға ҡарар итә һәм уның маҡсаты «короллектең именлеге һәм унда йәшәүселәрҙең бәхете хаҡына идара итеүҙең барлыҡ урындарында даими һәм ныҡлы тәртип булдырыу, дәүләттең сирҙәрен тиҙ арала дауалау һәм барлыҡ яуыз ниәттәрҙе юҡ итеү» тип күрһәтелә. Һайлау хоҡуғы 25 йәшкә еткән, даими йәшәү урыны булған һәм һалым түләүселәр исемлегенә индерелгән барлыҡ француз ир-атына бирелә. һайлауҙар ике кимәллә (ҡайһы берҙә өс кимәлле) була, йәғни тәүҙә халыҡ вәкилдәре һайлана, улар йыйылыш депутаттарын билдәләй[12]. Шул уҡ ваҡытта король «короллектең сигендә лә, билдәле биләмәләрҙә лә һәр кем үҙенең теләген һәм ялыуын уға еткерә алһын» тигән теләген белдерә. Был наказдар(франц. cahiers de doleances), «ялыуҙар исемлеге» халыҡтың төрлө төркөмөнөң кәйефен һәм талабын сағылдыра. Өсөнсө ҡатламдың наказдары барлыҡ дворян һәм сиркәү ерҙәренә бер ниндәй ташламаһыҙ өҫтөнлөкһөҙ ҡатлам ерҙәренә һалынған күләмдәге һалым һылыныуын, Генераль штаттарҙың даими саҡырылыуын ғына түгел, ә үҙҙәренең өатламды түгел, ә милләтте кәүҙәләндерреүен һәм министрҙарҙың Генераль штаттарҙа вәкәләтле булған милләт алдында яуаплы булыуын талап итә. Крәҫтиәндәрҙең наказы синьорҙарҙың барлыҡ феодаль хоҡуҡтарын, феодаль түләүҙәрен, дворяндар өсөн һунар, балыҡ тотоу хоҡуғын бөтөрөүҙе, тартып алынған община ерҙәрен кире ҡайтарыуҙы талап итә. Буржуазияның талабы сауҙала һәм сәнәғәттә барлыҡ ҡыҫырыҡлауҙарҙы бөтөрөү була. Барлыҡ наказдар ҙа судтың бәйһеҙлеген ғәйепләй(франц. lettres de cachet), присяжныйҙар судын, һүҙ һәм матбуғат азатлығын талап итә[13].
Генераль штаттарға һайлауҙар бығаса күрелмәгән сәйәси әүҙемлеккә килтерә һәм социаль-иҡисади, сәйәси талаптар күтәрелгән күп һанлы брошюралар, памфлеттар сығарыуҙа килтерә. Аббат Эммануэль-Жозеф Сийестың «Что такое третье сословие?» тип аталған брошюраһы бигерәк тә ҙур уңышҡа эйә була. Автор бары тик өсөнсө ҡатлам ғына милләтте тәшкил итә, ә өҫтөнлөклөләр — милләт түгел, улар милләт елкәһендә ятыусы ауыр йөк, тип раҫлай. Оппозиция үҙәге булып парижда барлыҡҡа килгән Утыҙ комитеты тора. Уға Америка бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш геройы маркиз ЖильберЛафайета, аббаа Сийес, епископ Шарль Морис де Талейран, граф Оноре Габриель Рикети Мирабо, Парламент кәңәшсеһе Адриен Дюпора инә. Комитет өсөнсө ҡатламдың вәкиллеген икеләтә арттырыу талабы һәм депутаттарҙың һәр ҡайһыһы шәхсән тауыш биреү буйынса әүҙем агитация алып бара(франц. par tête)[14].
Штаттарҙың эш тәртибе мәсьәләһе ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуҙыра. Генераль штатттар һуңғы тапҡыр 1614 йылда саҡырыла. Ул ваҡытта, традиция булараҡ, ҡатламдар бер тигеҙ вәкиллеккә эйә була, ә тауыш биреү ҡатламдар буйынса уҙғарыла(франц. par ordre): руханиҙар — бер, дворяндар — бер, өсөнсө ҡатлам бер тауышҡа эйә була. Шул уҡ ваҡытта 1787 йылда Ломени де Бриенн тарафынан ойошторолған провинция ассамблеялары өсөнсө ҡатламдың икеләтә викиллегенә эйә була. Ил халҡының күпселеге лә, Неккер ҙа шуны теләй, сөнки реформалар үткәреү һәм өҫиөнлөклө ҡатламдларҙың ҡаршылығын еңеп сығыу өсөн киңерәк терәк талап ителеүен яҡшы аңлай. 1788 йылдың 27 декабрендә өсөнсө ҡатламдың Генераль штаттарҙа икеләтә вәкиллек алыуы иғлан ителә. Әммә тауыш биреү мәсьәләһе асыҡ килеш ҡала[15].
Милли Йыйылышты иғлан итеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1789 йылдың 5 майында Версалдең «Кесе уйындар» залында (франц. Menus plaisirs) Генераль штаттар тантаналы асыла. Депутататр ҡатламдар буйынса урынлаштырыла: королдең креслоһынан уң яҡта руханиҙар, һул яҡта — дворяндар, ҡаршыһында — өсөнсө ҡатлам. Ултырышты король асып, депутаттарҙы «хәүефле яңылыҡтар индереүҙән» иҫкәртә (франц. innovations dangereuses) һәм бурысты дәүләт ҡаҙнаһын тултырыу өсөн саралар табыуҙа күреүе хаҡында белдерә. Ә ил был ултырыштан реформалар көтә. Ҡатламдар һәм Генераль штаттар араһында низағ 6 майҙа, руханиҙар һәм дворяндар депутаттарҙың вәкәләтен тикшереү өсөн айырым ултырышҡа йыйылғас, башлана. Өсөнсө ҡатлам депутаттары айырымланырға теләмәй һәм өҫтөнлөклө ҡатламды мәсьәләне бергәләп ҡарарға саҡыра. Ҡатламдар араһында оҙайлы һөйләшеүҙәр башлана[16]. Ахырҙа руханиҙар һәм дворяндар араһындағы берҙәмлек тарҡала башлай. 10 июндә аббат Эммануэль-Жозеф Сийес өҫтөнлөклө ҡатламға һуңғы тапҡыр мөрәжәғәт итеү тәҡдимен индерә һәм 12 июндә исемлек буйынса барлау башлана, артабанғы көндәрҙә иһә өсөнсө ҡатлам депутаттарына 20 рухани ҡушыла. 17 июндә 90 тауышҡа ҡаршы 490 тауыш үҙен Милли йыйылыш тип иғлан итә(франц. Assemblee nationale). Людовик XVI һәм уның яҡындары бының менән ҡәнәғәт булмайынса. «Кесе уйындар» залын ремонт һылтауы менән, ябырға ҡуша[17].
20 июндә өсөнсө ҡатлам депутаттарын бикле зал ҡаршылай. Улар туп уйнау залында йыйыла(франц. Jeu de paume) һәм Жан Жозеф Мунье тәҡдиме менән конституцияны эшләп бөтөрмәй тороп таралышмаҫҡа ант итә. 23 июндә «Кесе уйындар» залында Генераль штаттар өсөн «король ултырышы» ойошторола(франц. Lit de justice). Депутаттар 5 майҙағы кеүек үк, ҡатламдар буйынса ултыртыла. Версалға хәрбиҙәр килеп тула. Король 17 июндә ҡабул ителгән ҡарарҙы юҡҡа сығарыу һәм үҙенең власын сикләүгә лә, дворяндар менән руханиҙарҙың традицион хоҡуҡтарын боҙорға ла юл ҡуймаясағын белдерә һәм депутаттарға таралырға бойора[18]. Бойороғо һис һүҙһеҙ үтәлер тип, ул сығып китә. Уның менән бергә руханиҙарҙың күпселеге һәм дворяндар барыһы ла сыға. Әммә өсөнсө ҡатлам депутаттары урындарынан да ҡуҙғалмай. Церемониймейстер рәйеслек итеүсе Жан Сильвен Байиға королдең бойороғо хаҡында белдергәс, Байи: «Йыйылған милләткә бойормайҙар», — тип белдерә. Артабан Оноре Габриель Рикети Мирабо күтәрелә һәм: «Әфәндегеҙгә әйтегеҙ, беҙ бында халыҡ ихтыяры буйынса йыйылдыҡ һәм урындарыбыҙҙы штык көсөнә бирешкәндә генә ҡалдырасаҡбыҙ!». Король лейб-гвардияға тыңлауһыҙ депутаттарҙы таратырға бойора. Ләкин гвардеецтар залға инергә маташҡанда уларҙың юлын ҡулына шпага тотҡан маркиз Жильбер Лафайет һәм бер нисә абруйлы дворян бүлә. Ошо уҡ ултырышта Мирабо тәҡдиме менән ассамблея Милли йыйылыш ағзаларының тейелгеһеҙлеге, уларҙың ғүмеренә ҡул һуҙыусыларға енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы хаҡында белдерә [1].
Икенсе көн руханиҙарҙың күпселеге һәм тағы бер көндән һуң дворяндарҙан 47 депутат Милли йыйылышҡа ҡушыла. 27 июндә король башҡаларға ла ҡушылырға бойора. Шулай итеп Генераль йыйылыш Милли йыйылышҡа әйләнә һәм 9 июлдә үҙен Милли ойоштороу йыйылышы, тип иғлан итә(франц. Assemblee nationale constituante) һәм конституция әҙерләүҙе төп бурысы итеп ҡуя. Шул уҡ көндө Муньеның буласаҡ конституция нигеҙҙәре тураһындаҡы сығышы тыңланыла, ә 11 июлдә Лафайет Кеше хоҡуҡтары декларацияһының проектын тәҡдим итә [19]. Әммә Йыйылыш аяғында ныҡ тормай. Король һәм уның ярандары еңелеүен танымай, йыйылышты ҡыуып таратыуға әҙерләнә. 26 июндә король парижда һәм уның тирә яғында ялланған немец һәм швейцар полктарынан торған 20000-лек армия туплау тураһында бойороҡ бирә. Ғәскәр Сен-Дениҙа, Сен-Клула, Севрҙа һәм Париждың Марс яланында туплана. Ғәскәр килеүе Париждағы атмосфераны ҡыҙҙырып ебәрә. Пале-Рояль баҡсаһында йәшерен митингылар ойошторола һәм уларҙа «сит илдән ялланып килеүселәргә» ҡаршы тороуға саҡырыуҙар таратыла. 8 июлдә Милли йыйылыш королгә Париждан ғәскәрҙе алыуын һорап яҙа. Король, ғәскәр Йыйылышты һаҡлау өсөн саҡырылған, әгәр ул Йыйылышты борсой икән, ултырыштарҙы Нуайонға йәки Суассонға күсерергә әҙер булыуын белдерә. Был королдең Йыйылышты таратырға әҙерләнеүен раҫлай [20].
11 июлдә Людовик XVI Неккерҙы отставкаға ебәрә һәм министрлыҡҡа етәксе итеп Парижға ҡаршы иң ҡаты саралар күреүҙе тәҡдим иткән, «Әгәр Парижды яндырырыға кәрәк булһа — яндырырбыҙ», — тип белдергән барон Луи Огюст де Бретейлды ултырта. Яңы кабинетта хәрби министр вазифаһын маршал Виктор Франсуа де Брольи ала. Был дәүләт түңкәрелеше министрлығы була. Милли йыйылыш еңелеүгә дусар ителгәндәй тойола[21]. Ләкин ул дөйөм милли инҡилаб һөҙөмтәһендә ҡотҡарыла.
Бастилияны алыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Неккерҙың отставкаһы шунда уҡ реакция тыуҙыра. Хөкүмәт ғәскәренең күсенеүе «аристикратик заговор» шиген раҫлаһа, байҙарҙа отставка ығы-зығы тыуҙыра, сөнки улар был кешелә дәүләте банкротлыҡтан алып сығыусыны күрә[22].
Париж отставка тураһында 12 июлдә, төнтән һуң ишетә. Халыҡтар урамға сыға. Неккерҙың бюстарны бөтөн ҡала буйлап йөрөтәләр. Пале-Роялда йәш адвокат Камиль Демулен: «Ҡоралға!» — тигән саҡырыу ташлай. Тиҙҙән ул һәр ерҙә ҡабатлана. Республиканың буласаҡ генералдары Франсуа Жозеф Лефевр, Пьер-Огюстен Гюлен, Жакоб Жоб Эли, Лазар Гош булған француз гвардияһы(франц. Gardes françaises) тотошлай тиерлек халыҡ яғына сыға. Ғәскәр менән бәрелештәр башлана. Немец полкы драгундары (франц. Royal-Allemand) төркөмгә Тюильри баҡсаһы эргәһендә һөжүм итә, әммә үҙҙәренә таш яуа башлағас, кире сигенә. Париж коменданты Пьер Виктор де Безенваль]] хөкүәмт ғәскәрҙәренә ҡаланан Марс яланына сигенергә бойора(франц. Champ-de-Mars)[23]. 13 июлдә ихтилал тағы ла көсәйә. Иртә таңдан набат яңғырай. Сәғәт 8-ҙә ратушала (франц. Hôtel de ville) париж һайлаусылары йыйыла. Муниципаль властың яңы органы — Даими комитет һайлана һәм уның маҡсаты хәрәкәтте етәкләү, уны контролләү була. Беренсе ултырышта уҡ Парижда "граждандар милицияһы"н оойштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Парижская коммунаһы (1789—1794) һәм Милли гвардия шулай тыуа[24]. Хөкүмәт ғәскәренең һөжүм итеүен көтөп, баррикадалар төҙөлә, әммә уларҙы яҡлау өсөн ҡорал етерлек булмай. Тотош ҡала буйылап ҡорал эҙләү башлана. Ҡорал лавкалары талана. 14 июль иртәһендә төркөм Инвалидтар йортонан 32 000 ҡорал һәм пушканы ҡулға төшөрә, әммә дары аҙ була. Шул саҡта баш күтәреүселәр Бастилияға юллана. Был төрмә-ҡәлғә йәмғиәт аңында дәүләттең ҡеүәтен сағылдыра. Унда ғәмәлдә ете тотҡон һәм гарнизондың йөҙҙән ашыу һалдаты, нигеҙҙә, инвалидтар, була. Бер нисә сәғәт ҡамауҙа булғандан һуң, комендант де Лонэ капитуляциялай. Гарнизон бер генә кешеһен юғалта, ә баш күтәреүселәрҙең 98 кешеһе һәләк була, 73-ө яралана. Капитуляциянан һуң гарнизондың ете кешеһе, шул иҫәптән комендант та, язалана[25].
Конституцион монархия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муниципаль һәм крәҫтиәндәр инҡилабы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Король Ойоштороу йыйылышын танырға мәжбүр була. ике тапҡыр эштән ебәрелгән Неккер ҡабат власҡа ҡайтарыла, ә 17 июлдә Людовик XVI Милли йыйылыш делегацияһы оҙатыуында Парижға килә һәм мэр Жан Сильвен Байи ҡулынан революцияның еңеүен һәм королдең уға ҡушылыуын кәүҙәләндергән өс төҫлө кокарданы ала (ҡыҙыл һәм зәңгәр — париж гербы төҫө, аҡ — король байрағы төҫө). Эмиграцияның тәүге тулҡыны башлана; бындай ваҡиға менән килешмәгән юғары аристократия, королдең туғаны Карл X граф д’Артуаны ла индереп, Францияны ҡалдырып, күсенә башлай[26].
Неккерҙың отставкаһына тиклем күпселек ҡалалар Милли йыйылышты хуплап хаттар яҙа, отставканан һуң, был күренеш бөтөн илде ялмап ала һәм «муниципаль революция» башлана. Бордо, Кан, Анжер, Амьен, Вернон, Дижон, Лион һәм башҡа ҡалаларҙа ихтилаладар башлана. Урындағы интенданттар, губернаторҙар, хәрби коменданттар йә ҡаса, йә властан ҡолаҡ ҡаға. Париж өлгөһөнә эйәреп, коммуналар һәм милли гвардиялар ойоша башлай. Ҡала коммуналары федераль берекмәләр ойоштора. бер нисә аҙна дауамында король хөкүмәте власты ҡулдан ысҡындыра, провинциялар бары тик Милли йыйылышты ғына таный[27].
Иҡтисади көрсөк һәм аслыҡ ауыл ерҙәрендә асарбаҡтар, йортһоҙҙар һәм мародерҙар бандалары барлыҡҡа килеүгә сәбәп була. Хәүефле хәл-торош, крәҫтиәндәрҙең әле бары тик наказдарҙа ғына сағылыш тапҡан һалым түләүҙе еңеләйтеү өмөтө, яңы уңыш йыйыу мәле яҡынлашыуы ауылдарҙа имеш-мимеш һәм хәүеф тарата. Июлдең икенсе яртыһында «Бөйөк хәүеф» тарала(франц. Grande peur), һәм ул бөтөн илде ялмап ала[28], баш күтәреүсе крәҫтиәндәр сеньорҙарҙың замоктарын яндыра, уларҙың ерҙәрен тартып ала. Ҡайһы бер провинцияларҙа алпауыт усадьбаларының яртыһы тиерлек яндырыла йәки туҙҙырыла[29].
4 августағы "Мөғжизәләр төнө"нән(франц. La Nuit des Miracles) һәм 4-11 августағы декреттарҙан һуң Милли йыйылыш крәҫтиәндәрҙең революцияһына яуап бирә һәм шәхси феодаль йөкләмәләрҙе, сеньориаль судтарҙы, сиркәү дисәтинәһен, айырым провинцияларҙың, ҡалаларҙың һәм корпорацияларҙың өҫтөнлөгөн бөтөрөп, дәүләт һалымдарын түләүҙә һәм граждан, хәрби, сиркәү вазифаларын биләүҙә барыһының да закон алдында тиңлеген иғлан итә. Әммә бында ул «ситләтелгән» йөкләмәләрҙе генә бөтөрөү тураһында иғлан итә, крәҫтиәндәрҙең ғәмәлдәге йөкләмәләре, атап әйткәндә, йән башына ергә һалым һәм йән башына һалым шул килеш ҡала[30].
1789 йылдың 26 авгусында Ойоштороу йыйылышы «Кеше һәм гражданин хоҡуҡтары декларацияһын» — демократик конституционализмдың тәүге документтарының береһен ҡабул итә. Ҡатламдар өҫтөнлөгөнә, властарҙың баш-баштаҡлығына нигеҙләнгән «Иҫке режимға» закон алдындағы тиңлек, кешенең тартып алып булмаған тәбиғи хоҡуҡтары, халыҡ мөстәҡиллеге, ҡараштар азатлығы, закон тарафынан тыйылмаған бөтөн нәмәнең мөмкинлеге һәм революцион мәғрифәттең демократик ҡуйылышы ҡаршы сыға һәм артабан улар ғәмәлдәге ҡануниәттең хоҡуҡ талаптары булып тора. Декларацияның 1-се статьяһы: «Кешеләр азат һәм тиң хоҡуҡлы булып тыуа, һәм шулай булып ҡала». 2-се статьяла «кешенең тәбиғи һәм тартып алып булмаҫтай хоҡуҡтары», нығытыла, был иһә «азатлыҡ, милек, именлек һәм иҙеүгә ҡаршы тороу»ҙы аңлата. Юғары власть (суверенитет) сығанағы итеп « милләт» иғлан ителә, ә закон — «дөйөм ихтыяр» сағылышы була[31].
Версалгә поход
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Людовик XVI 5-11 августағы Декларацияны һәм декреттарҙы санкциялауҙан баш тарта. Парижда хәл-торош ҡатмарлаша. 1789 йылда уңыш яҡшы була, әммә Парижға килтерелгән икмәк күләме артмай. Ҡалас һатыу урындарында оҙон сираттар һуҙыла[32].
Шул уҡ ваҡытта Версалгә офицерҙар, дворяндар, Изге Людовикордены кавалерҙары ағыла. 1 октябрҙә королдең лейб-гвардияһы яңы килгән Фландр полкы хөрмәтенә банкет ойоштора. Унда ҡатнашыусылар, шарап һәм музыка шауҡымы аҫтында: «Йәшәһен король!» — тип ҡысҡыра. Башта лейб-гвардеецтар, һуңынна башҡа офицерҙар өс төҫлө кокардаларын йолҡоп алып, уларҙы иҙәнгә һалып тапай һәм король менән королеваның аҡ һәм ҡара кокурдаларын таға. Парижда был «аристократик заговор» хәүефен һәм королде парижға күсереү талабын тыуҙыра[33].
5 октябрь иртәһендә төн буйына ҡалас һатылған урындарҙа сиратта тороп та бер нәмә лә ала алмаған ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө Отель-де-Виль|майҙанын һәм ратушаны тултыра(франц. Hôtel-de-Ville). Күптәр, әгәр король парижда булһа, аҙыҡ-түлек йәһәтенән еңелерәк буласаҡ, тип уйлай. Төрлө яҡтан: «Икмәк! Версалгә!» — тигән саҡырыуҙар яңғыраә. һуңынан набат ҡаға башлайҙар. Көн үҙәге тирһендә 6-7 мең кеше, күберәген ҡатын-ҡыҙ, ҡорал, пика, пистолеттар һәм ике пушка менән ҡоралланып, Версалгә табан хәрәкәт башлай. Бер нисә сәғәттән һуң, Коммунаның ҡарары менән, Лафайет Версалгә Милли гвардияны индерә[34].
Сәғәт 11 тирәһендә король Хоҡуҡтар декларацияһын һәм башҡа декреттарҙы раҫларға ризалыҡ белдерә. Әммә төнөн төркөм королдең ике гвардеецын үлтереп, һарайға баҫып инә. Лафайеттың ҡатнашлығы ғына артабанғы ҡан ҡойошҡа кәртә ҡуя. Тап уның кңәше буйынса король королева һәм дофин менән балконға сыға. Халыҡ уны: «Королде Парижға! Королде Парижға!» — тигән өндәмә менән ҡаршылай[27].
6 октябрҙә Версалдән Парижға процессия юллана. Иң алдан Милли гвардия бара; уларҙың штыгына икмәк сәнселгән була. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар, иң арттан — король ғаиләһе ултырған карета. Һуңынан король ғаиләһе артынан Парижға Милли йыйылыш та күсенә[35].
Францияны реконструкциялау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ойоштороу йыйылышы Францияла конституцион монархия булдырыуға йүнәлеш ала. 1789 йылдың 8, 10 октябрендәге декреттары менән француз королдәренең традицион «Аллаһ рәхмәте менән, Франция һәм Наварра короле» титулы үҙгәртелеп, Людовик XVI «Аллаһ рәхмәте һәм дәүләттең конституцион ҡануниәте көсө менән француздарҙың короле» булып китә. Ул дәүләт һәм башҡарма власть башлығы булып ҡала, әммә тик закон нигеҙендә генә идара итә ала. Закондар сығарыу власына Милли йыйылыш эйә була һәм ғәмәлдә илдә ю: ары власть булып тора. Королдең министрҙарҙы тәғәйенләү хоҡуғы һаҡлана. Ул артабан дәүләт ҡаҙнаһын сикһеҙ рәүештә үҙ мәнфәғәтендә файҙалана алмай. Һуғыш иғлан итеү, солох төҙөү хоҡуғы Милли йыйылышҡа күсә. 1790 йылдың 19 июнендәге декрет менән дворянлыҡ вариҫлығы институты һәм уға бәйле титулдар бөтөрөлә. Үҙеңде маркиз, граф һ.б. тип атау тыйыла. Граждандар бары тик ғаилә башлығының фамилияһын ғына йөрөтә ала[36].
Үҙәк хакимиәт тарҡатыла. Король кәңәшселәре һәм статс-сәркәтиптәр юҡҡа сыға. Артабан алты: эске эштәр, юстиция, финанс, сит ил эштәре, хәрби-диңгеҙ флоты минитсрҙары төғөйенләнә. 1789 йылдың 14-22 декабрендәге принципиаль закон буйынса ҡалаларға һәм провинцияларға киң үҙидаралыҡ бирелә. Урындарҙа үҙәк власының агенттары бөтөрөлә. Интенданттар һәм уларҙың субделегаттары вазифалары юҡҡа сығарыла. 1790 йылдың 15 ғинуарындағы декрет менән Йыйылыш илдең яңы административ ҡоролошон билдәләй. Францияның провинцияларға, губернаторлыҡтарға, женералитэларға, бальяждарға, сенешалдарға бүленеше ғәмәлдән сыға. Ил территориялары буйынса тигеҙ 83 департаментҡа, улар үҙ сиратында округтарға (дистрикттар), дистрикттар — округтарға бүленә. Иң түбәнге административ берәмек булып комунна (община) тора. Ҙур ҡалаларҙың коммуналары райондарға, участкаларға бүленә. Париж элекке 60 округ урынына 48 секцияға эйә була[37].
Суд реформаһы ла административ реформа нигеҙендә үткәрелә.барлыҡ иҫке суд учреждениелары, парламенттарҙы ла индереп, бөтөрөлә. Суд, шулай уҡ башҡа вазифаларҙы һатыуға сик ҡуйыла. Һәр кантонда — мир , һәр округта — дистрикт, һәр төп ҡалала енәйәт суды ойошторола. Шулай уҡ дөйөм ил өсөн Кассация суды булдырыла, ул башҡа суд инстанцияларының хөкөмөн юҡҡа сығарыу һәм уларҙы ҡайтанан ҡарауға ебәреү хоҡуғына эйә була. Милли Юғары суд министрҙар һәм юғары вазифалы кешеләр тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, шулай уҡ хәүефһеҙлек һәм дәүләткә ҡаршы енәйәт эшмәкәрлеген тикшергән. барлыҡ кимәлдәге судтар ҙа һайланып ҡуйылған һәм присяжныйҙар ҡатнашлығында хөкөм сығарған[38].
Иҡтисади эшмәкәрлектең барлыҡ өҫтөнлөктәре һәм дәүләт регламентацияһы формалары — цехтар, корпорациялар, монополиялар һ.б. бөтөрөлә. Ил эсендә төрлө өлкәләр сигендә таможня алына. Бығаса булғандарыр урынына төп өс һалым индерелә — ергә, хәрәкәт итеүсе милеккә, сауҙа-сәнәғәт эшмәкәрлегенә. Ойоштороу йыйылышы «милләт һағы аҫтына» дәүләттең ҙур бурысын ҡуя. 10 октябрҙә Шарль Морис де Талейран дәүләт бурысын ҡаплау өсөн сиркүә милеген файҙаланырға, уны милләт ҡарамағына тапшырып, һатырға тәҡдим итә. 1790 йылдың июнь-ноябрендә ҡабул ителгән декреттар сиркәү реформаһын уҙғара һәм уны дәүләт органына әйләндерә. Сиркәүҙән тыуымды, үлемде, никахты теркәү вәкәләттәре алынып, дәүләткә тапшырыла. Бары тик граждан никахы ғына законлы тип таныла. Барлыҡ сиркәү титулдары, епископ һәм кюренан (приход руханиҙары) тыш, бөтөрөлә. Епископтар һәм приход руханиҙары һайланып ҡуйыла. Епископты папаның раҫлауы юҡҡа сығарыла, артабан улар папаны үҙҙәренең һайланыуы тураһында мәғлүм генә итә. Барлыҡ диндарҙар махсус ант ҡабул итә, уны боҙған осраҡта, отсавкаға ебәреләләр[39].
Сиркәү реформаһы француз руханиҙары араһында бүленешкә килтерә. Папа Францияла сиркәүҙең «граждан ҡоролошон» танымауын белдергәндән һуң, барлыҡ француз епископтары, ете кешенән башҡа, гражданлыҡ антын ҡабул итеүҙән баш тарта. Уларҙың артынан башҡалар ҙа эйәрә. Присяжныйҙар (франц. assermente), йәғни конституцион һәм присяжный булмаусы(франц. refractaires) руханиҙар араһында ҡаршылыҡ башланыуы илдең сәйәси хәл-торошо ҡатмарлаштыра. Артабан «присяжный булмаусылар» контрреволюцияның төп көсөн тәшкил итә[40].
Был ваҡытҡа Ойоштороу йыйылышы депутаттары араһында ла бүленеш күҙаллана. Йәмәғәт яҡлауы тулҡынында яңы һулдар: Жером Петион, Анри Грегуар, Максимилиан Робеспьер, өҫтәүенә тотош ил буйынса клубтар һәм ойошмалар барлыҡҡа килә. парижда радикализм үҙәге булып якобиндар һәм кордельерҙар тора. Конституционалистар — Оноре Габриель Рикети Мирабо, 1791 йылдың апрелендә уның ҡапыл вафатынан һуң, «триумвират» Антуан Барнав, Адриен Дюпор һәм Александр Ламет ваҡиғалар 1789 йыл принциптары сиктәренән сыға тип иҫәпләп, революция үҫешен туҡтатырға тырыша. Был маҡсатта улар һайлау цензын күтәрергә, матбуғат азатлығын сикләргә, клубтарҙың әүҙемлеген кәметергә тырыша. Бының өсөн уларға власта ҡалырға һәм королдең яҡлауы менән файҙаланырға кәрәк була. Әммә уларҙың аяғы аҫтында ер убыла — Людовик XVI ҡаса[41].
Варенна көрсөгө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Королдең ҡасырға маташыуы революцияның мөһим ваҡиғаларының береһе була. Эстән ул монархия менән революцион Францияның бергә йәшәй алмауын раҫлап, конституцион монархия урынлаштырырға тырышыуҙы юҡҡа сығара. Тыштан иһә монархик Европа менән хәрби низағ яҡынлашыуын тиҙләтә[42].
1791 йылдың 20 июненең төн уртаһында король ялсы булып кейенеп, ҡасырға маташа, әммә Варенна сигендә ҡулға алына. Уның ҡаиләһен Парижҡа кире ҡайтаралар[43].
Ил ҡасыу хәбәрен шок, һуғыш иғлан итеү кеүек ҡабул итә. Ошо мәлдән революцияны радикалләштереү башлана (король үҙе һатлыҡ йән булғас, кемгә ышанырға?) Ресволюция башланғандан алып беренсе тапҡыр матбуғатта республика булдырыу мөмөкинлеге буйынса асыҡ фекер алышыуҙар башлана. Әммә конституционалист-депутаттар, көрсөктө ҡатмарлаштырырға һәм Конституция өҫтөндә ике йыл эшләү һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарырға теләмәйенсә, королде яҡлау аҫтына алып. уны урлағандар, тип белдерә. Кордельерҙар ҡала халҡын 17 июлдә Марс яланында королдән баш тартыу петецияһына ҡул ҡуйыу ойоштороға ҡуша. Ҡала властары манифестация үткәреүҙе тыя. Марс яланына мэр Жан Сильвен Байи менән Лафайет милли гвардия отрядын эйәртеп килә. Гвардеецтар ут асып, бер нисә тиҫтә кешене үлтерә. Был өсөнсө ҡатламдың тәүге тарҡалыуы була [44].
1791 йылдың 3 сентябрендә Милли йыйылыш Конституция ҡабул итә. Уның буйынса юғары милек цензы нигеҙендә бер палаталы парламент — Ҡакондар сығарыу йыйылышы ойоштороу тәҡдим ителә. Конституция буйынса тауыш биреү хоҡуғы алған «әүҙем» граждандар ни бары 4,3 млн, ә депутаттарҙы һайлаусылар 50 мең генә була. Яңы парламентҡа Милли йыйылыш депутаттары һайлана алмай. Закондар сығарыу йыйылышы 1791 йылдың 1 октябрендә асыла. Король яңы Конституцияға ант бирә һәм үҙенең вазифаларында тергеҙелә, әммә ил халҡының ышанысын юғалта[45].
Европала королдең ҡасыуы көслө эмоциональ реакция тыуҙыра. 27 августа Австрия императоры Леопо́льд II] һәм Пруссия короле Фридрих Вильгельм II, революцион Францияға ҡораллы интервенция менән янап, Пильницк декларацияһына ҡул ҡуя. Ошо ваҡыттан һуғыш булыры асыҡлана ла инде. 1789 йылдың 14 июленән аристократия яйлап эмиграциялана башлай. Эмиграция үҙәге Франция сигенә яҡын булған Кобленцта була. Хәрби интервенция аристократияның һуңғы өмөтө була. Шул уҡ ваҡытта Закондар сығарыу йыйылышының һул өлөшөнөң монархик Европаға һөжүм итеп, һарайҙың реставрацияға барлыҡ өмөттәрен юҡҡа сығарыу маҡсатында «революцион пропаганда» башлана. Жирондистар фекеренсә, һуғыш уларҙы власҡа килтерә лә, королдең ике яҡлы уйынына нөктә ҡуя. 1792 йылдың 20 апреледндә Закондар сығарыу йыйылышы Венгрия һәм Богемия короле Франц II һәғыш иғлан итә[46].
Монархияның ҡолауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыш француз ғәскәре өсөн уңышһыҙ башлана. Француз армияһы хаоста була һәм офицерҙарҙың күпселеге, нигеҙҙә дворяндар, эмиграциялана йәки дошман яғына күсә. Генералдар яуаплылыҡты ғәскәрҙең тәртипһеҙлегенә һәм хәрби министрлыҡҡа япһара. Закондар сығарыу Йыйылышы Париж эргһендә «федераттарҙың» хәрби лагерын да ойоштороуҙы индереп, милли оборона өсөн кәрәкле декреттар ҡабул итә(франц. fédérés). Король Австрия ғәскәрҙәренең тиҙ арала килеп етеүенә өмөтләнеп, декреттарға вето һала һәм Жиронды министрлығын бөтөрә[47].
1792 йылдың 20 июнендә королгә баҫым яһау маҡсатында демонстрация ойошторола. Демонстранттар тулған һарайҙа король санкюлоттарҙың фригий ҡалпағын кейергә һәм милләт һаулығы өсөн эсергә мөжбүр була, әммә декреттарҙы раҫлауҙан һәм министрҙарҙы кире ҡайтарыуҙан баш тарта[48].
1 августа герцог Брауншвейгскийҙың король өҫтөнән көсләүҙәр булғанда Парижды "хәрби экзекуция"лау тураһында хәбәре килә. Манифест кире тәьҫир яһай һәм республика хистәрен уятып, королде алып ташлау талабын тыуҙыра. Һуғышҡа Пруссия ҡушылғандан һуң, 1792 йылдың 11 июлендә Закондар сығарыу йыйылышы «Ватан хәүефтә» тип иғлан итә(франц. La patrie est en danger), ләкин королде алып ташлау талабын ҡарауҙан баш тарта[49].
9-нан 10-на ҡараған төндә Париждың 28 секцияһы вәкилдәренән торған баш күтәреүселәр Коммунаһы төҙөлә. 1792 йылдың 10 авгусында 20 мең самаһы милли гвардеец, федерат һәм санкюлот король һарайын урап ала. Штурм оҙайлы булмай, әммә күп ҡан ҡойола. Король Людовик XVI ғаиләһе менән Францияның Закондар сығарыу йыйылышында йәшенә һәм вазифаһынан төшөрөлә. 13 августа ул ғаиләһе менән бергә Тампль төрмәһенә күсерелә[50]. Закондар сығарыу йыйылышы дөйөм һайлау хоҡуғы нигеҙендә Милли конвент ойоштороу өсөн тауыш бирә, ул дәүләтте ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш була[51].
Август һуңында Пруссия армияһы Парижға һөжүм яһай һәм 2 сентябрҙә Верденды ала. Париж коммунаһы оппозициялағы матбуғатты ябып, баш ҡала буйынса тентеү башлай, ант бирмәгән бер нисә руханиҙы, дворянды, аристократты ҡулға ала. 11 августа Законодар сығарыу йыйылышы муниципалитеттарға «шиклеләрҙе» ҡулға алыу вәкәләтен бирә[52]. Ирекмәндәр фронтҡа китергә әҙерләнә һәм уларҙы оҙатыу тотҡондар өсөн ихтилалға күтәрелеүгә сигнал булып тора, тигән имеш-мимеш тарала. Төрмәләрҙә язалауҙар башлана, был һуңыраҡ «Сентябрь үлтерештәре»[53] атамаһын ала, уның барышында 2 000 тирәһе, Парижда ғына 1 100 — 1 400 кеше үлтерелә[54]
Революцион Франция йырҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Са ира»
- «Марсельеза»
Инҡилап филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Бөйөк француз инҡилабына 200 йыл
-
Бастилияны алыу 1789 йылдың 14 июле
-
Жан-Поль Марат, Жорж Жак Дантон, Максимилиан Робеспьер
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк француз инҡилабы Викимилектә |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аңлатмалар
- Сығанаҡтар
- ↑ 1,0 1,1 Ревуненков, 1982, с. 66
- ↑ Doyle, 2002, с. 87
- ↑ Lefebvre, 1989, с. 22
- ↑ Furet, 1996, с. 40
- ↑ Lefebvre, 1989, с. 23
- ↑ Vovelle, 1984, p. 76
- ↑ Vovelle, 1984, p. 77
- ↑ Lefebvre, 1962, с. 99
- ↑ Lefebvre, 1989, с. 27
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 57—59
- ↑ Soboul, 1974, с. 108—109
- ↑ Soboul, 1974, с. 125
- ↑ Soboul, 1974, с. 126—127
- ↑ Furet, 1996, с. 45—51
- ↑ Lefebvre, 1962, с. 103—105
- ↑ Soboul, 1974, с. 130
- ↑ Furet, 1996, с. 63
- ↑ Vovelle, 1984, p. 102
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 114
- ↑ Hampson, 1988, p. 67
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 115
- ↑ Vovelle, 1984, p. 103
- ↑ Thompson, 1959, p. 55
- ↑ Furet, 1996, с. 67
- ↑ Hampson, 1988, p. 74
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 71
- ↑ 27,0 27,1 Hampson, 1988, с. 89
- ↑ Lefebvre, 1963, p. 128
- ↑ Бадак, 1998, с. 14, 16
- ↑ Vovelle, 1984, p. 112—114
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 80
- ↑ Rude, 1991, с. 57
- ↑ Furet, 1996, с. 79
- ↑ Soboul, 1975, с. 156
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 85
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 107
- ↑ Doyle, 2002, p. 125-126
- ↑ Rude, 1991, p. 63
- ↑ Soboul, 1975, с. 198-202
- ↑ Doyle, 2002, p. 144-148
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 176
- ↑ Soboul, 1975, с. 222
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 128
- ↑ Rude, 1991, p. 74
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 210
- ↑ Hampson, 1988, с. 135-137
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 222
- ↑ Soboul, 1975, p. 246
- ↑ Hampson, 1988, p. 144
- ↑ Ревуненков, 1982, с. 189
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 229-234
- ↑ Lefebvre, 1962, p. 235
- ↑ Soboul, 1975, p. 262
- ↑ Ревуненков, 1982, p. 207
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адо, А. В. Документы Истории Великой Французской Революции. — М.: Издательство Московского Университета, 1990. — Т. I.
- Адо А. В. Крестьяне и Великая Французская революция. Крестьянские движения в 1789-94 гг. (М.: изд-во МГУ. 1987) 2016 йыл 5 октябрь архивланған.
- Актуальные проблемы изучения истории Великой французской революции (материалы «круглого стола» 19-20 сентября 1988 г.). М., 1989
- Алексаха, А. Г. Введение в прогрессологию. — M., 2004.
- Бадак, А. Всемирная история. — Минск, 1998. — Т. 16.
- Бачко Б.. Как выйти из Террора? Термидор и Революция. Пер. с фр. и посл. Д. Ю. Бовыкина. М.: BALTRUS, 2006
- Бовыкин Д. Ю. Революция окончена? Итоги Термидора. М.: Изд-во Моск. ун-та, 2005
- Гордон А. В. Падение жирондистов. Народное восстание в Париже 31 мая — 2июня 1793 (М.: Наука. 1988) 2014 йыл 17 август архивланған.
- Дживелегов А. К. Армия Великой французской революции и её вожди: исторический очерк (М.) 2014 йыл 3 август архивланған.
- Исторические этюды о французской революции. Памяти В. М. Далина (к 95-летию со дня рождения). Институт всеобщей истории РАН. М., 1998.
- Жорес Ж. Социалистическая история французской революции. В 6 тт. (М.: Прогресс. 1976—1983)
- том I, книга 1 2014 йыл 17 август архивланған.
- том I, книга 2 2014 йыл 28 июль архивланған.
- том II 2014 йыл 12 август архивланған.
- том III 2014 йыл 19 август архивланған.
- том IV 2014 йыл 11 август архивланған.
- том V 2014 йыл 12 июль архивланған.
- том VI 2014 йыл 12 июль архивланған.
- Захер Я. М. Движение «бешеных» (М.: изд-во социально-экономической литературы. 1961) 2014 йыл 11 август архивланған.
- Карлейль Томас. Французская революция. История / Пер. с англ. Ю. В. Дубровина, Е. А. Мельниковой. М.: Мысль, 1991. 576 с.: ил.
- Кошен О. Малый народ и революция. М.: Айрис-Пресс, 2003.
- Кропоткин П. А. Великая Французская революция. 1789—1793. 2016 йыл 5 март архивланған. М., 2003.
- Левандовский А. Максимилиан Робеспьер. М.: Молодая гвардия, 1959. (ЖЗЛ)
- Левандовский А. Дантон. М.: Молодая гвардия, 1964. (ЖЗЛ)
- Манфред А. З. Внешняя политика Франции 1871—1891 годов. М.: Изд-во АН СССР, 1952.
- Манфред А. З. Великая французская революция. М., 1983.
- Манфред А. З. Три портрета эпохи Великой Французской революции (Мирабо, Руссо, Робеспьер). М.: Мысль, 1989. 432 с.
- Матьез А. Французская революция. В 3 тт. / Пер. с франц. К.Цидербаума, С.Лосева. М., 1928—1930. Переиздано: Р-н-Д, Феникс. 1995 2014 йыл 20 август архивланған.
- Минье Ф. История Французской революции с 1789 по 1814 гг. М., 2006.
- Олар А. Политическая история Французской революции. М., 1938. Ч. 1 2012 йыл 24 октябрь архивланған., Ч. 2 2014 йыл 9 октябрь архивланған. Ч. 3 2014 йыл 24 февраль архивланған. Ч. 4 2014 йыл 24 февраль архивланған.
- Первый взрыв французской революции. Из донесений русского посланника в Париже И. М. Симолина вице-канцлеру А. И. Остерману // Русский архив, 1875. — Кн. 2. — Вып. 8. — С. 410—413. 2014 йыл 5 июль архивланған.
- Попов Ю. В. Публицисты Великой французской революции. М.: Изд-во МГУ, 2001.
- Ревуненков В.Г. Очерки по истории Великой французской революции. Часть 1. Падение монархии. 1789-1792. — Ленинград: Издательство Ленинградского университета, 1982.
- Ревуненков В. Г. Парижские санкюлоты эпохи Великой Французской революции. Л., 1971.
- Собуль А. Из истории Великой буржуазной революции 1789—1794 гг. и Революции 1848 г. во Франции (М.: Иностранная литература. 1960) 2014 йыл 5 август архивланған.
- Собуль А. Парижские санкюлоты во время якобинской диктатуры: народное движение и революционное правительство, 2 июня 1793 года — 9 термидора II года (М.: Прогресс. 1966) 2014 йыл 5 август архивланған.
- Собуль А. Первая республика (1792—1804 гг.) (М.: Прогресс. 1974) 2014 йыл 14 июль архивланған.
- Собуль А. Проблема нации в ходе социальной борьбы в годы Французской буржуазной революции XVIII века. Новая и новейшая история, 1963, № 6. С.43-58.
- Тарле Е. В. Рабочий класс во Франции в эпоху революции 2012 йыл 24 октябрь архивланған.
- Токвиль А. Старый порядок и революция. Пер. с фр. М. Федоровой. М.: Моск. философский фонд, 1997.
- Тырсенко А. В. Фейяны: у истоков французского либерализма (М.: изд-во МГУ. 1999 2014 йыл 17 август архивланған..
- Фридлянд Г. С. Дантон. М. 1965.
- Юре Ф. Постижение Французской революции. СПб., 1998.
- Хобсбаум Э. Эхо «Марсельезы». М., «Интер-Версо», 1991.
- Чудинов, А. В. Французская революция: история и мифы. — М.: Наука, 2006.
- Чудинов А. В. Ученые и Французская революция 2014 йыл 27 май архивланған.
- Bouloiseau, Marc. The Jacobin Republic: 1792–1794. — Cambridge: Cambridge University Press, 1983. — ISBN 0-521-28918-1.
- Doyle, William. The Oxford History of the French Revolution. — Oxford: Oxford University Press, 2002. — ISBN 978-0199252985.
- Dupuy, Roger. La République jacobine. Terreur, guerre et gouvernement révolutionnaire (1792—1794). — Paris: Le Seuil, 2005.
- Goubert, P. L’Ancien Regime. — Paris, 1969. — Т. 1.
- Goubert, P. L’Ancien Regime. — Paris, 1973. — Т. 2.
- Furet, François. The French Revolution: 1770-1814. — London: Wiley-Blackwell, 1996. — ISBN 0-631-20299-4.
- Greer, Donald. Incidence of the Terror During the French Revolution: A Statistical Interpretation. — Peter Smith Pub Inc, 1935. — ISBN 978-0-8446-1211-9.
- Hampson, Norman. A Social History of the French Revolution. — Routledge: University of Toronto Press, 1988. — ISBN 0-710-06525-6.
- Jordan, David. The King's Trial:Luis XVI vs. the French Revolution. — Berkely: University of California Press, 1979. — ISBN 0-520-04399-5.
- Lefebvre, George. The French Revolution: from its Origins to 1793. — New York: Columbia University Press, 1962. — Т. 1. — ISBN 0-231-08599-0.
- Lefebvre, George. The Coming of The French Revolution. — Princeton: Princeton University Press, 1989. — ISBN 0-691-00751-9.
- Lefebvre, George. The French Revolution: from 1793 to 1799. — New York: Columbia University Press, 1963. — Т. II. — ISBN 0-231-08599-0.
- Lefebvre, George. The Thermidorians & the Directory. — New York: Random House, 1964.
- Mathiez, Albert. The French Revolution. — New York: Alfred a Knopf, 1939.
- Palmer, R. The World of the French Revolution. — New York, 1971.
- Soboul, Albert. The French Revolution: 1787-1799. — New York: Random House, 1974. — ISBN 0-394-47392-2.
- Thompson J. M. The French Revolution. — Oxford: Basil Blackwell, 1959.
- Thompson J. M. Robespierre. — London: Blackwell Pub, 1988. — Т. 2. — ISBN 063115504X.
- Vovelle Michel. The Fall of the French monarchy 1787-1792. — Cambridge: Cambridge University Press, 1984. — ISBN 0-521-28916-5.
- Wallerstein, I. The Modern World-System III. The Second Era of Great Expansion of the Capitalist World-Economy, 1730-1840s.. — San Diego, 1989.
- Woronoff, Denis. The Thermidorean regime and the directory: 1794–1799. — Cambridge: Cambridge University Press, 1984. — ISBN 0-521-28917-3.
Кинола
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Марсельеза» / La Marseillaise — реж. Жан Ренуар (Франция, 1938)
- «Алый Первоцвет» (The Scarlet Pimpernel) — реж. Гарольд Янг (Великобритания, 1934)
- «Террор и Революция» (Reign of Terror) — реж.Энтони Манн (США, 1949)
- «Опасное изгнание» (Dangerous Exile) — реж. Брайан Десмонт Херст (Великобритания, 1958)
- «Авантюрист» / L’avventuriero — реж. Теренс Янг (Италия-США, 1967)
- «Алый Первоцвет» (The Scarlet Pimpernel) — реж. Клайв Доннер (Великобритания, 1982)
- «Дантон» (Danton) — реж. Анджей Вайда (Франция, Польша, 1982)
- «Новый мир» (Il Mondo Nuovo), или «Ночь в Варенне» (La Nuit de Varennes) — реж. Этторе Скола (Италия, 1982)
- «Шуаны!» (Chouans!) — реж. Филипп де Брока (Франция, 1988)
- «Французская революция» (La révolution française) — реж. Робер Энрико, Ричард Т. Хеффрон (Франция, Великобритания, Италия, ФРГ, Канада, 1989)
- «Побег Людовика XVI» / L’evasion de Louis XVI: 21 Juin 1791 — реж. Арно Селиньяк (Франция, 2009)
- «Мария-Антуанетта» (Marie Antoinette) — реж. В. С. Ван Дайк, Жюльен Дювивье (США, Франция, 1938)
- «Мария-Антуанетта — королева Франции» (Marie-Antoinette reine de France) — реж. Жан Деланнуа (Франция, Италия, 1956)
- «Мария-Антуанетта» (мини-сериал, 1975) (Marie Antoinette) — реж. Ги-Андре Лефранк (Франция, 1975)
- «Мария-Антуанетта» (Marie Antoinette) — реж. София Коппола (Франция, США, Япония, 2006)
- «Мария-Антуанетта. Подлинная история» (Marie-Antoinette, la veritable histoire) — реж. Ив Симоно, Франсис Леклер (Франция, Канада, 2006)
- Пришельцы 3: Взятие Бастилии (2016)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк француз инҡилабы Викикитапханала | |
Бөйөк француз инҡилабы Викимилектә |
- Великая французская революция и Век просвещения. Документы (свидетельства, мемуары, письма, декреты), научная, публицистическая и художественная литература. Сочинения авторов 18 в. Дискуссии, альтернативное моделирование исторических событий.
- Великая французская революция. Статьи из энциклопедий, хроника революции, статьи и публикации, биографии политических деятелей, карты. 2017 йыл 29 апрель архивланған.
- Великая французская революция. Ссылки по персоналиям деятелей Великой французской революции в научных трудах, романах, очерках и стихах.
- Материалы по истории Французской революции на официальном сайте Французского ежегодника.
- Цифровой архив Французской революции Стэнфордский университет, Национальная библиотека Франции
Документар йыйынтыҡтары:
- Атеизм и борьба с церковью в эпоху Великой французской революции / под ред. Фридлянда (М.: ОГИЗ — государственное антирелигиозное издательство. 1933) 2013 йыл 26 сентябрь архивланған.
- Документы истории Великой французской революции (М.: изд-во МГУ. 1990, 1992). Т.1 2014 йыл 2 август архивланған. Т.2 2016 йыл 25 сентябрь архивланған.
- Педагогические идеи Великой французской революции: речи и доклады Мирабо, Талейрана, Кондорсе, Лавуазье и др. / перевод и вступит.статья О. Е. Сыркиной, под ред. А. П. Пинкевича (М.: Работник просвещения. 1926) 2016 йыл 17 август архивланған.
- Революционное правительство во Франции в эпоху Конвента, 1792—1794 / сост., перевод Н. П. Фрейберг и Н. М. Лукина М.: издательство Коммунистической Академии. 1927) 2016 йыл 2 июль архивланған.
- Французская революция в документах, 1789—1794 / сост. Я. М. Захер (Л.: Прибой. 1926) 2016 йыл 21 декабрь архивланған.
- Французская революция в провинции и на фронте (донесения комиссаров Конвента) (М.-Л.: государственное изд-во. МСМXXIV) 2016 йыл 5 октябрь архивланған.