Һалым
Һалым — мәжбүри, шәхси ҡайтарылмаған түләү, дәүләт органдары тарафынан ойошма һәм физик шәхестәрҙән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙы матди яҡтан тәъмин итеү өсөн йыйыла[1][2][3]. Һалымдың рәсми һәм йәшерен төрө була.
Һалымдан айырмалы рәүештә, йыйым (пошлина) билдәле бер эште эш итеү өсән түләнә.
Һалымды йыйыу һалым ҡануниәте менән ойошторола. Бар һалымдар, уларҙы булдырыу, үҙгәртеү, юҡҡа сығарыу, йыйыу, күҙәтеү нигеҙе, төрө, юлдары дәүләттең һалымдар системаһын тәшкил итә[4].
Һалым билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Императив- мәжбүри характер. Һалым түләү хәйриә иғәнәһе түгел,ә гражданиндың Конституцияла яҙылған бурысы. Һалым түләүсе һалым түләү бурысынан баш тарта алмай;
- Индивидуаль түләүһеҙ. Гражданиндың һалым түләүе был айырым бер граждан файҙаһына дәүләт тарафынан ниндәй ҙә булһа ғәмәл эшләү бурысын тыуҙырмай. Һалым түләүсе өсөн һалым түләүҙең туранан-тура ниндәйҙер матди файҙаһы юҡ. Һалым түләп, ул бер ниндәй ҙә өҫтәмә субъектив хоҡуҡ алмай. Шул уҡ ваҡытта һалым түләүсе һалым булыу арҡаһында тыуҙырылған социаль һәм мәҙәни байлыҡтар менән файҙалана ала;
- Бары тик аҡсалата түләү. РФ һалым кодексы буйынса физик шәхестәрҙән һәм ойошмаларҙан йыйылған һалым тап шулай тип билдәләнә. Һалымды аҡсалата һәм ҡулаҡсаһыҙ түләргә була. Түләү сараһы- Рәсәй Федерацияһы валютаһы, һалымдың натураль формалары ҡаралмаған;
- Асыҡ һәм маҡсатһыҙ характер. Һалымдар дәүләт һәм муниципаль берәмектәрҙең килеменең иң күп өлөшөн тәшкил итә. Уларҙың функциональ әһәмиәте дәүләт алып барған эске һәм тышҡы сәйәсәтте, йәмғиәттең нормаль тормошон финанс менән тәьмин итеүҙә тора.[5]
Һалымдың төп функциялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һалым бер юлы дүрт төп функция үтәй: фискаль (ҡаҙнаны тулыландырыу), бүлеү, көйләү һәм контроль функциялары.
— Һалым һалыуҙың «фискаль функцияһы»— Һалым һалыуҙың төп функцияһы. Тарихи яҡтан иң боронғо һәм бер үк ваҡытта төп һалымдар: һалымдар дәүләт бюджеты керемдәренең өҫтөнлөклө өлөшө булып тора. Функцияны ғәмәлгә ашырыу һалым контроле һәм һалым санкциялары иҫәбенә башҡарыла, улар билдәләнгән һалымдарҙың максималь йыйылыуын тәьмин итә һәм һалым түләүҙән ҡасыуға ҡаршылыҡ тыуҙыра.
Ябай ғына итеп әйткәндә, был дәүләт файҙаһына һалым йыйыу. Был функция арғаһында һалымдың төп тәғәйенләнеше үтәлә: дәүләт финанс ресурстары булдырыла һәм туплана. Һалым һалыуҙың ҡалған функциялары фискаль функциянан килеп сыға. Һәр хәлдә, финанс фискаль (йыйыу) маҡсаттар белән бер рәттән, һалымдар башҡа, әйтәйек, иҡтисади йәки социаль маҡсаттарҙы ла күҙ уңында тота. Башҡаса әйткәндә, финанс маҡсаттары иң мөһим булһа ла, берҙән-бер маҡсат түгел.
— Һалым һалыуҙың бүлеү (социаль) функцияһы — йәмәғәт керемдәрен яңынан бүлеүҙән ғибәрәт (халыҡтың көслөрәк категорияларына һалым йөгөн һалыу иҫәбенә граждандарҙың көсһөҙөрәк һәм яҡлауға мохтаж категориялары файҙаһына аҡса тапшырыу башҡарыла).
— Һалым һалыуҙың көйләүсе функцияһы (регулирующая) — дәүләттең иҡтисади сәйәсәтенең теге йәки был бурыстарын һалым механизмдары ярҙамында хәл итеүгә йүнәлтелгән. Күренекле инглиз экономисы Джон Кейнс фекеренсә, йәмғиәттә һалымдар тик иҡтисади мөнсәбәттәрҙе көйләр өсөн кәрәк. Һалым һалыуҙың көйләү функцияһына өс вағыраҡ функция (ярым функция) инә :"ҡыҙыҡһындырыу " (стимул биреү), « дестимуляция» (тотҡарлау) һәм «ҡабатлап етештереү».
Һалым һалыуҙың ҡыҙыҡһындырыу ярым функцияһы — теге йәки был иҡтисади процестарҙың үҫешенә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Ул төрлө ташламалар һәм азат ителеүҙәр системалары аша торомошҡа ашырыла. Һалым һалыуҙың хәҙерге системаһы кесе предприятиеларға, инвалидтар предприятиеларына, ауыл хужалығы етештереүселәренә, производствоға һәм хәйриә эшмәкәрлегенә капитал һалыусы ойошмаларға һ. б. бик күп һалым ташламаларын тәҡдим итә.
Һалым һалыуҙың тотҡарлыҡлаусы ярым функцияһы— Һалым йөгө аша ниндәй ҙә булһа иҡтисади процестарҙы үҫтереүгә ҡаршылыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән (иҡтисадтағы «Туҡта! Бар!» ҡағиҙәһе буйынса).
Һалым ҡайтарыуҙың ҡайтанан етештереү ярым функцияһы ҡулланылған ресурстарҙы яңынан етештереү өсөн аҡсаларҙы туплау өсөн тәғәйенләнгән. Был функцияны минераль сеймал базаһын яңынан тергеҙеү өсөн аҡса күсереү, һыу өсөн түләү һ. б. үтәй.
Һалым йөгө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдәге һалым кимәле эске тулайым продуктта (ВВП) һалымдың дөйөм өлөшө менән иҫәпләнә. ОЭСР төрлө илдәрҙә һалым кимәле тураһында мәғлүмәт бирә.
Илдәр | Тулы һалым | Килемгә, табышҡа, капитал артыуына һ.б.һалым | Социаль түләҙәр һәм пенсиялар | Милеккә һалым (кадастр хаҡының %) | Тауар һәм хеҙмәттәргә һалым | Башҡа һалымдар |
---|---|---|---|---|---|---|
Канада | 33,3 | 16,6 | 4,8 | 3,3 | 7,9 | 0,7 |
Мексика | 18,0 | 5,0 | 2,8 | 0,3 | 9,5 | 0,4 |
АҠШ | 28,3 | 13,9 | 6,6 | 3,1 | 4,7 | 0,0 |
Австралия | 30,8 | 18,2 | 0,0 | 2,7 | 8,2 | 1,5 |
Япония | 28,3 | 10,3 | 10,3 | 2,5 | 5,1 | 0,1 |
Көньяҡ Корея | 26,5 | 8,4 | 5,5 | 3,4 | 8,3 | 0,9 |
Яңы Зеландия | 35,7 | 22,5 | 0,0 | 1,9 | 11,3 | 0,0 |
Австрия | 42,3 | 12,7 | 14,2 | 0,6 | 11,7 | 3,1 |
Бельгия | 43,9 | 16,5 | 13,6 | 2,3 | 11,0 | 0,1 |
Чехия | 37,4 | 9,4 | 16,2 | 0,4 | 11,1 | 0,3 |
Дания | 48,7 | 29,0 | 1,0 | 1,9 | 16,3 | 0,1 |
Финляндия | 43,0 | 16,9 | 11,9 | 1,1 | 12,9 | 0,2 |
Франция | 43,5 | 10,4 | 16,1 | 3,5 | 10,7 | 2,8 |
Германия | 36,2 | 11,3 | 13,2 | 0,9 | 10,6 | 0,2 |
Греция | 32,0 | 7,5 | 11,7 | 1,4 | 11,4 | 0,0 |
Венгрия | 39,5 | 10,0 | 12,9 | 0,8 | 14,9 | 0,9 |
Исландия | 40,9 | 18,5 | 3,1 | 2,5 | 16,5 | 0,3 |
Ирландия | 30,8 | 12,1 | 4,7 | 2,5 | 11,1 | 0,4 |
Италия | 43,5 | 14,7 | 13,0 | 2,1 | 11,0 | 2,7 |
Люксембург | 36,5 | 12,9 | 10,2 | 3,6 | 9,9 | 0,0 |
Нидерланд | 37,5 | 10,9 | 13,6 | 1,2 | 11,2 | 0,6 |
Норвегия | 43,6 | 21,0 | 9,1 | 1,1 | 12,4 | 0,0 |
Польша | 34,9 | 8,0 | 12,0 | 1,2 | 13,3 | 0,4 |
Португалия | 36,4 | 9,4 | 11,7 | 1,4 | 13,7 | 0,2 |
Словакия | 29,4 | 5,8 | 11,7 | 0,4 | 11,3 | 0,2 |
Испания | 37,2 | 12,4 | 12,1 | 3,0 | 9,5 | 0,2 |
Швеция | 48,3 | 18,7 | 12,6 | 1,2 | 12,9 | 2,9 |
Швейцария | 28,9 | 13,2 | 6,7 | 2,4 | 6,5 | 0,1 |
Төркиә | 23,7 | 5,6 | 5,1 | 0,9 | 11,3 | 0,9 |
Ҡалып:Флагификация/UK Бөйөк Британия | 36,1 | 14,3 | 6,6 | 4,5 | 10,5 | 0,2 |
Иҡтисадҡа һалым йөгө тип ил ЭТП-һында (ВВП) дәүләт файҙаһына ысынбарлыҡта түләнгән мәжбүри түләүҙәр өлөшөн атайҙар. Илдәр буйынса һалым йөгө төрлөсә. Ярлы илдәрҙә (в которых нет мощной системы социального обеспечения) һалым йөгө әҙерәк, байыраҡтарҙа — һалым йөгө сағыштырмаса ҙур (Швецияла ҡайһы бер йылдарҙа ВВП-ның 60 %). Ҡайһы бер бай Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрендә һалым йөгө әҙерәк. Рәсәйҙә В России 2012 йылда һалым йөгө 34,99 % тәшкил итте[7], что соответствует среднему уровню по ОЭСР (выше, чем в США, но ниже чем в Германии, см. [1]).
Номиниаль һәм ысынбарлыҡта йыйылған һалым йөгө араһындағы айырма һалымдан ҡасыу кимәлен күрһәтә. Номиналь йөк ни тиклем күберәк булһа, һалым йөгө шул тиклем күберәк була. Номиналь йөк билдәле бер кимәлде уҙһа, һалымдан ҡасыусылар һаны бик ныҡ арта, ә һалым әҙерәк йыйыла. Күп кенә иҡтисадсылар номиналь һалым йөгө Лаффер "бөгөлөү нөктәһе"нән (графиктың иң бейек нөктәһе) күпкә түбәнерәк булыға тейеш тип иҫәпләй, бик ҙур һалым һалым түләүселәрҙе закон боҙоу юлдарын эҙләргә мәжбүр итә[8].
Предприятиеның һалым йөгө тип һалым менән предприятие түләргә тейешле барлыҡ түләүҙәрҙең предприятие килемдәренә ҡарата нисбәте. Реаль һалым түләүсе субъект:
- һалым түләү объекты эйәһе (һалым түләү объекты булған саҡта йәки ул булдырылғандан һуң);
- һалым объекты менән ҡулланыусы (һалым түләү бурысы объекттың билдәле бер ҡулланыу шарттарында булған сағында барлыҡҡа килә)[9].
Белгестәр 15 % артыҡ булмаған һалым йөгө һалым түләүселәр өсөн ҡулай тип иҫәпләй.
Макроэкономика күҙлегенән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һалым кимәленең түбәнәйеүе тулайым һорау һәм тулайым тәҡдимдең артыуына килтерә[10].
Ни тиклем хужалыҡ һалымды әҙерәк түләһә, шул тиклем уның ҡулына килеп ингән кереме арта. Шулай итеп, тулайым ҡулланыу арта, тимәк, тулайым һорау ҙа арта[10]. Шуға күрә, хөкүмәттәр ҡыҙыҡтырыусы иҡтисади сәйәсәт үткәргәндә, йәки дәүләттең маҡсаты иҡтисади циклдың иң түбән нөктәһенән сығарыу булған осраҡта был механизм ҡулланыла. Тимәк, тотҡарлаусы иҡтисади сәйәсәт һалымды арттырыуҙы күҙ уңында тота, уның маҡсаты— «иҡтисадты артыҡ ныҡ ҡыҙып китеүҙән» һаҡлау[10].
Фирмалар һалымдарҙы арттырыуҙы өҫтәмә сығымдар булараҡ ҡабул итә, был уларҙың үҙ тауарҙарының тәҡдимен кәметеүенә китерә[10].Ҡыҫкаһы, фирмаларҙың тәҡдимдәре кәмеү йыйылма тәҡдимдәрҙе кәметеүгә килтерә[10]. Шулай итеп, һалым күләме тулайым тәҡдим(совокупное предложение) күләменә тиҫкәре пропорциональ. Һалым индереү һәм тулайым тәҡдимдең торошо араһындағы бәйлелекте үҙ эштәрендә АҠШ Президентының иҡтисади кәңәшсеһе, «тәҡдим иҡтисады» теорияһына («supply-side economics») нигеҙ һалған ғалим Артур Лаффер ентекләп тасуирланы[10].
Финанс менеджменты күҙлегенән
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һалым йөкләмәһе бизнес-системаларҙың үҙ финанс левериджы дәүмәленә ике: тура һәм һәм тура булмаған юл аша йоғонто яһай [11]:
1) Туранан-тура йоғонто хужалыҡ итеүсе субъекттың үҙ һалым һалыу базаһын кәметеүгә иҫәпләнгән сығымдар кимәлендә формалаша. Әгәр әлеге суммаға хужалыҡ итеүсе субъект тарафынан бурысҡа алған аҡса (заем) буйынса түләүҙәрҙе түләүгә киткән сығымдарҙың юғары процентын индерергә мөмкин булһа, был үҫештең агрессив финанс стратегияһын ҡулланыусы предприятиелар үҫешен стимуллаштырасаҡ һәм, тимәк, консерватив финанс стратегияһын ҡулланыусы предприятиелар баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарыласаҡ; һалым ҡануниәте яғынан әлеге процентты кәметеү агрессив финанс үҫеш стратегияһы һәм уртаса сәскә атҡан хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың, бигерәк тә тиҙ арала консерватив финанс стратегияһын ҡулланыусы субъекттарҙың бөлгөнлөккә төшөүенә килтерәсәк.[11].
2) Турана-тура йоғонто заем капиталы белән тәьмин итеүселәр өсөн һалым йөгөн арттырыу йәки кәметеү иҫәбенә формалаша: шуға бәйле рәүештә, һалым йөгөн арттырыу бизнес-системалар өсөн заем капиталы хаҡының ҡиммәтләнүенә, тимәк, агрессив үҫеш стратегияһын ҡулланыусы предприятиеләр үҫешен тотҡарлауға килтерәсәк (был осраҡта бенефициар булып консерватив стратегия менән компаниялар сығыш яһаясаҡ ); һалым йөгөн кәметеү баҙарҙа яҡшы конкуренция булған осраҡта заем капиталы хаҡын кәметеүгә килтерәсәк, был агрессив финанс үҫеш стратегияһы булған компанияларҙың сәскә атыуына һәм, киреһенсә, консерватив финанс стратегияһы булған компанияләрҙың хәлһеҙләнеүенә килтерәсәк. [11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Яндекс. Словари», определения налогов 2013 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Матвеева Т. Ю. 10.2 Виды налогов // Введение в макроэкономику. — «Издательский дом ГУ-ВШЭ», 2007. — С. 404—408. — 511 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7598-0611-0.
- ↑ Налоги // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Налоговая система — это совокупность налогов, устанавливаемых государственной властью, а также методы и принципы построения налогов
- ↑ НК РФ Статья 8. Понятие налога, сбора, страховых взносов (в ред. Федерального закона от 03.07.2016 N 243-ФЗ) . «КонсультантПлюс». Дата обращения: 27 март 2019.
- ↑ OECD Tax Database 2010 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ Основные направления налоговой политики на 2015—2017 гг. 2019 йыл 13 сентябрь архивланған.
- ↑ Какаулина, М. О. Графическая интерпретация кривой Лаффера с учетом налоговой «миграции» : pdf // Вестник УрФУ. Серия экономика и управление : журн.. — 2017. — Т. 16, № 3. — С. 336–356. — УДК 336.221.264(G). — ISSN 412-5784. — DOI:10.15826/vestnik.2017.16.3.017.
- ↑ С. А. Пелих, Д. Ч. Табала. Финансы. — 2004. — С. 73—76.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Матвеева Т. Ю. 10.3 Воздействие налогов на экономику // Введение в макроэкономику. — «Издательский дом ГУ-ВШЭ», 2007. — С. 410—412. — 511 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7598-0611-0.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Шеметев А.А. Самоучитель по комплексному финансовому анализу и прогнозированию банкротства; а также по финансовому менеджменту-маркетингу. — Научное. — Екатеринбург: Полиграфист, 2010. — 841 с. — ISBN 978-5-88425-243-1.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Под ред. С. Г. Пепеляева. Налоговое право: Учебник для вузов. — М.: Альпина Паблишер, 2015. — 796 с. — ISBN 978-5-9614-4891-7.
- Горский И. Сколько функций у налога? // Налоговый вестник. — 2002. — № 3.
- Щепотьев А. В., Яшин С. А. Налоги и налогообложение: учеб. пособие/ А. В. Щепотьев, С. А. Яшин. — Тула: НОО ВПО НП «Тульский институт экономики и информатики», 2011 . — 161 с.
- Яроцкий В. Г. Налоги // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Министерство финансов Российской Федерации 2008 йыл 17 март архивланған.
- Федеральная налоговая служба 2008 йыл 8 март архивланған.
- Журнал «Российский налоговый курьер»