Австрия
|
|||||
| Гимн: Австрия гимны | |||||
| Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | Австро-Венгрия тарҡалыуы (17 октябрь 1918 йыл иленән) | ||||
| Рәсми телдәр | немец | ||||
| Баш ҡала | Вена | ||||
| Иң ҙур ҡалалары | Вена, Грац, Линц, Зальцбург, Инсбрук | ||||
| Идара итеү формаһы | Федератив республикаһы | ||||
| Федераль Президенты Федераль Канцлер |
Хайнц Фишер Вернер Файман |
||||
| Территория • Барыһы • % һыу. |
112 урын 83 871 км² 1,7% |
||||
| Халыҡ • Барыһы (2013) • Тығыҙлыҡ |
94 урын ▲8 420 010 100,2 кеше/км² |
||||
| ЭТП • Бөтәһе (2013) • Кеше башына |
35 урын 380,5 млрд $ 42 082 $ |
||||
| Валюта | евро | ||||
| Интернет-домен | .at, .eu | ||||
| Телефон коды | +43 | ||||
| Сәғәт бүлкәте | UTC +1 | ||||
А́встрия (нем. Österreich), рәсми исеме А́встрия Республика́һы (нем. Republik Österreich) — Үҙәк Европала урынлашҡан ил, идара итеү формаһы буйынса парламентар һәм демократик республика. Австрия 9 федераль штаттан тора.
1955 йылдан башлап Австрия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы, 1995 йылдан — Европа Берләшмәһе ағзаһы.
Дәүләт төньяҡтан Германия һәм Чехия менән, көньяҡтан Словения һәм Италия менән, көнбайыштан Швейцария һәм Лихтенштейн менән, көнсығыштан Словакия һәм Венгрия менән сиктәш.
Йөкмәткеһе
Дәүләт төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1920 йылда ҡабул ителгән Конституция буйынса Австрия — федератив һәм парламентар демократик дәүләт. Шул Конституция буйынса Австрия 9 федераль штаттан (нем. Bundesländer) тора. Дәүләт башлығы — Федераль Президент, хөкүмәт башығы — Федераль Канцлер.
Австрияның административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
| Федераль штаты | Башҡалаһы |
|---|---|
| (1) Бургенланд | Айзенштадт |
| (2) Каринтия (Kärnten) | Клагенфурт (Klagenfurt) |
| (3) Түбәнге Австрия (Niederösterreich) | St. Pölten |
| (4) Үрге Австрия (Oberösterreich) | Линц |
| (5) Зальцбург (Salzburg) | Зальцбург |
| (6) Штирия (Steiermark) | Грац |
| (7) Тироль (Tirol) | Иннсбрук |
| (8) Форарльберг | Брегенц |
| (9) Вена (Wien) | Вена |
![]() |
|
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халҡы — 8,4 млн кеше (2010), 98 % — австрийҙар. Рәсми тел — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙәк Европала урынлашҡан дәүләт. Майҙаны 83 871 км². Австрия 70 % майҙаны диңгеҙ кимәленән 900 м бейеклектә урынлашҡан таулы ил. Илдең ҙур өлөшөн Көнсығыш Альр тауҙары биләп тора. Тауҙың иң юғары нөктәһе — Гросглокнер (3797 метр) тауы, был тауҙа Европалағы иң ҙур Пастерце боҙлоғо урынлашҡан. Иң түбән нөктә — диңгеҙ кимәленән 145 метр түбәнлектә урынлашҡан Нойзидлер-Зе күле.
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Австрия климаты уртаса, континенталь климатҡа күсеүсе, һәм бейеклеккә бәйле. Йылы ҡояшлы йәйҙең уртаса температураһы +20ºС. Юғарыраҡ күтәрелгән һайын төнгө температура нульгә етергә мөмкин. Ҡыш тигеҙлектәрҙә йомшаҡ, температура −2 °C тирәһе. Таулы урындарҙа ҡыш һалҡын, температура −14ºС тирәһе. Яуым-төшөм бейеклек һәм рельефҡа ҡарап йылына 500 — 3000 мм.
Башҡортостан менән бәйләнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
| Европа илдәре | ||
|---|---|---|
|
Австрия · Әзербайжан* · Албания · Андорра · Беларусь · Бельгия · Болгария · Босния һәм Герцеговина · Ватикан · Бөйөк Британия · Венгрия · Германия · Греция · Грузия* · Дания · Ирландия · Исландия · Испания · Италия · Ҡаҙағстан* · Латвия · Литва · Лихтенштейн · Люксембург · Македония · Мальта · Молдова · Монако · Нидерландтар · Норвегия · Польша · Португалия · Рәсәй* · Румыния · Сан-Марино · Сербия · Словакия · Словения · Төркиә* · Украина · Финляндия · Франция · Хорватия · Черногория · Чехия · Швейцария · Швеция · Эстония Аланд утрауҙары · Гибралтар · Шпицберген Косово · Днестр буйы республикаһы Европала һәм Азияла* |
||
| Европа Берләшмәһе | |
|---|---|
