Эстәлеккә күсергә

Воеводина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте


Сербияның автономиялы крайы
сер. Аутономна покрајина Војводина / Autonomna pokrajina Vojvodina
мадьярса  Vajdaság Autonóm Tartomány
словак. Autonómna pokrajina Vojvodina
рум. Provincia Autonomă Voivodina
рус. Автономна Покраїна Войводина
Герб (аңлатма)
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Сербия

Статус

Сербия составында автономиялы крайы

Берләштерә

7 округ

Административ үҙәк

Нови-Сад

Крупнейшие города

Суботица, Зренянин һәм Панчево

Хөкүмәт рәйесе

Боян Пайтич

Скупщина рәйесе

Иштван Пастор

Рәсми телдәр

серб, мажар, хорват, словак, румын, русин

Халҡы (2011)

1 931 809

Тығыҙлығы

89,72 кеше/км²

Милли состав

сербтар (67 %), мажарҙар (13 %), словактар (2,6 %), хорваттар (2,4 %), сығандар (2,2 %), румындар (1,3 %), ҡаратаулылар (1,2 %), буневацтар (0,85 %), русиндар (0,7 %), югославтар (0,6 %), македондар (0,5 %), украиндар (0,2 %) һ. б.

Конфессиональ состав

Прауаҫлауҙар (69 %), католиктар (19 %), протестанттар (3,5 %)

Майҙаны

21 532 км²

Диңгеҙ
кимәленән бейеклеге
 • Иң бейек нөктәһе



 641 м

Сербияның автономиялы крайы на карте

Сербияның автономиялы крайы, карта

Ваҡыт бүлкәте

UTC+1

Код ISO 3166-2

RS-VO

Телефон коды

+381

Интернет-домен

.rs (.yu)

Воево́дина (сер. Војводина / Vojvodina, мадьярса  Vajdaság, словак. Vojvodina, рум. Voivodina, рус. Войводина, хорв. Vojvodina) — Сербияның автономиялы крайы. Дунай йылғаһы буйында урынлашҡан. Крайҙың майҙаны — 21 532 км². 2011 йылдағы иҫәп алыу буйынса халҡы — 1 931 809 кеше йәки Сербияның дөйөм халҡының 26,9%-ы. Воеводинола 26 этнос вәкиле йәшәй, крайҙа рәсми кимәлдә 6 тел файҙаланыла. Вовдино төньяҡта Венгрия, көнсығышта Хорватия, көньяҡ-көнбайышта Серб Республикаһы, көнсығышта Румыния менән сиктәш. Крайҙың административ үҙәге һәм иң эре ҡалаһы булып Нови-Сад һанала. Башҡа эре ҡалалар — Суботица, Зренянин һәм Панчево.

Урта Дунай уйһыулығы бында бүлгеләнгән рельефҡа эйә (бейеклеге 70—250 м). Көньяҡ-көнсығышта — Көньяҡ Карпат армыты (бейеклеге 641 метрға тиклем), көньяҡ-көнбайышта — айырылған Фрушка-Тау теҙмәһе (бейеклеге 539 м). Климаты талғын, континенталь. Июлдең уртаса температураһы 22—24 °C, ғинуарҙыҡы 1,2-нән 2,6 °C-ҡа тиклем. Яуым-төшөм йылына 550—750 мм. Эре йылғалар — Дунай, Тиса, Тамиш. Ҡара ерле дала ландшафты өҫтөнлөк ала. Шул арҡала Воеводино бөтә Сербияның игенгә иң бай ере булып һанала. Бөртөклө һәм техник культураларҙан тыш крайҙа баҡсасылыҡ, виноградсылыҡ, ит-һөт буйынса малсылыҡ үҫешкән.

VI быуатта хәҙерге Воеводина территорияһына боронғо славяндар күсереп ултыртыла. IX быуат аҙағына бында венгрҙар килә һәм һуңғараҡ ерҙәр Венгрия короллеге составына инә. Венгр дәүләтенең көсһөҙләнеүенән территория 1521—1718 йылдарҙа Ғосман империяһы һәм 1699—1918 йылдарҙа Габсбург монархияһы власы аҫтында була.

Венгриялағы 1848—1849 йылдарҙағы революция ваҡытында Воеводина территорияһында серб крәҫтиәндәренең антифеодаль сығыштары килеп сыға. XIX быуат уртаһында Срем, Банат һәм Бачканың берләшеүе һөҙөмтәһе арҡаһында махсус герцоглыҡ булдырыла, ошонан Воеводинаның исеме килеп сыға ла инде: сер. Војводина, нем. Herzogtum. «Герцоглыҡ» 1860 йылға тиклем була.

1918 йылда Банат, Бачка һәм Баранья территориялары Сербтар, хорваттар һәм словенецтар короллеге составына инә. Һуңынан уны Югославия короллеге итеп үҙгәрткәс, яңы административ-территориаль бүленеш буйынса Нови-Сад ҡалаһында үҙәге булған Дунай бановинаһы булдырыла.

Икенсе Бөтә Донъя һуғышы ваҡытында 1941 йылда Югославияның капитуляцияһынан һуң, Воеводинаның ҙур өлөшө 1920—1944 йылдарҙа Венгрия короллеге (хортитст Венгрия) һәм Хорватия бойондороҡһоҙ дәүләте (усташ Хорватияһы) тарафынан бүленеп алына. Тарихи өлкәлә Банат 1941—1944 йылдарҙа Банат автономиялы немец колонияһы итеп ойошторола. 1944 йылдың октябрендә совет ғәскәрҙәре Воеводина территорияһын азат итә һәм 31 июлдә Нови-Садта Воеводина Скупщинаһы Сербия Социалистик Халыҡ Республикаһы составында Воеводина автономиялы крайын булдырыу тураһында иғлан итә.

1963 йылда Югославия Федератив Халыҡ Республикаһы Югославия Социалистик Федератив Республикаһы итеп үҙгәртелә. 1988 йылдың 4 октябрендә Бачка-Паланкала халыҡ Воеводина хөкүмәтенең отставкаға китеүен талап итә[1]. Икенсе көнөнә Слободан Милошевич Нови-садҡа походты етәкләй[1]. Югославия Халыҡ армияһы Воеводина халыҡ төркөмөн ҡыуыуҙан баш тарта һәм Воеводина власы отставкаға китә. Косово Республикаһының бойондороҡһоҙлоғон бер яҡлы иғлан иткәндән һуң, Воеводина тулыһынса Сербия тарафынан котролгә алынған берҙән-бер автономия була.

2001 йылда Сербияла Воеводина статусы тураһында закон ҡабул ителә. Уға ярашлы, край байтаҡ ҡына автономия ала: үҙаллы бюджет-сәйәсәтенә, үҙ хөкүмәтен һәм банкын булдырырға[2].

Народы Воеводины в 2002 году
Языки Воеводины в 2002 году

Всего в крае проживает 1 931 809 человек (2011)[3]. Воеводина халҡының күп милләтле булыуы менән билдәле. 2001 йылдан унда:

  • сербтар — 1 289 635 кеше (66,76 %);
  • венгрҙар/мажарҙар — 251 136 кеше (13,00 %);
  • словактар — 50 321 кеше (2,60 %);
  • хорваттар — 47 033 кеше (2,43 %);
  • сиғандар — 42 391 кеше (2,19 %);
  • румындар— 25 410 кеше (1,32 %);
  • черногорҙар/ҡаратаулылар — 22 141 кеше (1,15 %);
  • буневацтар — 16 469 кеше (0,85 %);
  • русиндар — 13 928 кеше (0,72 %);
  • югославтар — 12 176 кеше (0,63 %);
  • македондар — 10 392 кеше (0,54 %);
  • украиндар — 4202 кеше (0,22 %);
  • мөслимандар — 3360 кеше (0,17 %);
  • ниместәр — 3272 чел. (0,17 %);
  • албандар/арнауыттар — 2251 кеше (0,12 %);
  • словендәр — 1815 кеше (0,09 %);
  • болғарҙар — 1489 кеше (0,08 %);
  • горандар — 1179 кеше (0,06 %);
  • урыҫтар — 1173 кеше (0,06 %) һәм башҡалар йәшәй.

Мажарҙарҙың, хорваттарҙың, словендәрҙең иҫәбе кәмей тигән фекер бар. Мәҫәлән, 1948 йылдың иҫәп алыуҙары буйынса Воеводинала 1641, мең кеше йәшәгән, шул иҫәптә: 841,2 мең сербтар, 428,9 мең мажарҙар, 134,2 мең хорваттар, 30,6 мең черногорецтар, 9,1 мең македондар, 7,2 мең словендәр, 0,5 мең албандар[4].

2002 йылдың иҫәп алыуы буйынса, 69 % прауаҫлауҙыҡ, 19 % — католик, 3,5 % — протестант динен тота.

Бөтә автономия край буйынса рәсми тел булып, серб теле һанала. 2002 йылдан Скупщинала ошо тел менән бер рәттән тағы ла биш тел рәсми рәүештә файҙаланыла ала: венгр, словак, хорват, румын һәм русин телдәре.[5]. Әгәр аҙ милләттәрҙең теле общиналағы халыҡтың 15 % -тан да кәм түгел икән, ул урындағы кимәлдә рәсми статус ала[5]. Һөҙөмтәлә венгр теле Воеводинаның 15 муниципалитетында рәсми статусҡа эйә. Словак теле — 13, румын — 9, русин — 8, хорват — 3, чех теле 1 муниципалитетта рәсми статусы бар[6]. Кроме того, согласно ратифицированной Сербией Европейской хартии региональных языков, официальный статус получил украинский язык[7].

Воеводина сербтары өсөн театраль сәнғәт традициялары хас. 1736 йылда уҡ Карловац дини училищеларының уҡыусылары серб тарихы сюжеты буйынса «Трагедия, сиречь печальная повесть о смерти последнего царя сербского Уроша V и о падении Сербии» тигән пьесса ҡуя.[8]. Первый национальный профессиональный сербский театр был открыт также в Воеводине — в 1861 году в Нови-Саде[8]. Уның етәксеһе Йован Джорджевич була. Шуныһы ҡыҙыҡ, Сербиялағы профессиональ театр һуңғараҡ, 1869 йылда Белградта барлыҡҡа килә. Шуның менән бергә, актерҙар составының бер өлөшө баштан уҡ Нови-Сад театрынан була[9]. Уның тәүге етәксеһе вазифаһын, 1869 йылда Белградта актерлыҡ оҫталығы мәктәбен асҡан, шул уҡ Й. Джорджевич башҡара[10]. Крайҙа Воеводинның яҙыусылар союзы ижади ойошмаһы эшләй. Уның бөтәһе 490 ашыу ағҙаһы була[11].

Ошонда тыуған билдәле кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Магди Ружа — йырсы, әлеге ваҡытта Венгрияла йәшәй, 2007 йылда уның намыҫын Евровидениела яҡлай.
  • Милош Елич — композитор, «Океан Ельзи» төркөмөнөң ғәмәлдәге клавишнигы.
  • Джордже «Джоле» Балашевич— музыкант, Югославия социалистик Федератив Республикаһының һәм Сербияның билдәле эстрада башҡарыусыһы.
  • Моника Селеш— башта Югославияның, һуңғараҡ Американың билдәле теннисисткаһы.
  • Йосеф Лапид — (1931—2008) Израиль яҙыусыһы, журналист һәм сәйәсмән, Шинуй партияһының лидеры.
  • Ионель Петрой — сығышы менән румын булған француз композиторы, 1958 йылда Уздинала тыуған[12].
  1. 1,0 1,1 Митревска Я., Сельцер Д. Г. Дезинтеграционные процессы в СФРЮ и Социалистическая Республика Македония (1985—1991 гг.) // Вестник Тамбовского университета. Серия: Гуманитарные науки. — 2012. — № 2 (106). — С. 326
  2. Кудряшова Е. С. Интегрирование Сербии в Евросоюз и российско-сербские отношения // Ежегодник Института международных исследований Московского государственного института международных отношений (Университета) Министерства иностранных дел Российской Федерации. — 2014. — № 3-4 (9). — С. 68
  3. Население Сербии (2011)
  4. Буквич Р. Региональная проблема социалистической Югославии в 1945—1991 гг. // Вестник Мордовского университета. — 2014. — № 3. — С. 132
  5. 5,0 5,1 Катунин Д. А. Статус языков в современном сербском законодательстве как реализация языковой политики государства // Вестник Томского государственного университета. Философия. Социология. Политология. — 2008. — № 2. — С. 145
  6. Катунин Д. А. Статус языков в современном сербском законодательстве как реализация языковой политики государства // Вестник Томского государственного университета. Философия. Социология. Политология. — 2008. — № 2. — С. 149
  7. Катунин Д. А. Статус языков в современном сербском законодательстве как реализация языковой политики государства // Вестник Томского государственного университета. Философия. Социология. Политология. — 2008. — № 2. — С. 151—152
  8. 8,0 8,1 Кокукина Л. К. Сербский национальный театр в XIX в.: между Нови-Садом и Белградом // Вестник славянских культур. — 2014. — Т. 4. — № 34. — С. 12
  9. Кокукина Л. К. Сербский национальный театр в XIX в.: между Нови-Садом и Белградом // Вестник славянских культур. — 2014. — Т. 4. — № 34. — С. 15
  10. Кокукина Л. К. Сербский национальный театр в XIX в.: между Нови-Садом и Белградом // Вестник славянских культур. — 2014. — Т. 4. — № 34. — С. 17
  11. Союз писателей Воеводины.
  12. Ionel Petroï 2011 йыл 19 сентябрь архивланған.