Эстәлеккә күсергә

Урта Дунай уйһыулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Низменность

Урта Дунай уйһыулығы, шулай уҡ Урта Дунай тигеҙлеге, Тиса-Дунай уйһыулығы, Паннония тигеҙлеге (хорв. Panonska nizina, чех Panonská pánev, мадьярса  Kárpát-medence, словак. Panónska panva, нем. Pannonische Tiefebene, рум. Câmpia Panonică, укр. Тисо-Дунайська низовина, сер. Панонска низија, слов. Panonska nižina, босн. Panonska nizija) — Дунай йылғаһы урта ағымы бассейнында урынлашҡан тигеҙлек. Венгрия (күп өлөшө), Словакия, Сербия, Румыния, Хорватия һәм Австрия биләмәләрендә урынлашҡан; төньяҡ-көнсығышында Украинаның Карпат аръяғы өлкәһе территорияһына керә.

Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — яҡынса 200 мең км².

Динар таулығы, Альп, Карпат һәм Көнсығыш Сербия тауҙары менән уратып алынған тектоник уйһыулыҡ булып тора. Бейеклеге — 100—200 м. Өҫкө йөҙө яҫы (Альфёльдта — Дунайҙан көнсығышҡа табан) йәки урта бейеклектәге айырым тауҙар менән аҙ убалы (Дунай аръяғы крайында — Дунайҙан көнбайышҡа табан). Төньяҡ-көнбайышында Кишальфёльд урынлашҡан, уның күп өлөшө Дунайҙы бейеклек бүлкәтенән тигеҙлеккә сығарыусы конус рәүешендәге үҙән булып тора. Урта Дунай уйһыулығына шулай уҡ көньяҡ-көнбайышта Загреб бассейны һәм көньяҡта Драва һәм Сава йылғаларының үҙәндәре керә. Урта Дунай уйһыулығында Балатон күле урынлашҡан.

Бында боксит, нефть, тәбиғи газ һәм һоро күмер ятҡылыҡтары осрай.

Климаты уртаса континенталь, көнсығышта ҡоро. Ғинуарҙың уртаса температураһы — −1 °C, июлдең — +21°С. Яуым-төшөм миҡдары йылына 500—600 мм тәшкил итә, тауҙарҙа — 900 мм-ға тиклем. Башлыса ҡара һәм аллювиаль тупраҡтар осрай, көнсығышта урыны менән тоҙланған. Уйһыулыҡ территорияһының 70-80 % эшкәртелә, бында бойҙай, кукуруза, йөҙөм һәм башҡа агрокультураларҙы үҫтерәләр. Тауҙарҙа урманлы дала зонаһының бәләкәй участкалары бар. Уйһыулыҡта халыҡ тығыҙ йәшәй; иң ҙур ҡалалары — Будапешт (Венгрия), Загреб (Хорватия), Братислава (Словакия), Тимишоара (Румыния), Нови Сад (Сербия).

Урта Дунай уйһыулығы плиоцен осоронда булған Паннония диңгеҙенең күтәрелгән төбө булып тора. Ҡайһы бер тауҙар (мәҫәлән Сербиялағы Фрушка-Гора тауҙар теҙмәһе) борон Паннония диңгеҙендә утрау булып торғандар.