Альп тауҙары
Альп тауҙары франц. Alpes, нем. Alpen, итал. Alpi, слов. Alpe | |
![]() | |
Альп тауҙарының Ер юлдашынан күренеше | |
46°00′00″ с. ш. 10°00′00″ в. д.HGЯO | |
Илдәр | ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() ![]() |
Барлыҡҡа килгән осоро | Олигоцен |
Майҙаны | 190 000 км² |
Оҙонлоғо | 1 200 км |
Киңлеге | до 260 км |
Иң бейек түбәһе | Монблан |
Бейек нөктәһе | 4810[1][2] м |
![]() |
А́льп тауҙары (франц. Alpes, нем. Alpen, итал. Alpi, слов. Alpe) — Көнбайыш Европалағы иң бейек тауҙар системаһы.
Ул Лигурий диңгеҙенән алып Урта Дунай тигеҙлегенәсә төньяҡтан көнбайышҡа һуҙылған ҡатмарлы түбәләрҙән һәм массивтарҙан тора. 8 илдең биләмәләрен эсенә ала: Франция, Монако, Италия, Швейцария, Германия, Австрия, Лихтенштейн, Словения. Альп тауҙары дуғаһының дөйөм оҙонлоғо 1 200 км тирәһе(дуғаның эске яҡ сите 750 км). Киңлеге 260 км-ғаса.
Иң бейек нөктәһе — Монблан тауы, 4810 метр.
Альптың көнсығыш армыттары Лейт тауҙары һәм көнбайыш армыттары Карпат — Хундсхаймер Берге 14 км ара ғына айырып тора[3].
Альп тауҙары — халыҡ-ара альпинизм,тау саңғыһы спорты һәм туризм үҙәге.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альп тауҙарында 2001 йылда дөйөм халыҡ һаны 12 миллион 300 мең кеше иҫәпләнгән. Күпселекте француздар, немецтар һәм итальяндар тәшкил итә. Шулай уҡ словендар ҙа община булып тора.
Иң эре ҡалалары Гренобль (Франция) халҡы 155 100 кеше, Инсбрук (Австрия) — 127 000 кеше, Тренто (Италия) — 116 893 кеше һәм Больцано (Италия) — 98 100 кеше.
Файҙалы ҡаҙылмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альптар оҙайлы йылдар буйына бер нисә мең йыл һуҙымында кеше тарафынан ҡаҙып табылған минералдар сығанағы булып тора. (Б. э. т. VIII—VI быуаттарҙа уҡ) Hallstatt [[Кельттар| баҡыр сығарғандар, һуңғараҡ римлеләр бад гайштан өлкәһендә алтын эшкәрткәндәр. Штирия ҡорос ҡойоу сәнәғәте өсөн юғары сифатлы тимер сыҡҡан урыны. Альп тауҙарының күп өлөшөндә кристаллдар, киноварь, аметист һәм кварц кеүек минералдар бар[4].
Альп райондары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Көнбайыш Альптар
- 1. Лигурия Альптары
- 2. Приморские Альпы
- 3. Прован Альптары
- 4. Кот Альптары
- 5. Дофиналағы альптар
- 6. Грай Альптары
- 7. Пеннин Альптары
- 8. Берн Альптары
- 9. Лепонтин Альптары
- 10. Гларн Альптары
- Көнсығыш Альптар
- Флиш зонаһы
- 11. Төньяҡ бурташлы (эзбизташлы) Альптар
- Үҙәк көнсығыш Альптары
- 12. Ретий Альптары
- 13. Эцталь Альптары
- 14. Циллерталь Альптары
- 15. Бейек Тауэрн
- Көньяҡ бурташлы Альптар
- 16. Ломбардс Альптары
- 17. Доломит Альптары
- 18. Карний Альптары
- 19. Юлий Альптары
- 20. Караванке
Шулай уҡ райондар үҙ сиратында тағыт ла вағыраҡ өлөштәогә бүленә. Мәҫәлән: Төньяҡ Инсбрукты Веттерштайнгебирге һәм Карвендельгебирге өлөштәренә бүленә. Ә көньяҡтараҡ Штубайер альпен һәм Туксеральпен[5].
Иң бейек түбәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атамаһы | Бейеклеге, м | Урынлашыуы |
---|---|---|
Монблан | 4810,45 м | Грай Альптары |
Монте-Роза | 4634 м | Пеннин Альптары |
Дом (гора) | 4545 м | Пеннин Альптары |
Вейссхорн | 4505 м | Пеннин Альптары |
Маттерхорн | 4478 м | Пеннин Альптары |
Гран-Комбен | 4314 м | Пеннин Альптары |
Финстераархорн | 4273 м | Берн Альптары |
Алечхорн | 4192 м | Берн Альптары |
Барр-дез-Екрен | 4102 м | Дофиналағы альптар |
Гран-Парадизо | 4061 м | Грайские Альпы |
Бернина (гора) | 4049 м | Ретий Альптары |
Вайсмис | 4023 м | Пеннин Альптары |
Альп күренештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альп фауна һәм флора[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Альп флораһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Эдельвейс
(Leontopodium alpinum)Бабасыр уты
(Gentiana acaulis)Альп әшәлсәһе
(Chamorchis alpina)Альп ҡарағайы
(Pinus mugo)Альп күк умырзаяһы
(Pulsatilla alpina)Мытник мутовчатый
(Pediculáris verticilláta)Урман еләге
(Fragária vésca)
Альп фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Новые известия 05.11.2009
- ↑ Какова высота Монблана в 2013 году
- ↑ Хайнбургские горы
- ↑ Shoumatoff, Nicholas and Nina. (2001). The Alps: Europe’s Mountain Heart. Ann Arbor, MI: University of Michigan Press. ISBN 978-0-472-11111-4
- ↑ Der Grose ADAC Alpenführer- 1992.ADAC Verlag GmbH, München. ISBN 3-87003-470-X
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Альп тауҙары Викимилектә |
---|
- Альпы, горная система Европы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Справочник для горных туристов, посещающих Альпы
- Горные походы в Альпы, карты, приюты, фотографии
- «Альпы» — стихотворение Федора Тютчева