Кайнозой

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кайнозой (грек. kainos яңы, үҙенсәлекле һәм грек. zoe -тормош), кайнозой эраһы, фанерозойҙың өҫкө бүлексәһе.

65 млн йыл элек башлана, хәҙерге ваҡытта дауам итә.

Палеоген, неоген һәм дүртенсел (квартер) системаларға (осорҙар) бүленә. Башҡортостан терр яһында палеоген һәм миоцен (неогендың аҫҡы бүлеге) ҡатламдары көслө эрозия һәм тектоник ҡалҡыуҙар арҡаһында өлөшләтә депрессияларҙа һаҡланған.

Плиоцен ултырмалары (неогендың өҫкө бүлеге) Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар һәм башҡа йылғалар үҙәндәренә тура килә.

Квартер ҡатламдары һыу айырғыс киңлектәрҙе, битләүҙәрҙе, тау һәм ҡалҡыулыҡ түбәләрен тотош япма булып ҡаплай; хәҙ. заман рельефын барлыҡҡа килтерә (йылға үҙәндәре, күл уйпатлыҡтары һ.б.).

Кайнозой ултырмалары боронғо ҡатламдарға йыуылыу аша ятҡан континенталь һәм диңгеҙ (квартерҙан тыш) тоҡомдарынан ғибәрәт.

Дөйөм ҡалынлығы 800 м тиклем. Кайнозой ҡатламдарына һоро күмер, кварцлы ҡомташ, аҡ балсыҡ, төҙөлөш материалдары (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ), торф, агрономик мәғдән (гажа, сапропель), минераль буяу (охра, глауконит, аҡбур), эсәр һыу ятҡылыҡтары тура килә.

Палеогеограф реконструкциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кайнозой Башкирского Предуралья. Т.2. Ч.3. Этапы геологического развития Башкирского Предуралья в кайнозое. М., 1970; Геологическая карта Российской Федерации. 1:1000000 (новая серия). Л. N40(41). Уфа: объясн. зап. СПб., 2000; Стратиграфический кодекс России. 3 е изд. СПб., 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Кайнозой-footer
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.