Девон осоро
Дево́н (девон периоды, девон системаһы, девон осоро) — палеозой эраһында дүртенсе геологик период. 419,2 ± 3,2 млн йылдар элек башланған, 358,9 ± 0,4 млн йылдар элек тамамланған. Шулай итеп 60 млн йыл дауам иткән[1].
Был системаның ултырмалары беренсе булып табылған Девоншир графлыгы (Англия) исеме менән бәйле. Ерҙең геологик тарихында палеозой эраһының дүртенсе осорона тура килә торған аҫтан дүртенсе системаһы. Стратиграфик шкалала силур осоронан һуң һәм ташкүмер осоронан алда урынлашҡан. 410 млн йыл элек башлана һәм 60 млн йылға яҡын һуҙыла. 3 бүлеккә һәм 7 ярусҡа. Был ваҡытта үҫемлектәр ҡитғаларҙы яулап ала башлай, беренсе абаға һымаҡтар, иң боронғо асыҡ орлоҡлолар, быуынтыҡ һабаҡлылар барлыҡҡа килә, Ер өҫтө хайуандары үрсей, континент бассейндарында балыҡтар киң үҫеш ала. Девон аҙағында суҡ ҡанатлы балыҡтарҙан беренсе амфибиялар — стегоцефалдар барлыҡҡа килә, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары: брахиоподтар, остракод, мәрйәндәр киң үҫеш ала, бөжәктәр араһында cелтәр ҡанатлылар арта. Ҡомташ, алеврит, эзбисташ, аргиллиттар, доломиттар, тимерле минералдарҙан (шамозит, сидерит) ултырмалары барлыҡҡа килә. Урта девон аҙағында Пашия (юғары девон) ваҡытында территорияның әҙерәк күтәрелүенән һуң диңгеҙҙең яңынан күтәрелеүе башлана, гипс, ангидрит, мергель, балсыҡлы битумлы сланецтар, ҡомташ, балсыҡ ҡатламдары ҡатнаш доломит ултырмалары һәм эзбисташтар айырылып сыға. Девон ултырмаларына Көнсығыш Европа платформаһының ҡырый өлөшөнөң (Волга-Урал бассейны) уңай структуралары менән бәйле төп нефть тупланмалары һәм яныусан битумлы сланецтар тура килә. Донъяның башҡа төбәктәрендә девон ултырмаларында ташкүмер, алмаз, тимер, марганец, никель, хром, алтын һ.б. ятмалары табылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Международная стратиграфическая шкала (версия за январь 2013) на сайте Международной комиссии по стратиграфии
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геология твёрдых полезных ископаемых Республики Татарстан. Казань, 1999; Геология Татарстана: Стратиграфия и тектоника. М., 2003.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Девон осоро // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был палеонтология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |