Алтын

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
PtАлтын / Aurum (Au) Hg
Атом номеры 79
Матдәнең тышҡы күренеше Йомшаҡ, сүкелеүсән һары металл
Au crystals1.jpg
Атом үҙенсәлеге
Атом массаһы
(моляр масса)
196,96654 а. м. б. (г/моль)
Атом радиусы 146 пм
Ионизация энергияһы
(беренсе электрон)
889,3 (9,22) кДж/моль (эВ)
Электрон конфигурацияһы [Xe] 4f14 5d10 6s1
Химик үҙенсәлеге
Ковалент радиусы 134 пм
Ион радиусы (-3e) 185 (+1e) 137 пм
Электр тиҫкәрелеге
(Полинг буйынса)
2,64
Электрод потенциалы Au←Au-3 1,50 В
Au←Au+ 1,70В
Оксидлашыу дәрәжәһе -3,1,3
Матдәнең термодинамик үҙенсәлеге
Тығыҙлыҡ 19,3 г/см³
Моляр йылы һыйҙырыусанлығы 25,39 Дж/(Kмоль)
Йылы үткәреүсәнлек 318 Вт/(мK)
Эреү температураһы 1337,58 K
Эреү йылылығы 12,68 кДж/моль
Ҡайнау температураһы 3080 K
Парға әйләнеү йылылығы ~340 кДж/моль
Моляр күләм 10,2 см³/моль
Матдәнең кристаллик рәшәткәһе
Рәшәткә төҙөлөшө кубик
Рәшәткә параметрҙары 4,080 Å
Дебай температураһы 170,00 K
Au 79
196,96654
[Xe]4f145d106s1
Алтын

Алтын (Aurum ,Au) — химик элементтарҙың периодик таблицаһында атом һаны буйынса 79-сы элемент.

1) химик элемент (Au); 2) алтын һәм ҡушылмаларҙан — көмөш, баҡыр һ.б. торған минерал. 40-лап минерал билдәле. Алтын асыҡ һары, тоноҡ һары, ҡыҙғылт-һары, йәшкелт төҫтә. Бөртөктәр, тәңкә, тоташ массалар һ.б. хасил итә. Ҡатылығы 2-3, тығыҙлыгы 15,6-18,3 г/см³. Азот һәм тоҙ кислотаһы ҡатнашмаһында, шулай уҡ цианид кислотаһында эрей. Туҙан һамаҡ (5-50 мкм), ваҡ (0,05-2 мм) һәм эре (2 миллиметрҙан артығырак, шул иҫәптән самородок) төрҙәре бар. Төп сығанаҡтарҙа (кварцлы, полиметаллы, комплекслы һ.б.) һәм сәселмәләрҙә осрай.

Төп рудаларҙа алтындың күләме 1-50 г/т һәм артығыраҡ, сәселмәләрҙә 0,05-2 г/м³ һәм артығыраҡ. 2006 йылда донъя күләмендәге запасы 87,1 мең т самаһы, табыш (т/йыл) — 2500, шул иҫәптән ЮАР-ҙа — 279, АҠШ-та — 257, Рәсәй Федерацияһында — 173).

Алтын

Физик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Химик транспорт ысулы менән хлор атмосфераһында үҫтерелгән алтын кристалдары(99,99 %)
Ҡағыҙ түшәмдә сусаль алтын табығы

Таҙа алтын — һары төҫтәге йомшаҡ металл. Ҡайһы бер алтын изделиеларына, мәҫәлән, тәңкәләргә, ҡыҙыл төҫтө баҡыр ҡушылмаһы бирә. Йоҡа пленкаларҙа алтын йәшел төҫтә ялтырап тора. Алтын термик үткәреүсәнлеге юғары һәм электр ҡаршылығы түбән.

Алтын — бик ауыр металл: таҙа алтын тығыҙлығы 19,32 г/см² (диаметры 46,237 мм булған таҙа алтын шарҙың массаһы 1 кг). Тығыҙлығы буйынса металдар араһында осмий, иридий, платина, рений, нептуний һәм плутонийҙан һуң етенсе урынды биләй. Вольфрам тығыҙлығы алтын менән сағыштырырлыҡ (бер куб см 19,25 грамм). Алтындың юғары тығыҙлығы уны сығарыуҙы еңеләйтә, шуға ла хатта ябай технологик процестар ҙа — мәҫәлән, шлюздарҙа йыуыу — тау тоҡомонан алтын сығарыуҙы юғары дәрәжәлә тәьмин итә ала.

Алтын — бик йомшвҡ металл: Моос шкалаһы буйынса ҡатылығы ~2,5, Бринелле шкалаһы буйынса 220—250 МПа (тырнаҡ менән сағыштырырлыҡ).

Алтын юғарыпластик металл: ҡалынлығы -0,1 мм (100 нм) табаҡҡа сүкеп була(алтын япрағы); был ҡалынлыҡтаға алтын яҡтылыҡта һары төҫтә була, үтә ҡарағанда йәшкелт-зәңгәр төҫтә бала. Алтынды тығыҙлығы 2 мг/м тиклем булған сымға һуҙып була.

2019 йылдың апрелендә Физик-математика фәндәре кандидаты Алексей Владимирович Арсенин етәкселегендәге Рәсәй физиктары төркөмө[1] (Ике үлсәмле материалдар һәм фотоника буйынса МИПТ үҙәге), донъяла беренсе тапҡыр «ике үлсәмле» алтын табыҡ — ҡалынлығы 10 нм-ҙан кәм булмаған алтын плёнка ала[2]. Мәскәү физика-техник университеты ғалимдары асыҡлауынса, ябай алтынды ҡалынлығы 3-4 нм булған бөтөнләй тиерлек «яҫы» ике үлсәмле ҡоролмаға әйләндерергә мөмкин[3] уның атомдарын молибден сульфидының (MoS2) махсус субстратына беркетеп була. Рәсәй физиктары һәм нанотехнологтары фекеренсә, бындай плёнкалар киләсәктең үтә күренмәле электроника эшләгәндә ҡулланылыш табырға тейеш. Рәсәй ғалимдарының тикшеренеү һөҙөмтәләре «Advanced Material Interfaces» журналында баҫылып сыға[1]. Алтындың яңы формаһын тикшереү күрһәтеүенсә, ул металдың үҙенсәлеген хатта үтә бәләкәй ҡалынлыҡтарҙа ла һаҡлай, ә сульфид-молибден субстраты «ике үлсәмле алтын» пленкаһы теләһә ниндәй субстратҡа күсерергә мөмкинлек бирә. [3][4][5][6]

Алтын иреү температураһы — 1064,18 °C (1337,33 К)[7], 2856 °C (3129 К)[7]. Шыйыҡ алтындың тығыҙлығы ҡаты алтынға ҡарағанда кәмерәк һәм иреү температураһы 17 г/см3. Шыйыҡ алтын ярайһы уҡ осыусае, ҡайнар температуранан күпкә алдараҡ әүҙем парға әйләнә.

Йылылыҡ киңәйеү коэффициенты — Ҡалып:Val ( 25 °C). Йылылыҡ үткәреүсәнлеге — 320 Вт/м·К, йылы һыйҙырышлылығы — 129 Дж/(кг·К), электр ҡаршылығы — 0,023 Ом·мм2/м.

Химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын — электр тиҫкәрәләге таблицаһында башҡа металдарҙың уң яҡында торған иң инерт металдарҙың береһе. Ғәҙәти шарттарҙа күпселек кислоталар менән үҙ-ара тәьҫир итешмәй һәм оксидтар барлыҡҡа килтермәй, кислоталар һәм нигеҙҙәр тәьҫирендә юҡҡа сыға торған ябай металдарҙан айырмалы рәүештә, уны аҫыл металға ҡарай. XIV быуатта царская водканың алтынды иретеү һәләте асыла, был уның химик инертлығы тураһындағы фекерҙе кире ҡаға.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Потёмкин С. В. Благородный 79-й: Очерк о золоте / рецензент: д-р техн. наук В. Г. Лешков. — Изд. 2-е, перераб. и доп. — М.: Недра, 1988. — 176 с. — 141 500 экз. — ISBN 5-247-00161-3. (обл.)
  • Брук Лармер, Цена Золота: National Geographic Россия, Февраль 2009, с. 85—105.
  • Определение в компонентах водных экосистем золота и других элементов методом нейтронноактивационного анализа // Вода: технология и экология. 2009. № 2. с. 62—68.
  1. Алексей Арсенин (билдәһеҙ). Forbes.ru (30 август 2017). Дата обращения: 14 май 2019.
  2. Valentyn S. Volkov, Aleksey V. Arsenin, Sergey M. Novikov, Mikhail S. Mironov, Georgy A. Ermolaev Ultrathin and Ultrasmooth Gold Films on Monolayer MoS2 (инг.) // Advanced Materials Interfaces. — 2019-04-30. — ISSN 2196-7350. — DOI:10.1002/admi.201900196
  3. 3,0 3,1 Российские учёные превратили золото в «двумерный» материал (билдәһеҙ). РИА Новости (20190513T1400+0300Z). Дата обращения: 14 май 2019.
  4. Российские учёные МФТИ впервые в мире получили «двухмерное» золото (билдәһеҙ). EVORUS (14 май 2019). Дата обращения: 14 май 2019.
  5. Николаева Мария. Ученые из МФТИ превратили золото в «двумерный» материал. Planet Today (13 май 2019).
  6. Российские учёные впервые превратили золото в «двумерный» материал (билдәһеҙ). Телеканал 360°. Дата обращения: 14 май 2019.
  7. 7,0 7,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; webelements төшөрмәләре өсөн текст юҡ