Эстәлеккә күсергә

Радон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Радон
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Радий
Асыусы йәки уйлап табыусы Фридрих Эрнст Дорн[d]
Асыу датаһы 1899
Элемент символы Rn[1]
Химик формула Rn[2]
Каноническая формула SMILES [Rn][2]
Атом һаны 86
Электронная конфигурация 1s² 2s² 2p⁶ 3s² 3p⁶ 3d¹⁰ 4s² 4p⁶ 4d¹⁰ 5s² 5p⁶ 4f¹⁴ 5d¹⁰ 6s² 6p⁶ һәм [Xe] 4f¹⁴ 5d¹⁰ 6s² 6p⁶
Электр кирелеге 2,2
Продуцируется гранит[d][3]
Урынлашыу картаһы
Изображение памятной доски
Ҡарата стандарт шарттар[d]
 Радон Викимилектә

Радон (лат. radon, Rn) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 18-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 86.Атом һаны 86.

Ябай матдә радон нормаль шарттарҙа — төҫһөҙ инерт газ; радиоактив, тотороҡло изотоптары юҡ, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырыуы мөмкин. Бүлмә температураһында иң ауырҙарҙың береһе булған газ. Иң тотороҡло изотобының (222Rn) ярым тарҡалыу осоро 3,8 тәүлек

Радон элементының символы — Rn (Радон тип уҡыла).

Асыу тарихы һәм атаманың килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта торий эманацияһын — торон, радий эманацияһын — радон, актинийҙы — актинон тип атайҙар. Ысынында бөтә эманацияларҙың яңы элемент — атом номеры 86 булған инерт газдың радионуклидтары булыуы иҫбатланған. Беренсе тапҡыр уны айырып алып, ентекле рәүештә уның тығыҙлығын 1908 йылда Уильям Рамзай һәм Роберт Отоу-Грей үлсәйҙәр. Һәм улар уҡ матдәгә нитон (лат. nitens- яҡтыртыусы) тип исем бирә[4]. 1923 йылда газ радон исемен ала һәм Em символы Rn-ға алыштырыла.

Радонды химик элемент булараҡ асыуҙы йыш немец химигы Фридрих Дорн ҡаҙанышы тип билдәләйҙәр[5]. Радонды асыу мәсьәләләрен тикшергән Джеймс һәм Вирджиния Маршалл радонды химик элемент булараҡ беренсе асыусы итеп Резерфордты күрһәткәндәр[6].

Радиоактив рәттәр составына 238U, 235U һәм 232Th инә. Ер ҡабығында масса буйынса тигеҙлек 7⋅10-16 % тәшкил итә. Химик инертлыҡ арҡаһында радон «ата-әсә» минералдың кристалл рәшәткәһенән сағыштырмаса еңел сығып китә һәм ер аҫты һыуҙарына, тәбиғи газдарға һәм һауаға эләгә. Радондың дүрт тәбиғи изотобынан (218, 219, 220, 222) 222Rn иң оҙайлы һаҡланыу сәбәпле, нәҡ бына ул шул мөхиттәрҙә күпләп туплана.

Һауала радондың концентрацияһы, беренсе сиратта, геологик хәлгә бәйле (мәҫәлән, уран күп булған граниттар радондың актив сығанағы булып тора, шул уҡ ваҡытта диңгеҙ өҫтөндә радон әҙ), шулай уҡ һауа торошона (ямғыр ваҡытында радон тупраҡтағы ваҡ ярыҡтарға һыу менән тула; ҡар ҡатламы радондың һауаға сығыуына ҡамасаулай).

Ер тетрәүҙәр алдында, сейсмик әүҙемлек арҡаһында, һауала радондың концентрацияһы арта[7]. Радондың был ваҡытта ерҙән сығыуы эксхаляция тип атала[8].

Радон ванналарының шифалы үҙенсәлектәре тураһында кешеләр радиоактивлыҡ асылғансы уҡ белгән. Баден-Баден һыуҙары боронғо римлыларға билдәле булған. 1861 йылда, Р. Бунзен атаҡлы курорт һыуҙарына беренсе химик анализ яһай, ә 1904 йылда физик Х. Ф. Гайтель һәм Баден-Баденда йәшәүсе аптекарь О.Реслер Баден һыуҙарының радиоактивлығын асалар. Шул уҡ йылды Германияның тағы бер курорты – Бад Кройцнахтың 1817 йылда төҙөлгән күп термаль дауалау сығанаҡтарының радиоактивлығы билделәнә, ә 1912 йылда, радон штольнялары табылғандан һуң, курортта донъяла беренсе ингаляцион радон үҙәге асыла[9].

Башҡортостанда радон ванналары менән дауаланыуҙы шулай уҡ борондан белгәндәр, халыҡ ул сығанаҡтарға үҙ аллы йөрөп дауаланған. Шифаханаларға барыу мөмкинлеге булмағандар әле лә "ҡырағай" дауаланыусы булып ул сығанаҡтарға йөрөүен дауам итә.

Башҡортостан шифаханаларынан "Яҡтыкүл"дә радон ванналары алырға мөмкин.[10]

  1. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  2. 2,0 2,1 RADON (ингл.)
  3. (unspecified title)ISBN 1471868753
  4. W.Ramsay, R. W. Gray La densité de l'emanation du radium (билдәһеҙ) // Comptes rendus hebdomadaires des seances de l'Academie des sciences (инг.)баш.. — 1910. — Т. 151. — С. 126—128.
  5. James L. Marshall and Virginia R. Marshall ERNEST RUTHERFORD, THE «TRUE DISCOVERER» OF RADON (инг.) // Bulletin for the History of Chemistry (инг.)баш. : journal. — 2003. — Т. 28. — № 2. — С. 76—83.
  6. James L. Marshall and Virginia R. Marshall ERNEST RUTHERFORD, THE «TRUE DISCOVERER» OF RADON (инг.) // Bulletin for the History of Chemistry (инг.)баш. : journal. — 2003. — Т. 28. — № 2. — С. 76—83.
  7. Уткин В. И., Юрков А. К. Радон как «детерминированный» индикатор природных и техногенных геодинамических процессов // Доклады РАН. 2009. Т. 426. № 6. С. 816—820.
  8. Уткин В. И., Юрков А. К. Отражение сейсмических событий в поле эксхаляции радона // Геофизика. 1997. № 6. С. 50-56.
  9. Радоновые воды 2020 йыл 24 ноябрь архивланған.
  10. Где можно поправить здоровье в Башкирии
  • Радон// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 20-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.