Эрбий

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эрбий
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Иттербю[d]
Ауырлығы 167,259 ± 0,003 атомная единица массы[1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Монацит[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Карл Густав Мосандер[d]
Асыу датаһы 1842
Элемент символы Er[2]
Химик формула Er[3]
Каноническая формула SMILES [Er][3]
Атом һаны 68
Электр кирелеге 1
Ионный радиус 0,89 ангстрем[4] һәм 1 ангстрем[4]
Позиция в Юникоде 927A[5]
Commons-logo.svg Эрбий Викимилектә
68
Эрбий
167,26
4f126s2

Эрбий (лат. Erbium, Er) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 68.

Лантаноидтарға һәм һирәк ер элементтарына (иттрий төркөмсәһе) ҡарай.

Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрбий элементының символы — Er (Эрбий тип уҡыла).

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрбий 1842 йылда Мосандер Карл Густав тарафынан асыла.

Эрбийҙы 1843 йылда швед химигы Карл Густав Мосандер Иттербю ауылы эргәһендә табылған гадолинит минералынан айырып ала.

Ул Y2O3 концентратында ҡушылмалар таба һәм уларҙы өс фракцияға бүлә: иттрий, алһыу terbia (ул хәҙерге заманда эрбий элементы тип атала) һәм төҫһөҙ erbia (быныһы тербий элементы булған).

Эрбий менән тербийҙы күпмелер ваҡыт бутап та йөрөтәләр. Тербийҙы эрбий тип 1860 йылдан һуң үҙгәртәләр, эрбийҙы иһә тербий тип 1877 йылдан һуң атай башлайҙар.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрбий элементы атамаһын рәттән өс (эрбий, иттербий, иттрий) менән бергә — Стокгольм архипелагына ингән Ресарё утрауында урынлашҡан Иттербю ауылы хөрмәтенә исем алған.

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монацит ҡом

Эрбийҙың кларкы ер ҡабығында (Тэйлор буйынса) — 3,3 г/т, океан һыуҙарындә йөкмәткеһе — 2,4·10−6[6]. Был концентрациялар эрбийҙы Ер ҡабығында химик элементтар араһында таралыу буйынса 45-се урында билдәләү өсөн етерлек (йәғни, ул ҡурғашҡа ҡарағанда күберәк таралған).

Ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрбий лантаноидтар составына инә, улар иһә бик һирәк осрай. Лантаноидтар АҠШ, Ҡаҙағстан, РәсәйУкраина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавияла осрай.

Сығарып алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эрбий (III) хлориды алһыу ҡояш нурҙары аҫтында алһыу булып күренә

Металлик эрбийҙы эрбий хлориды иретмәһе ErCl3 (ErF3) электролизы ярҙамында, шулай уҡ был тоҙҙарҙы кальцийтермик тергеҙеү юлы менән алалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Brand W. A., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T. et al. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 ERBIUM (ингл.)
  4. 4,0 4,1 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. https://www.cns11643.gov.tw/wordView.jsp?ID=151138
  6. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]