Калифорний

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Калифорний
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Калифорния
Транскрипция в МФА ˌkælɨˈfɔrniəm
Асыусы йәки уйлап табыусы Stanley Gerald Thompson[d], Kenneth Street Jr.[d], Альберт Гиорсо[d] һәм Гленн Теодор Сиборг[d]
Асыу датаһы 1950
Место обнаружения Калифорнийский университет в Беркли[d]
Элемент символы Cf[1]
Химик формула Cf[2]
Каноническая формула SMILES [Cf][2]
Атом һаны 98
Электронная конфигурация [Rn] 5f10 7s²[3]
Электроотрицательность 1,3
Тығыҙлыҡ 15,1 грамм на кубический сантиметр[4]
Иреү температураһы 1173 Кельвин[4]
Позиция в Юникоде 9272[5]
Commons-logo.svg Калифорний Викимилектә

Калифорний (лат. Californium, Cf) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор химик элементы. Тәртип номеры — 98.

Яһалма радиоактив химик элемент, актиноидтарға ҡарай. Массаһы 237—256 һан менән радиоизотоптары билдәле. Тотороҡло изотоптарға эйә түгел[6].

Символы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Калифорний элементының символы — Cf (Калифорний тип уҡыла).

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был элемент беренсе тапҡыр 1950 йылда Берклиҙағы Лоуренс Милли лабораторияһында (элек Калифорния университеты Радиация лабораторияһында) кюрийҙы альфа-киҫәксәләр (гелий-4 иондары) менән аттырып синтезланған. Актиноид, алтынсы трансуран элемент, шуғаса синтезланған теләһә ниндәй элементтың иң юғары атом массаһына эйә, ул күҙ менән күрер күләмдә (эйнштейнийҙән һуң). Элемент Калифорния штаты һәм шул штаттағы университет исеме менән аталған. Был яһалма элемент 1950 йылда америка физиктары С. Томпсон, К. Стрит , А. Гиорсо һәм Г. Сиборг тарафынан Берклиҙың Калифорния университеты ҡарамағында 242Cm тиҙләтелгән α-киҫәксәләр менән нурландырып алынған[6].

Калифорнийҙың беренсе ҡаты берләшмәләре — 249Cf2O3 һәм 249CfOCl 1958 йылда етештерелгән.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беркли ҡалаһындағы Калифорния университеты хөрмәтенә бирелгән, элемент шул ҡалала алынған булған. Авторҙар яҙыуынса, улар был исемдә быуат элек Америка асыусыларға Калифорнияға етеү нисек ауыр булһа, яңы элемент асылыуы ла шундай уҡ ауырлыҡ менән бирелеүен күрһәтергә теләгәндәр.

Сығарып алыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер грамм калифорний етештереү өсөн ядро реакторында плутонийҙы йәки кюрийҙы оҙаҡ ваҡыт — 8 айҙан алып 1,5 йылдан тиклем нурланышҡа дусар итәләр. Һуңынан килеп сыҡҡан нурланыш продукттарынан калифорнийҙы химик юл менән айырып алалар.

Металлик калифорнийҙы литий менән CfF3 калифорний фторидынан тергеҙеп алалар:

йәки Cf2O3 калифорний оксидын кальций менән:

.

Башҡа актиноидтарҙан калифорнийҙы экстракцион һәм хроматографик ысул менән айыралар.

Физиологик тәьҫире[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

252Cf радионуклиды бик ныҡ радиотактив ағыулы. Асыҡ һыу ятҡылыҡтары һыуында ПДК 1,33·10−4 Бк/л.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]