Неодим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Неодим
Рәсем
Масса 144,242 ± 0,003 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталған новизна[d] һәм близнец[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән monazite-(Nd)[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Карл Ауэр фон Вельсбах[d][2]
Асыу датаһы 1885[2]
Табылыу урыны Вена[2]
Элемент символы Nd[3]
Химик формула Nd[4]
Каноническая формула SMILES [Nd][4]
Атом һаны 60[5]
Электр кирелеге 1,14
Ионный радиус 0,98 ангстрем[6], 1,12 ангстрем[6], 1,16 ангстрем[6] һәм 1,27 ангстрем[6]
 Неодим Викимилектә

Неодим (лат. Neodymum, Nd) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор химик элементы. Тәртип номеры — 60.

Химик элемент, һирәк осрай торған ер металы, көмөшһыу-аҡ төҫтә, алтынһыу төҫмөрө бар. Лантаноидтар төркөмөнә ҡарай. Һауала еңел окислана. Самолет һәм ракета етештереү сәнәғәтендә алюмин һәм магний менән рәттән иретмә компоненты булараҡ ҡулланыла[7].

Символы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Неодим элементының символы — Nd (Неодим тип уҡыла).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Неодим 1895 йылда Карл Ауэр фон Вельсбах тарафынан асыла.

Ул дидимды — һирәк осрай торған ике ер металының ҡатнашмаһын — неодимға һәм празеодимға бүлә. Дидим шуға тиклем айырым химик элемент булып һаналған һәм ҡатнашмаларының химик үҙенсәлектәренең сиктән тыш яҡынлығы арҡаһында бүлеү бик ауыр бирелгән. Неодимды таҙа килеш, празеодим ҡатнашмаларынан айырып алыу 1925 йылда ғына мөмкин була.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы «неодим» (лат. Neodymium) грек. πράσιος — «аҡһыл-йәшел» һәм δίδυμος — «игеҙәк» тигәнде аңлата. Бындай атама менән ул ҡатнашмаларҙа төҫтәр биреү үҙенсәлегенә һәм элементтың асылыу тарихына бурыслы[7].

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер ҡабығында неодим йөкмәткеһе (төрлө мәғлүмәттәр буйынса) — 25-37 г/т, океан һыуҙарында — 9,2·10−6 мг/л[8].

Ятҡылыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Неодим лантаноидтар составына инә, уның ятҡылыҡтары Рәсәй, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия, Ҡытайҙа урынлашҡан. Һуңғыһы төп етештереүсеһе һәм шулай уҡ неодим экспортёры булып тора.

Һирәк ер элементтарының сеймал базаһы донъя йөҙөндә яҡынса 100 миллион тонна тәшкил итә, шуларҙың 52 миллион тоннаһы Ҡытай өлөшөнә тура килә. Ҡытай һирәк ер элементтары донъя күләменең 92-94%-ын сығара.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. 2,0 2,1 2,2 Эмсли Д. Nature's Building Blocks: An A-Z Guide of the Elements (New Edition)Издательство Оксфордского университета, 2011.
  3. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  4. 4,0 4,1 NEODYMIUM (ингл.)
  5. периодическая система химических элементов — 1869.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  7. 7,0 7,1 Неодим // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
  8. J.P. Riley and Skirrow G. Chemical Oceanography V. I, 1965

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]