Фтор

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фтор
Рәсем
Ауырлығы 18,998403163 ± 6,0E-9[1]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Неон
Асыусы йәки уйлап табыусы Муассан, Анри[d] һәм Ампер, Андре-Мари[d]
Асыу датаһы 1810
Место обнаружения Франция
Элемент символы F[2]
Атом һаны 9
Электронная конфигурация 1s² 2s² 2p⁵ һәм [He] 2s² 2p⁵
Электроотрицательность 3,98
Энергия ионизации 15,7 ± 0,1 электронвольт[3]
Степень окисления −1
Иреү температураһы −363 ± 1 Фаренгейт градусы[3]
Ҡайнау нөктәһе −307 ± 1 Фаренгейт градусы[3]
Давление пара 1 ± 1 атмосфера[3]
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,2 ± 0,1 миллиграмм на кубический метр[3]
IDLH 38,75 ± 0,01 миллиграмм на кубический метр[3]
PGCH коды 0289
Позиция в Юникоде 6C1F[4]
Commons-logo.svg Фтор Викимилектә

Фтор (лат. Fluorum), F — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се төп төркөмөндә, 9-сы һан аҫтында тороусы химик элемент. Фтор һарғылт төҫтәге газ, галогендарға инә.

Фтор исеме (грекса phthoros — үлем, емереклек) урыҫ телендә генә ҡулланыла, уны 1810 йылда А.Ампер тәҡдим итә. Күп телдәрҙә «флюор» һүҙе таралған.

Тарихи белешмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фторҙың беренсе атамаһы — флюорит CaF2 — XV быуат аҙағында «флюор» (латинса fluo — ағам) исеме аҫтында яҙылған. Ирекле фторҙы 1986 йылда калий гидрофториды KHF 2 булған, шыйыҡ фторлы водородтың электролизы юлы менән А.Муассен таба.

Фтор химияһы 1930-сы йылдарҙан башлана, уны атом сәнәғәтендә ҡулланалар.

Тәбиғәттә таралышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер ҡабығындағы уртаса 6,25 * 10−2% (масса буйынса) таралған. Фтор вулкан газдарында һәм термаль һыуҙарҙа бар.

Физик һәм химик үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газ хәлендәге фторҙың тығыҙлығы 1,693 г/л, шыйыҡтыҡы — 1,5127 г/см3. Иреү температураһы −219,610 С, ҡайнау — −188,130 С. Фторҙың тышҡы электрон конфигурацияһы 2s 2 5. Ҡушылмаларында оксидлашыу кимәле-1.

Фтор металдарҙың күпселеге менән бик актив тәьҫир итешә. Һелтеле һәм һелтеле-ер металдары менән һалҡында ла, Bi, Sn, Ti, Мо, W менән әҙ генә йылытҡанда, Hg, Pb, U, V менән бүлмә температураһында ялҡынланып барыусан. Ҡайһы бер металдар (Fe, Си, Al, Ni, Mg, Zn) менән тәьҫир итешкәндә һаҡлаусы яры хасил була, һәм реакция туҡтай.

Металдарҙың йәки металл булмағандарҙың галогенидтары фтор менән һалҡында ла тәьҫир итешә, фтор галогендарҙы алмаштыра.

Металдарҙың гидроксидтары менән тәьҫир итешкәндә, шул металдың фториды һәм кислород хасил була.

Фтор органик матдәләр менән бик актив реакцияға инә.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Газ хәлендәге өс-фторлы хлорҙы СlF 3 (фторлаштырыусы агент), алты фторлы көкөрттө SF 6 (электротехник сәнәғәттә газлы изолятор) алыу өсөн ҡулланалар. Шыйыҡ фтор — ракета яғыулығы оксидлаштырғысы.

Шулай уҡ фосфорлы ашламалар етештергәндә ҡулланыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Фтор// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 28-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Рысс И. Г. Химия фтора и его неорганических соединений. М. Госхимиздат, 1966 г. — 718 с.
  • Некрасов Б. В. Основы общей химии. (издание третье, том 1) М. Химия, 1973 г. — 656 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]