Висмут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Висмут
ингл. Bismuth
Рәсем
Масса 208,9804 ± 1,0E−5 Массаның атом берәмеге[1]
Элемент символы Bi[2]
Химик формула Bi[3]
Каноническая формула SMILES [Bi][3]
Атом һаны 83
Электр кирелеге 2,02
Ионный радиус 0,96 ангстрем[4], 1,03 ангстрем[4], 1,17 ангстрем[4] һәм 0,76 ангстрем[4]
Кристаллик система тригональная сингония[d]
Применяется для лечения бактериальная инфекция[d][5], Шигеллёз[d][5], Коли-инфекция[d][5], peripheral vascular disease[d][5] һәм вирусная инфекция[d][5][6]
 Висмут Викимилектә

Висмут (лат. Bismuthum, Wismatum, Bi) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 15-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 83. Атом номеры 83.Ябай матдә нормаль шарттарҙа көмөшһыу ялтырауыҡлы, алһыуыраҡ төҫмөрлө металл.

Символы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Висмут элементының символы — Bi (Висмут (20 быуат уртаһынаса — Бисмут) тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латинса Bismuthum йәки немец телендәге Masse weisse, «аҡ масса»[7] тигәндән килеп сыҡҡан тип фараз ителә.

Висмут Европала ғына ҡулланылып ҡалмай. Инкалар һалҡын ҡорал эшләү процесында ҡулланғандар, ул матур ялтырауыҡ төҫ биргән, сөнки висмут оксиды шундай сифаттарға эйә.

Әммә висмутты үҙ аллы элемент тип һанамағандар, уны ҡурғаш, һөрмә йәки аҡ ҡурғаштың бер төрө булып тора тип уйлағандар. 1546 йылда висмут тураһында немец минералогы һәм металлургы Георгиус Агрикола тарафынан беренсе тапҡыр телгә алына. 1739 йылда немец химигы И. Г. Потт висмут шулай ҙа айырым химик элемент икәнен асыҡлай. 80 йылдан швед химигы Берцелиус химик элементтар исемлегенә беренсе тапҡыр Bi символын индергән[8].

Тәбиғәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер ҡабығында массаһы буйынса висмут йөкмәткеһе — 2·10−5 % , диңгеҙ һыуында — 2·10−5 мг/л.

Висмут мәғдәндәрендә висмут 1%-тан юғары булыуы һирәк осрай. Ундай мәғдәндәр составына ингән висмут минералдары — самородок висмут (98,5 —99 % Bi), висмутин Bi2'S3 (81,30 % Bi), тетрадимит Bi2Te2'S (56,3—59,3 % Bi), козалит Pb2Bi2'S5 (42 % Bi), бисмит Bi2O3 (89,7 % Bi), бисмутит Bi2CO3(OH)4 (88,5—91,5 % Bi), виттихенит Cu3BiS3, галеновисмутит PbBi2'S4, айкинит CuPbBiS3.

Висмутты сығарыу һәм ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Висмут — ярайһы һирәк металл, һәм уны сығарыу/ҡулланыу йылына 6000 тоннанан бик артмай (йылына 5800-ҙән 6400 тоннаға тиклем).

Билдәле булған висмут ятҡылыҡтары Германия, Монголия, Боливия, Австралия, Перу дәүләттәрендә, Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә[9].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Висмут етештереү буйынса илдәр исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Meija J., Coplen T. B., Berglund M., Bièvre P. D., Gröning M., Holden N. E., Irrgeher J., Loss R. D., Walczyk T., Prohaska T. Atomic weights of the elements 2005 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2016. — Vol. 88, Iss. 3. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1515/PAC-2015-0305
  2. Wieser M. E., Coplen T. B., Wieser M. Atomic weights of the elements 2009 (IUPAC Technical Report) (ингл.) // Pure and Applied ChemistryIUPAC, 2010. — Vol. 83, Iss. 2. — P. 359–396. — ISSN 0033-4545; 1365-3075; 0074-3925doi:10.1351/PAC-REP-10-09-14
  3. 3,0 3,1 BISMUTH (ингл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 (unspecified title)ISBN 0-8493-0485-7
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 NDF-RT (ингл.)
  6. (unspecified title)PMID:7372069
  7. Nicholas C; Norman. Chemistry of arsenic, antimony, and bismuth. — 1998. — С. 41. — ISBN 978-0-7514-0389-3.
  8. Под ред. Дрица М. Е. Свойства элементов. — Металлургия, 1985. — С. 292—302. — 672 с..
  9. ВИСМУТ. Дата обращения: 23 сентябрь 2010. Архивировано 22 сентябрь 2010 года. 2010 йыл 22 сентябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]