Перу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перу Республикаһы
исп. República del Perú кечуа Piruw Mama Llaqta аймар. Piruw Suyu
Перу гербы
Флаг
Гимн: «Somos libres, seámoslo siempre»
Үҙаллылыҡ датаһы 28 июль 1821Испаниянан)
Рәсми телдәр испан, индейҙар күп йәшәгән региондарҙа
кечуа, аймара һәм башҡа урындағы телдәр
Баш ҡала Лима
Эре ҡалалар Лима
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
20
1 285 216 км²
8,8
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

29 461 933"Instituto Nacional de Estadística
e Informática (INEI) del Perú
". INEI.
Retrieved on June 10, 2010. чел. (41)
23 чел./км²
Валюта Яңы соль (PEN, код 604)
Интернет-домен .pe
Код ISO PE
МОК коды PER
Телефон коды +51
Сәғәт бүлкәте -5

Перу́[2][3], иҫкесә Пе́ру[4](исп. República del Perú [reˈpuβlika ðel peˈɾu], кечуа Piruw Mama Llaqta[reˈpuβlika ðel peˈɾu], кечуа Piruw Mama Llaqta [piˈruw ˈmama ˈʎaχta], аймар. Piruw Suyu [piˈruw ˈsuju]),[5], рәсми Перу Республикаһы[2][3] — Көньяҡ Америкалағы дәүләт. Төньяҡ-көнбайыштан Эквадор, төньяҡтан Колумбия, көнсығыштан Бразилия, көньяҡ-көнсығыштан Бризилия һәм Чили менән сиктәш. Ярҙары Тымыҡ океан менән йыуыла. Майҙаны буйынса, Бразилия һәм Аргентинанан ҡалышып, өсөнсө урында.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карлдың сәркәтибе Хуан де Самано докладына ярашлы, беренсе тапҡыр Перуҙың исеме 1525 йылда Франсиско Писарро менән Диего де Альмагроның беренсе экспедицияһына бәйле телгә алына.[6].

Ил тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Перуҙа тәүге кешеләр б. э. т. Х мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән.[7] Улар яр буйындағы йылға үҙәндәрендә йәшәгән. Перуҙа таш ҡоралдар, хайуан һөйәктәре, үҫемлек ҡалдыҡтары 12 мең йыл элекке дата менән билдәләнә[8].

Норте-Чиконың боронғо цивилизацияһы илдең төньяҡ-үҙәк ярында табылған. Ул б. э. т. 3000 һәм 1800 йылдар араһындағы осор менән билдәләнә.[9]

Инкылар дәүләте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перу — Көньяҡ Американың археология музейы, боронғо цивилизациялар, боронғо индейҙар цивилизацияһы иле, уларҙың ҡаҙаныштары хәҙерге кешене лә таң ҡалдыра. Инкылар үҙ дәүләтен төҙөгәнгә тиклем үк әле,бында унға яҡын цивилизация булған. Уларҙың һәләк булыу сәбәптәре әле лә асыҡланмаған.

XII быуатта Урубамба йылғаһы үҙәнендә инкылар дәүләте барлыҡҡа килә. Инкылар этнос түгел, ә хакимлыҡ итеүсе синыф. Биш быуат эсендә инкыларҙың Тауантинсуйу дәүләте Колумбҡа тиклем Америкала иң ҙур империя була.

Хужалыҡ итеүҙең төп тармағы — ер эшкәртеү. Ерҙе таяҡтар менән йомшарталар, һабанды улар белмәй. Маис, маниока, картуф, томаттар, ҡуҙаҡлылар, тәмәке һәм мамыҡ үҫтерәләр. Йорт хайуандарынан ламалар үрсетәләр. Халыҡ мамыҡ һәм төн туҡымалар туҡыу, көршәк эшләү (көршәксе түңәрәген ҡулланмайынса), алтын, көмөш, баҡыр һәм бронза эшкәртеү кеүек һөнәрҙәр менән мәшғүл була.

Испан яулап алыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Перу индейҙарының күп һәйкәл-ҡомартҡылары испан яулап алыуҙары замананда емерелгән. Инкыларҙың ҡомартҡылары һәм һарайҙары урынына испандар католик сиркәүҙәр, монастырҙар, үҙҙәренең һарайҙарын һалғандар, шулай ҙа инкылырҙың рухи мәҙәниәте уларҙың ңәҫелдәре тарафынан ауыҙ-тел ижады, көй, бейеү рәүешендә, кейемдәрҙә һәм көнкүрештә һаҡланған.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең климаты сиктән тыш төрлө һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы. Тымыҡ океан янында түбәләре ҡар менән ҡапланған Анд тауҙары башлана. Уңдырышлы ерҙәр сүллектәр менән алышына. Арыраҡ Амазония урмандары башлана. Тәбиғәт шарттары буйынса Перу өс өлөшкә бүленә. Яр буйын Коста тип атайҙар. Диңгеҙ буйы тигеҙлеге океан буйлап тар ғына (80 километрҙан 180 километрға тиклем) һыҙат булып 1600 километрға һуҙыла. Ул тропик сүллектәр зонаһында ята. Сүллектәр эргәһендә Анд тауҙары күтәрелә. Илдең был яғын Сьерра тип атайҙар. Йылға үҙәндәре тауҙарҙы айырым һырттарға бүлгеләй. Һырттар араһында бик бейектә яҫы таулыҡ ята.

Перуның көнсығыш өлөшө Сельва тип атала. Сельва икһеҙ-сикһеҙ урмандар менән ҡапланған. Уның аша мул һыулы Амазонка һәм уның күп һанлы ҡушылдыҡтары аға.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Перу төбәктәре

2002 йылға тиклем дәүләт 24 департаментҡа бүленә - яңы төбәктәр барлыҡҡа килгәнгә тиклем. 2002 йылдың 18 ноябрендә, юғарылағы указға ярашлы, биләмә 25 төбәккә бүленгән. Был төбәктәр провинцияларҙан ойошторолған, улар, үҙ сиратында, райондарҙан тора. Шулай итеп, Перуҙа 195 провинция һәм 1833 район бар. Лима ҡалаһы, илдең үҙәк өлөшөндә урынлашҡан баш ҡала, айырым провинцияға инә. Лима-Метрополитан провинцияһының үҙенсәлеге шунда, ул бөтә 25 төбәк иҫәбенә инмәй.

Уаскаран, Анкаш
Мачу-Пикчу, Куско
Паракас, Ика
Ману, Мадре-де-Дьос
Перуҙың административ бүленеше
Төбәк ISO
UBIGEO
Администрати үҙәк Майҙаны
(км²)
Халҡы
кеше (2017)
Халыҡ тығыҙлығы
(кеше/км²)
Урынлашыуы
Амасонас AMA 01 Чачапояс 39 249,13 379 384 9,7
Анкаш ANC 02 Уарас 35 826 1 083 519 30,2
Апуримак APU 03 Абанкай 20 895,79 405 759 19,42
Арекипа ARE 04 Арекипа 63 345,39 1 382 730 21,83
Аякучо AYA 05 Аякучо 43 814,80 616 176 14,06
Кахамарка CAJ 06 Кахамарка 33 248 1 341 012 40,3
Кальяо CAL 07 Кальяо 146,98 994 494 6815,8
Куско CUS 08 Куско 71 892 1 205 527 16,75
Уанкавелика HUV 09 Уанкавелика 22 131,47 347 639 15,71
Уануко HUC 10 Уануко 36 938 721 047 19,3
Ика ICA 11 Ика 21 327,83 850 765 39,89
Хунин JUN 12 Уанкайо 44 410 1 246 038 28,1
Ла-Либертад LAL 13 Трухильо 25 570 1 778 080 69,7
Ламбаеке LAM 14 Чиклайо 14 231,30 1 197 260 82,7
Лима LIM 15 Уачо 32 137 910 431 28,3
Лорето LOR 16 Икитос 368 851,95 883 510 2,4
Мадре-де-Дьос MDD 17 Пуэрто-Мальдонадо 85 183 141 070 1,68
Мокегуа MOQ 18 Мокегуа 15 733,97 174 863 11,11
Паско PAS 19 Серро-де-Паско 25 319,59 254 065 10,2
Пьюра PIU 20 Пьюра 35 892,49 1 856 809 52,1
Пуно PUN 21 Пуно 71 999 1 172 697 16,29
Сан-Мартин SAM 22 Мойобамба 51 253,31 813 381 15,9
Такна TAC 23 Такна 16 075,89 329 332 20,49
Тумбес TUM 24 Тумбес 4 669,20 224 863 48,2
Укаяли UCA 25 Пукальпа 102 410,55 496 459 4,9
Лима-Метрополитана Лима 2 665 8 574 974 3276,8

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лима

2018 йылда Перуҙа хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 930 соль (280,08) тәшкил итә. 2018 йылда Перуҙа хеҙмәткә түләүҙең уртаса күләме 1704,14 соль (520,36) тәшкил итә[10][11][12][13][14][15]

Тәбиғи ресурстар - баҡыр, көмөш, алтын, нефть, урман, тимер мәғдәне, күмер, фосфаттар, гидроэнергия, газ.

Перу - тау сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән аграр ил.

2009 йылда йән башына эске тулайым продукт - 8,6 мең доллар (донъяла 15-се урын). Эшһеҙлек - 9 % (2009 й.), ярлылыҡ кимәленән түбәнерәк - халыҡтың 45 % (2006 й.).

Сәнәғәт (тулайым эске продукттың 25 %, эшләүселәрҙең 24 %) - минераль ҡаҙылмалар сығарыу һәм эшкәртеү; ҡорос һәм башҡа металдарҙы иретеү; нефть һәм газ сығарыу һәм эшкәртеү; балыҡ, туҡыма, кейем, аҙыҡ-түлек сәнәғәте.

Ауыл хужалығы - спаржа, кофе, какао, мамыҡ үләне, шәкәр ҡамышы, дөгө, картуф, кукуруз, виноград, әфлисундар, ананас, гуава, банан, алма, лимон, персик, кока, помидор, манго, арпа, дарыу үҫемлектәре, кокос, бойҙай, борсаҡ; ҡош-ҡорт, ит-һөт малсылығы; балыҡсылыҡ.

Хеҙмәтләндереү өлкәһе - эске тулайым продукттың 67 проценты, эшләүселәрҙең 75 проценты.

Тышҡы сауҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспорт — $42,47 млрд (2017 йылда)[16] — баҡыр, алтын, ҡурғаш, цинк, аҡ ҡурғаш, тимер мәғдәне, молибден, көмөш, сей нефть һәм нефть продукттары, тәбиғи газ, кофе, спаржа һәм башҡа йәшелсәләр, емеш-еләк, кейем-һалым һәм туҡыма, балыҡ оно, балыҡ, химикаттар, әҙер металл изделиелар, иретмәләр.

Төп һатып алыусылар — Ҡытай — 26,5 %, АҠШ — 15,2 %, Швейцария — 5,2 %, Көньяҡ Корея — 4,4 %, Испания — 4,1 %, Һиндостан — 4,1 %.

Импорт — $38,8 млрд (2017 йылда) — нефть продуктары, химикаттар, пластмасалар, машиналар, транспорт саралары, электр-техник һәм телекоммуникация ҡорамалдары, ҡорос, бойҙай, кукуруз, соя продукттары, ҡағыҙ, кизе-мамыҡ, дарыуҙар.

Төп тәьмин итеүселәр — Ҡытай — 22,3 %, АҠШ — 20,1 %, Бразилия — 6 %, Мексика — 4,4 %.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылға Перу халҡының йәш-енес пирамидаһы
Йыл Халҡы
1 1 000 000
500 1 300 000
1000 1 500 000
1300 3 000 000
1500 6 700 000
1600 4 500 000
1700 2 500 000
1800 2 500 000
1900 4 836 000
1950 7 969 000
2000 25 952 000
2012 30 300 000
2017 31 237 000
Европа һәм ҡатнаш сығышлы Перу халҡы

Халыҡ һаны — 31 237 385 (2017 йылғы иҫәп алыу).

Йыллыҡ үҫеш — 1,0 % (бер ҡатын-ҡыҙға 2,3 тыуым).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 74 йәш: ир-аттар өсөн 72 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 77 йәш[17].

Ҡала халҡы — 79,3 % (2017).

Енес структураһы: 49,2 % — ир-аттар, 50,8 % — ҡатын-ҡыҙҙар.

СПИД (ВИЧ)вирусы менән зарарланыу — 0,5 % (2007 йылғы баһа).

Этник- раса составы: метистар — 60,2 %, кечуа — 22,3 %, аҡ тәнлеләр — 5,9 %, афроперуандар — 3,6 %, аймара — 2,4 %, ҡалғандары (ерле Амазонка ҡәбиләләре, ашанинка, агуаруна, шипибо-конибо, япондар, ҡытайҙар) — 2,3 %.

Телдәр: рәсми — испан һәм кечуа теле, аймара һәм башҡа индей телдәре киң таралған.

Грамоталылыҡ — 95 %: ир-аттар араһында 97,4 % һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 92,7 % (2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Дини состав: католиктар — 76 %, протестанттар — 14,1 %, башҡалар — 4,8 %, билдәһеҙ һәм атеистар — 5,1 % (2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Протестант төркөмдәр араһында — Алла Ассамблеяһы яҡлылар, адвентистар һәм баптистар[18].

Индей цивилизациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сабый менән кечуа ҡатын-ҡыҙы

Күрше Латин Америкаһы дәүләттәре халҡы кеүек үк, Перу халҡы ла автохтон элементтарҙы, Европа миграциялары тулҡындарын һәм мәҙәниәттәрҙең, телдәрҙең төрлө ҡатышыуын үҙ эсенә алған Көньяҡ Американың этнографик картинаһын сағылдыра. XVI быуат урталарына тиклем Перу биләмәһе ҡырыҫ бейек тау климаты шарттарында цивилизацияны яйға һалыусы иң үҫешкән индеец ҡәбиләләренең береһе - инкылар империяһының үҙәге булған.

Испания колониаль баҫып алыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуат аҙағында Перу испандарҙың ике ҡитғаның көнбайыш яры буйлап мең саҡрымға һуҙылған колониаль биләмәләренең бер өлөшөнә әүерелә. Колониаль империяның ике төп үҙәгенең береһенә (Мехико менән бер рәттән) әйләнгәндән һуң, Лима испан иммиграцияһы үҙәгенә әүерелә, әммә был аҙ һанлы була. Шул осорҙа Испаниянан ҡайтыусыларҙың күбеһе йә Лимала, йә башҡа яр буйындағы ҡалаларҙа төпләнә. Күскенселәрҙең күбеһе - испан ир-егеттәре  — испан телле креолдар һәм метистарҙың киң төркөмөнә башланғыс һалып, индей ҡатын-ҡыҙҙары менән тиҙ ҡушыла башлайҙар. Дөйөм алғанда, Урта диңгеҙ буйындағы Испания мәҙәниәте Перу ысынбарлығына ярайһы уҡ тура килә, һәм, индеецтар менән ҡайһы бер конфликттарға һәм европалылар тарафынан индерелгән ауырыуҙарға ҡарамаҫтан, ул Америка Ҡушма Штаттарында һәм Канадала урын алған кеүек тоталь коллапсҡа йәки төп халыҡтың геноцидына килтермәй. Перуҙың көнсығыш райондарында (сьерра) һәм ауылдарҙа Европа йоғонтоһо аҙ була, һәм уларҙа, испан теле киң таралыуға ҡарамаҫтан, индейҙарҙың йолалары һәм мәҙәниәте беҙҙең көндәргә тиклем тиерлек дауам итә.

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге илдә халыҡ илдә ландшафт төркөмдәре һаны буйынса шартлы рәүештә өс өлөшкә бүленә. Айырыуса коста (Тымыҡ океан ярҙары) һәм сьерра (эргә-тирә тау үҙәндәре), иң аҙы - илдең көнсығышындағы Амазонка ауылдары төпләнгән. Халыҡтың күпселек өлөшө ҡатнаш сығышлы. Баш ҡалала һәм яр буйында, хәҙерге Перуҙың сәйәси һәм иҡтисади элитаһын тәшкил итеүсе, күбеһенсә Европа (башлыса испан, шулай уҡ француз, итальян һәм немец - һуңыраҡ булған иммигранттар) сығышлы (халыҡтың 10 %) халыҡтың күпмелер өлөшө йәшәй. Улар менән бер рәттән баш ҡалала илдең иҡтисади тормошонда мөһим роль уйнаған, башлыса япон һәм ҡытай сығышлы азиаттар төркөмө йәшәй. Перуҙың элекке президенты Альберто Фухимори ҙа сығышы буйынса япон булып тора. Халыҡтың күпселеге - косталар, католик динен тотоусы испан телле метистар. Илдең тауҙарында һәм көнсығышында, ил халҡының 52 % самаһын тәшкил иткән индей сығышлы кешеләр өҫтөнлөк итә.

Теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп индейҙар ныҡ ҡына ассимиляцияланған һәм испан телендә һөйләшә. Әгәр быуат башында ул Перу халҡының өстән бер өлөшө өсөн генә туған булһа, 1960 йылға - 60 проценттан ашыуы өсөн (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса), хәҙерге ваҡытта - 80 проценттан ашыуы өсөн, ә автохтон телдәр (кечуа һәм аймар) рәсми булһа ла, шулай уҡ испан теленең көслө йоғонтоһон кисерә, ул үҙ сиратында төп телдәрҙең йоғонтоһон кисерә.

Перуҙың иң эре ҡалалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ил халҡының яҡынса өстән бер өлөшө баш ҡаланың ун миллионлы Лима агломерацияһында йәшәй.

Халҡы буйынса Перуҙың иң эре ҡалалары (2017)[19]
Ҡала Төбәк Халҡы (2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу) Ҡала Төбәк Халҡы (2017 йылғы халыҡ иҫәбен алыу)
1 Лима Лима 9 562 280 11 Такна Такна 284 905
2 Арекипа Арекипа 1 002 846 12 Хульяка Пуно 276 110
3 Трухильо Ла-Либертад 857 063 13 Ика Ика 274 037
4 Чиклайо Ламбаеке 606 907 14 Аякучо Аякучо 211 279
5 Пьюра Пьюра 460 876 15 Кахамарка Кахамарка 201 329
6 Куско Куско 428 450 16 Уануко Уануко 196 627
7 Уанкайо Хунин 411 267 17 Сульяна Пьюра 184 910
8 Икитос Лорето 369 477 18 Чинча-Альта Ика 181 524
9 Чимботе Анкаш 354 273 19 Уачо Лима 156 790
10 Пукальпа Укаяли 326 462 20 Тарапото Сан-Мартин 141 713

Мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марио Варгас Льоса

Испания колониялаштырыуына тиклем хәҙерге Перу территорияһында көршәк яһау, таш эшкәртеү, зәргәрлек, иләү һөнәрҙәрендә үҫешә.

Әҙәбиәт үҙ тамырҙары менән колумбияға тиклемге цивилизацияларҙың ауыҙ-тел ижады йолаларына барып тоташа. Перу әҙәбиәтенең сағыу вәкилдәре араһында Рикардо Пальма, Сиро Алегия, Хосе Мария Аргедас, Сесар Вальехо, Марио Варгас Льоса бар.

Музыка[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт IRTP телерадиокомпанияһы үҙ эсенә TV Perú, TV Perú Internacional телеканалдарын, Radio Nacional del Perú (1925 йылда эшләй башлай), Radio La Crónica AM (1935 йылда эшләй башлай), Radio Filarmonía (1984 йылда эшләй башлай), Radio Internacional del Perú радиостанцияларын ала.

Тышҡы сәйәсәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй һәм Перу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың 21 июнендә ике ил араһында визаһыҙ режим индерелгән. Сикте үтеүгә хоҡуҡ биргән дипломатик, хеҙмәт һәм рәсми паспорттарҙан тыш, ғәмәлдәге паспорттарҙың хужалары булған Рәсәй Федерацияһы граждандары һәм Перу Республикаһы граждандары беренсе инеү көнөнән башлап һәр осор дауамында 180 көн эсендә сит дәүләткә 90 көнгә тиклем визаһыҙ инергә, сығырға, транзит менән барырға һәм килергә мөмкин. Бынан алда Перу властары ошо илгә туризм маҡсатында 90 көнгә килгән Рәсәй граждандары өсөн бер яҡлы визаһыҙ режим индерҙе.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
  2. 2,0 2,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; geoslovar төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. 3,0 3,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; pospelov төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. Пе́ру // Панипат — Печура. — М. : Советская энциклопедия, 1955. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 32).
  5. Ҡалып:КГЭ
  6. Хуан де Самано. Доклад о первых открытиях Франсиско Писарро и Диего де Альмагро, 1526 г. www.kuprienko.info (А.Скромницкий) (8 ноябрь 2009). — Первый документ об обнаружении Перу, из книги "Colleccion de documentos ineditos para la historia de España". – Tomo V, Madrid, Imprenta de la viuda de Calero, 1844. pp. 193-201. Дата обращения: 17 ноябрь 2012. Архивировано 9 декабрь 2012 года.
  7. Tom Dillehay et al, «The first settlers», с. 20.
  8. Traces of some of South America’s earliest people found under ancient dirt pyramid, May. 24, 2017
  9. Haas, Jonathan; Winifred Creamer, Alvaro Ruiz Dating the Late Archaic occupation of the Norte Chico region in Peru (инг.) // Nature : journal. — 2004. — Т. 432. — С. 1020—1023. — DOI:10.1038/nature03146
  10. Decreto Supremo N° 004-2018-TR
  11. Sueldo mínimo: PPK aprobó aumentó a S/930 antes de renunciar | Economía | El Comercio Perú
  12. Sueldo mínimo: oficializan aumento a S/930 a partir de abril de 2018 | Perú | Foto 1 de 3 | Economía y Finanzas | Actualidad | Peru.com
  13. Sueldo mínimo: Gobierno plantearía aumentarlo a S/930 | Economía | Perú | El Comercio Perú
  14. Sueldo mínimo aumentaría a S/930 | Publimetro Peru 2018 йыл 16 июнь архивланған.
  15. Germán Lora: Sueldo mínimo aumentaría a S/ 930 | Economía | Gestion
  16. Внешняя торговля по данным Книги фактов ЦРУ 2016 йыл 5 ноябрь архивланған.
  17. Данные из статистического сборника 2014 года // El Instituto Nacional de Estadística e Informática (INEI)
  18. Данные переписи населения 2017 года
  19. World Gazeteer: The population of all Peruvian cities with more than 10,000 inhabitants according to census results (ингл.). City Population. Дата обращения: 16 ноябрь 2018.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]