Һабан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Немец крәҫтиәне һабан менән ер һөрә.

Һабан — ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы. Ер һөрөү өсөн һабанды баштараҡ кешеләр үҙҙәре тартҡан, һүңыраҡ үгеҙ, ат егеп башҡарғандар. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади үҫешкән илдәрҙә ерҙе трактор һөрә.

Ер һөрөүҙең беренсе маҡсаты — ерҙең өҫкө ҡатламан әйләндереү. Ер һөрөү сүп үләндәрен кәметә, тупраҡты йомшаҡ һәм уңдырышлы итә, сәсеү эшен еңелләштерә.

Һабанлы трактор

Ауыл хужалығы яңы барлыҡҡа килгән осорҙа ерҙе тәпке менән йомшартҡандар. Мәҫәлән, Нил буйында яҙғы ташҡын йыл да уңдырышлы тупраҡ алып килгән. Игенселек өсөн нәҡ ошо өҫкө ҡатламдағы үңдырышлы тупраҡ файҙаланылған. Уңдырышһыҙ төбәктәрҙә аҫҡы ҡатламдағы тупраҡты өҫкә күтәреү кәрәклеге килеп тыуған, һәм нәҡ шуның өсөн һабан ҡулланғандар.

Вавилон һәм Боронғо Мысырҙағы б.э.т. 2 меңенсе йылғы рәсемдәр һаҡланған. Ҡытайҙа һабан б.э.т 1 мең йыллыҡта билдәле булған.

1730 йылда Джозеф Фольямбе (Joseph Foljambe) эшләгән «Роттердам һабаны» беренсе коммерция маҡсатында эшләнгән һабан тип иҫәпләнә.

Башҡорттарҙа ер эшкәртеү ҡоралдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Руденко С. И.«Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар» тигән хеҙмәтендә түбәндәге ер эшкәртеү ҡоралдарын атап үткән[1]. Иң йыш ҡулланған ҡоралдарҙан ябай ағас һуҡаны атап була. Был ҡорал башлыса парға һөрөлгән баҫыуҙарҙа һәм йәшелсә баҡсаларында ҡулланылған.

XIX быуатҡа тиклем киң ҡулланышта ағас һабан була. Һабандың ал яғы тәгәрмәсле, ғәҙәттә дүрт — алты ат егелгән була. Ике кешенең береһе — һабанды тота, икенсеһе — аттарҙы ҡыуалай. Ағас һабан ике өлөштән тора: һабан баш һәм уҡтау.

XX быуат башында бер төрәнле һабан (плуг) ябай һабанды ҡулланыштан ҡыҫырыҡлап сығара. Был һабандар төрлө размерлы, төрлө маркалы була. Ике- өс, хатта дүрт ат егеп ерҙе һөргәндәр.

Киң ҡулланылған 25 −30 тимер тешле ағас тырманы атап булыр ине.Был тырма бик ҙур булған: оҙонлоғо 1, 4, яҫылығы −1, 2 метр.

Игенде ураҡ менән урғандар. Уңдырышһыҙ йылдарҙа һолоны салғы менән сапҡандар.

Хәлле башҡорттарҙа бесән сапҡыс машиналар, ат тырмаһы, урғыс машиналары барлыҡҡа килә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Руденко, С.И. Башкиры: историко-этнографические очерки Текст. / С.И. Руденко. Перепеч. с изд. 1955 г. (М.; Л.) с изм. и доп. - Уфа: Китап, 2006.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]