Эстәлеккә күсергә

Боронғо Мысыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боронғо донъя цивилизацияһы • Төньяҡ-Көнсығыш Африка
Боронғо Мысыр

Некрополдә Хефрен пирамидаһы һәм Ҙур Сфинкс
Инбу-хедж (бор. грек. Мемфис, хәҙерге Гиза).
Башҡа атамалары
 • экзотопонимдар

Та-кемет, Та-мери, Та-уи, Кеми
— Мицраим, Мудраия, Миср, Маср

Дәүер
 • осорҙарға бүлеү

Б.Э.Т 4 меңйыллыҡ — IV-VII быуаттар
— Династияларға тиклемге осор
— Династиялар осоро (Батшалыҡтың башланғыс осоро, Боронғо батшалыҡ, Беренсе күсеү осоро, Батшалыҡтың урта осоро, Икенсе күсеү осоро, Батшалыҡтың яңы осоро, Өсөнсө күсеү осоро, Ахырғы осор
— Эллинлыҡ осоро

Урынлашыуы
 •бишеге

 • иң ҙур сиктәре

Төньяҡ-Көнсығыш Африка
Мысыр
Нубия, Синай, Киренаика, Палестина

Халҡы
 • төп этногенез

 • башҡалар

мысырҙарға тиклем йәшәгән халыҡ, мысырҙыр, копт
— кушит, ливиялылар, семиттар, эллиндар-македонлылар
— гиксос, йәһүдтәр, финикиялылар, гректар-Иония, гректар-Кария

Тел
 • яҙма

мысыр теле
мысыр яҙмаһы (иероглифика, иератика, демотика)

Дин

Боронғо Мысыр дине (Боронғо Мысыр аллалары исемлеге)

Боронғо Мысыр (бор. грек. Αἴγυπτος һәм лат. Aegyptus), үҙ атамаһы Та-кемет, Та-мери, Та-уи һ. б. (мысыр. транслит. tA-kmt, tA-mrj, tA-wy), Ке́ми (копт Ⲕⲏⲙⲉ) — Боронғо донъяның әһәмиәтле тарихи һәм мәҙәни төбәгенең атамаһы, Африканың төньяҡ-көнсығышында Нил йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан булған. Боронғо Мысыр тарихы 40-лап быуатҡа һуҙыла һәм тикшеренеүселәр тарафынан династияларға тиклемге осорға (тарихҡа тиклемге осор аҙағына ҡарай, мәҡәләлә уға ла ҡыҫҡаса күҙәтеү бирелде), династиялар осорона (Мысыр цивилизацияһының 27 быуатлыҡ төп осоро), эллинлыҡ осорона (Птолемейҙар династияһы хакимлығы аҫтында грек-македон мәҙәниәте менән ҡатнаш) һәм Рим осорона (Боронғо Рим дәүләте эсендә, Рим империяһының мөһим бер провинцияһы булараҡ) бүленә. Боронғо Мысыр мәҙәниәте б. э. т. IV мең йыллыҡ уртаһынан б. э. IV быуатына тиклем йәшәй. Византия-Копт осоро (Византия составында), иртә Урта быуаттарға ҡараһа ла, ҡайһы берҙә Боронғо Мысыр тарихы эсендә өйрәнелә, IV быуаттан VII быуатта ғәрәптәр баҫып алғанға тиклемге осорҙо биләй.

Боронғо Мысыр цивилизацияһының күтәрелеүе уның Нил үҙәне менән Нил дельтаһы шарттарына яраҡлашыуына бәйле. Ташҡындың йыл да тупраҡты уңдырышлы ылымыҡ менән ашлап тороуы, һуғарыулы баҫыусылыҡты ойоштороу арҡаһында иген ихтыяждан артығыраҡ күләмдә етештерелә башлай. Был үҙ сиратында социаль һәм мәҙәни үҫешкә этәргес бирә. Кеше һәм матди ресурстарҙың хакимиәт ҡулында тупланғанлығы ҡатмарлы каналдар селтәрен эшләү һәм тотоу, даими армияны ойоштороу, сауҙаны киңәйтеү мөмкинлеген бирә. Тау тоҡомдары сығарыуҙың, ялан геодезияһының һәм төҙөлөш технологияларының үҫеше күмәк көс менән мөһабәт биналар һәм ҡоролмалар төҙөүгә булышлыҡ итә. Фирғәүен ҡулы аҫтындағы жрецтарҙан, кәтиптәрҙән һәм идарасыларҙан торған бюрократик аппарат мәжбүрләүсе һәм ойоштороусы көс булып тора.

Боронғо Мысыр донъя цивилизацияһы өсөн ифрат ҙур мәҙәни мираҫ ҡалдыра, уның сәнғәт әҫәрҙәре борон замандарҙа уҡ донъяның төрлө мөйөштәренә сығарыла, башҡа илдәр оҫталары уларҙың күсермәләрен эшләй. Үҙенсәлекле архитектура формалары — мөһабәт пирамидалары, ҡорамдары, һарайҙары һәм обелисктары күп быуаттар дауамында сәйәхәтселәрҙең һәм тикшеренеүселәрҙең фекер-фараздарын ҡуҙғытып тора. Боронғо Мысыр оҫталары тарафынан стеналарға гүзәл биҙәктәр төшөрөлә һәм һындар яһала, быяла һәм фаянс етештереү үҙләштерелә, шағирҙары һәм яҙыусылары тарафынан яңы әҙәби формалар сығарыла. Боронғо мысырҙарҙың ғилми ҡаҙаныштары иҫәбендә — үҙенсәлекле имлә системаһы, математика, ҡулланма медицина, астрономик күҙәтеүҙәр һәм улар нигеҙендә барлыҡҡа килгән календарь. Боронғо Мысыр ҡомартҡыларына, артефакттарына һәм археологик ҡаҙылмаларына ҡыҙыҡһыныу XVIII—XIX быуаттарҙа тыуа һәм шул нигеҙҙә египтология фәне барлыҡҡа килә, уның модаға ла йоғонтоһо була.

Мемфистағы ка Птах ҡорамы (реконструкцияланған һүрәт)

Европа халыҡтарының телдәренә боронғо гректарҙан «А́йгюптос» (бор. грек. Αἴγυπτος) тигән атама килеп инә. Был топонимдың килеп сығышына ҡағылышлы бер нисә аңлатма бар:

  1. Боронғо грек мифологияһы — «Айгюптос» тигән илдең атамаһы Айгюптос (урыҫса яҙылышы Эги́пт, Еги́пт, Еги́пет)[~ 1] исемле батшаның исеменә бәйле тип ҡарала. Был батша Нил үҙәнендә меламподтар ҡәбиләһен ҡыйрата ла төбәккә үҙ исемен бирә[1]:1231. Ләкин мифтарҙың был персонажына, киреһенсә, боронғо гректар ул осорҙа булған илдең исемен биргәндер тигән фараз да бар. Эгиптты телгә алған антик авторҙар: Псевдо-Аполлодор[2], Гесиод[3], Гекатей Милетский[4], Павсаний[5].
  2. Тарихи фараз — «Айгюптос» тигән боронғо грек һүҙе Иртә һәм Иҫке батшалыҡтарҙың баш ҡалаһы Хут-ка-Птах (бор. грек. Мемфис) исеменән алынған. Был атама «ка Птах ҡорамы» (мысыр. транлит. Hwt-kA-ptH)[~ 2] тигәнде аңлата. Боронғо мысырҙарҙа башта Мемфистағы Птах алланың изге төйәге Хут-ка-Птах тип йөрөтөлөп, артабан ул ҡала исеме, унан һуң тотош төбәк атамаһы булып китә, тора бара гректар бөтә илде шулай тип йөрөтә башлай[1]:403[6]:294. Илдең һәм йылғаның атамалары араһында ла бәйләнеш барҙыр тип фараз ителә, мәҫәлән, Гомерҙа «Айгюптос» тигән атама йылғаныҡы (Нилдыҡы) булып тора, шунан инде ошо йылға тарафынан хасил ителгән илгә лә шул исем бирелә[7]:403.

Һуңыраҡ был атаманы римлылар ҙа ала — лат. Aegyptus (классик әйтелеше — Айгюптос, традицион әйтелеше — Эгиптус), латин теле теле аша ул бөтә Европаға тарала[8].

Илдең атамаһы —

иероглиф яҙмаһында

N16kmmt
O49
tA-kmt — Та-кемет

«Ҡара ер»

N16U6
D21
M17M5N25
tA-mrj — Та-мери

«Кәтмән ере»

N16U6
D21
M17N37
O49
N16
N16
tA-wy — Та-уи

«Ике ер»

N21
N21
jd-bwy — Иде-буи

«Ике яр»

Үҙ атамаһы. Боронғо мысырҙар иленә төрлө атамалар бирер булған. Күп осраҡта был атамалар уның тупрағының уңдырышлылығына ишара яһаған — Та-кемет, йәғни «Ҡара ер» (Нил[9] буйындағы уңдырышлы ерҙәр күҙҙә тотолған), ә уны уратҡан сүллектәр «ҡыҙыл ер», йәғни Та-мери, «Кәтмән ере», тип аталған. Тағы бер атамаһы — Та-уи, «Ике ер», был атама, моғайын, Мысырҙың ике өлөшөнөң (Нил үрендәге Үҙән менән түбәнге ағышындағы Дельтаның) берләшеүе мәғәнәһен үҙ эсенә алғандыр. Боронғо Мысыр текстарында шиғри атамалар ҙа осрай — «Сикомор ере», «Хор күҙенең ере» һ. б.[10].

Башҡа халыҡтар биргән атамалар. Мысыр менән бәйләнештә булған күршеләре уны үҙенсә атаған:

  • Ашшурҙарҙа (ассириялылар) — Муцур, Мисир (аккад. Muṣur, Miṣir) Түбәнге Мысыр һәм Урису (аккад. Uriṣṣu) Үрге Мысыр.
  • Мицра́им (бор. йәһ. מִצְרַיִם транслит. Mitzráyim) — боронғо йәһүдтәрҙә. Мецар (бор. йәһ. מֵצַר) — «тарлауыҡ», «тар үткел», «муйын» төшөнсәләренә яҡын. Күсмә мәғәнәлә: бәхетһеҙлек, бәләнән сығыу юлы таба алмау. Библияла һүрәтләнгәнсә, был атама Хамдың улы Мицраимдан килеп сыҡҡан (Быт. 10:13-14).
  • Мудраия — боронғо фарсы телендә.
  • Миср/Маср (ғәр. مصر) — ғәрәптәрҙә[~ 3].

Боронғо Мысыр цивилизацияһы Нил йылғаһы буйында тыуа, һәм уның сәскә атыуы ла күп йәһәттән сәсеүлектәрҙе һуғарып торған ташҡындар менән бәйле. Нил Сахараның төньяҡ-көнсығышындағы яйлала хасил булған тар оҙон үҙән буйлап аға. Үҙәндең уртаса киңлеге 10 — 20 км, урыны-урыны менән ярҙарына тиклем тарая, көнбайышта Ливия сүллеге, көнсығыштан Ғәрәп сүллеге менән сикләнә. Үҙән ситендәге текә ҡаяларҙың бейеклеге 180 метрға еткеләй, яҡынса 900 километрҙан[~ 4] улар ситкәрәк — Киренаикалағы Барка яҫы таулығына ҡарай көнбайышҡа һәм Ҡыҙыл диңгеҙгә табан көнсығышҡа тартыла. Артабан йылға тармаҡлана, тағы 200 километрҙан[~ 5] был тармаҡтар, өсмөйөшлө дельта барлыҡҡа килтереп,  Урта диңгеҙгә ҡоя (Мысырҙың төньяҡ сиге).

Илде төньяҡтан йыуған диңгеҙҙе боронғо мысырҙар Уадж-Ур тип йөрөткән (транслит. мыс. wAD-wr, «Бөйөк Йәшеллек»)[6]:240, хәҙер унда Урта диңгеҙ, дөрөҫөрәге, уның Кипр диңгеҙе тип тә йөрөтөлә торған көнсығыш өлөшө, ята[11]. Антиклыҡ дәүеренән Мысырҙың яр буйы һыуҙары Мысыр диңгеҙе (лат. Aegyptium pelagus) тип йөрөтөлгән. Моғайын, тарихҡа тиклемге осорҙа Нилдың хәҙерге дельтаһы урынында диңгеҙ ҡултығы булғандыр һәм Төньяҡ Африканың сүллеккә әйләнеү барышында яйлап ҙур һаҙлыҡҡа әүерелгәндер һәм Боронғо Мысырҙағы тәүге мәҙәниәттәр барлыҡҡа килеүгә дельта ярҙары йырып үткеһеҙ ҡамышлыҡтар менән ҡапланған булғандыр[12]. Шулай уҡ Мысырҙың төньяҡ яры буйлап диңгеҙ ҡултығы тибындағы тоҙло күлдәр сынйыры (әле лә бар) теҙелә, улар диңгеҙҙән тар ғына муйындар менән айырыла.

Ҡыҙыл диңгеҙ яр буйҙары мысырҙар тарафынан әҙ үҙләштерелә. Ҡыҙыл диңгеҙ буйын боронғо мысырҙар — Та-Нутер, ә диңгеҙҙең үҙен Ше-Иару («Иару күле»)[6]:458, Па-йам аа эн Му-кеду (транслит. pA-jjm-aA-n-mw-qd, «Таулы яҡтың/сит ерҙең „Түңкәрелгән һыуҙың“ Бөйөк диңгеҙе»[~ 6])[13], шулай уҡ Урта диңгеҙ Уадж-Ур тип тә йөрөтә.

Рельефы, тупрағы, файҙалы ҡаҙылмалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Мысырҙың төп ландшафтын тигеҙлек тәшкил итә. Тупрағын Нил йылғаһы ташҡанда сығып ҡалған ылымыҡтар калийға байыта, шуға уның ере уңдырышлы, тупрағы еңел эшкәртелеүсән була[14][15].

Мысыр төҙөлөш һәм биҙәү ташына, баҡырға, ҡурғаш рудаларына, алтынға һәм ярым аҫыл таштарға бай була. Был тәбиғәт байлыҡтары боронғо мысырҙарға һәйкәлдәр, статуялар, эш ҡоралдары, ювелир әйберҙәр эшләргә мөмкинлектәр аса. Бәлзәмләүселәр Вади-Натрун тоҙон — мумиялар эшләү, ә гипсты штукатурлау өсөн файҙалана[15]. Көнсығыш сүллектәге һәм Синайҙағы барып еткеһеҙ төпкөлдәрҙә рудалы тау-ташты эшкәртеү дәүләт хәстәрләүен талап итә. Нубияла алтын сығарыла. Вади-Хаммамат гранит, граувакк һәм алтын менән дан тота. Хеҙмәт ҡоралдары яһау өсөн тәүләп саҡматаш ҡулланыла[16]. Боронғо мысырҙар көкөрт һымаҡ минералдарҙы ла косметик сара итеп беренсе булып ҡуллана башлай[17].

Баҡыр Боронғо Мысырҙа эш ҡоралдары яһағанда иң мөһим металл була, уны Синайҙа сығарылған малахитлы руданан ҡоролған мейестәрҙә иретәләр[18]. Үрге Мысырҙағы тимер ятҡылыҡтары Ахырғы осор дәүерендә эшкәртелә[19]. Мысырҙа юғары сифатлы төҙөлөш ташы күп була; Нил үҙәненең буйынан-буйына бурташ сығарыла, Асуан гранитҡа бай була. Көнсығыш сүллектә порфир, граувакк, алебастр һәм сердолик ятҡылыҡтары бик күп була. Эллинлыҡ осоронда Вади-Сикаитта зөбәржәт, Вади-әл-Худиҙа аметист ятҡылыҡтары эшкәртелә[20].

XX быуат тикшеренеүселәренең күпселеге фекеренсә (С. Reed 1959, Х. А. Кинк 1964, H. Lamb 1966), Яҡын Көнсығышта (шул иҫәптән Мысырҙа ла) һуңғы 5000 йылда климат тотороҡло булған. Был фаразды тәүләп 1911 йылда Л. С. Берг әйтә[21]. Ләкин һуңғы ваҡытта башҡа төрлө фекерҙәр ишетелә башланы.

К. В. Бутцер теорияһы. 1958-59 йылдарҙа К. В. Бутцер Нил буйында тәбиғәт-климат шарттарының үҙгәреп торғанлығын фаразлай. Ул төбәктә бөтә экосистемаға һәм халыҡтың йәшәү рәүешенә ҙур йоғонто яһаған ҡоролоҡтоң өс тапҡыр булғанын белдерә (1995 йылда дүртенсеһен өҫтәй): 1) б. э. т. 3600 йыл тирәһе (Накад I дәүеренең ахыры) — Төньяҡ-Көнсығыш Африкала яуын-төшөмдөң ҡырҡа кәмеүе (йылына 50 миллиметрға тиклем), 2) б. э. т. 2850—2600 йылдар, 3) б. э. т. 2480/2400-2000 йылдар, 4) б. э. т. 1300 йыл тирәһе[22].

Боҙлоҡ дәүеренән һуң Мысыр климаты ҡоро һәм эҫегә әйләнә; саванналар юҡҡа сығып сүлгә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта Нил үҙәне мөһабәт оазис булып ҡала. Боронғо Мысырҙың артабанғы үҫешенә ташҡындар хәл иткес йоғонто яһай. Ылымыҡлы тупраҡ баҫыусылыҡ өсөн бик уңдырышлы булып тора. Шул сәбәпле Мысырға төйәкләнгән ҡәбиләләр ауыл хужалығы менән бик иртә шөғөлләнә башлай.

Мысырҙан көньяҡҡа табан семит-хамит телдәренең ҡуш тармағы телдәрендә һөйләшкән ҡараһыу тәнле халыҡ йәшәй (нуби ҡәбиләләре); нубиҙар малсылыҡ һәм баҫыусылыҡ менән шөғөлләнә. Көньяҡтараҡ, Судан тирәһендә, негр һәм пигмей ҡәбиләләре көн итә. Мысырҙың көнбайышында семит-хамит телдәренең бербер-ливи төркөмө телдәрендә һөйләшкән халыҡтар йәшәй. Улар нигеҙҙә һунарсылыҡ һәм малсылыҡ менән көн итә. Мысырҙан төньяҡ-көнсығышта малсылыҡ менән шөғөлләнгән скемит ҡәбиләләре йәшәй.

Бөтә Мысыр иртә династиялар дәүеренән алып Үрге һәм Түбәнге Мысырға бүленә. Был ике өлкә гректар ном тип йөрөткән бәләкәй өлкәләрҙән тора. Һәр номдың төп ҡалаһы һәм үҙ аллалары була.

Мысыр иҡтисады Нилдың уңдырышлы үҙәнендә алып барылған ауыл хужалығына нигеҙләнә[23].

Түбәнге һәм урта палеолиттың таш сапҡыстары Африка өсөн дә, Евразияға ла хас булған

Палеолит. Кеше төркөмөнә (Homo) ҡараған ҡаҙылма төрҙәрҙең эшмәкәрлек эҙҙәре Мысыр ерендә әҙ осрай, ләкин хәҙерге заман фәне төҙ кәүҙәле кешенең (Homo erectus) Көнсығыш Африканан Алғы Азияға таралыу юлдары нәҡ ошонда ятҡан тип раҫлай. Уның африкан төркөмсәһе хеҙмәт кешеһе (Homo ergaster) тип нарыҡлана, ләкин тағы бер антропологик теорияға (ул һуңғыраҡ ваҡытҡа ҡарай) ярашлы, 1,8 миллион йыл элек Homo ergaster һәм уның тоҡомдары Африканан бөтә донъяға тарала башлай, ә Homo erectus тик Көнсығыш Азияла ғына хасил була.

Урта һәм үрге палеолит осоронда Нил үҙәне буйлап аҡыллы кеше (Homo sapiens) үҙе барлыҡҡа килгән Африканан Азияға һәм Европаға таралғандыр тигән теория ла бар.

Тәүтормош йәмғиәте эшмәкәрлеге үҙләштереп хужалыҡ итеүгә нигеҙләнә, кешеләр үләкһә ите, ҡырағай үҫемлектәр, моллюскылар менән туҡлана. Бер аҙҙан һунар итә башлайҙар, шул сәбәпле хайуандарҙы эҙәрләп, күсмә тормош рәүешенә күсәләр. Нил буйында улар фил, һыу һыйыры, жираф, мөгөҙморон, ҡырағай ат, ҡырағай һарыҡ, ҡырағай ишәк, ҡабан сусҡаһы, мышы, ғәзәл, антилопа, дөйәғош аулай. Һуңғараҡ балыҡсылыҡ менән дә шөғөлләнә башлайҙар. Моғайын, кеше ашаусылыҡ та таралған булғандыр. Палеолит кешеләренең даими торлағы булмай, ризыҡҡа бай урынға барып сыҡһалар, унда ҡыуыш ҡороп йә мәмерйәгә урынлашып, оҙаҡҡа төйәкләнер булғандарҙыр. Ул осорҙа кешелектең төп ҡаҙаныштары чоппер тигән таш ҡорал (2,6 миллион йыл элек), ҡул сапҡыстары (1,3 миллион йыл элек) ҡулланыуҙан, ут файҙаланыуҙан (0,5 миллион йыл элек), таш ҡоралдар әҙерләүҙән (100 мең йыл элек), тотҡаға ултыртылған үткер осло һәм ҡырғыслы ҡатмарлы таш ҡоралдар әҙерләүҙән (45 мең йыл элек) ғибәрәт[24].

Мысырҙа палеолит. 700/500 000—7/6000. Хәҙерге заманға тиклемге осор йылдарҙа яҡынсалатып бирелгән[25][26].
Геологик дәүерҙәр Мәҙәни-тарихи осорҙар Археологик мәҙәниәттәр һәм индустриялар Особенности терминологии.

Использование терминов
европейского палеолита
в контексте палеолита
долины Нила, как и всей
Северной Африки, является
несколько условным, так
как между регионами
существуют некоторые
отличия. В частности,
индустрии Мустье и
Леваллуа, как правило,
связаны с появлением
неандертальцев, которых
на территории Египта
не было. Также в периодизации
каменного века Египта
большинство исследователей
не выделяют мезолит,
поэтому за палеолитом
обычно сразу следует неолит.

Урта

плейстоцен

815 000—134 000 Түбәнге палеолит 700/500 000—250 000 Ашёль
Урта палеолит 250 000—70 000
Иртә

250 000—150 000
Боронғо үрге

плейстоцен

134 000—39 000 Урта 150 000—80 000
Ахыр 80 000—70 000 Мустьер
Күсеш төркөмдәре 70 000—50 000 Тармасан
Ахырғы үрге

плейстоцен

39 000—10 000 Үрге палеолит 50 000—24 000
Шувихат 29 700—25 000[27]:286
Хормуси 26 300—23 900[28]:11
Фахури 25 000—23 400[28]:13
Ҡоббани 22 500—19 600[28]:13
Идфу 21 000/20 600—20 200[28]:13
Баллан-Силсили 19 300—18 500/18 100[28]:13
Себил 18 500/18 100—11 400[29]:344
Афи 16 700—14 150[28]:13
Исна 15 100—13 350[28]:13
Ахырғы палеолит 24 000—10 000
Гиперарид осоро пик 21 000
«Көслө Нил» осоро 14 000—12 000
Гиперарид осоро ок. 11 500
Иртә голоцен 11 500—8000 Кеше эшмәкәрлеген туҡтатып тороу
11 000—8000 Гипотеза 1 — кеше йәшәү өсөн яраҡһыҙлыҡ, сөнки ташҡындар үтә көслө була[30].

Гипотеза 2 — был осорҙа аллювиаль тупраҡтар йыйылыу Нилдың тар үҙәнендәге кеше торамалары эҙҙәрен юйып бөткән.

Дымланыу осоро пик 9500—9000
Урта голоцен 8000—2500 Эпипалеолит/Иртә неолит 8000—6000
Реконструкцияланған ерләү соҡоро (Негада II), Бадари мәҙәниәте керамикаһы менән бергә (Британ музейы)


Неолит һәм энеолит. Б. э. т. 8 — 7-се мең йыллыҡтан башлап Нил үҙәненең йәшәүгә яраҡһыҙ һаҙамыҡ джунглиҙары аша афразиат телдәренә ҡараған төрлө ҡәбиләләр миграциялай. А. Ю. Милитарев гипотезаһына ярашлы, был ҡәбиләләрҙең хәрәкәте Ғәрәбстан ярымутрауының сүллеккә әүерелеүенә бәйле Алғы Азиянан башлана. Климаттың үҙгәреүе уларҙы Суэц муйыны аша Төньяҡ Африкаға — уңдырышлы неолитик Сахараға күсергә мәжбүр итә. Икенсе бер фаразға ярашлы, был ҡәбиләләр Боронғо Мысырға көньяҡтан — хәҙерге Эфиопия һәм Көнсығыш Африканың башҡа өлкәләре яғынан — килеп төшкән.

Мысырҙа неолит 8800—4700 һәм энеолит 4600—2700 мәҙәниәттәре.

Беҙҙең эраға тиклемге ваҡыт сиктәре йылдарҙа яҡынсалатып бирелгән.

Дәүерҙәр бүленеше Үрге Мысыр Түбәнге Мысыр
Көнбайыш сүллек
Иртә

неолит

8800—6800 Элькаб

(7000—6700)

Файюм B

(7000—6500)

Ливийско

-капсийская
(8000—3000)

Урта

неолит

6500—5100 Тасси

(6000—4900)

Тарифи

(?)

Файюм A

(5400—4400)

Раяяна

(?)

Һуң

неолит

5100—4700 1 Бадари

(4900—3900)

Меримде

(5000—4100)

Энеолит 4700—2700 Әл-Омари

(4600—4300)

Moerian

(4400—3800)

Негада I~Амрат

(3900—3600)

Маади-Буто

(4000—3400)

Негада II~Герзей

(3600—3300)

Негада III~ Семайни (3300—3000)
2 Иртә батшалыҡ (3000—2700)
1Династияларға тиклемге осор — 5200-3000, 2 Династиялар осороноң башы.

Тәүмысыр халҡы таш, ағас, һөйәк ҡоралдар һәм ҡорамалдар ҡулланған. Балсыҡтан, фил һөйәгенән, ҡабырсаҡтан һәм төҫлө таштарҙан яһалған биҙәүестәр — мәрйендәр, сулпылар, йәнә керамиканан эшләнгән төрлө ҡоралдар табылған. Ошо осорҙа ҡайһы бер ҡәбиләләрҙә ер эшкәртеү общиналары хасил булған. Улар арпа, бойҙай, ҡарабойҙай, етен үҫтергән. Тәүмысырҙар шулай уҡ мал аҫраған, еп иләп, туҡымалар һуҡҡан. Энеолит осоронда кәтмән менән ер эшкәртелгән. Тәүтормош йәмғиәте мөнәсәбәттәре көсһөҙләнеп, синыфтарға айырылыу башланған. Технологик йәһәттән баҡыр иретеү мөһим ҡаҙаныш булып торған.









Династияларға тиклемге осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Династияларға тиклемге осорҙоң археологик табылдыҡтары

Мысырҙың баҡыр-таш быуатында тикшеренеүселәр династияларға тиклемге осорҙо айырып ала. Был осор Түбәнге һәм Үрге Мысыр мәҙәниәттәре үҫешендәге ахырғы осор булып тора һәм беренсе династия хакимлығы аҫтында берләшеүҙең элгәре һанала.

Династияға тиклемге осор 5200—3000 һәм Накад мәҙәниәте 3900—2700.

Ваҡыт сиктәре беҙҙең эраға тиклемге йылдарҙа яҡынса бирелә

Осорҙоң киҫәктәре Осорҙоң мәҙәниәттәре Накад фазалары Династиялар
Иртә 5200—3750 Бадари 5200—3900
иртә Амрат 3900—3750
Ia, Ib,
Средний 3750—3400 һуң Амрат 3750—3600
Ic, IIa
иртә Герзей 3600—3500
IIb
урта Герзей 3500—3400
IIc
00
Һуң 3400—3000 һуң Герзей 3400—3300
IId1, IId2
Семайни 3300—3200
IIIa1, IIIa2
3200—3000
IIIb1, IIIb2
0

Династиялы осор башы һәм Накад мәҙәниәте.

Иртә батшалыҡ 3000—2700
IIIc1, IIIc2, IIIc3
I
IIId
II

Б. э. т. 4 мең йыллыҡ аҙағында мысырҙар ябай ғына һуҡа ҡуллана башлай, таш ҡоралдар менән бергә баҡырҙан эшләнгәндәре торған һайын киңерәк тарала. Династияларға тиклемге осорға мысыр иероглифтары менән яҙылған тәүге ҡомартҡылар ҡарай. Таш һәм балсыҡтан яһалған кеше һындары табыла[31]. Һуңғы осор тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, I династия тәхетте биләгәнгә тиклем үк Үрге Мысыр фирғәүендәренең ҡайһы берҙәре ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла Үрге һәм Түбәнге Мысырҙы үҙ хакимлығы аҫтына берләштергәндер[32]:70.

Династиялар осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Осор Боронғо Мысыр тарихының 27 быуатын алып тора, уның төп өлөшөн тәшкил итә. Ошо осор, I династиянан башлап, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең илде баҫып алғанына тиклемге дәүерҙе, дельтаның һәм Нил үҙәненең бөтә фирғәүендәренең хакимлыҡ иткән ваҡытын үҙ эсенә ала.[33]. Династиялар осоронда Боронғо Мысыр бер нисә тапҡыр төбәктә гегемон булыу дәрәжәһенә тиклем етә, дәүләткә аныҡ административ-идара итеү структураһы, заманы өсөн алдынғы технологиялар, үҫешкән хужалыҡ, сауҙа, көслө армия хас була, ул Нубия, Синай, Фәләстин ерҙәрен баҫып ала. Төҙөлөш техникаһы алға китә — мөһабәт ҡорам комплекстары һәм пирамида рәүешендәге төрбәләр ҡалҡып сыға, ҡатмарлы гидротехник эштәр башҡарыла — Нил буйында, Фаюмда ирригацион системалар, Суэц каналының элгәре, беренсе тупһалар әйләнәһендә урау канал төҙөлә. Боронғо Мысыр мәҙәниәте төрлө үҫеш баҫҡыстары үтә — дин, сәнғәт, тел һәм яҙма барлыҡҡа килә, үҙгәрештәр кисерелә. Мысыр дәүләте тирә-йүндәге өлкәләргә лә йоғонто яһай. Ҡеүәтле осорҙар күсеш мәлдәре менән сиратлашып тора — гиксостар, либиҙар, ҡуштар, ашшурҙар, фарсылар һөжүм итә, биләмәләрҙе баҫып ала. Боронғо Мысырҙың башҡа империялар эсенә, ят фирғәүендәр ҡулы аҫтына инеп ҡалғаны ла булғылай[34].

Батшалыҡтың башланғыс осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Нармер палеткаһы». Уңда: Нармер дошман хакимын туҡмай (алевролит, Ҡаһирә музейы)
Осорҙо даталарға бүлеү варианттары:
  • яҡынса б. э. т. 3000—2778 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 3032/2982—2707/2657 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 2900—2545+25 йылдар.



Египтологияға ярашлы, яҡынса б. э. т. 3000 йылда Мысырҙың Үрге һәм Түбәнге өлөштәре бер батшалыҡ эсендә булған[32]:66.. Бөгөн б. э. т. IV—III мең йыллыҡтар тирәһендә ике дәүләттең бер булғанлығы бәхәсһеҙ тип ҡарала[32]:66-67. Б. э. т. XXVII—XXVI быуаттарҙа Түбәнге Мысырҙа тоҡанған сираттағы ихтилал граждандар һуғышына әйләнә, фирғәүен Хасехемуи фетнәселәрҙе ҡанһыҙ язалай — 50 000 кешенең үлтерелгәнлеге телгә алына. Күрәһең, II династияға ҡараған һуңғы был фирғәүен хакимлыҡ иткәндә Боронғо Мысыр берҙәм дәүләткә әйләнгәндер.

Батшалыҡтың башланғыс осорондағы фирғәүендәр, Мысырҙы ғына контролдә тотһа ла, күрше дәүләттәргә: көньяҡтағы Та-сетиға (Төньяҡ Нубия), төньяҡ-көнбайыштағы Та-хенаға (Боронғо Ливия), төньяҡ-көнсығыштағы Биауға (Синай ярымутрауы) һәм сечетиу ҡәбиләләренә (Көньяҡ Фәләстин) сауҙа һәм яу сәфәрҙәренә барып тора.[35]


Мысыр пирамидаларының иң эреһе Хуфу, антик дәүерҙәге «Донъяның ете мөғжизәһе»нең береһе (эзбизташ блоктарҙан һалынған, Гиза)
Осорҙо даталарға бүлеү варианттары:
  • б. э. т. 2778—2220 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 2707/2657—2170/2120 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 2543—2120+25 йылдар.




[36]

Сама менән б. э. т. XXVI быуат башында Мысырҙа фирғәүен Джосер тәхеткә ултыра. Ул дәүләтте нығытҡан III династияның беренсеме, икенсеме хакимы була. Инбу-хедж ҡалаһының (бор. грек. Мемфис) некрополендә (хәҙерге заманда Саккара ауылы) алты баҫҡыслы мөһабәт пирамида төҙөп, Боронғо Мысырҙа «пирамидалар төҙөү осорона» башланғыс һала. Боронғо батшалыҡтың башҡа фирғәүендәре Снофру, Хафра, Менкаура һәм Хуфу ла (ярашлы рәүештә бор. грек. исемдәре — Сорис, Хефрен, Микерин һәм Хеопс) уның өлгөһөнә эйәрә.



Беренсе күсеү осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Херишеф-хотеп төрбәһендәге кәмә моделе (Абусир, IX йә X династия осоро, Лейпциг университетындағы Мысыр музейы)
Осорҙо даталарға бүлеү варианттары:
  • б. э. т. 2220—2070/40 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 2170/2120—2025/2020 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 2118—1980+25 йылдар.


Был осорҙа Мысыр үҙ-ара дошманлашҡан ваҡ дәүләттәргә бүленә. Берҙәм ирригацион система емерелә, был ауыл хужалығын бөлдөрә. Осор аҙағына Нени-несу беренселекте Уасет (бор. грек. Фивы) ҡалаһына бирә, уның хакимдары (XI династия) яҡынса б. э. т. XXI быуатта илде ҡабат берләштерә[35].

Батшалыҡтың урта осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сенусерт III-нөң йөҙө ҡуйылған сфинкс (Мюнхендағы Мысыр сәнғәте дәүләт музейы)
Осорҙо даталарға бүлеү варианттары:
  • б. э. т. 2160—1785 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 2119—1794/93 йылдар;
  • яҡынса б. э. т. 1980+16−1760 йылдар.



Б. э. т. III мең йыллыҡ аҙағында Боронғо батшалыҡ харабаларында Үрге Мысырҙың Фива номынан сыҡҡан батшалар (XI династияның һуңғы хакимдары) тарафынан тергеҙелгән берҙәм Мысыр дәүләте дәүерен Батшалыҡтың урта осоро тип йөрөтәләр. Уны киләһе XII династия фирғәүендәре нығыта. Уларҙың ике йөҙ йыл дауамындағы батшалыҡ итеүе сәскә атыу һәм киҫкен бөлөү осоро булып ҡала[37]:244.

Икенсе күсеү осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Осорҙо даталарға бүлеү варианттары:
  • б. э. т. 1785—1580 йылдар;
  • б. э. т. 1794/1793—1550 йылдар;
  • б. э. т. 1759—яҡынса 1630 йылдар.


Яҡынса б. э. т. 1700 йылда Суэц муйыны аша Түбәнге Мысырға Азиянан гиксос ҡәбиләләре бәреп инә һәм Нил дельтаһында бер быуаттан ашыуға төпләнеп ҡала.


Батшалыҡтың яңы осоро (б. э. т. 1549—1069 йылдар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Боронғо Мысыр территорияһы б. э. т. 15 быуатта

Батшалыҡтың яңы осорона Боронғо Мысыр дәүләтенең сәскә атыуы хас. Был дәүерҙә Мысыр фирғәүендәренең XVIII, XIX һәм XX династиялары хакимлыҡ итә. Яңы батшалыҡҡа Яхмос I нигеҙ һалған тип иҫәпләнелә[37]:257.

Даталарға бүлеү варианттары. 1) б. э. т. 1580—1085 йылдар (495 йыл)[38] 2) б. э. т. 1550—1070/1069 йылдар (480/481 йыл)[39] 3) яҡынса б. э. т. 1539—1077 йылдар (464 йыл самаһы)[36].


Өсөнсө күсеү осоро

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мысыр бүленгәс, батшалыҡтың берҙәм хужалығы тарҡала. Номдарҙағы батша биләмәләре урындағы аҡһөйәктәр менән жрецтар ҡулына эләгә. Чиновниктарҙың шартлы мөлкәте бынан ары уларҙың шәхси милке булып китә. Мысыр төбәктәрҙәге аҡһөйәктәр төркөмдәренең үҙ-ара байлыҡ буйынса ярыш майҙанына әүерелә. Бөтә ерҙә, айырыуса көньяҡта, ҡорамдар ҡеүәтләнә. Тышҡы сәйәсәтте алып барырлыҡ берҙәм көс ҡалмай[40].

Мысыр Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы төбәгендә ҡеүәтле держава булыуҙан туҡтай, сит илдәрҙәге биләмәләрен юғалта, хатта мысырлашып бөткән Нубия өҫтөнән хакимлығы ла бик ныҡ көсһөҙләнә[41]. Ливиҙарҙың Түбәнге Мысырға үтеп инеүе ҙур күләм ала: улар тотош ҡәбиләләре менән күсеп киләләр, Мысыр армияһының төп көсөнә әйләнәләр, уларҙың юлбашсылары торған һайын йышыраҡ номарх вазифаларына ҡуйыла һәм ерле аҡһөйәктәр, руханиәт менән туғанлаша.

Даталарға бүлеү варианттары. 1) б. э. т. 1085—664 йылдар (421 йыл)[38] 2) б. э. т. 1070/1069—яҡынса 655 йылдар (415/414 йыл)[39] 3) яҡынса б. э. т. 1076—723 йылдар (353 йыл самаһы)[36].


Боронғо Мысыр тарихындағы ахырғы осор XXVI—XXX династияларға ҡараған фирғәүендәрҙең хакимлығын үҙ эсенә ала (б. э. т. 664—332 йылдар). Был осорҙа Мысырҙың бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү өсөн аяуһыҙ көрәштәр, ауыр һуғыштар, ситтән һөжүмдәр бара. Ул илдең Фарсы ғәскәре, унан һуң Искәндәр Зөлҡәрнәй тарафынан баҫып алыныуы менән тамамлана[42]:133.


Даталарға бүлеү варианттары. 1) б. э. т. 664—343 йылдар (321 йыл)[38] 2) б. э. т. 664—336/335 йылдар (328/329 йыл)[39] 3) яҡынса б. э. т. 722—332 йылдар (390 йыл самаһы)[36].


Дөйөм тасуирлама. Б. э. т. 528 йылда Мысырҙы фарсы батшаһы Камбис яулай һәм Мысыр Фарсы провинцияһына (сатраплығына) әйләнә. 341 йылда фарсылар тағы һөжүм итә һәм илде ҡот осҡос талауға дусар итә.

Фарос маяғы. А. Тирш реконструкцияһы

Птолемейҙар осоронда дәүләт яңынан күтәрелеп китә, уға Киренаика (хәҙерге Ливия, шулай уҡ Дерна, Әл-Джәбәл-әл-Әдхәр, Әл-Мардж, Бәнғази, өлөшләтә Әл-Бутнан муниципалитеттары), Сива оазисы ҡушыла. Диадохтар һуғышы барышында Фәләстин ерҙәре һәм Кипр утрауы тартып алына[42]:304.

332 йылда Боронғо Мысырға Искәндәр Зөлҡәрнәй аяҡ баҫа. Ил уның державаһының бер өлөшөнә әүерелә. Уның империяһы диадохтар араһында бүлгеләнгәндән һуң, Мысыр полководец Птолемей Лагҡа эләгә. Ул Птолемей Лагтарҙың грек-македон династияһына нигеҙ һала (б. э. т. 305-30 йылдарҙа)[43]. Александрия баш ҡала булып китә. Птолемейҙар осоронда Мысыр эллин донъяһын иген менән төп тәьмин итеүсе була. Мысыр флоты Урта диңгеҙҙә хакимлыҡ итә. Птолемейҙар династияһының һуңғы идарасыһы Клеопатра заманында Боронғо Мысыр Боронғо Римдың сәйәси көрәшенә ылыҡтырыла. Флоты б. э. т. 31 йылда Акциялар морононда тар-мар ителгәндән, Клеопатра VII-нең үҙен-үҙе үлтергәндән һәм Марк Антоний мәрхүм булғандан һуң, Мысыр Римдың провинцияһына әүерелә (б. э. т. 30 йыл).

Фирғәүен илдең абсолют монархы була һәм уның бөтә байлығын контролдә тота. Ул илдең юғары хәрби начальнигы һәм хөкүмәт башлығы була. Дәүләттә чати фирғәүендән ҡала икенсе кеше һанала. Чатиҙың бурыстары ҡатмарлы һәм күп һанлы була. Уның буйһоноуына «алтын палата» инә, алтын палатала ҡаҙна һәм батшаның хазиналары һаҡлана. Ул батша һарайының барлыҡ биләмәләренә идара итә[44]. Шулай уҡ төҙөлөш проекттары, хоҡуҡ системаһы, архивтар ҙа уның ҡарамағында була. Төбәктәр китмәлендә дәүләт 42 административ районға (номға) бүленә. Номдың административ аппараты өҫтөндә номарх тора. Ул фирғәүендең вәкиле булып иҫәпләнә һәм административ өлкәгә идара итә. Һалымдар йыйыу, суд хөкөмө башҡарыу, ғәскәргә алыу һәм уны тәьмин итеү, хужалыҡ алып барыу ҙа уның вәкәләттәренә инә[45].

Ир менән ҡатын һәм уларҙың улы, IV династия

Мысыр йәмғиәтенең ҡатламдарға бүленеше бик ҡәтғи була[46][47]. Ирҙәр ҡатындары менән бергә йортҡа идара итә һәм үҙ ихтыяры буйынса вариҫ һайлай. Аҡһаҡалдар кәңәштәр биреү менән шөғөлләнә, вафат булғандан һуң уларға ҙур хөрмәт күрһәтелә[48]. Никахтар моногам була (хәйер, фирғәүендәр араһында ике йә бер нисә ҡатын алыу осраҡтары булғылай) һәм дин тарафынан раҫланмай. Туй тантанаһы һәм никахты теркәү үткәрелә. Бының өсөн йәштәрҙең бергә йәшәргә теләк белдереүе етә. Ирҙәр ун алты — ун һигеҙ, ә ҡатын-ҡыҙҙар ун ике — ун дүрт йәштә ғаилә ҡора. Фирғәүендең үҙ ҡыҙҙарының береһенә өйләнеү йолаһы ла була[49]. Юғары иҡтисади статусҡа эйә булған ирҙәр, моғайын, законлы ҡатыны менән бергә йәриә лә тотҡандыр, был уның етеш йәшәү күрһәткесе булғандыр. Ләкин берәүҙән артыҡ ир менән бәйләнешкә ингән ҡатындарға яза бирелгән[50].

Зинасылыҡ әхләҡи яҡтан хупланмаған, әммә ғәмәлдә булған. Папирустарҙа һәм остракондарҙа аҡсаға енси хеҙмәттәр күрһәтеү, шулай уҡ күмәк зина ҡылыу тураһындағы яҙмалар осрай[51].

Боронғо Мысырҙа ирҙәр һәм ҡатындар, ҡолдарҙан башҡа бөтә социаль синыфтар вәкилдәре, ҡануниәт алдында тиң тип ҡаралған. Ябай крәҫтиән дә чати өҫтөнән ялыу бирә алған. Ҡолдар хеҙмәтсе урынына тотолһа ла, улар ҙа ирек ала, хатта аҡһөйәк булып китә алған. Эш урынында уларҙы табиптар дауалаған.[52]

Ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һатыу итә, килешеүҙәр төҙөй, никахҡа инә һәм айырыла, мираҫ ала, хоҡуҡтарын судта яҡлай алған. Ир менән ҡатын уртаҡ милеккә эйә булған йә никах контракты төҙөү юлы менән үҙен һәм балаларын фәҡирлектә ҡалыуҙан ҡурсалаған. Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ Боронғо Греция һәм Рим, хатта донъяның һуңғыраҡ осор йәмғиәттәрендәге ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда ла күберәк шәхси иреккә һәм яҡлауға эйә булған. Хатшепсут һәм Клеопатра VII кеүек ҡатын-ҡыҙҙар хатта фирғәүен булып киткән. Ләкин дөйөм алғанда ҡатын-ҡыҙҙар дәүләткә идара итеүгә әллә ни ҡатнашмаған, ҡорамдарҙа ла икенсел вазифаларҙы башҡарған, улар, моғайын, ирҙәргә ҡарағанда белемһеҙерәк тә булғандыр[53]. Ҡатын-ҡыҙҙар атаһының мираҫына хоҡуҡлы булған. Ҡағиҙә булараҡ, атаһы үлгәс, тәхетте улы биләгән, ләкин улы булмаһа, өлкән ҡыҙы кейәүгә сығырға ла уның ире тәхеткә ултырырға тейеш булған[54].

Фирғәүен

Социаль иерархия үрендә фирғәүен торған. Фирғәүен Һор исемле алланың, ә унан алдағы фирғәүен, улар бер нәҫелдән булһа ла-булмаһа ла, Һорҙың атаһы Осиристың кәүҙәләнеше тип һаналған. V династия батшаларынан башлап, ул шулай уҡ ҡояш аллаһы Раның да улы һаналған[55].

Фирғәүендәрҙең ҡатындары һәм улдары күп булған. Төп ҡатыны nesut Hemet — «батша ҡатыны» тип йөрөтөлгән, ул фирғәүендең үҙ һеңлеһе йә ҡыҙы булыуы ла ихтимал булған.

Кәтиптең гранит статуяһы (Саккара)

Социаль пирамидала фирғәүен һәм уның ғаиләһенән түбәндәрәк кәтиптәр һәм чиновниктар торған. Улар «аҡ итәкле синыф» тип йөрөтөлгән, сөнки аҡ етен кейемдәр кейгән[56]. Улар араһынан иң өҫтә чатиҙар менән номархтар торған.

Уларҙан түбәнерәк баҫҡысты жрецтар, табиптар һәм махсус әҙерлекле инженерҙар биләгән.[57] Жрецтар ҡорамдар, йолалар, дини байрамдар өҫтөнән баш булған, улар фирғәүендәрҙең кәңәшсеһе вазифаһын башҡарған һәм ергә, һалым ташламаларына һәм абруйға эйә булған. Хөкүмәт эшмәкәрлегендә кәтиптәр мөһим вазифалар башҡарған, улар һалымдар йыйған, закондар яҙған, ер хаҡын билдәләгән, шиғырҙар, йырҙар, хикәйәләрҙе күсереп яҙған, хаттар яҙған, халыҡ һанын алыуҙы үткәргән, аҙыҡ-түлек һаҡламын, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе, һөрөнтө ерҙәрҙе, коммерция эшмәкәрлеген, һалдаттарҙы, һарай ихтыяждарын һ. б. иҫәптә тотҡан[46][47][58].

Идара итеүсе синыфтан түбән өҫтөнлөккә эйә синыф торған. Унда беренсе юлды һалдаттар биләгән. Уларҙан түбәнерәк баҫҡысты һөнәрселәр (туҡыусылар, рәссамдар, парикмахерҙар, флотта хеҙмәт итеүселәр, көршәкселәр, скульпторҙар, зәргәрҙәр, тимерселәр һ. б.) биләгән, улар дәүләт ҡарамағында булған. Крәҫтиәндәр халыҡтың күпселек өлөшөн тәшкил иткән. Улар ер эшкәрткән, мал аҫраған, балыҡ тотҡан. Улар етештереүсе булһа ла, продукциялары дәүләттеке, ҡорамдыҡы йә ергә хужа бай ғаиләнеке булған[59]. Крәҫтиәндәр хеҙмәт һалымы түләгән һәм һуғарыу ҡоролмаларында һәм төҙөлөштәрҙә лә эшләргә мәжбүр булған[60] Йәнә улар транспортта, ҡайһы берҙә армияла ла хеҙмәт иттерелгән. Иң аҫтағы баҫҡыста ҡолдар торған[61]. Ҡолдар кеше тип һаналған, ҡануниәт тарафынан яҡланған, уларҙың законлы ғаиләһе, милке булған.[62][56]

Ер һөрөү Мал көтөү Балыҡ һөҙөү

Боронғо Мысыр йәмғиәтенең нигеҙен «батша хемуу»ҙары тәшкил иткән[~ 7].

Батша хемууҙары Урта батшалыҡ осоронда иҙелгән бөтә ерле халыҡтан торған[63]. Билдәле бер йәшкә еткәс, улар ер эшкәртеүсе, һөнәрсе, яугир булып киткән. Хемууҙар батша һәм ҡорам хужалыҡтарында эшләгән, шәхси хужалыҡтарҙа ла хеҙмәт иткән[64].

Батша хемууҙары хужаһының түгел, ә батшаның ҡоло тип иҫәпләнгән.



Хәрби тораҡтар рәүешендәге тәүге даими ғәскәр Боронғо батшалыҡ дәүерендә барлыҡҡа килә. Хеҙмәт өсөн яугирҙәргә ер биләмәһе бирелә. Уҡ һәм йәйә төп ҡорал була. Суҡмар, баҡыр балта, таш осло һөңгө, таш йә баҡыр кинжал да ҡулланыла. Яугирҙәр күн тарттырылған ағас ҡалҡан тотоп, күн торҡа кейеп йөрөй[65]. Ҡоро ерҙәге берҙән-бер ғәскәр төрө пехота була. Ғәскәр ополчениенан һәм нубиҙарҙың ярҙамсы отрядтарынан тора. Шул осорҙа уҡ сафҡа теҙелеп йөрөй башлағандар. Ҡәлғәләрҙе штурмлағанда баҫҡыстар ҡулланылған, ә диуарҙарҙы лом менән емергәндәр.

Египетская колесница
Египетская колесница

Батшалыҡтың урта осоронда ҡоралланыу яҡшыра төшә: уҡ-һаҙаҡ камиллаша, атҡан уҡ 150—180 метрға тиклем оса, мәргәнлек арта. Ғәскәрҙең ойошторолошо яҡшыра, уҡсыларҙан йә һөңгөсөләрҙән генә торған махсус отрядтар барлыҡҡа килә. Подразделениелар 6, 40, 60, 100, 400, 600 яугирҙән, отрядтар 2, 3 һәм 10 мең һалдаттан тора[66]. Нығытылған ҡәлғәләр барлыҡҡа килә. Б. э. т. XVII быуат уртаһында Түбәнге Мысырҙы яулап алған гиксостар мысырҙарҙы яу арбаһы менән таныштыра.

Яңы батшалыҡта армия даимиға әйләнә һәм касталарға бәйле була. Күпселек яугирҙәр сәнсеп кенә түгел, сабып та була торған тура йә бөгөлгән ҡылыс менән ҡораллана. Тәнде һаҡлау өсөн торҡанан тыш бронза пластиналарҙан торған күн панцирь ҡулланыла. Ҡорал дәүләттеке була һәм келәттәрҙә һаҡлана. Төп урынды пехота биләһә лә, яу арбаларының да әһәмиәте арта бара[67].

Яу арбаһында ике яугир баҫып тора, береһе дилбегә тота, икенсеһе атыусы була. Яугир яу арбаһын үҙе табырға тейеш була[67].

Походта ғәскәр колонна менән хәрәкәт итә торған бер нисә отрядҡа бүленә. Төп подразделениеның байрағы була, XIX династия ваҡытында ул 200 яугирҙән тора. Ҡамау барышында «гөбөргәйел» булып теҙелеү ҡулланыла, яугирҙәр өҫтән ҡалҡандар менән һаҡлана[67].

Был осорҙағы Мысыр ғәскәрендә ситтән ялланған һуғышсылар күп була. Мәҫәлән, XVIII династияның икенсе яртыһында нубиҙар Сүриәлә һәм Фәләстиндә торған ғәскәрҙәрҙең төп өлөшөн тәшкил итә. Сик буйындағы ҡәлғәләрҙә лә сит илдәрҙән ялланған хәрбиҙәр тора. Аменхотеп IV-нең тән һаҡсылары араһында сүриәлеләр, ливиҙар, нубиҙар була.

Антик авторҙар Мысырҙың ғәскәри кастаһын Нил дельтаһының көнсығышында йәшәгән каласириҙарға һәм көнбайышындағы гермотибиҙарға бүлә. Каласириҙарҙың һаны — 250 000, гермотибиҙар 140 000 була[68]

Фирғәүендәр ғәскәриҙәргә бик ыңғай мөнәсәбәттә була. Уларға ҡолдар һәм ерҙәр, алтын һәм көмөш отличие билдәләре бирелә, ризыҡтары мул була.

Боронғо Мысырҙа яза биреү

Хоҡуҡи ҡоролоштоң башында формаль рәүештә фирғәүен тора. Ул закондар ҡабул итеү, ғәҙел хөкөм башҡарыу, законсылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өсөн яуаплы була. Быны боронғо мысырҙар Маат тип атай. Боронғо Мысырҙың бер хоҡуҡ кодексы ла беҙҙең көндәргә килеп етмәһә лә, суд документтары Мысыр закондарының яҡшы һәм яман тураһында дөйөм ҡабул ителгән ҡарашҡа нигеҙләнгәнлеген раҫлай. Аҡһаҡалдарҙың урындағы советтары Яңы батшалыҡта Kenbet тип йөрөтөлгән һәм улар ваҡ-төйәк суд эштәре буйынса хөкөм сығарырға тейеш булған[44]. Үлтереү, төрбәне талау, ер буйынса килешеүҙәр кеүек етди эштәр чати йә фирғәүен рәйеслегендәге Ҙур Kenbetҡа тапшырылған. Дәғүәселәр һәм дәғүәлеләр дөрөҫ һөйләүе тураһында ант иткән. Суд кәтиптәре ялыуҙы, күрһәтмәләрҙе, хөкөмдө яҙма рәүештә теркәп барған[69].

Яңы батшалыҡ осоронан хоҡуҡи ҡоролошта оракулдар мөһим роль уйнаған.[70]

Һулдан уңға: ливи, нуби, азиат һәм мысыр (тәндәре XIX быуат иллюстраторы тарафынан буялған)

Был осорҙағы Мысырҙың халыҡ-ара мөнәсәбәттәре беҙгә XVIII династия фирғәүендәренең Әл-Амарнала табылған ҙур дәүләт архивы аша билдәле. Был архивта Бабил, Ашшур, Митанни, Хет дәүләттәре һәм Кипр батшаларының, Сүриә-Фәләстин кенәздәренең һәм хакимдарының Мысыр фирғәүененә яҙған дипломатик хәбәр-хаттары һаҡланған. Амарна архивы табылдыҡтары ул осорҙоң дипломатияһын һүрәтләгән ҡиммәтле тарихи документтар булып тора. Ул хаттарға ҡарағанда, Мысыр Алғы Азиялағы бик күп дәүләттәр менән сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәрҙә торған. Айырым дәүләттәр араһында һөйләшеүҙәр махсус илселәр ярҙамында алып барылған. Был һөйләшеүҙәр йыш ҡына хәрби-сәйәси берлектәр һәм ҙур сер итеп тотолған килешеүҙәр төҙөүгә килтергән[71].

Сәйәси берлектәр, мәҫәлән, Мысыр менән Митанни араһындағы союз кеүектәр, йыш ҡына династиялар араһындағы никахтар менән нығытылған. Илселәр аша телдән йә яҙма һөйләшеүҙәр төрлө аңлашылмаусылыҡтарҙы көйләү маҡсатында ла алып барылған. Әйтәйек, Бабил батшаһы бер хатында Мысыр фирғәүененән Бабил каруанын талаған кешеләргә яза биреүҙе һораған. Икенсе бер хатында ул Мысырҙың Ашшур менән дипломатик мөнәсәбәттәр ҡороуына ҡаршы булыуын белдерә, сөнки Ашшурҙы үҙ буйһоноуындағы төбәк тип иҫәпләй. Митанни батшаһы бер хатында Мысыр фирғәүененә сик буйы ҡалалары менән алмашырға тәҡдим итә. Был хаттарҙың күпселеге бабил телендә бабил шына яҙыуы менән яҙылған. Ул заманда нәҡ ошо тел халыҡ-ара дипломатик тел булып торған. Дипломатик документтар Аменхотеп III батшалыҡ иткән осорҙан башлап Мысырҙың Азияла абруйы төшә барыуын раҫлай[71].

Иҡтисад нигеҙҙә үҙәкләштерелгән була һәм ныҡлы күҙәтеү аҫтында тора. Боронғо Мысырҙа Ахырғы осорға тиклем тәңкә булмаһа ла, аҡса — бартер ҡоролошо[72] хакимлыҡ итә, ул бер тоҡ бойҙайҙан һәм яҡынса 91 грамм баҡыр йә көмөш дебендан торған[73]. Эшселәргә игенләтә түләнгән; ябай эшсе айына 5 ½ тоҡ (200 кг) ашлыҡлата түләү ала алған, ә оҫтаның хеҙмәт хаҡы 7 ½ тоҡҡа (250 кг) еткән. Хаҡтар бөтә илдә нығытылған булған һәм сауҙа итеүҙе еңелләштереү өсөн исемлектәргә индерелгән. Мәҫәлән, ирҙәр күлдәге 5 баҡыр дебен, һыйыр 140 дебен торған. Ашлыҡты исемлектәге хаҡтарға ярашлы башҡа тауарҙарға алмаштырып булған[73]. Беҙҙең эраның бишенсе быуатында Мысырға сит илдәрҙән тәңкә аҡсалы ҡоролош инә. Башта тәңкәләр ҡиммәтле металл киҫәге рәүешендә сығарылһа, артабанғы быуаттарҙа ысын аҡса итеп эшләнә башлаған[74].

Nakht төрбәһендә һүрәтләнгән ауыл хужалығы күренеше, XVIII династия

Ыңғай географик үҙенсәлектәр Боронғо Мысыр мәҙәниәтенең сәскә атыуына булышлыҡ итә. Хужалыҡ тормошонда төп урынды Нил алып тора. Ташҡындарҙан һуң тороп ҡалған ылымыҡтар тупраҡты байыҡтырып, уңдырышлылыҡты күтәрер була. Шулай итеп, боронғо мысырҙар аҙыҡ-түлек муллығында көн итә, был мәҙәниәт, технологик һәм нәфис эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүгә ваҡыт ҡалдыра. Ер төҙөлөшө хәл иткес әһәмиәткә эйә була, сөнки һалымдар кешенең күпме ер биләгәненә ҡарап алына[75]. Теоретик йәһәттән бөтә ерҙәр фирғәүендеке була, әммә шәхси милеккә бирелеү осраҡтары ла булғылай[76].

Боронғо Мысыр иҡтисадының нигеҙен ер эшкәртеү һәм һөнәрҙәр тәшкил итә. Мысырҙар яр буйҙарына плотиналар төҙөргә өйрәнә, уларҙа баҫыуҙарға һыу сыға торған тишектәр яһай. Урта осор батшалығында ирригацион система һәм һуғарыу эштәре айырыуса алға китә. Һуғарыулы баҫыуҙар майҙаны һиҙелерлек арта, йыйып алына торған уңыш та күбәйә. Яңы батшалыҡ осоронда баҫыусылыҡ үҫештең юғарғы нөктәһенә етә[77].

Ауыл хужалығы Нил йылғаһының циклдарына бәйле була. Мысырҙар өс миҙгелде бүлеп ҡарай: Ахет (ташҡын), Перет (сәсеү) һәм Шему (ураҡ). Ташҡындар осоро июндән сентябргә тиклем дауам итә. Октябрҙән февралгә тиклем үҫентеләр үҫештә була[78]. Марттан майға тиклем крәҫтиәндәр ураҡ ярҙамында уңышты ура, шунан шыбағастар менән һуға. Елгәргестәр ярҙамында ашлыҡты кәбәктән айыралар. Ашлыҡтан он тарталар[79].

Иген культураларының төрлөһө сәселә. Мәҫәлән, был осор яҙмаларында үрге мысыр һәм түбәнге мысыр арпа төрҙәре телгә алына. Йәшелсәселек, емешселек тә ныҡлы үҫештә була. Ялпаҡ һуған, һарымһаҡ, ҡауын, ташҡабаҡ, салат, ҡуҙаҡлылар һәм башҡа культуралар үҫтерелә. Йөҙөмдән шарап эшләйҙәр. Етен үҫтереү киң тарала. Унан еп иләп, туҡымалар һуғалар. Нил буйында папирус үҫә, унан ҡағыҙ етештерелә. Зәйтүн емешенән май һығыла[77][80].

Боронғо Мысыр сәнғәтендә хайуандар һәм ҡош-ҡорт

Крокодил башы.


Ҡаҙҙар.


Папирус сауҡалығында һунар итеү.


Скарабей рәүешендәге бетеү.

Мысырҙар кешеләр менән хайуандар араһында көйлө мөнәсәбәттәрҙе йыһандағы тәртиптең мөһим өлөшө тип һанай, хайуандар менән үҫемлектәр бер бөтөндөң өлөшө тип ҡарала[81]. Шуның өсөн йорт хайуандары ла, ҡырағайҙары ла рухи тормош, аралашыу һәм йәшәү сығанағы тип һанала. Бигерәк тә һыйыр малы абруйлы була. Эре мал өсөн һалым һалына, ә көтөү күләме усадьбаның йә ҡорамдың статусын һәм байлығын күрһәтеп тора. Боронғо мысырҙар һарыҡ-кәзә, сусҡа ла аҫрай. Ҡош-ҡортто, өйрәктәрҙе, ҡаҙҙарҙы һәм күгәрсендәрҙе ау менән тотоп, фермаларҙа үрсетәләр һәм һимертеү өсөн көсләп ҡамыр ашаталар[82]. Нилда балыҡ күп була. Бал ҡорттары йортлаштырыла, Боронғо батшалыҡ осоронда уҡ күпләп бал һәм балауыҙ алына[83].

Боронғо мысырҙар ишәк, үгеҙ егә, ер һөрә, сәсә. Һимертелгән үгеҙҙе салыу ҡорбан килтереү йолаһының төп өлөшө була. Атты гиксостар Икенсе аралыҡ осоронда алып килә. Дөйәләр менән таныш булһалар ҙа, еккегә бик ҡулланып бармайҙар. Ахырғы осорҙа фил дә егәләр, тик көтөүлектәр етмәгәнлектән уларҙан баш тарталар[82]. Эттәр, бесәйҙәр, маймылдар йорт хайуаны итеп тотола. Арыҫлан шикелле ситтән килтерелгән хайуандар батша ғаиләһендә генә аҫрала. Геродот яҙыуына ҡарағанда, мысырҙар хайуандарын өйөндә тота торған берҙән-бер кешеләр булған[81]. Династияға тиклмге һәм Ахырғы осорҙарҙа хайуан ҡиәфәтендәге аллалар бик популяр була, мәҫәлән, Баст исемле бесәй алиһәгә, Тоту тигән ибис аллаға табыналар. Уларҙы йола ҡорбаны итер өсөн фермаларҙа үрсетәләр[84].

Мысырҙар ҡуянға, антилопаға, ҡоштарға, ҡыр үгеҙҙәренә һәм крокодилдарға һунар итә. Һунарға ау, уҡ-һаҙаҡ, һөңгө менән йөрөйҙәр. Дельтала балыҡ тоталар, бигерәк тә тилапия һәм карпты күпләп аулайҙар. Балыҡты ҡояшта киптерәләр[85].

Хатшепсуттың Пунт иленә сауҙа сәфәре

Боронғо мысырҙар күрше илдәр менән алыш-биреш итә, уларҙан минералдар, тоҙ, үҫемлектәр, ағас, күн, ҡоштар, атап әйткәндә, күгәрсендәр, ала[86].

Яйлап мысырҙар алыҫ илдәргә лә барып етә. Фәләстиндә, Сүриәлә сауҙа итәләр[87]. Йәрүсәлим эргәһендәге боронғо Гезер ҡалаһында ҡаҙыныуҙар барышында Мысырҙа эшләнгән әйбәрҙәр табылған.

Яңы батшалыҡ осоронда сауҙа айырыуса киңәйә. Сүриәнән мысырҙар иген, шарап, бал, мал-тыуар ала. Ливандан төҙөлөш ағасы ташыла. Митанниҙан бронза, лазурит, туҡымалар, кейем-һалым, май, еңел арбалар, аттар һәм ҡолдар алалар. Бабилдан да, ошондай уҡ тауарҙарҙан тыш, көмөш, ағастан алтын һәм фил һөйәге менән биҙәп эшләнгән затлы әйберҙәр һатып алына. Мысыр менән Ашшур араһында сауҙа бәйләнештәре көслө була. Унан еңел арбалар, аттар һәм лазурит алалар. Бөтә был тауарҙарға алмашҡа мысырҙар алтын, фил һөйәге, затлы итеп биҙәлгән ағас әйберҙәр, туҡымалар, кейем-һалым, һөнәрселек тауарҙары тәҡдим итә. Эгей ҡәбиләләре менән сауҙа алып барыла.

Боронғо көнсығыш халыҡтарының күпселеге кеүек үк, мысырҙар ҙа төрлө ҡәбиләләр ҡатнашыуынан барлыҡҡа килгән. Боронғо Мысыр халҡын хасил иткән халыҡ Төньяҡ һәм Көнсығыш Африканың ерле ҡәбиләләренә ҡараған. Боронғо Мысыр һүрәттәренә ҡарағанда, Көнсығыш Африкала (мысырса — Пунт иле) йәшәгән ҡәбиләләр тышҡы ҡиәфәте менән мысырҙарға оҡшаш булған.

Икенсе яҡтан, иң боронғо мысыр ҡәбиләләре Төньяҡ Африканың блронғо ливи ҡәбиләләре менән дә тығыҙ туғанлыҡта булған. Боронғо мысыр телендә Төньяҡ Африкалағы бербер теле менән оҡшашлыҡ бар. Ҡаҙылмалар күрһәтеүенсә, үҙенсәлекле мысыр мәҙәниәтен барлыҡҡа килтергән ҡәбиләләр Төньяҡ-Көнсығыш Африкала таш быуатынан бирле йәшәгән.

Боронғо Мысырҙа яҙыу төрҙәре


Иероглифика.


Иератика.


Демотика.


Копт яҙмаһы.

Боронғо мысырҙарҙың теле тикшеренеүселәргә ташта һәм папируста яҙылған иероглифик яҙмалар буйынса билдәле. Ул «үле» тел булғанлыҡтан, египтологияға нигеҙ һалынған заманда уның шифрын табыу мәсьәләһе килеп тыуа. Уны 1822 йылда Ж. Ф. Шампольон хәл итә. Хәҙерге фән мысыр телен африазиат телдәре ғаиләһенә индерә, уның эсендә йә семит, йә чад телдәренә яҡын булыуы ҡарала. Тел Династияларға тиклемге осорҙа (б. э. т. 5200—3000 йылдар) формалаша, шул осорҙа Мысырҙың энеолитик мәҙәниәттәренән протомысыр ҡәбиләләре хасил була башлай. Артабан, бөтә династиялар осоронда мысырҙарҙың теле үҫеш һәм үҙгәрештәр кисерә. Эллинлыҡ осоронан башлап, мысырҙар боронғо грек теленең көслө йоғонтоһона дусар була[88], римдар килгәс, латин теле лә тәьҫир итә. Ғәрәптәр тарафынан баҫып алынғас, мысыр теллеләр ғәрәптәр араһында иреп бөтә, уларҙың телен һәм йолаларын ала[89]. Мысырҙарҙың бер өлөшө — копттар ғына һаҡланып ҡала. Улар боронғо мысыр теленең бер баҫҡысында торған копт телен файҙалана, ваҡыт үтеү менән был тел дини тантаналар теле булып ҡына ҡала һәм XIX быуаттан башлап «үле» тип һанала.

Мысыр теле — донъяла үҙ яҙмаһы булған иң боронғо телдәрҙең береһе. Беҙгә килеп еткән иң боронғо текстар б. э. т. 4 — 3-сө мең йыллыҡтарға ҡарай. Мысыр хисапсылары бик ҙур һандар менән эш итә: 10 000, 100 000 һәм хатта 1 000 000, уларҙы яҙыу өсөн махсус һүҙҙәр һәм билдәләр була[32]:72. Мысырҙарҙың яҙмаһы бер нисә төргә бүленә: иероглифика — бик күп һүрәттәрҙән (иероглифтарҙан), иератика — уларҙың ҡыҫҡартылған рәүештәренән, демотика тағы ла нығыраҡ ябайлаштырылған билдәләрҙән тора. Боронғо мысырҙар йышыраҡ горизонталь юлдарға, уңдан һулға, һирәк осраҡтарҙа һулдан уңға табан яҙған. Вертикаль бағана рәүешендәге яҙыуҙар ҙа булған, улар өҫтән аҫҡа уҡылған. 1-се мең йыллыҡ уртаһына бөтә төр мысыр яҙыуҙары юҡҡа сыға, иероглифтар менән яҙылған һуңғы текст — IV, ә демотикалы V быуатҡа ҡарай[32]:57.

Дине һәм мифологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мысыр аллаларының шәжәрә ағасы

Боронғо Мысырҙа төбәктәрҙең күп төрлө культтары, айырым аллалары була. Күп һанлы аллалар тәбиғәт көстәрен һәм йәмғиәт күренештәрен кәүҙәләндерә. Шунлыҡтан мысыр дине политеистик тип ҡарала[90]:276.

Мысыр дине фетишизмдан һәм тотемизмдан башлап политеизмға һәм монотеистик тәғлимәткә тиклем 3000 йыллыҡ юл үткән. Бер аллалылыҡ концепцияһы тәү башлап Мысырҙа барлыҡҡа килә — Эхнатон фирғәүен Ҡояш аллаһы Атон тирәләй бөтә мысыр культтарын берләштерергә тырышып ҡарай[91].

Төрлө осорҙа Ра, Амон, Осирис, Исида, Сет, Птах, Анубис тигән аллалар айырыуса ололоҡлана[92].

Аллаларға фирғәүен исеменән эш итә торған жрецтар ҡарамағындағы ҡорамдарҙа табыналар. Ҡорам уртаһында мөҡәддәс урында табыныу һыны тора. Ҡорамдар йәмиғ табыныу урыны булмай, тик айырым байрам көндәрендә генә алланың һынын күмәкләп табыныу өсөн тышҡа алып сығалар. Граждандар үҙ йорттарындағы һындарға табына алған, ә бетеүҙәр хаос көстәренән һаҡлаған[92]. Яңы батшалыҡтан фирғәүендең тәьҫир көсө кәмегән һәм дини йолалар аллаларға туранан-тура табыныу аша атҡарылған. Һөҙөмтәлә, оракулдар системаһын булдырып, жрецтар аллаларҙың һүҙҙәрен халыҡҡа улар аша еткергән[93].

Мысырҙар һәр кеше йән һәм тән өлөшөнән, йәғни аспекттан, тора тип инанған. Тәнгә өҫтәп, һәр кешенең šwt (күләгәһе), Ба (шәхесе йә күңеле), Ка (йәшәү көсө) һәм Исеме булған[94]. Фекерҙәр һәм хистәр үҙәге тип мейе түгел, ә йөрәк ҡаралған. Үлгәндән һуң аспекттар кәүҙәнән айырылған һәм үҙе теләгәнсә хәрәкәт итә башлаған, ләкин уларға даими торлаҡ өсөн физик кәүҙә, мәҫәлән, статуя, талап ителгән. Мәрхүмдең иң төп маҡсаты, үҙенә Ка менән Баны ҡайтарып, Акһ кеүек йәшәгән "фатихалы мәйет"кә әйләнеү булған. Быға өлгәшһен өсөн мәрхүмде Осирис хөкөмөнә тапшырғандар, йөрәген Хәҡиҡәт бизмәненә һалып үлсәгәндәр. Бизмәндең һул туҫтағына — мәрхүмдең йөрәген, уңына хәҡиҡәтте кәүҙәләндергән алиһә Мааттың ҡанатын һалғандар. Лайыҡлы тип тапһалар, мәрхүм ерҙә йән рәүешендә йәшәү хоҡуғын алған[95].

Каноптар
Тот менән Анубис мәрхүмдең йөрәген үлсәй, Үлеләр китабынан күренеш

Мәрхүмдең үлемһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мысырҙар ҡатмарлы ерләү йолалары башҡарған. Кәүҙәһен мумиялаштырғандар. Ерләү йолалары башҡарғанда кейемдәрен, әйберҙәрен, йәнләнгәс кәрәк булыр тип, ҡәбергә һалғандар. Боронғо батшалыҡҡа тиклемге осорҙа мәйеттәрҙе сүлдәге соҡорҙарға ҡуйғандар. Улар унда тәбиғи рәүештә кибеп ҡорор булған. Хәллерәк мысырҙар мәйеттәрен төрбәләргә ерләй, яһалма мумиялаштырыу ҡуллана башлаған. Дүртенсе династиянан һуң ҡайһы бер ағзаларҙы каноптарға һаҡлауға һалғандар.[96]

Яңы батшалыҡ осорона мысырҙар мумиялаштырыу оҫталығын каимллаштырған. Бының иң яҡшы техникаһы 70 көнгә һуҙылған һәм эске ағзаларҙы, танау аша мейене алыуҙан һәм кәүҙәне натр тигән тоҙҙар ҡатнашмаһы ярҙамында ҡаҡлауҙан торған. Кәүҙә эске кейемдәргә төрөлгән, уның араларына тылсымдар һалынған, шунан ул кеше ҡиәфәтле табутҡа һалынған. Ахырғы осор мумияларын саркофагтарға һалғандар. Эллинлыҡ осоронда мумиялаштырыу осраҡтары аҙайған, мумияның тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар артҡан[96].

Онтарио Король музейында хайуандарҙың мумиялары күргәҙмәһе. Канада, Торонто, Онтарио

Ерләгәндән һуң мәрхүмдең туғандары һирәк-мирәк төрбәгә ризыҡ килтерергә, мәрхүм исеменән доғалар уҡырға тейеш булған[97].

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо Мысыр сәнғәте дини культтың төп маҡсаттарына хеҙмәт иткән монументаль сәнғәт булып торған. Үҙенсәлеге шунда: әҫәрҙәрҙең күп өлөшө үлеләр өсөн тыуҙырылған. Боронғо Мысыр оҫталары таш, металл, ағас һәм быяла менән оҫта эш иткән.

Мәжлес. Небамун төрбәһендәге фресканың бер өлөшө. Б. э. т. 1400 йыл. Британ музейы[98]

Мысыр аш-һыуы күп осорҙар буйы тотороҡло ҡалған. Хатта бөгөнгө аш-һыуҙары ла боронғоға бик оҡшаш. Төп ризыҡтары арпа, борай йә бойҙай икмәгенән торған. Икмәктең, ҡаластарҙың төрлөһөн бешергәндәр. Ҡамырҙы бал, май, һөт, еләк-емеш, йомортҡа, эс майы ҡушып төрләндереп баҫҡандар. Һөт ризыҡтарынан һөт өҫтө, эремсек, май ҡулланылған.

Геродот шаһитлыҡ итеүенсә, Батшалыҡтың ахырғы осоронда мысырҙар ҡояшта ҡаҡланған йә тоҙланған балыҡ ашағандар. Ҡоштарҙан тоҙланған бүҙәнә, өйрәк һәм ваҡ ҡоштар менән ризыҡланғандар. Шулай уҡ бешереп йә ҡурып та ашағандар[99]:Книга II, 77. Йәшелсәләрҙән борсаҡ, ноҡот борсағы, ҡыяр, латук салаты киң ҡулланылған. Һуған, ялпаҡ һуған, һарымһаҡ яратҡандар. Ҡауын менән ҡарбуз да күпләп үҫтерелгән. Йәй табынды йөҙөм, инжир, финик, сикомор емеше йәмләгән. Нар, зәйтүн ағастары, алмағастар мул уңыш биргән.

Фрагментированный папирус с немного порванными краями и иератическим почерком в красных чернилах
15—17 династиялар осоронда иератика менән яҙылған Весткар папирусы

Шумер әҙәбиәте менән бергә мысыр әҙәбиәте лә донъяның тәүге әҙәбиәте тип иҫәпләнә[100]. Иҫке батшалыҡ осороноң (б. э. т. XXVI—XXII быуаттар) әҙәби ҡомартҡыларына ерләү текстары, хат-хәбәрҙәр, дини гимндар һәм шиғырҙар, таныҡлы вельможаларҙың эшмәкәрлеге тураһында һөйләгән иҫтәлекле автобиографик яҙмалар инә. Урта батшалыҡ башында (б. э. т. XXI—XVII быуаттар) хикәйәләү жанрҙарындағы әҙәбиәт тыуа[101]. Ләкин уҡый белеүселәр халыҡтың 1 процентлабын ғына тәшкил иткәндер, моғайын. Шулай итеп, ижад архивтарҙа, кәнсәләрҙәрҙә, фирғәүен һарайында эшләгән кәтиптәр ҡулында була. Иң юғары дәрәжәле вельможалар ҙа кәтип тип иғлан ителә алған.

Урта осор батшалығында ҡулланыуҙа булған урта мысыр теле Яңы батшалыҡ осоронда (б. э. т. XVI—XI быуаттар), ябай халыҡтың яңы мысыр теле яҙма рәүештә ҡулланыла башлағандан һуң, классик тел булып китә. Яңы батшалыҡ кәтиптәре бик күп текстарҙы урта мысыр телендә күсереп яҙа. Урта батшалыҡтың ҡайһы бер әҙәби жанрҙары Яңы осорҙа ла популяр булып ҡала. Хикәйәләрҙән «Синухе риүәйәте» һәм «Оҫта телле ауыл кешеһе», өгөт-нәсихәттәрҙән «Аменемхаттың кәңәш-төңәштәре» һәм «Тоғролоҡло тәғлимәт» яратып уҡыла.

Мысыр һынлы сәнғәте, б. э. т. 1400 йыл тирәһе

3500 йылдан ашыу рәссамдар Боронғо батшалыҡ осоронда уҡ һалынған ҡанундар һәм формаларға йәбешеп ятҡан, бер ҡабул ителгән принциптарҙы сит йоғонто ла, эске үҙгәрештәр ҙә ҡаҡшата алмаған[102]. Был художество стандарттарына һыҙыҡтар һәм формалар ябайлығы, һындарҙың яҫы проекцияһы, төпкөлдөң төшөрөлмәүе хас булған, шул рәүешле композицияның тәртибе һәм тигеҙлеге тәьмин ителгән. Буяуҙар минералдарҙан алынған: тимер рудаһынан — ҡыҙыл һәм һары охра, баҡыр рудаһынан — зәңгәр һәм йәшел буяу, ҡором менән күмерҙән — ҡара, эзбизташтан аҡ буяу эшләнгән.

Гизалағы пирамидалар

Боронғо Мысыр архитектураһы Гиза пирамидалары, Луксор ҡорамы, Амарна һарайҙары кеүек ҡоролмалар аша билдәле[37]:281.

Биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, колонналары иероглифтар, фрескалар менән ҡапланған һәм сағыу төҫтәргә буялған. Мысыр орнаменты мотивтарын изге скарабей ҡуңыҙы, шулай уҡ ҡояш һәм шоңҡар һүрәттәре хасил итә. Пальма япрағы, папирус үҫемлеге, лотос бөрөләре һәм сәскәһе лә йыш осрай.

Мысыр пирамидалары Боронғо Мысырҙың бөйөк архитектура ҡомартҡылары тип һанала, улар араһында «донъяның ете мөғжизәһе» иҫәбенә ингән Хеопс пирамидаһы ла бар. Таштан өйөлгән был мөһабәт ҡоролмалар Боронғо Мысыр фирғәүендәрен ерләү өсөн дә файҙаланылған. «Пирамида» — грек һүҙе. Мысырҙа бөтәһе 118 пирамида табылған. Беренсе мысыр пирамидаһы 3-сө династия фирғәүене Джосер бойроғо буйынса төҙөлгән тип иҫәпләнә. Ул Саккарала урынлашҡан, архитекторы, Боронғо Мысыр традицияһына ярашлы, Джосерҙың чатиһы Имхотеп булғандыр. Гиза платоһындағы Бөйөк пирамидалар (Хеопс, Хефрен һәм Микерин пирамидалары) иң бейек пирамидалар тип һанала[103].

Батшабикә Нефертити бюсы. Берлин музейы

Боронғо Мысыр скульптураһы — Боронғо Мысыр сәнғәтенең айырыуса үҙенсәлекле һәм ҡанунлаштырылған ҡағиҙәле тармаҡтарының береһе. Скульптура Боронғо Мысырҙың аллаларын, фирғәүендәрен, батшаларын һәм батшабикәләрен кәүҙәләндереү өсөн хеҙмәт иткән. Ябай мысырҙарҙың ҡәберҙәрендәге һындар нигеҙҙә ағастан эшләнгән һәм уларҙың да беҙҙең көнгә тиклем һаҡланғандары осрай. Аллалар һәм фирғәүендәрҙең һындары бөтә кеше күрерлек итеп асыҡҡа урынлаштырылыр булған.

Скульптураның бик ҡәтғи ҡанундары була: ир кешенең кәүҙә төҫө ҡатын-ҡыҙҙыҡынан ҡоңғортораҡ, ултыртып һынландырылған кешенең ҡулдары мотлаҡ тубыҡҡа һалына; мысыр аллаларын һүрәтләүҙең дә ҡағиҙәләре булған. Мәҫәлән, Һор алла — ыласын башлы, үлеләр аллаһы Анубис шакал башлы итеп һынландырылған.

Мысырҙар нигеҙҙә ер эшкәртеү менән шөғөлләнә. Торлаҡтары эҫенән һаҡлаһын өсөн сей кирбестән һалына. Һәр өйҙөң асыҡ башлы ашнаҡ бүлмәһе була, унда он тартыу өсөн ҡул тирмәне менән икмәк һалыу өсөн кескәй генә мейес тора. Стеналары аҡҡа буяла, уларға етен келәм эленә. Иҙәнгә ҡамыш балаҫтар түшәлә, йыһаздар ағас ултырғыстарҙан, карауаттан һәм өҫтәлдән тора[104].

Сенет уйыны

Боронғо мысырҙар шәхси гигиенаға һәм тышҡы ҡиәфәткә ҙур иғтибар бирә. Улар йылғала йыуына, мал майынан һәм аҡбурҙан эшләнгән һабын ҡуллана. Ирҙәр бөтә тәнен ҡырып йөрөй һәм хушбуй, майҙар һөртөнә[104]. Майҙар үҫемлек һәм мал майынан әҙерләнә, уларға мирра, хуш еҫле матдәләр һәм скипидар ҡушыла. Тоҙҙоң bed тип аталған төрөн тамаҡ сайҡау өсөн файҙаланалар. Йыуынғас, маникюр менән педикюр эшләйҙәр, биткә макиаж һалалар. Күҙ ҡабағын малахиттан эшләнгән йәшел буяу менән буяйҙар. Үтә ҡоңғорт тирене һары охранан яһалған буяу менән аҡһыллаталар. Уны иренгә һәм биткә лә һөртәләр. Ҡатын-ҡыҙҙар (йыш ҡына ирҙәр ҙә) күҙҙәренә һөрмә тарта (был ҡарашты күркәмләтергә тейеш була). Тырнаҡты, усты һәм табанды ҡына менән ҡыҙғылт һарыға буяйҙар, был ғәҙәт Көнсығышта әле лә дауам итә[105]. Кейемде ағартылған етендән тегәләр[104]. Аҡһөйәк ҡатындар һәм ирҙәр парик кейеп, биҙәүестәр тағып йөрөй һәм косметика ҡуллана. Балалар һәм руханиҙар сәсен ҡырып йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар аҡ етен күлдәк кейә, ә ирҙәр янбаш билбауы бәйләй, эшселәр ғәҙәттә кейемһеҙ йөрөй, һуңынан бил тирәләй ябай туҡыма киҫәге бәйләп йөрөй башлай[106]. Балалар 12 йәшкә тиклем шәрә йөрөй, ошо йәштә малайҙарҙы сөннәтләгәндәр. Чати, руханиҙар һәм фирғәүен күлдәктән, пантера тиреһенән, алтын менән сигелгән янбаш билбауҙарынан торған кейем кейгән. Йә ялан аяҡ, йә сандали кейеп йөрөгәндәр.

Бай ҡатлам вәкилдәре затлы биҙәүестәр таҡҡан, шифалы тылсымдар йөрөткән.[105].

Әсәйҙәр балаларҙы тәрбиәләгән, ә атайҙар ғаилә килемен хәстәрләгән[104]. Төп ризыҡ икмәктән һәм һыранан, йәшелсәнән торған. Ит менән шарап табынға байрамдарҙа ғына ҡуйылған.

Мысырҙар төрлө уйындар уйнап күңел асҡан. Балалар жонглерлыҡ иткән, туп уйнаған. Байҙар һунарға сыҡҡан, кәмәлә йөрөгән[105][107]. Музыка һәм бейеү менән һирәктәр шөғөлләнгән. Боронғо мысырҙар арфала һәм флейтала уйнаған. Яңы батшалыҡ осоронда ҡыңғырау, бубен, барабан һәм лира уйнатҡандар.[108] Дини тантаналарҙа шалтырауыҡҡа оҡшаш систр тигән ҡорал ҡулланылған.


Фән, медицина һәм математика өлкәләрендә Боронғо Мысыр үҙ заманы өсөн юғары кимәлгә өлгәшкән. Традицион эмпиризм тәүләп Боронғо Мысырҙа тыуған. Мысырҙарҙың үҙ яҙмаһы һәм унарлы системаһы булған.

Быяла ҡайнатыу юғары сәнғәт булған

Боронғо батшалыҡ осорона тиклем үк мысырҙар мысыр фаянсы булараҡ билдәле булған быялаға оҡшаш материалды эшләй башлаған. Улар уны ярым затлы таш төрө тип һанаған. Фаянс — балсыҡһыҙ керамика, уны кремнезёмдан бер аҙ ғына эзбиз һәм сода ҡушып эшләгәндәр, баҡыр менән буяғандар[109]. Материалды мәрйен, плитка, статуэткалар һәм галантерея әйберҙәре етештереү өсөн ҡулланғандар. Мысырҙар фаянс эшләүҙең бер нисә ысулын белгән, ләкин, ҡағиҙә булараҡ, йышыраҡ онтаҡ материалдар файҙаланғандар. Уны балсыҡҡа буяғандар ҙа яндырғандар.

Боронғо мысырҙар быяланы ла киң ҡулланған, ләкин процесты үҙҙәре сығарғанмы-түгелме икәнлеге билдәһеҙ[109]. Сей быяланы үҙҙәре эшләгәнме, әллә уны әҙер көйө ситтән алғанмы икәне лә билдәле түгел. Әммә шуныһы асыҡ: улар быяла менән эш итеү, шулай уҡ төҫ биреү өсөн микроэлементтар ҡушыу технологияһын белгән. Быяла үтә күренеүсән йә күренмәүсән була алған, һары, ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр, миләүшә һәм аҡ төҫтәрҙә лә булған[110].

Суднолар төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Боронғо мысырҙарға билдәле булған донъя

Боронғо мысырҙар таҡтанан карап корпусын төҙөй белгән. Суднолар эшләүҙең алдынғы технологияларын улар б. э. т. 3000 йылда уҡ үҙләштергән. Америка археология институты хәбәр итеүенсә, иң боронғо ҡаҙылдыҡ караптарҙың ҡайһы берҙәре Абидос кәмәләре булараҡ билдәле[111]. Абидоста табылған был 14 судно бергә «тегелгән» таҡталарҙан яһалған булған. Уларҙы Нью-Йорк университеты египтологы Дэвид О’Коннор[112] тапҡан. Таҡталар туҡылған ҡайыштар менән бер-береһенә тоташтырылған, ә улар араһына папирус йә ектәрҙән һыу үткәртмәй торған үлән һалынған[111]. Караптар фирғәүен Хасехемуи ҡәбере эргәһендә табылғанлыҡтан, уларҙы ошо батшаныҡы тип уйлаған булалар. Ләкин бер судноның б. э. т. 3000 йылға ҡарағаны асыҡлана; караптар менән бергә күмелгән керамик банкалар ҙа боронғораҡ осорға ҡарай. Б. э. т. 3000 йылғы караптың оҙонлоғо 23 метр. Хәҙер ул, моғайын, иртә осор фирғәүененеке булғандыр, тип фараз ителә. Профессор О’Коннор фекеренсә, 5000 йыллыҡ карап, бәлки, фирғәүен Хор Аханыҡы булғандыр[112].

Боронғо мысырҙар ҙур кәмәләр төҙөй белһә лә һәм Нил буйлап йөҙөп йөрөһә лә, данлы диңгеҙсе була алмай, Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙәрҙәге суднолар хәрәкәтендә ҡатнашмай.

Ҙур диңгеҙ караптарын мысырҙар, ҡағиҙә булараҡ, Урта диңгеҙҙең көнсығышындағы ҡалалар һәм дәүләттәр, айырыуса Библос (хәҙерге Ливандың яр буйы) менән сауҙа итеү һәм Ҡыҙыл диңгеҙ аша Пунт иленә сәфәрҙәр өсөн файҙаланған[113].

2013 йылда француз-мысыр археологтары Ҡыҙыл диңгеҙ буйында Вәди-әл-Джарф районында[~ 8] донъялағы иң боронғо портты таба, уға сама менән 4500 йыл[114].

Иң боронғо мысыр математик текстары б. э. т. II мең йыллыҡ башына ҡарай. Математика ул саҡта астрономияла, диңгеҙселектә, ер үлсәүҙә, биналар, плотиналар, каналдар һәм хәрби нығытмалар төҙөүҙә ҡулланылған. Мысырҙа аҡса булмай, шуға аҡса һанау ихтыяжы ла булмай. Мысырҙар насар һаҡланыусан папируста яҙышҡан, шунлыҡтан Мысыр математикаһы тураһында мәғлүмәт Бабил йә Греция математикаһына ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. Ул, моғайын, беҙ күҙ алдына килтергәндән күпкә яҡшыраҡ булғандыр, килеп еткән документтарҙан билдәле булыуынса[115], грек математиктары мысырҙарҙа белем алған[116].

Ахмес папирусы йәки Мәскәү математика папирусы кеүек беҙгә килеп еткән документтар күрһәтеүенсә, боронғо мысырҙар төп математик ғәмәлдәрҙе — ҡушыу, алыу, ҡабатлау, бүлеүҙе — белгән, кәсерҙәр ҡулланып, йәшниктәрҙең һәм пирамидаларҙың күләмен, тура дүртмөйөштәрҙең, өсмөйөштәрҙең һәм түңәрәктәрҙең майҙанын иҫәпләп, иң ябай тигеҙләмәләрҙе сисә алған. Улар алгебра һәм геометрияның төп принциптарын белгән[117].

Унарлы иҫәпләү системаһы Мысыр математикаһының иң эре ҡаҙаныштарының береһе була. Мысыр яҙмаһында 1, 10, 100, 1000, 10 000, 100 000 һандары була, миллионды ғәжәпләнеп ҡулын күтәргән кеше һыны рәүешендә яҙғандар. Мысыр математикаһында оҙонлоҡ үлсәүҙәре бик үҙенсәлекле була. Оҙонлоҡто бармаҡ, ус, табан һәм терһәк менән үлсәгәндәр. Математик белемдәр сәнғәттә киң ҡулланылған[118].


Боронғо мысыр математиктары Пифагор теоремаһы нигеҙендә ятҡан принциптарҙы аңлаған, өсмөйөштөң яҡтары 3-4-5 нисбәтле булһа, уның гипотенузаға ҡаршы мөйөшө тура мөйөш булғанын белгән[119]. Улар, түңәрәк диаметрының туғыҙҙан бер өлөшөн сығарып, уны квадратҡа күтәреп, түңәрәктең майҙанын сығарған:

[119][120] формулаһына яҡынлашыу.

Мысырҙар астрономия өлкәһендә лә ҡайһы бер белемдәргә эйә булған. Улар планеталарҙы йондоҙҙарҙан айыра алған, хатта йондоҙло күктең картаһын да төҙөгән. Бындай карталар төрлө биналарҙың, нигеҙҙә, кәшәнәләр һәм ҡорамдарҙың түшәмдәрендә һаҡланған. XVIII династия аҡһөйәге Сенмуттың кәшәнәһе түшәмендәге һүрәт бындай "астрономик карта"ның сағыу бер миҫалы булып тора. Астрономик белемдәр мысырҙарға календарь төҙөү мөмкинлеге биргән. Мысырҙарҙың календарь йылы 30-ар көнлө 12 айға бүленә. Йыл аҙағына 5 байрам көнө өҫтәлә, һөҙөмтәлә йыл эсендә бөтәһе 365 көн килеп сыға. Шулай итеп, мысыр календарь йылы тропик йылдан сирек тәүлеккә артта ҡалып килә. 1460 йылда был хата һөҙөмтәһе 365 көнгә, йәғни бер йылға, тиң була[118].

Смит Эдвин папирусы

Мысырҙа медицина ярайһы уҡ алға киткән була. Урта Батшалыҡ осоро текстарында төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн рецептар йыш осрай. Ләкин мысыр табиптары боронғо тылсым көсөнән дә баш тарта алмай. Мәҫәлән, бер им-том йыйынтығы ауырыу балаларҙы «дауалау» өсөн балалар табиптарына, әсәләргә һәм бала бағыусыларға тәғәйенләнгән була. Шулай итеп, дарыуҙар менән бергә тылсымлы доғалар һәм йолалар ҙа ҡулланылған. Әммә мумиялаштырыу маҡсатында мәйетте ярып, эске ағзаларын өйрәнеү табиптарға кеше организмының төҙөлөшөн һәм эшмәкәрлеген өйрәнеү мөмкинлеген асҡан. Шулай итеп, анатомия буйынса тәүге ғилемдәр барлыҡҡа килә. Улар анатомик терминдар менән нығытыла. Мысырҙар ҡайһы бер ауырыуҙарҙы һәм уларҙың билдәләрен ярайһы уҡ дөрөҫ тасуирлай, тимәк, диагностика буйынса ла белемдәре булған. Мәҫәлән, медицина буйынса мысыр текстарында ашҡаҙан-эсәк (дизентерия), һулыш алыу ағзалары (хроник йүткереү, астма) ауырыуҙары, ҡанһырауҙар, ревматизм, скарлатина, күҙ ауырыуҙары, тире өҫтөнә сыҡҡан сирҙәр (гангрена, май шештәре, еүеш экзема) һәм башҡалар тасуирлана[118].

Боронғо Мысыр сығанаҡтарының күпселеге ерләү культы менән бәйләнгән. Эш шунда: беҙҙең замандарға тик ерләү ҡомартҡылары ғына яҡшы хәлдә килеп еткән, сөнки улар ныҡлы, оҙаҡ һаҡланыусан материалдар (таш) файҙаланып эшләнгән булған.[121][122][123].

Иң мөһим археологик табыштар:

  • 1893 йыл — швейцар египтологы А. Э. Навиль Палермо ташының (б. э. т. XXV быуат тирәһе, Палермо, «Antonio Salinas» музейы) тексын баҫып сығара. Баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булған был таш табылдыҡта династияларға тиклемге осорҙоң ҡайһы бер хакимдары һәм I—V династияларға ҡараған фирғәүендәр исемлеге бирелә. Һуңынан был текст ошо таштың башҡа китектәрендәге яҙмалар менән тулыландырыла (Ҡаһирә музейы)[124].
  • 1896 йыл — француз тикшеренеүсеһе Э. К. Амелино төрбәләр таба, 1897 йылда немец ғалимы К. Зете был ҡәберлектәрҙең I һәм II династияларға ҡарағанлығын раҫлай (б. э. т. XXXI—XXVII быуаттар самаһы). Абджу (Абидос, Әл-Араба-әл-Мәдфүнә) эргәһендә урынлашҡан. Һуңыраҡ бында инглиз археологы В. М. Флиндерс Питри эшләй һәм беренсе династияның тағы бер нисә төрбәһен таба.
  • 1897 йыл — Ж. де Морган ҙур төрбә[125] һәм унда Мысырҙы берләштергән беренсе ярым мифик зат — Мени (Менес) исеме яҙылған артефакт таба. Урыны — Накада ауылы. Һуңынан бында инглиз археологы В. М. Флиндерс Питри эшләй, ул да тәүге династияларҙың бер нисә артефактын таба.
  • 1900—1901 йылдар — инглиз тикшеренеүсеһе Дж. Э. Куибелл беренсе династияларҙың артефакттарын таба. Урыны — Нехен (Иераконполь, Ком әл-Әхмәр ауылы).

Иң мөһим ҡомартҡылар:

  1. Розетта ташы. Ошо табыш арҡаһында египтология тулы хоҡуҡлы фәнгә әүерелә, сөнки уның ярҙамында мысыр иероглифтарының сере асыла[126].
  2. Тутмос III анналдары — 18-се батша йорто фирғәүененең хәрби походтары тасуирламаһы.
  3. Амарна архивы — шына яҙыу менән яҙылған балсыҡ таҡталар архивы, XIX быуат аҙағында Әл-Амарна тигән урында табылған. Элек унда еретик фирғәүен Эхнатондың резиденцияһы урынлашҡан булған.
  4. «Пирамидалар текстары» — кешелек тарихында теге донъялағы тормош һүрәтләнгән иң боронғо яҙма сығанаҡ.
  5. «Саркофагтар текстары» — боронғо мысыр табуттарындағы яҙмалар.
  6. «Үлеләр китабы» — «Пирамидалар текстары» менән "Саркофагтар текстары"ның генетик[127] дауамы.
  7. «Нармер палеткаһы» менән «Нармер суҡмары» — Мысырҙы берләштергән Нармер батша осоро табылдыҡтары.
  8. Весткар папирусы — әлеге көндә — Берлин Мысыр музейының 3033-сө папирусы, беренсе хужаһы Генри Весткар исеме менән атап йөрөтөлә. Уны тәүләп немец египтологы Адольф Эрман тикшергән.
Комментарийҙар
  1. Сын Бела, первоначально поселённый отцом в Аравии, не следует путать его с сыном-тёзкой Эгиптом, одним из его 50 сыновей-египтиадов, погибших от рук данаид.
  2. Также варианты перевода: Дворец ка Птаха, Обитель ка Птаха, Стена/ограда обители ка Птаха.
  3. В литературном арабском — Миср, в египетском диалекте — Маср.
  4. Примерными границами древнего Верхнего Египта («Долины»), могут служить современные города Каир и Асуан. Протяжённость железной дороги от Каира до Асуана составляет 892 км.
  5. Примерными границами древнего Нижнего Египта («Дельты») с севера на юг, могут служить современные города Александрия и Каир. Протяжённость железной дороги от Александрии до Каира составляет 201 км.
  6. Страной «Перевёрнутой воды» древние египтяне называли регион прилегающий к реке «Перевёрнутой воды» — Ефрату, в связи с тем, что к их удивлению, он тёк в обратную сторону по сравнению с их родной рекой — Нилом.
  7. Термин «хемуу» (ед. ч. м. р. — ḥmw, мн. ч. м. р. — ḥmww) обычно переводят как «раб», «слуга», точное значение неизвестно.
  8. Около 120 км к югу от Суэца
  1. 1,0 1,1 Любкер, Ф. Иллюстрированный словарь античности. — Испр. и доп. изд. — М. : Эксмо, 2005. — ISBN 5-699-14296-7.
  2. Аполлодор. Мифологическая библиотека / Изд. подгот. В. Г. Борухович ; отв. ред. Я. М. Боровский. — Л. : Наука, 1972. — кн. II, ч. I, абз. 4–5. — С. 25. — 216 с.
  3. Гесиод. Перечень женщин, фр. 127 // Полное собрание текстов / вступ. ст. В. Н. Ярхо ; комм. О. П. Цыбенко и В. Н. Ярхо. — М. : Лабиринт, 2001. — С. 128. — 256 с.
  4. Гекатей Милетский. фр.19 Якоби = Схолии к Еврипиду. Орест 872.
  5. Павсаний.
  6. 6,0 6,1 6,2 Древний Египет : Энциклопедия / Сост. и ред. В. В. Солкин. — М. : Арт-Родник, 2008. — 480 с. — ISBN 978-5-9794-0100-3.
  7. Морэ, А. Нил и Египетская цивилизация. — М. : Центрполиграф, 2007. — 504 с.
  8. A Brief History of Alchemy : [арх. 25 август 2013] // Alchemy. — Univercity of Bristol School of Chemistry.
  9. Rosalie, D. Pyramid Builders of Ancient Egypt : A Modern Investigation of Pharaoh's Workforce. — Routledge, 1997. — P. 18. — 304 p. — ISBN 0-41515-292-5.
  10. Breasted, J. H. Ancient Records of Egypt / J. H. Breasted, P. A. Piccione. — University of Illinois Press, 2001. — P. 76, 40. — 456 p. — ISBN 0-25206-974-9.
  11. Кипрское море//БСЭ. — «Советская Энциклопедия», 1969-78.
  12. Дьяконов И.
  13. Папирус Харриса I. 77,10.
  14. Greaves (1929) p. 123
  15. 15,0 15,1 Lucas (1962) p. 413
  16. Nicholson (2000) p. 28
  17. C.Michael Hogan. 2011.
  18. Scheel (1989) p. 14
  19. Nicholson (2000) p. 166
  20. Nicholson (2000) p. 51
  21. Берг Л. С. Об изменениях климата в историческую эпоху. 1911.
  22. Butzer К.
  23. Всемирная история / под ред. Жукова Е. М.. — М: Мысль, 1956—1965. — Т. I. — С. 144—148. — 801 с.
  24. Ancient Egyptian Culture: Paleolithic Egypt 2010 йыл 1 июнь архивланған..
  25. Pierre M. Vermeersch.
  26. Сайт «Prehistoric and Predynastic Egypt» 2013 йыл 7 март архивланған., автор Andie Byrnes.
  27. Lawrence Barham, Peter Mitchell.
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 28,4 28,5 28,6 Encyclopedia of Archaeology of Ancient Egypt.
  29. Африка: Энциклопедический справочник. — Т. 2
  30. Butzer K.W. Pleistocene History of the Nile Valley in Egypt and Lower Nubia.
  31. Герзейская культура//БСЭ. — «Советская Энциклопедия», 1969-78.
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 32,4 Перепёлкин Ю. Я. История древнего Египта. — «Летний сад», 2000.
  33. Из неопубликованного исследования Перепёлкина Ю.
  34. Shaw (2002) pp. 78-80
  35. 35,0 35,1 Древний Египет//БСЭ. — «Советская Энциклопедия», 1969-78.
  36. 36,0 36,1 36,2 36,3 E. Hornung, R. Krauss and D. A. Warburton «Ancient Egyptian Chronology».
  37. 37,0 37,1 37,2 И. М. Дьяконов История древнего мира 2016 йыл 4 март архивланған.. — «Наука», 1982.
  38. 38,0 38,1 38,2 Бикерман Э. Хронология древнего мира. — С. 176—179.
  39. 39,0 39,1 39,2 Jürgen von Beckerath.
  40. Tomb reveals Ancient Egypt’s humiliating secret(недоступная ссылка — история).
  41. Emberling Geoff. Nubia: Ancient Kingdoms of Africa. — New York, NY: Institute for the Study of the Ancient World, NYU, 2011. — P. 9–10. — ISBN 978-0-615-48102-9.
  42. 42,0 42,1 И. М. Дьяконов История древнего мира 2016 йыл 4 март архивланған.. — «Наука», 1983.
  43. Shaw (2002) p. 418
  44. 44,0 44,1 Manuelian (1998) p. 358
  45. Manuelian (1998) p. 363
  46. 46,0 46,1 Gomes (2010) p. 53
  47. 47,0 47,1 Cotrim (1999) p. 31-32
  48. Beting (2009) p. 19
  49. Besozzi (2005) p. 24
  50. Gomes (2010) p. 55
  51. Beting (2009) p. 24
  52. Slavery in Ancient Egyptfrom http://www.reshafim.org.il.
  53. Janet H. Johnson.
  54. Beting (2009) p. 23
  55. Pedro (2005) p. 28
  56. 56,0 56,1 Billard (1978) p. 109
  57. Social classes in ancient Egypt.
  58. Braick (2006) p. 103
  59. Manuelian (1998) p. 383
  60. James (2005) p. 136
  61. Beting (2009) p. 54
  62. Рабство // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  63. Берлев О. Д. Трудовое население Египта в эпоху Среднего царства. — Москва: Наука, 1972. — 368 с.
  64. Дьяконов И. М. Пути истории. От древнейшего человека до наших дней. — Москва: КомКнига, 2007. — 384 с. 
  65. Гражданская война в США — Йокота / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — С. 294—297. — (Советская военная энциклопедия : [в 8 т.] ; 1976—1980, т. 3).
  66. Волковский Н. Н. Детская Военная Энциклопедия. Том 1 — ОЛМА-Пресс, 2001
  67. 67,0 67,1 67,2 Авдиев В. И. История Древнего Востока. — «Ленинград: Госполитиздат» 1953.
  68. Геродот.
  69. Oakes (2003) p. 472
  70. McDowell (1999) p. 168
  71. 71,0 71,1 Авдиев В. И. История Древнего Востока. — «Ленинград: Госполитиздат» 1953.
  72. Meskell (2004) p. 23
  73. 73,0 73,1 Manuelian (1998) p. 372
  74. Walbank (1984) p. 125
  75. Manuelian (1998) p. 361
  76. Cardoso (2007) p. 28
  77. 77,0 77,1 Авдиев В. И. История Древнего Востока. — «Ленинград: Госполитиздат» 1953.
  78. Nicholson (2000) p. 514
  79. Nicholson (2000) p. 506
  80. Nicholson (2000) pp. 577 и 630
  81. 81,0 81,1 Strouhal (1989) p. 117
  82. 82,0 82,1 Manuelian (1998) p. 381
  83. Nicholson (2000) p. 409
  84. Oakes (2003) p. 229
  85. Beting (2009) p. 66
  86. Авдиев В. И. История Древнего Востока. — «Ленинград: Госполитиздат» 1953.
  87. Naomi Porat, "Local Industry of Egyptian Pottery in Southern Palestine During the Early Bronze I Period, " in Bulletin of the Egyptological, Seminar 8 (1986/1987), pp. 109—129.
  88. Allen (2000) p. 7
  89. El-Daly (2005) p. 164
  90. И. М. Дьяконов Религия 2016 йыл 4 март архивланған.. — «Наука», 1982.
  91. «The Oxford Guide: Essential Guide to Egyptian Mythology», edited by Donald B. Redford, p. 106, Berkley, 2003, ISBN 0-425-19096-X
  92. 92,0 92,1 James (2005) p. 117
  93. Shaw (2002) p. 313
  94. Allen (2000) pp. 79, 94-5
  95. Wasserman, et al. (1994) pp. 150-3
  96. 96,0 96,1 Mummies and Mummification: Late Period, Ptolemaic, Roman and Christian Period.
  97. James (2005) p. 124
  98. Egyptian life and death: the tomb-chapel of Nebamun (Room 61) (англ.
  99. Геродот.
  100. Foster 2001, С. xx.
  101. Parkinson 2002, pp. 64—66.
  102. Robins (1997) p. 29
  103. Types of temples in ancient Egypt.
  104. 104,0 104,1 104,2 104,3 Manuelian (1998) p. 403
  105. 105,0 105,1 105,2 Besozzi (2005) p. 68-75
  106. Beting (2009) p. 25
  107. Music in Ancient Egypt.
  108. Music in Ancient Egypt.
  109. 109,0 109,1 Nicholson (2000) p. 109
  110. Nicholson (2000) p. 215
  111. 111,0 111,1 Ward, Cheryl.
  112. 112,0 112,1 Schuster, Angela M.H. «This Old Boat 2011 йыл 5 июнь архивланған.», 11 December 2000.
  113. Shelley Wachsmann, Seagoing Ships and Seamanship in the Bronze Age Levant (Texas A&M University Press, 2009), p. 19.
  114. Most Ancient Port, Hieroglyphic Papyri Found.
  115. Ван дер Варден Б. Л.Пробуждающаяся наука. Математика древнего Египта, Вавилона и Греции. Указ. соч., стр. 125: «Фалес путешествовал в Египет и привёз геометрию в Элладу» (из комментария Прокла к Евклиду).
  116. «Согласно большинству мнений, геометрия была впервые открыта в Египте, и возникла при измерении площадей» // Proclus Diadochus. In primum Euclidis Elementorum commentarii. — Leipzig, 1873. — С. 64.
  117. Clarke (1990) p. 222
  118. 118,0 118,1 118,2 Авдиев В. И. История Древнего Востока. — «Ленинград: Госполитиздат» 1953.
  119. 119,0 119,1 Strouhal (1989) p. 241
  120. Imhausen et al. (2007) p. 31
  121. Siliotti (1998) p. 8
  122. El-Daly (2005) p. 112
  123. Egypt: Tourism, travel, and recreation.
  124. Dodson, Aidan (2004) The Complete Royal Families of Ancient Egypt, p.62.
  125. Dating the Early Dynastic Votive Plaques from Susa, by Suzanne M. Pelzel P. 1
  126. 1799: Courrier de l'Égypte no. 37 (2 Fructidor year 7, i.e. 1799) p. 3 Retrieved July 14, 2010 (see p. 7)
  127. Allen, T. G. Occurences of Pyramid texts with cross indexes of these and other Egyptian mortuary texts.