Таш быуат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Таш бауаттағы эш ҡоралдары

Таш быуат — кешелек дәүерендә, төп эш һәм һуғыш ҡоралдары башлыса таштан, шулай уҡ ағастан һәм һөйәктән эшләнгән, боронғо мәҙәни-тарихи дәүер. Таш быуат аҙағында балсыҡ һауыт-һаба ҡуллана башлайҙар.

Ҡоралдарҙы төрлө таштарҙан эшләйҙәр. Таш быуат аҙағында, Баҡыр, Бронза һәм Тимер быуатҡа хас металл әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр.

Был дәүерҙә таш эшкәртеү технологияларын ҡулланыу кешелек эволюцияһына ҙур йоғонто яһай. Кешеләрҙең йәшәү ареалы Көнсығыш Африканан бөтә донъяға тарала. Ҡырағай хайуандарҙы эйәләштерә башлайҙар, баҡыр рудаһынан баҡыр алырға өйрәнәләр. Таш быуат тарихҡаса булған, яҙма иҫтәлектәр булмаған осорға ҡарай.

Хронология[үҙгәртергә]

  • Палеолит — 2,6 млн йыл элек башланып беҙҙең эраға тиклем 10 меңйыллыҡҡа тиклем.
  • Неолит — беҙҙең эраға тиклем 7 меңенсе йылдар.
  • Энеолит — беҙҙең эрға тиклем 4-3 меңйыллыҡтар. Ҡайһы саҡта оҙонораҡ, ҡайһы саҡта бөтөнләй булмаған.