Японияның милли парламент китапханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Милли парламент китапханаһы (яп. 国立国会図書館 Кокури Кокай Тоскан) — Японияның  - берҙән-бер, донъялағы иң ҙур  китапханаларҙың береһе. 1948 йылда  Япония Парламенты ағзалары ҡулланһын өсөн барлыҡҡа килгән. Маҡсаттары һәм мөмкинлектәре буйынса ул  АҠШ  Конгресы Китапханаһына тиң. Милли парламент китапханаһы  Токиолағы  һәм Киотолағы ике  төп  һәм тағыла бер нисә бүлексәнән тора.

Милли  парламент китапханаһының Токиолағы бүлегенең төп бинаһы
 Милли парламент китапханаһының  Кансайҙағы төп бинаһы

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Японияның Милли Парламент китапханаһы өс төрлө:1890 йылда Император парламентына нигеҙ һалған саҡтағы   Пэрҙар Палатаһы, Вәкилдәр Палатаһы, 1872 йылда Мәғариф министрлығын ойошторғанда барлыҡҡа килгән Император  китапханаларынан -  мираҫ буйынса барлыҡҡа килгән.

 Японияла Парламенттың  вәкәләттәре сикләнгәнлектән, уларҙың мәғлүмәткә ихтыяжы бик булмаған. Тәүге  парламент китапханаларында  фондтар ҙа, законға ярашлы тормошҡа мөһим өҫтәлмәләр индереү хеҙмәте лә   булмаған.  Икенсе бөтә донъя һуғышында Японияның еңелеүенә тиклем башҡарма хакимиәт , пэрҙарҙы һәм Палаталар вәкилдәрен мәғлүмәт сығанаҡтарына яҡын ебәрмәйенсә, барлыҡ сәйәси документтарҙы үҙ контролендә тотҡан. АҠШ ғәскәрҙәренең оккупацион көстәрекомандующийы Д. Макартур Парламент китапханаһы  системаһын реформалаштырыуҙы  Японияның Икенсе бөтә донъя һуғышында еңелгәндән һуңғы осорҙа илдә барған демократлаштырыу процесының мөһим өлөшө тип иҫәпләгән.

1946 йылда  Парламент палаталары  Милли Парламент китапханаһының даими комитетын төҙөгән. Тарихсы-марксист Горо Хани (яп.)., һуғыш ваҡытында  хөкүмәттән айырмалы ҡарашта булғанлығы арҡаһында төрмәлә ултырған һәм һуғыштан һуң Кәңәшселәр  Палатаһына (Элекке Пэрҙар Палатаһы) һайланғас, был реформаларҙы тормошҡа ашырыуҙы бик уңышлы рәүештә етәкләгән. Хани яңы учреждениела халыҡ суверенитеты үҙәген"  һәм  "тыныс революцияны" тормошҡа ашырыуҙың сараларын күргән. Китапханала реформалар үткәреү өсөн яуаплы булған оккупация офицерҙары "оккупация был осорҙоң катализаторы булып торһа ла, урындағы башланғысты һәм реформаларҙың үҫешен Г. Хани кеүек япондар тормошҡа ашырҙы" тип иҫәпләгән. 

Милли парламент китапханаһын 1948 йылдың июнендә  Осрашыуҙар Һарайында  (һуғышта шартлатылған элекке Акасака һарайы) асҡандар. Был ваҡытта китапхананың фондында 100 мең том булған. Уның беренсе директоры итеп сәйәсмән Токудзиро Канамори[1] , ә директор урынбаҫары — фәлсәфәсе  Масакадзу Накай тәғәйенләнгән. 1949 йылда Милли парламент китапханаһы Милли китапхана (элекке Император китапханаһы) менән берләшкән Японияның берҙән-бер милли китапханаһына әйләнгән. Уның фонды элекке Уэнос Милли китапханаһынан алып киленгән  1 млн том  арҡаһында ныҡ тулыланған.

1961 йылда китапхана Парламенттан алыҫ булмаған  хәҙерге Нагатате районына  күсерелгәнӨҙөмтә хатаһы: <ref> асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә.. 1986 йылда ундағы китаптарҙың һаны  12 млн дана тәшкил иткән. 2002 йылда Кансай Фәнни ҡалаһында (Сейка ҡасабаһы, Сораку өйәҙе, Киото префектураһы) урынлашҡан  Милли парламент китапханаһының Кансай бүлегендә  6 млн. китап һаҡланған. 2002 йылдың майында Уэнола элекке Император китапханаһында яңы бүлек асылған, унда Халыҡ-ара балалар әҙәбиәте китапханаһы урынлашҡан. Был филиалда балалар өсөн бөтә донъя балалар әҫәрҙәренең  400 мең томы бар.

Милли парламент китапһанаһындағы китаптар  һәм уның төрлө хеҙмәттәре менән хәҙерге көндә киң йәмәғәтселек  файҙалана.  Мәҫәлән,  2004 йылдың мартында китапхана  250 мең   мөрәжәғәтте хеҙмәтләндергән, был Парламенттан килгән  32 мең  мөрәжәғәттән күпкә ҙур.

Директорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1948-1959 йылдарҙа — Токудзиро Канамори
  • 1961-1965 йылдарҙа — Такао Судзуки
  • 1965-1970 йылдарҙа — Есикацу Коно
  • 1970-1972 йылдарҙа — Есимаро Кубота
  • 1972-1977 йылдарҙа — Канко Миясака
  • 1977-1981 йылдарҙа — Минору Кисида
  • 1981-1982 йылдарҙа — Масахару Уэки
  • 1982-1986 йылдарҙа — Масахиро Арао
  • 1986-1990 йылдарҙа — Киехидэ Убусуки
  • 1990-1994 йылдарҙа — Масакацу Катоги
  • 1994-1998 йылдарҙа — Синъитиро Огата
  • 1998-2002 йылдарҙа — Масао Тобари
  • 2001-2007 йылдарҙа — Такао Куросава
  • 2007-2012 йылдарҙа — Макото Нагао
  • 2012 — Норитада Отаки

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон закондар ярашлы рәүештә япон нәшриәттәре үҙҙәре сығарған бөтә продукцияны  Милли парламент  китапханаһына ебәрергә тейештәр.  Хөкүмәт нәшриәттәре үҙенең һәр нәшер ителгән продукцияһының  30  данаһын, ә шәхси нәшриәттәр - бер китабын  ярты хаҡына Милли парламент китапханаһына  ебәреп тора. Был шарттар  уға  даими рәүештә донъялағы иң яҡшы япон әҙәбиәте  фондтарын тоторға мөмкинлек бирә.  Барлыҡ китаптар һәм периодика «Нихон дзэнкоку сёси» (日本全国書誌, «Общегосударственная библиография Японии») библиографик йыйынтыҡҡа  айырым тәртиптә теркәлә бара. Был йыйынтыҡ АҠШ һәм бөйөк Британияның үҙәк китапханаларының  нәшерҙәре менән хөкүмәт-ара алыш-биреште тәьмин итә. Библиографияны тәртипкә килтереүҙә магнит таҫмалар ҡулланылған,  ә 1971 йылдан — компьютер технологиялары ҡулланыла . Китапхана фондтарынан китап эҙләү тиҙ йөрөшлө  системаһын JAPAN/MARC системаһы  менән алып барыла.

 Японияның Милли парламент китапханаһы  1 үҙәк һәм 27 ярҙамсы махсуслаштырылған  китапхана бүлектәренән тора. Уларҙың эсенә һирәк  Тоё  һәм Халыҡ-ара балалар әҙәбиәте китапханаһы ла инә. балалар әҙәбиәте. Үҙәк бүлектә  закон проекттарын тикшереү хеҙмәте эшләй, ун да  юриспруденция өлкәһендәге белгестәр менән бер рәттән, сәйәсәт һәм иҡтисад белгестәре,  баҫмаларҙы йыйыу , эшкәртеү хеҙмәте белгестәре эшләй. Китапхана  граждандарҙың киң даирәһе  өсөн һәр ваҡыт асыҡ, унда 1100 ултырыу урыны бар. Китапхана библиографик консультациялар бирә һәм  Японияның йәмәғәт, ҡала, университеттар китапханалары менән  алыш-бирештәр итә.  Ул Халыҡ-ара библиотека ассоциациялары һәм учрежденияларының ағзаһы һәм китапхана эшендәге тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашлыҡ итә.

Булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2001 йылда  китапхана фонды 489 мең китап, 420 мең карта, 470 мең видео һәм аудио-яҙмалар, 167 мең периодик баҫмалар булған. Булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2007 йылда китапхана  фондтарында  22.869.278 документтар һаҡланған. 1999 йылда уға 397.000 кеше килгән.

Төп фонды[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Японияның Милли китапханаһы булараҡ, Милли парламент китапханаһы Японияла  баҫылып сыҡҡан  китаптарҙың   бик күп даналарын йыйған. Парламент ағзалары өсөн китапхана булғанлыҡтан, бында сит телдәрҙәге китаптарҙың киң фондына эйә. .

Мөһим махсус коллекциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Китапхананың 8 махсус коллекцияһы мөһим булып һанала:

  • Хәҙерге сәйәси һәм конституцион тарихы
  • Һуғыштан һуң  Японияны  бойһондороу тураһындағы материалдар
  • Закондар һәм закон проекттары
  • Фән һәм технология
  • Карталар
  • Музыка
  •  Япония тураһында сит ил китаптары
  • Һирәк һәм боронғо баҫмалар

 Интернет селтәре өсөн китаптарҙың цифрланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы йылдарҙа  китапханала  әүҙем рәүештә инглиз һәм япон телендәге китаптар сайттарға ҡуйылған. Был сайттарға китапхананың дөйөм каталогы, 60 000 заманса китаптар, 37 000  Японияның боронғо  парламент ултырыштарының документтары ингән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; NDL төшөрмәләре өсөн текст юҡ

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәҡдим ителгән әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 稲村 徹元. 「真理がわれらを自由にする」文献考 / 稲村徹元, 高木浩子 // 参考書誌研究 / 国立国会図書館. — 1989. — 35号. — 1–7頁.
  • 歌田 明弘. 大山鳴動ネズミ一匹? :──国のウェブ保存政策 / 歌田明弘 // ミュージアムIT情報. — 2005. — 7月.
  • 国立国会図書館入門 / 国立国会図書館, NDL入門編集委員会. — 東京 : 三一書房, 1998. — 281頁. — ISBN 4-380-98008-1.
  • 加藤 一夫. 記憶装置の解体 : 国立国会図書館の原点 / 加藤一夫. — 東京 : エスエル出版会, 1989. — 345頁.
  • 国立国会図書館編 『国立国会図書館のしごと:集める・のこす・創り出す』 日外アソシエーツ、1997年。 ISBN 4-8169-1434-X
  • 国立国会図書館関西館編 『図書館新世紀:国立国会図書館関西館開館記念シンポジウム記録集』 日本図書館協会、2003年。 ISBN 4-8204-0313-3
  • 国立国会図書館百科編集委員会編 『国立国会図書館百科』 出版ニュース社、1989年。 ISBN 4-7852-0039-1
  • 国立国会図書館を考える会 『国立国会図書館解体新書』 国立国会図書館を考える会、1988年。
  • 佐藤晋一 『中井正一「図書館」の論理学』 近代文芸社、1992年。 ISBN 4-7733-1696-9 (増補版、近代文芸社、1996年)
  • 住谷雄幸 『図書館の戦後: 真理がわれらを自由にする』 ぱる出版、1989年。 ISBN 4-89386-045-3
  • 羽仁五郎 『図書館の論理: 羽仁五郎の発言』 日外アソシエーツ、1981年。 ISBN 4-8169-0067-5

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Донъяның иң ҙур  китапханалары

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]