Эволюция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

естественный процесс развития живой природы, сопровождающийся изменением генетического состава популяций, формированием адаптаций, видообразованием и вымиранием видов, преобразованием экосистем и биосферы в цело

Филогенетика ағасы, гендар буйынса тикшереү нигеҙендә төҙөлгән рРНК, барлыҡ өс домендың: бактериялар, архейҙар, эукариоттарҙың уртаҡ сығышын күрһәтә

Биологик эволю́ция (лат. evolutio — «таралыу») — тере тәбиғәттең тәбиғи үҫеш процесы. Нигеҙендә популяцияларҙың генетик составы үҙгәреүе , яйланмаларҙың (адаптация) хасил булыуы, төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүе һәм юҡҡа сығыуы, экосистемаларҙа һәм, бөтөн биосферала барған әүерелештәр ята.

Эволюцион процестарҙың нигеҙендә ятҡан механизмдарҙы аңлатҡан бер нисә эволюцион тәғлимәт бар. Әлеге ваҡытта иң киң ҡабул ителгәне булып классик дарвинизм һәм популяцион генетика синтезы булған эволюцияның синтетик теорияһы (СТЭ) тора[1].

СТЭ эволюция материалының (генетик мутация) эволюция механизмы (тәбиғи һайланыш) менән бәйләнешен аңлатыу мөмкинлеген бирә.

СТЭ буйынса эволюция — популяцияла гендар аллель йышлығы үҙгәреү процесы ул. Был процесс үҙ эсенә бер быуындың тормош оҙонлоғонан күберәк ваҡыт арауығын алып тора [2].

Чарлз Дарвин беренселәрҙән булып тэволюция процесын тәбиғи һайланыш тәғлимәте аша нигеҙләгән.. Тәбиғи һайланыш тәғлимәте   популяциялар тураһындағы өс дәлилгә таяна:

  1. Вариҫтар тереклек шарттары мөмкинлек биргәнгә ҡарағанда күберәк тыуа;
  2. Нәҫел эсендә төрлө организмдарҙың сифаттары төрлө. Был йәшәү һәм тоҡом ҡалдырыу ихтималлығында айырмаларға килтерә;
  3. Был сифаттар нәҫелдән күсә. Был шарттар төр эсендә конкуренцияға һәм мөхиткә бик аҙ яраҡлашҡан төрҙәрҙең һайланма элиминацияһына килтерә. Был артабанғы быуында ошо мөхиттә йәшәү һәм үрсеү мөмкинлегенә эйә сифаттары булған төрҙәр өлөшөнөң артыуына килтерә. Тәбиғи һайланыш — адаптацияның берҙән-бер билдәле сәбәбе, әммә эволюцияның берҙән-бер сәбәбе түгел. Адаптив булмаған сәбәптәргә гендар дрейфы, гендар ағымы һәм мутация инә.

Йәмғиәттә бер төрлө генә ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, эволюция, тәбиғи процесс булараҡ, ныҡлы раҫланған фәнни дәлил булып тора, бик күп эволюция раҫлауҙарға эйә һәм фәнни даирәләрҙә шик тыуҙырмай[3]. Шул уҡ ваҡытта эволюцияның механизмдарын аңлатыусы теорияның айырым аспекттары фәнни бәхәс предметы булып тора. Эволюцион биологиялағы асыштар биологияның традицион өлкәһенә генә түгел, икенсе академик дисциплиналарға, мәҫәлән, антропология, психологияға йоғонто яһай. Эволюция тураһындағы күҙаллауҙар ауыл хужалығы, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙың заманса концепцияларының, медицинала, биотехнологияла һәм башҡа кеше эшмәкәрлегенең социаль әһәмиәтле өлкәләрендә киң ҡулланыла[4].

Этимологияһы һәм термин тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Эволюция» терминының мәғәнәһе үҙе һиҙелерлек эволюция үтә. Латинса evolutio һүҙе башта китап уҡығанда төргәктең асылыуын аңлата. Урта быуат Европаһында был термин биологияла ла ҡулланыла, унда яралғының үҫеүе һәм үҫеше күҙ уңында тотола. Хәҙерге мәғәнәһен беренсе тапҡыр XVIII быуат швейцар натуралисы Чарльз Боннет ҡуллана, ул, Алла тормош яралғыларын булдырғанда, уларға үҫеш һәләтен һала, тип раҫлай. Ун туғыҙынсы быуаттың икенсе яртыһынан был термин дарвинизм менән ассоциациялана, әммә «Төрҙәрҙең килеп сығышы» тигән китаптың тәүге баҫмаһында термин әлегә тиклем ҡулланылмай[5].

Эволюция тураһындағы ҡараштар үҫеше тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тере организмдар үҙгәрә ала тигән фараз тәү башлап Сократҡа тиклемге фәйләсүфтарында осрай. Милет мәктәбе вәкиле Анаксимандр бөтә хайуандар ҙа һыуҙан барлыҡҡа килгәндәр, шунан һуң улар ергә сыҡҡандар тип иҫәпләгән. Кеше, уның фекере буйынса, балыҡ организмында барлыҡҡа килгән[6]. Эмпедоклда гомология һәм көслөләрҙең һаҡланып ҡалыуы тураһында фекерҙәр табырға мөмкин[7]. Демокрит ҡоро ер хайуандары амфибияларҙан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләгән, ә улар үҙ сиратында ләмдән үҙҙәре килеп сыҡҡан[8]. Был материалистик ҡараштарҙан айырмалы рәүештә, Аристотель бөтә тәбиғи әйберҙәрҙе «формалар», «идеялар», йәки «төрҙәр» (лат. species) булараҡ билдәле булған төрлө даими тәбиғи мөмкинлектәрҙең камил булмаған сағылышы тип һанай[9][10]. Ун етенсе быуатта яңы ысул барлыҡҡа килә, ул аристотель ҡарашын кире ҡаға һәм тәбиғәт ҡанундарында тәбиғәт күренештәренә аңлатмалар эҙләй. Әммә был яңы алым биология фәндәренә ҡыйынлыҡ менән үтеп инә. Джон Рэй хайуандар һәм үҫемлектәр өсөн тәбиғи типтары билдәләү өсөн дөйөм термин — «төр»ҙө (лат. species) ҡуллана, әммә Аристотельдән айырмалы рәүештә, ул тереклектең һәр тибын төр тип билдәләй һәм һәр төрҙө быуындан быуынға үрсетеүсе һыҙаттар менән билдәләргә мөмкин тип иҫәпләй. Рэй фекеренсә, был төрҙәр Алла тарафынан барлыҡҡа килтерелгән, ләкин локаль шарттарға ҡарап үҙгәреүсән булыуы мөмкин[11][12].

Инеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эволюция бер быуындың йәшәү мөҙҙәтенән оҙағыраҡ ваҡыт арауығында бара һәм организмдың мираҫҡа ҡалған һыҙаттарын үҙгәртеүҙән тора. Был процестың беренсе аҙымы — популяцияла ген аллелдәренең йышлығын үҙгәртеү. Мутациялар, тәбиғи һайлап алыу, изоляция (үрсеүҙең һайланмалығы), дрейф һәм гендар ағымы булмаған идеаль популяцияла, Харди-Вайнберг законына ярашлы, аллелдәр гендары быуындан быуынға үҙгәрешһеҙ ҡалыр ине[13]. Шулай итеп, был популяцияла эволюция булмаясаҡ. Әммә реаль популяцияларҙа ген аллелдәре йышлығының үҙгәреүенә килтереүсе факторҙар бар. Был мутациялар, гендар ағымы, тәбиғи һайлап алыу, гендар дрейфы. Был факторҙар эволюция факторҙары булып тора[14][15]. Мутациялар, аллелик гендарҙың яңы варианттары — мутация үҙгәреүсәнлеге барлыҡҡа килеү сәбәпле, популяцияла үҙгәреүсәнлекте арттыра. Мутациянан тыш, рекомбинация арҡаһында комбинатив үҙгәреүсәнлеге лә бар. Ғәҙәттә ул аллелдәр йышлығының үҙгәреүенә түгел, ә уларҙың яңы комбинацияларына килтерә. Әммә гендарҙың конверсияһы[16] яңы аллелдәр барлыҡҡа килеүенә лә, аллель йышлыҡтарының үҙгәреүенә лә килтереүе мөмкин. Аллель йышлыҡтарының үҙгәреүенә килтереүсе тағы бер фактор — гендар ағымы. Эволюцияның тағы ике факторы — тәбиғи һайлап алыу һәм гендар дрейфы — мутациялар һәм гендар ағымы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән үҙгәреүсәнлекте «сортлап», был популяцияла аллелдәрҙең яңы йышлығын урынлаштырыуға килтерә. Гендар дрейфы — гендар йышлығын үҙгәреү процесының ихтималлығы, һәм ул сағыштырмаса ҙур булмаған популяцияларҙа нығыраҡ күренә. Дрейф ҡайһы бер аллелдәрҙең популяциянан бөтөнләй юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин. Тәбиғи һайлап алыу эволюцияның төп ижади факторы булып тора. Уның эш итеүе буйынса конкурентлыҡ мөхитендә билдәле бер фенотипҡа (һәм нәҫелдән килгән һыҙаттарҙың билдәле бер йыйылмаһына) эйә булғандар башҡаларға ҡарағанда уңышлыраҡ була, йәғни уларҙың иҫән ҡалыу һәм тоҡом ҡалдырыу ихтималлығы юғарыраҡ була. Шулай итеп, популяцияла һайланма өҫтөнлөк кә һәм нәҫелдән килгән һыҙаттарға эйә булған организмдарҙың өлөшө арта. Дрейфтың һәм тәбиғи һайлап алыуҙың үҙ-ара йоғонтоһон баһалау ауыр, әммә дөйөм алғанда, ул, моғайын, популяция һанына һәм һайлап алыу көсөргәнешлегенә бәйле булыуы ихтимал. Үрҙә килтерелгән факторҙарҙан тыш, гендарҙың горизонталь күсеүе лә мөһим булырға мөмкин, был бирелгән организм өсөн бөтөнләй яңы гендар барлыҡҡа килеүенә килтереүе мөмкин.

Тәбиғи һайлап алыу адаптацияларҙың формалашыуына һәм яраҡлашыу артыуына килтерә. Элек-электән барған эволюцион процестар яңы төрҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә һәм уларҙың артабан айырылыуына, шулай уҡ бөтә төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни-популяр
Уҡыу-уҡытыу һәм фәнни
Инглиз телендә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Kutschera U, Niklas KJ The modern theory of biological evolution: an expanded synthesis (инг.) // Naturwissenschaften. — 2004. — Т. 91. — № 6. — С. 255-276.
  2. Futuyma, 2005, с. 2
  3. National Academy of Science Institute of Medicine. Science, Evolution, and Creationism. — National Academy Press, 2008. — ISBN 0309105862.
  4. Futuyma, Douglas. Evolution, Science, and Society: Evolutionary Biology and the National Research Agenda. — Office of University Publications, Rutgers, The State University of New Jersey, 1999. — P. 46.
  5. Ливио, Марио. От Дарвина до Эйнштейна. — М.: АСТ, 2015. — 425 с. — (Золотой фонд науки). — ISBN 978-5-17-088983-9.
  6. Воронцов, 1999, с. 118—119
  7. Воронцов, 1999, с. 124—125
  8. Воронцов, 1999, с. 127
  9. Torrey H. B., Felin F. Was Aristotle an evolutionist? (инг.) // The Quarterly Review of Biology. — University of Chicago Press, 1937. — Т. 12. — № 1. — С. 1—18.
  10. Hull D. L. The metaphysics of evolution // The British Journal for the History of Science. — 1967. — Т. 3. — № 4. — С. 309—337.
  11. Воронцов, 1999, с. 171—172
  12. Ernst Mayr. The growth of biological thought: diversity, evolution, and inheritance. — Harvard University Press, 1982. — С. 256—257. — ISBN 0674364465.
  13. Солдбриг, 1982, с. 78—80
  14. Солдбриг, 1982, с. 125—126
  15. Грант, 1991
  16. Глазер В. М. Конверсия гена 2009 йыл 2 февраль архивланған.