Биология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Биология (грек телендә Βìοйәшәү һәм Λoγος - өйрәнеү) – йәнле тәбиғәт тураһында фән. Биология тере организмдарҙы характеристикалау һәм классификациялау, организм төрҙәренең барлыҡҡа килеүен, уларҙың бер-береһе менән һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнеү менән шөғөләнә.

Хәҙерге ваҡҡытта бөтә тере организымдарҙы дүрт батшалыҡҡа берләштергәндәр: хайуандар, үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр.

Биологияға кергән ботаника, зоология, медицина һымаҡ фәндәр – боронғо фәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, биология айырым фән булараҡ 19-сы быуатта, фән эшмәкәрҙәре бөтә тере организмдар өсөн дөйөм булған ҡайһы бер характеристикаларзы асҡас, уҫешә башлаған. Бөгөнгө көндә биология – алдынғы фәндәрҙең береһе. Биология һәм медицина журналдарында йыл һайын миллиондан ашыу мәҡәләләр баҫыла, шулай уҡ биология мәктәптәрҙә стандарт уҡыу предметы булып тора.

[үҙгәртергә]


Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика