Анатомия
Анатомия | |
Ҡапма-ҡаршыһы | pseudoanatomy[d] |
---|---|
Анатомия Викимилектә |
Анато́мия (от грек. ἀνα- — яңынан һәм τέμνω — «киҫәм», «сабам») — организм һәм уның өлөштәре төҙөлөшөн күҙәнәктән юғары кимәлдә өйрәнә торған биологияның бүлеге. Филогенетик яҡтан яҡын организмдарҙың анатомик төҙөлөшөндә оҡшашлыҡ күҙәтелә.
Анатомияның иң билдәле тармаҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәр анатомияһы — үҫемлектәрҙең төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә.
Хайуандар анатомияһы — хайуандарҙың төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә.
Кеше анатомияһы — кешенең төҙөлөшөн һәм организмда туҡымаларҙың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә. Был тармаҡ биология һәм медицина өсөн бигерәк тә әһәмиәтле. Бынан тыш, сәнғәттә һын, ишара, мимика, пропорцияны дөрөҫ сағылдырыу өсөн анатомияны белеү мөһим.
Анатомия фәненең тикшеренеү ысулдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Заман фәненең кеше һәм хайуандарҙың тән төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн бик күп ысулдары бар. Ысулдың ҡайһыныһын ҡулланыу тикшеренеү маҡсаты һәм бурыстарына бәйле. Выбор метода исследования прежде всего зависит от цели и задачи исследования. Был ысулдарға:
-бик боронғо, ләкин һаман да актуаллеген юғалтмаған ярып ҡарау ысулы (препарирование) инә. Был ысул эске ағзаларҙың тышҡы төҙөлөшөн һәм топографияһын өйрәнергә мөмкинлек бирә;
- инъекция ысулы, йыш ҡына рентгенография ысулы менән берлектә тәндәге ҡыуышлыҡтарҙы, тамырҙарҙы һәм үткәрең юлдарын тикшереү өсөн ҡулланыла;
«пирогов киҫеүе (срез)» — ағзаларҙың урынын, урынлашыу тәртибен,туҡымаларҙың нисбәтен асыҡлау маҡматында киҫемдәр эшләү, бысып ҡарау;
пластик реконструкция — күпләп эшләнгән гистологик киҫемдәрҙе тикшереү сағыштырыу юлы менән тикшерергә кәрәк булған ағзаның йәки туҡыманың төҙөлөшөн тергеҙеп ҡарау, тикшереү;
Антропометрик (соматометрик)ысул — тәндең айырым өлөштәрен үлсәү, нисбәттәрен асыҡлау, тән өлөштәренең пропорцияһын асыҡлау .
Үҫемлектәр анато́мияһы , йәки Үҫемлектәрҙең микроморфоло́гияһы , —ботаника фәненең үҫемлектәрҙең төҙөлөшөн туҡыма һәм күҙәнәк кимәлендә өйрәнеү, туҡымаларының урынлашыу һәм үҫешеү ҡанунлыҡтарын асыҡлау менән шөғәлләнеүсе бер бүлеге.
Үҫемлектәр гистологияһы — ботаника фәненең үҫемлек туҡымалары төҙөлөшөн, үҫешен һәм функцияларын өйрәнеүсе бер бүлеге. Ғәҙәттә үҫемлектәр анато́мияһының бер өлөшө итеп ҡарала.
Ботаника фәне эсендә үҫемлектәр анатомияһының тотҡан урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫемлектәр анато́мияһы үҫемлектәр морфологияһының бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ, анатомия үҫемлектәр физиологияһы — ботаниканың үҫемлек организмдарында барған тереклек процестарын өйрәнеүсе бүлеге менән дә бик тығыҙ бәйләнештә үҫешә.
Үҫемлек күҙәнәктәренең төҙөлөшөн өйрәнеү ботаника фәненең тағын бер тармағы —цитологияның айырылып сығыуына килтерә.
Башта үҫемлектәр анатомияһы менән үҫемлектәр морфологияһы бер- береһе менән тап килһә лә (үҫемлектәрҙең описанием физик формаһын һәм тышҡы структураһын өйрәнә), XX быуаттың икенсе яртыһында үҫемлектәр анатомияһы үҫемлектең иң беренсе эске, микроскопик структураһын өйрәнеүсе бүлек булып айырымлана.
Хайуандар анатомияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хайуандар анатомияһы (от др.-греч. ἀνά- + τομή «разрез»), шулай уҡ, зоото́мия (от др.-греч. ζῷον «животное») — хайуандарҙың эске төҙөлөшөн өйрәнеүсе фән.
Хайуан организмының ағзалар системаһы структураһын, айырым ағзаларының һәм туҡымаларының урынлашыуын өйрәнә. Бынан тыш, умыртҡалылар анатомияһын, кеше анатомияһын айыралар.
Рус телендәге иң тәүге хайуандар анатомияһы дәреслеге Мәскәүҙә 1837 йылда (ике бүлектән) А. И. Кикин тарафынан баҫтырыла.
Кеше анатомияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кеше анатомияһы (боронғо грек. ἀνατομή — телеү < др.-греч. ἀνά сверху и др.-греч. τομή, tomé — киҫеү) — биология фәненең бер бүлеге. Кеше тәнен, ағзалары системаһының һәм ағзаларының морфологияһын өйрәнә.
Кеше анато́мияһының өйрәнеү предметы (объекты) булып кеше тәненең формаһы, пропорциялар, төҙөлөшө һәм үҫеше тора.
Кеше анато́мияһы — медицина һәм биология өлкәһендә фундаменталь дисциплиналарҙың береһе булып тора.
Антропология, кеше физиологияһы, сағыштырма анатомия, генетика фәндәре менән бик тығыҙ бәйләнештә үҫешә.
Барлыҡ тере организмдар анатомияһы дәирәһенән кеше анатомияһын айырып алыу, уның тән төҙөлөшөнә генә хас анатомик билдәләргә генә түгел, ә уның фекерләү һәләтенә, аңына, телмәр үҙенсәлектәренә лә бәйләнгән.
Сәләмәт кешенең анатомияһын («нормаль кешенең) буйынса Кәҙимге кеше анатомияһы буйынса өйрәнәләр (Нормальная анатомия человека).Бында ағзалар, ағзалар системаһы систематика фәнендәге кеүек бирелә.
Бынан тыш, хирургия тәжрибәһенә таянып, кеше анато́мияһы базаһында топографик анатомия фәне айырылып сыға. Был операция яһаусы хирургтарға тән өлөштәренең, һөлдәлә һөйәктәрҙең, ағзаларҙың бер-береһенә ҡарата урынлашыу тәртибен ентекләп өйрәнергә мөмкинлек бирә.
Функциональ анатомия кеше төҙөлөшөн функцияларына бәйләп өйрәнә (мәҫ., ҡан тамырҙары төҙөлөшөн гемодинамикаға бәйләп, мускулдарҙың тәьҫиренә бәйле һөйәктәрҙең үҙгәреү механизмы һәм башҡалар).
Патологик анатомия- медицинаның бер тармағы, сирләгәндә ағзаларҙа, ағзалар системаһында барған морфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеүсе фән .
Рентгенология үҫешенә бәйле өр яңы анатомик дисциплина — рентгеноанатомия барлыҡҡа килә. Өйрәнеү предметы булып эске ағзаларҙың рентгенологик һүрәтләнеше тора.
Пластик анатомия кешенең тышҡы формаһын һәм пропорцияларын өйрәнә.
Анатомия фәнендә терминдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анатомия фәнендә кешенең һәм билатераль симметриялы хайуандар тәненең өлөштәрен, ағзаларын һүрәтләү, урынын теүәл күрһәтеү, бер-береһенә ҡарата һәм арауыҡта урынлашыуын билдәләү өсөн махсус терминдар бар.
Кеше анатомияһында һүрәтләүҙәр барыһы ла кешенең тура баҫып, ҡулдарын төшөргән, устары алға ҡарап торған торошонан сығып бирелә һәм "кешенең анатомик торошо" тип атала .
Йүнәлеш буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа яҡын урынлашҡан урындары superior ( краниальный) —өҫкө, арыраҡ урынлашҡандары inferior(каудальный)-түбән ағзаларға инә. Алғы яҡ anterior (вентральный) һәм тәндең артҡы яғы posterior ( дорсальный) төшөнсәһенә ҡарай.
Тәндең урта өлөшөнә яҡын урынлашҡан анатомик структуралар medialis — медиаль, ә арыраҡ булғандары lateralis — латераль, урта өлөшөнә тура килгәндәре medianus ( срединный) тип атала. Кәүҙәнең уртаһына яҡын урынлашҡан структуралар — проксималь, унан алыҫтары дисталь ағзалар төркөмөнә ҡарай. .
Яҫылыҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр анатомик тороштағы кешенең тәнен өс үлсәмле тура мөйөшлө координаталар системаһына ҡуйһаң, YX яҫылығы —горизонталь, X күсәре — ал-арт йүнәлешендә, Y күсәре уң-һул йүнәлеше, Z күсәре өҫтән аҫҡа, йәғни кеше тәне буйынса йүнәлеш ала.
Сагиттальная яҫылыҡ— XZ, кеше тәнен уң һәм һул өлөштәргә бүлә. Сагиттальная яҫылыҡ бүленешенең айырым осрағы — ҡап урталай бүленеш тәнде ике симметрик өлөштәргә бүлә.
Фронталь яҫылыҡ, йәки корональ — YZ, шулай уҡ вертикаль йүнәлештә, сагиттальная яҫылыҡҡа перпендикуляр булып, тәндең алғы яғын арт өлөшөнән (дорсаль) айыра.
Горизонталь, аксиаль, йәки арҡыры яҫылыҡ — XY, тәүге ике яҫылыҡҡа перпендикуляр, ер өҫтәнә ҡарата параллель булып, тәндең өҫкө өлөштәрен аҫҡы өлөшөнән айыра.[1]
Хәрәкәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөү термины( сгибание), flexio менән, быуынды төҙөүсе һөйәктәрҙең береһе(рычаг) фронталь күсәр буйынса әйләнеп аралары яҡынайыуын атайҙар. Ҡапма-ҡаршы йүнәлештәге хәрәкәт турайыу, extensio тип атала.
Ҡағиҙәнән айырылып торған осраҡ, сираҡ-табан быуынында (голеностопный, т.е ашыҡ өҫтө) турайыу өҫкө яҡҡа хәрәкәте аша, ә бөгөү(мәҫ.бармаҡ осона баҫҡанда) бармаҡтарҙың аҫҡа ҡарай хәрәкәте аша башҡарыла.
Сагитталь яҫылыҡ тирәләй хәрәкәт — ҡайтарыу (приведение), adductio, һәм ситкә тайпылдырыу (отведение), abductio тип атала. Ҡайтарыу — тәндең урта өлөшөнә ҡарай йәки (бармаҡтар өсөн) ослоҡтың күсәренә ҡарай хәрәкәт, ситкә тайпылдырыу -ҡапма-ҡаршы хәрәкәт була.
Әйләнеү тип (вращение), rotatio, тән өлөшөнең йәки һөйәктең буйлата (продольной) күсәре тирәләй хәрәкәтен атайҙар. Ослоҡтарҙың әйләнеүен шулай уҡ, пронация термины менән ( pronatio) — эскә ҡарай әйләнһә һәм супинация тип (supinatio) — тышҡа ҡарай әйләнһә атайҙар.
Пронация ваҡытында кешенең усы артҡа әйләнә, супинация булғанда алға борола. Әгәр хәрәкәт өс күсәр әйләнәһендә түңәрәк яһап эшләнһә , ундай хәрәкәтте әйләнмә хәрәкәт (circumductio) тип атайҙар.
Шыйыҡлыҡтарҙың тәбиғи юл менән эскә үтеп инеүе антероград хәрәкәт тип, тәбиғи юлына ҡаршы хәрәкәт итһә ретроград хәрәкәт тип атайҙар.Мәҫ., аҙыҡтың ауыҙҙан ашҡаҙанға төшөүе — антероград, ҡоҫоуы ретроград хәрәкәт була.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдуллаев М. С. Аристотель и аристотелизм в истории анатомии. — Баку, 1988. — 195 с.
- ↑ Привес М. Г., Лысенков Н. К., Бушкович В. И. Анатомия человека. — 1. — Москва: Медицина, 1985. — С. 41-42. — 672 с.