Гистология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гистология
Рәсем
 Гистология Викимилектә

Гистология (от грек. «туҡымалар» + λόγος «белем, фән») — биология фәненең тере организм туҡымалары төҙөлөшөн, эшмәкәрлеген һәм үҫешен өйрәнеүсе бүлеге.

Ғәҙәттә,өйрәнеү өсөн ярҙамында туҡыманан йоҡа ғына ҡатлам ҡырҡып алына.

Анатомиянан айырмалы рәүештә, гистология организм төҙөлөшөн туҡыма кимәлендә өйрәнә.

Кеше гистологияһы — медицинаның кеше организмындағы туҡымалар төҙөлөшөн өйрәнеүсе бүлеге

Патогистология (гистопатология) — зарарланған туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Был патоморфологияның (патологик анатомия) мөһим инструменты булып тора. Сөнки яман шеш һәм башҡа ауырыуҙарҙың теүәл диагнозы өсөн зарарланған туҡыма өлгөһөн тикшереү талап ителә.

Суд-медицина гистологияһы — суд медицинаһы бүлеге. Тәндәге йәрәхәттәрҙе туҡыма кимәлендә өйрәнә.

Күләмле (һанлы, иҫәп) истология— туҡымаларҙың эшмәкәрлек һәм үҫеш законлылыҡтарын өйрәнә. Бының өсөн үҙгәреү кисерә торған параметрҙарҙың һанлата ҡиммәтен һәм гипотезаны тикшереүҙең ҡәтғи алымдарын ҡуллана .

Туҡыма сығанағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туҡымаларҙы гистологик тикшереүҙәр хирургиянан, биопсиянан йәки аутопсиянан башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гистология фәне микроскоп барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ барлыҡҡа килгән. Туҡымаларҙың тәүге һүрәтләмәләре Аристотель, Гален, Әбүғәлисина , Везалий хеҙмәттәрендә үк табыла.

1665 йылда Р. Гук күҙәнәк төшөнсәһен индерә, ҡайһы бер туҡымаларҙың микроскопик төҙөлөшөн өйрәнә. Шулай уҡ, М. Мальпиги, А Левенгук, Я Сваммердам, Н. Грю һәм башҡалар гистологик тикшеренеүҙәр үткәрә. Фәндең яңы үҫеш этабы эмбриологияға нигеҙ һалыусы К. Вольф һәм К. Бэк исемдәре менән бәйле.

Гистолог эш барышында (1950 йыл)

XIX быуатта гистология фәне тулы хоҡуҡлы академик дисциплина булып китә.

XIX быуат уртаһында Келликер, Лейдинг һәм башҡа күп кенә ғалимдар туҡымалар тураһындағы хәҙерге тәғлимәт нигеҙҙәрен булдыра. Цитология фәне өлкәһендәге асыштар һәм күҙәнәк тураһында тәғлимәт барлыҡҡа килеү гистологияның үҫешенә көслө этәргес бирә.

Р. Вирхов күҙәнәк һәм туҡыма патологияһы үҫешенә башланғыс һала.

Фән үҫешенә И. Мечников һәм Л.Пастерҙың тамаша төп иммун системаһы хаҡында башланғыс төшөнсәләр биргән хеҙмәттәре ҙур йоғонто яһай.

Физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһын 1906 йылда ике гистолог бирергә ҡарар итәләр: Камилло Гольджа һәм Рамон Сантьяго-и-Кахалға.

Улар баш мейеһенең нервы төҙөлөшөн күрһәткән һүрәттәргә ҡарата ҡапма-ҡаршы фекерҙә булалар.

Xx быуатта методологияны камиллаштырыу дауам итә. Был хәҙерге гистология фәнен барлыҡҡа килтерә. Гистология цитология, эмбриология, медицина һәм башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнгән.

Гистология үҫеш законлылыҡтарын, күҙәнәктәрҙең һәм туҡымаларҙың махсуслашыу, күҙәнәк һәм туҡыма кимәлендә яраҡлашыу законлылыҡтарын, туҡымалар һәм ағзаларҙың тергеҙелеү (регенерация) проблемаларын һәм башҡа күп кенә һорауҙар менән шөғәлләнә. Патологик гистология ҡаҙаныштары медицинала киң ҡулланыла. Сирҙәрҙең механизмдарын асыҡларға ярҙам итә. Ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлеге биргән ысулдарҙы тәҡдим итә.

Тикшеренеү методтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гистологияның тикшеренеү методтары гистологик препараттар әҙерләү һәм артабан уларҙы яҡтылыҡ йәки электрон микроскоп ярҙамында өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.

Гистологик препараттар лайла (мазок) алыу, ағзаларҙың табын (отпечатки) һәм йоҡа ғына киҫемдәрен алыу, махсус буяу менән эшкәртеү, предмет быялаһына урынлаштырып консервациялау, ҡапланғыс быяла менән ҡаплау юлы менән .эшләнә.

Гистологик препараттар әҙерләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гистологик препараттар әҙерләү эҙмә-эҙлекле бер нисә этапты үҙ эсенә ала. Өйрәнә торған материалды махсус әҙерләк үткәргәндән һуң ғына тикшереп була.

  1. Фиксациялау (лат. fixatio — нығытыу) — туҡыма өлөшөн нығытыусы шыйыҡса ярҙамында эшкәртеү ысулы. Йыш ҡына бының өсөн формалин, һирәгерәк — спирттәр, пикрин кислотаһы һәм башҡалар ҡулланыла. Бындай эшкәртеү туҡыма күҙәнәктәрен һәм туҡыманы үҙ ферменттары тарафынан тарҡалыуҙан һаҡлай. Тере туҡыма структураһын һаҡлай һәм уны өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Нығытыусы шыйыҡса тәьҫире күҙәнәкте тиҙ генә үлтереп, аҡһымдарын ойоштороу (коагуляция) принцибына нигеҙләнә. Иң киң таралған төрө — иммерсион фиксация (лат. immersio — батырыу, күмдереү).Был осраҡта туҡыма тотошлай. шыйыҡса эсенә батырыла. Шулай уҡ, эксперименталь шарттарҙа перфузион фиксация ысулы (лат. perfusio — вливание) ҡулланыла, йәғни шыйыҡса ҡан тамырҙары системаһы аша индерелә[1]. Был ваҡытта техник формалин (1625-89 ГОСТ ФМ маркалы), шулай уҡ, махсус әҙерләнгән («забуференный») формалин ҡулланыла. Һуңғыһы тотороҡлолоҡ менән айырыла — техник формалин кеүек 40 °С-тан түбән температурала аҡ ултырма барлыҡҡа килтермәй.
  2. Тығыҙлау (проводка) — туҡыма киҫәген (фрагментын) һыуһыҙландырыу (дегидратация) һәм парафин һеңдереү. Был этап туҡыманының тығыҙланыуын тәьмин итә. Киҫем алғанда туҡыма (туҡыма йомшаҡ булһа микротомирование арҡаһында "йәлпәшә, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килтерә, өйрәнеүгә яраҡһыҙ булып сыға) боҙолмаһын өсөн эшләнә. Ғәҙәттә,тығыҙлауҙы ксилол һәм этил спирты[1]эретмәһендә эҙмә-эҙлекле батырыу юлы аша башҡарыла. Әммә бындай ысулдың бер нисә ҙур етешһеҙлектәр бар: оҙайлы булыуы (дүрт тәүлеккә тиклем)[2], реагенттарҙың һауаға осоуы (лаборатория хеҙмәткәрҙәре өсөн хәүефле) һәм шартлаусан ҡатышма барлыҡҡа килтереүе, ҡан тамырҙарында киҫкен һәм хроник сирҙәр, тире менән бәйләнештә — дерматит[3] тыуҙыра, Шулай уҡ, алынған туҡыманың сифаты ла тотороҡһоҙ һәм лаборанттың эшенә бәйле була (атап әйткәндә,кеше факторына бәйле). Был проблеманы хәл итеү өсөн альтернатив реагенттар — ағыулы булмаған изопропанол, шулай уҡ, ағыулы быуҙы сығармай торған ябыҡ аппарат — гистопроцессор ҡулланыла. Гистопроцессор (Xpress 120[4]) ярҙамында вакуум-инфильтрацион һәм микротулҡын методикаһын ҡулланып туҡыманы бер сәғәт тирәһе генә ваҡыт эсендә тығыҙлап була.
  3. Беркетеү (заливка) — киҫем алыу өсөн яраҡлы (микротомирование) ҡатылыҡта блок булдырыу процесы. Был туҡыма өлөшөнә (фрагменттҡа) шыйыҡ парафин, целлоидин, пластмасса һәм махсус мөхит ҡойоу юлы менән эшләнә. Һуңынан туҡыманы блогы туңғансы һыуыталар. Әлеге ваҡытта целлоидин ғәмәлдә ҡулланылмай шулай уҡ , таҙа парафин ҡулланғанда ла кристалдар барлыҡҡа килә һәм туҡыманың күләме 5-10%-кә кәмей. Был үҙ сиратында, туҡымаларҙың деформацияһына алып бара[5] Кристалл структура арҡаһында киҫем ыуала. Шуға күрә блок парафинға бал ҡорто балауыҙы йәки полимерҙар ҡушымтаһы өҫтәлгән мөхиттән эшләнә. Был ҡушымта парафинға һығылмалыҡ бирә. Ул саҡта туҡыманан киҫем эшләгәндә ыуалыу күҙәтелмәй. Әммә гомоген мөхит булдырыу өсөн, парафин һәм балауыҙҙы 5-10 тапҡыр иретәләр, болғайҙар һәм тағын һыуыталар. Шуға күрә ҡайһы бер лабораториялар завод шарттарында әҙерләнгән һәм махсус шарттар талап итмәгән мөхиттән файҙаланалар.
  4. Киҫем алыу (микротомирование) махсус прибор — микротом ярҙамында бик йоҡа ғына киҫем эшләүҙән ғибәрәт. Ҡиҫем ҡалынлығы, яҡтылыҡ микроскопия өсөн тәғәйенләнгәне — 4-5 мкм-ҙан, электрон микроскоп өсөн булғаны 50-60 нанометрҙан артырға тейеш түгел.
  5. Буяу. Туҡыма составындағы химик матдәләр структураһындағы айырма сәбәпле гистологик буяуҙар уның айырым өлөштәрен күрергә һәм өйрәнергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, гематоксилин һәм эозин ҡулланыу туҡыманың әсе реакциялы структураһын асыҡларға мөмкинлек бирә.Шулай итеп, ДНК һәм РНК һелтеле реакциягә эйә гематоксилин менән, ә күҙәнәк цитоплазмаһы эозин менән бәйләнә[6] (төп мәҡәлә — гематоксилин һәм эозин менән буяу). Буяр алдынан киҫемде предмет быялаһына беркетәләр. Киҫемдә йыйырсыҡтар булмаһын өсөн тәүҙә йылы һыуҙа тигеҙләп алалар, унан предмет быялаһына йәйеп һалалар. Гистологик препаратты буяу автоматик рәүештә йәки ҡулдан эшләнә. Электән килгән(традицион) һәм иммуногистохимик буяу ысулдары бар.
  6. Урынлаштырыу (заключение). Буялған һәм предмет быялаһына урынлаштырылған киҫемде ҡаплағыс быяла аҫтына беркетеү өсөн махсус мөхит файҙаланалар.

Мөхиттең һәм ҡаплағыс быяларың нур һындырыу коэффициенты тура килергә тейеш. Бындай мөхит булып канада бәлзәме, полистирол тора (йәбештереүсе махсус мөхит). Бындай препаратты бик оҙаҡ ваҡыт һаҡлап була.

Полистирол ҡулланғанда ғына препарат әкренләп асыҡлығын юғалта һәм юғалта, ә полистирол үҙе сатнай башлай. Етешһеҙлекте кәметеү өсөн полистиролға пластификатор (мәҫәлән, дибутилфталат) өҫтәйҙәр. Был осраҡта гистологик препараттың һаҡланыу ваҡыты (хатта ҡаплағыс быялаһыҙ ҙа) 10 йылға тиклем арта. Ә өс йыл дауамында бөтөнләй үҙгәреш кисермәй.

Гистологик тикшеренеүҙең төп ысулдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яҡтылыҡ микроскопияһы
  • Фазалы-ҡаршылыҡлы микроскопия
  • Ҡараңғы яланлы микроскопия (темнопольный)
  • Интерференциялы микроскопия
  • Николь микроскопия
  • Люминесцентлы (флуоресцент) микроскопия
  • Ультрафиолет микроскопия
  • Электрон микроскопия
  • Цитоспектрофотометрия
  • Радиоавтография
  • Иммунноцитохимик ысул
  • Күҙәнәктәр культураһы ысулы
  • Күҙәнәктәрҙең микроскопик хирургияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Цитология һәм гистология Быков дөйөм л. в. — СПб.: СОТИС, 2002, 13-14 стр.
  2. Дегидратация материалдар гистологик 2019 йыл 28 апрель архивланған.
  3. [{{{ссылка}}} Гистология] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  4. Гистологический процессор скоростной проводки Tissue-Tek® Xpress™ Х120 Continuous Rapid Tissue Processor " Гистологическое оборудование и расходные материалы " Про … 2009 йыл 1 июль архивланған.
  5. Заливочный мөхит 2019 йыл 28 апрель архивланған.
  6. Цитология һәм гистология Быков дөйөм л. в. — СПб.: СОТИС, 2002, стр. 16

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]