Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә

Организм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Эсәк таяҡсалары күҙәнәктәре, прокариот микроорганизмдарына ҡарай

Органи́зм (лат. organizo — ойошторам, тәртипкә килтерәм; лат. organismus — һүҙенән; бор. грек. ὄργανον — ҡорал) — үҙ-аллы тереклек итеүгә һәләтле йән эйәһе, айырым зат.

Был бәшмәктәр хужа организмға ҡарата паразит организм булып торалар

Йәнле, йәки тере организм, йәнһеҙ тәбиғәт объеттарынан айырмалы рәүештә, үҙ-аллы эске көйләнешкә һәләтле система, бер бөтөн булып тора.

Ерҙәге бар тереклек ошо организм, йәки айырым тере зат формаһында (фиғылында) йәшәй. Башҡа төрлө йәшәү формаһы юҡ. Организм — тереклектең элементар берәмеге.

Лаборатор шарттарҙа айырым күҙәнәктәрҙе йәки ағзаны үрсетеп, үҫтереп була. Әммә тормошта тик организм ғына ниндәйҙер башланғыстан:зиготанан, орлоҡтан, споранан үҫешә һәм индивидуаль үҫеш ( онтогенез) процесына һәләтле. Һәр организм үҙ үҫеш программаһына — генотипҡа эйә. Ул мөхит менән туҡтауһыҙ үҙ-ара бәйләнештә йәшәй. Мөхит шарттарына ҡарата тейешле (адекват) яуап реакцияһы бирергә һәләтле берәмек. Һәр организм ниндәйҙер бер биологик төрҙөң вәкиле булып тора.

Фәнни классификация буйынса биологияла «организм» һүҙе «Ерҙәге тереклек» һүҙенә синоним булып тора.

«Организм» термины боронғо грек һүҙенән барлыҡҡа килгән һәм орган, ҡорал, хеҙмәтләндереү тигәнде аңлата.

Организмдарҙы күҙәнәктәренең төҙөлөш кимәле буйынса прокариот(ядроһыҙҙар) һәм эукариоттарға (ядролылар) бүләләр.

Прокариоттар ике айырым төркөмдән тора ( Бактерия һәм Архей ).

Эукариот организмдар мембрана-тышса менән солғап алынған ядронан һәм органеллаларҙан, атап үткәндә эске бактерияларҙан килеп сыҡҡан митохондриялар һәм пластидтарҙан тора. Бәшмәктәр, хайуандар һәм үҫемлектәр эукариоттар булып торалар..

Атаманың мәғәнәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киң мәғәнәлә, организм атамаһын «тотороҡло һәм тереклек күрһәткән молекулалар берләшмәһе» кеүек билдәләү мөмкин. Әммә, ҡайһы билдәләмәләр буйынса вирустар һәм теоретик мөмкин булған органик булмаған антропоген тереклек формалары "организм" атамаһына инмәй. Вирустарҙың үрсеүе хужа-күҙәнәктең биохимик механизмына бәйле.

Chambers Online Reference ошондай киң билдәләмә бирә: «Организм — үҫеү һәм үрсеү һәләтенә эйә булған теләһә-ниндәй тере структура, мәҫәлән үҫемлектәр, хайуандар, бәшмәктәр йәки бактериялар».

Күп күҙәнәклеләр тураһында һүҙ йөрөткәндә, «организм» атамаһы ғәҙәти рәүештә иерархияға буйһонған системаларҙан (мәҫәлән, ҡан йөрөш, аш һеңдереү йәки репродуктив системаларынан) торған бер бөтөн структураны белдерә; был структура ағзаларҙан (органдарҙан) тора; ағзалар (органдар), үҙ сиратында, туҡымаларҙан тора, туҡымалар иһә күҙәнәктәрҙән тора.

Суперорганизм тип күп кешеләрҙән торған, бергә эшләүсе, берҙәм функциональ, социаль берәмек организм атала.

Вирустар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вирустар күбеһенсә организм тип иҫәпләнмәй, сөнки улар үҙҙәре айырым йәшәү, үҙаллы үрсеү йәки матдәләр алмаштырыу һәләтенә эйә түгел. Был ҡапма-ҡаршылыҡ проблема булып тора, сөнки ҡайһы бер организмдар ҙа айырым йәшәй алмайҙар. Вирустар бер нисә ферменттан һәм молекуланан тороп, тере организмға хас булһа ла, үҙҙәрен формалаштырған органик берләшмәләрҙе синтезлай алмайҙар, үҙ метаболизмдары юҡ.

Шуға ла улар үҙаллы үрсей алмайҙар. Тик хужа-күҙәнәк арҡаһында пассив барлыҡҡа килә алалар. Был яҡтан улар тере булмаған материяға оҡшаштар. Вирустарҙың айырым рәүештә метаболизмы булмаһа ла, уларҙың үҙҙәренең нәҫел программалары (геном) бар.

Организм терминологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Biologic ierarh bash.png

Ер йөҙөндә тереклек иткән барлыҡ организмдар таксономия тигән фән тарафынан классификациялана. Бөтә организмдар төрлө таксондарға йәки филогенетик тармаҡтарға бүленә.

Таксондарҙың һәр береһе билдәле бер организмдар төркөмөн берләштерә. Иң бәләкәй (элементар) төркөм — төр.

Таксондарҙың иерархик тәртип схемаһы (рангылары) :

  1. Домендар
  2. Батшалыҡ
  3. Тип
  4. Класс
  5. Отряд
  6. Ғаилә
  7. Ырыу
  8. Төр

Химик составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Организмдар үҙҙәренең барлыҡҡа килеүе менән, матдәләр алмашыуы, һәм ҡалған күп химик күренештәргә, иң мөһиме, ҙур органик молекулаларға бурыслы. Организмдағы ҡатмарлы химик берләшмәләр системаһы, тирә-яҡ мөхит менән аралашыу арҡаһында төрлө ролдар уйнайҙар.

Организмдар —. ярым-асыҡ химик системалар. Айырым берәмектәр булып торһалар ҙа, улар үҙҙәрен уратып алған мөхиткә ҡарата ябыҡ түгелдәр. Үҙ тереклеген тәьмин итеү операцияларан башҡарыу өсөн, улар бер туҡтауһыҙ тирә-яҡ мөхиттән энергия алалар һәм бүлеп сығаралар.

Автотрофтар органик берләшмәләр рәүешендә энергия туплау (аккумуляция) өсөн ҡояш яҡтыһын йәки органик булмаған берләшмәләрҙең химик энергияһын ҡулланалар.

Гетеротрофтар — энергияны тирә-яҡ мөхиттән әҙер органик берләшмәләр аша алалар.

Был берләшмәләрҙәге иң мөһим элементуглерод (күмер). Был элементтың физик уҙенсәлектәре: башҡа бәләкәй атомдар менән оҡшашлығы, ҙур булмауы, атомдары үҙ-ара бәйләнеш яһай алыуы, бер-береһе менән бәйләнеп оҙон сынйыр төҙөй алыуы, сынйыры бер һыҙаттан да булыуы, тармаҡлана ла алыуы углеродты органик тереклекте нигеҙләүсе идеаль элемент итә. Углерод өс атомдан торған бәләкәй генә берләшмәләр (углекислый газ кеүек), шулай уҡ, оҙон сынйырҙарҙан торған күп миллилонлы молекулалар ҙа яһай.

Ул күп миллионлы атомдарҙан торған сынйыр мәғлүмәт һаҡлай ала (нуклеин кислоталоры), бөтә күҙәнәктәрҙе бергә тотоу һәм мәғлүмәт тапшырыу (аҡһым тураһында) сифатына эйә.

Макромолекулалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Организмды барлыҡҡа килтереүсе берләшмәләрҙе макромолекулаларға һәм, бәләкәсерәк молекуларға бүлеп була. Макромолекуланың дүрт төрө бар: нуклеин кислоталары, аҡһымдар, углеводтар һәм липидтар (майҙар).

Нуклеин кислоталарында (башлыса дезоксирибонуклиен кислотаһы, йәки ДНК) нуклеотидтар эҙмә-эҙлелегендә генетик мәғлүмәт һаҡлана.

Дүрт тип нуклеотидтың (аденин, цитозин, гуанин һәм тимин) билдәле эҙмә-әҙлелеге организмдың үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт йөрөтә (генетик код).

Эҙмә-эҙлелек гендарға бүленә. Мәғлүмәт өс нуклеотид (триплет) эҙмә-эҙлелеге ярҙамында кодлана:өс нуклеотид эҙмә-эҙлеге (триплет) бер аминокислота тураһында код һаҡлай.

Шулай итеп, генда ДНК эҙмә-эҙлелеге аҡһым кодын һаҡлай, ә аҡһымдар үҙҙәре аминокислота ҡалдыҡтарынан тора.

Аҡһымдар организмда үҙенсәлекле бер функция үтәйҙәр.

Аҡһымдар функциялары буйынса түбәндәге эштәрҙе башҡаралар:

  1. Ферменттар, йәғни катализаторҙар. Организмдағы барған матдәләр алмашыныу реакцияларын ферменттар менән катализлау.Күҙәнәктәге һәр химик реакция тип әйтерлек үҙенә генә хас фермент менән катализлана. Күҙәнәктә барған төрлө реакцияларҙың һаны бер нисә меңгә етә. Шуға ярашлы күҙәнәктә лә бер нисә мең төрлө фермент барлығы билдәле.
  2. Структур аҡһымдар (төҙөлөш), тубулин, йәки коллаген кеүек. Күҙәнәк мембранаһы һәм күҙәнәк органоидтары аҡһымдарҙан тора. Юғары төҙөлөшлө хайуандарҙа ҡан тамырҙары стенкалары, тарамыштар, кимерсәктәр һәм башҡа структуралар нигеҙҙә, аҡһымдарҙан тора.
  3. Регулирлау функцияһы(организм функцияларын регулирлаусы аҡһым тәбиғәтле гормондар аша)
  4. Сигнал функцияһы. Күҙәнәктең тышҡы йөҙө мембранаһына тышҡы мөхит факторҙары тәьҫиренә яуап итеп үҙенең өсөнсөл структураһын үҙгәртеүгә һәләтле аҡһымдарҙың молекулалары теҙелгән. Тышҡы мөхиттән сигналдарҙы ҡабул итеү һәм күҙәнәккә командалар тапшырыу ошо юл менән бара(гормон һәм рецепторҙары аша).
  5. Аҡһымдарҙың һаҡлау функцияһы. Сит аҡһымдарҙың һәм күҙәнәктәрҙең организмға килеп эләгеүе була, шунда уҡ был ят күҙәнәктәрҙе үҙенә бәйләүсе һәм зарарһыҙландырыусы айырым аҡһымдар эшләнеп сыға башлай (улар үҙҙәре эсенә иммун системаһындағы антителарҙы ала).

Липидтар барлыҡ күҙәнәктәрҙең дә состав өлөшөнә инәләр.

Биологик мембраналарҙың төп компоненты булараҡ, липидтар күҙәнәктәрҙең мөхит менән матдәләр алмашыуында ҙур роль уйнайҙар. Мембрана ферменттарының әүҙемлеген көйләүҙә ҡатнашалар. Нервы импульсын тапшырыуҙа, мускулдар ҡыҫҡарыуҙа, күҙәнәк-ара контакт булдырыуҙа, иммун процесстарында мөһим урын алып торалар.

Липидтар күҙәнәктең, организмдың энергетик резервы. Һыу үткәрмәҫ һәм йылы изоляциялаусы япма барлыҡҡа килтерәләр. Ағзаларҙы механик тәьҫирҙәрҙән һаҡлайҙар.

Структура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Организмдар күҙәнәк тип аталған төҙөлөш һәм тереклек берәмектәренән тора. Бер күҙәнәктән (бер күҙәнәклеләр) йәки күп күҙәнәктәрҙән торалар (күп күҙәнәклеләр).

Күп күҙәнәклеләрҙең күҙәнәктәре махсуслашҡан була. Йәғни, организм функцияларының бер өлөшөн генә үтәйҙәр. Түбән төҙөлөшлө организмдарҙа билдәле бер функцияны айырым бер күҙәнәк кенә башҡара (мәҫәлән, саҡҡыс күҙәнәктәр). Төҙөлөшө юғарыраҡ булғандарҙа махсуслашҡан күҙәнәктәр туҡымаларға берләшә (мәҫәлән, эпителиаль туҡыма, тоташтырғыс туҡыма, механик туҡыма)

Хайуандарҙа махсуслашҡан күҙәнәктәр дүрт төрлө туҡыма төҙөй: эпителий, нервы туҡымаһы, мускул туҡымаһы һәм тоташтырғыс туҡыма.

Бер-нисә төрлө туҡыма ағза барлыҡҡа килтереп (орган) берләшә.

Һәр ағзаның организмда үҙ урыны, формаһы, ҙурлығы була. Бер һәм бер нисә функция үтәй. Уны барлыҡҡа килтереүҙә бер йәки бер нисә туҡыма ҡатнаша. Шул туҡымаларҙың береһе өҫтөнлөк итә һәм ағзаның төп функцияһын билдәләй.

Мәҫәлән, йөрәкте төҙөүҙә эпителиаль, тоташтырғыс, нервы һәм мускул туҡымаһы ҡатнаша. Ләкин мускул туҡымаһы(арҡыры һыҙатлы йөрәк мускулатураһы) өҫтөнлөк итә. Йөрәк билдәле бер йышлыҡта ҡыҫҡарып, ҡанды тамырҙар буйлап ҡыуа, насос функцияһын үтәй.

Ағза организмдың функциональ берәмеге. Һәр ағза башҡаларынан айырымланған, ләкин бөтәһе бергә берләшеп бер бөтөнде тәшкил итә.

Хайуан организмында ағзалар башҡарған эштәре буйынса бер төркөмгә — ағзалар системаһына берләшә.

Күҙәнәктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Прокариот күҙәнәк һүрәте

1839 Шлейден һәм Шванндың (Schleiden and Schwann) күҙәнәк тәғлимәтенә күҙ һалғанда, унда ошондай мәғлүмәттәр бар, «бөтә организмдар ҙа бер йәки бер-нисә күҙәнәктән торалар; бөтә күҙәнәктәр әлеге ваҡытта булған күҙәнәктәрҙән барлыҡҡа киләләр; организмға йәшәргә кәрәк булған бөтә фукнциялар күҙәнәк эсендә үтәлә; һәм күҙәнәктәр яңы нәҫел ҡалдыра торған мәғлүмәтте күҙәнәк эсендә һаҡлай».

Ике төркөм күҙәнәктәр бар: эукариоттар һәм прокариоттар. Прокариоттар (йәғи ядроһыҙҙар), күбеһенсә, яңғыҙ бер күҙәнәкле булып көн күрәләр, ә эукариоттар (ядролылар), күбеһенсә күп күҙәнәкле оргаизмдар булалар. Прокариот күҙәнәктәрҙә ядро мембранаһы булмағанлыҡтан ДНК цитоплазманан айырымланмаған.

Эукариоттарҙа ДНК молекулалары ядро мембранаһы ярҙамында .цитоплазманан айырымланған була.

Бөтә күҙәнәктәр ҙә прокариот һәм эукариот булыуыны ҡарамаҫтан, мембрана тышсаһынан торалар. Мембрана күҙәнәктә булған эске органеллаларҙы һәм күҙәнәктең эске мөхитен тышлап тора. Тағы мембрана күҙәнәктең электрик потенциалын тота (ул хәрәкәт һәм нервы импульстарын барлыҡҡа килтерә). Мембрана эсендә тоҙло цитоплазма күҙәнәктең иң күп урынын алып тора. Бөтә күҙәнәктәргә ДНК ( нәҫеллек материалдар) һәм РНК бар. РНК аҡһымдар, ферменттар яһай торһан выҡытлыса мәғлүмәт туплай. Күҙәнәктәрҙә тағы икенсе төр биомолекулалар бар.

Бөтә күҙәнәктәр ҙә бер-нисә мөмкинлекә эйә:

  • Үрсеү өсөн күҙәнәктәрҙе бүлеү (бинормаль бүленеү, миостаз йәки мейоз);
  • РНК ярҙамында ДНК-нан кәрәкле гендарҙы ҡулланып ферменттар, акһымдар яһау;
  • Метаболизм, шул иҫәптән, эске күҙәнәк компонентарын яһау өсөн, төҙөлөш сеймалын ҡулланыу, энергия алмашыныу, ҡалдыҡ продукттарҙан арыныу;
  • Күҙәнәктең фунциялары химик энергияны ҡулланыу һәм үҙләштереү үҙенсәлектәренә бәйле;
  • Тышҡы һәм эске тәҫирҙәргә яуап ҡайтарыу, температура үҙгәреү, pH йәки туҡлыҡлы матдәләр үҙгәреүе кеүек.

Күҙәнәктең эсе липид һәм аҡһымдан торған тышса менән ҡапланған.

Ғүмер оҙонлоғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Организмдың иң ғәмәли параметры булып ғүмер (йәшәү, тереклек) тора. Ҡайһы бер организмдар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йәшәйҙәр — бер көндән дә кәм, ә ҡайһылары бер-нисә мең йыл йәшәйҙәр (үсемлектәр, бактериялар). Ҡартайыу ғүмер оҙонлоғона иң ҙур йоғонто яһай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ^ T.Cavalier-Smith (1987) The origin of eukaryote and archaebacterial cells, Annals of the New York Academy of Sciences 503, 17–54
  • ^ T. Cavalier-Smith (2002) The neomuran origin of archaebacteria, the negibacterial root of the universal tree and bacterial megaclassification. International Journal of Systematic and Evolutionary Microbiology 52, 7–76
  • ^ "organism". Oxford English Dictionary (online ed.). 2004.
  • ^ "organism". Chambers 21st Century Dictionary (online ed.). 1999.
  • ^ The Universal Features of Cells on Earth in Chapter 1 of Molecular Biology of the Cell fourth edition, edited by Bruce Alberts (2002) published by Garland Science.
  • ^ Doolittle, W. Ford (February, 2000). Uprooting the tree of life. Scientific American 282 (6): 90–95.
  • ^ a b NCBI: "The Genetic Codes", Compiled by Andrzej (Anjay) Elzanowski and Jim Ostell
  • ^ a b Jukes TH, Osawa S, The genetic code in mitochondria and chloroplasts., Experientia. 1990 Dec 1;46(11-12):1117-26.
  • ^ Genetic Code page in the NCBI Taxonomy section (Downloaded 27 April 2007.)
  • ^ Evaluation of the Rate of Evolution in Natural Populations of Guppies (Poecilia reticulata) "[1]"
  • ^ Oklahoma State – Horizontal Gene Transfer
  • ^ esalenctr.org
  • ^ Gibsona, Daniel G.; Benders, Gwynedd A.; Axelroda, Kevin C.; et al. (2008). "One-step assembly in yeast of 25 overlapping DNA fragments to form a complete synthetic Mycoplasma genitalium genome". PNAS 105 (51): 20404–20409. doi:10.1073/pnas.0811011106. PMID 19073939. PMC 2600582. http://www.pnas.org/content/105/51/20404.full.pdf.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]