Хайуандар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хайуандар
Хайуандар
Һул яҡ өҫтәге мөйөштән сәғәт йөрөшө буйынса:
европа кальмары (моллюсктар),
диңгеҙ кесерткәне (сағыусылар),
ҡуңыҙ (быуынтыҡ аяҡлылар ),
нереида (селәүсендәр)
һәм юлбарыҫ (хордалылар).
Фәнни классификация
Домен: Ядролылар
Батшалыҡ: Хайуандар
Латинса исеме
Animalia Linnaeus, 1758
Ярым батшалыҡ һәм бүлектәр
ITIS 202423
NCBI 33208

Хайуандар (лат. Animalia йәки Metazoa) — Аристотель заманында уҡ айырым категорияға бүленгән, хәҙерге заманда биологик батшалыҡ булып ҡаралған организмдар. Хайуандарҙы зоология фәне өйрәнә.

Хайуандар эукариоттарға ҡарай. Хайуандарҙың төп билдәһе — гетеротрофлыҡ (әҙер отганик ҡушылмалар менән туҡланыу) һәм әүҙем хәрәкәт итеү. Ә шулайҙа, хәрәкәт итмәй тереклек итеүсе хайуандар бик күп һәм гетеротроф бәшмәктәр, паразит-үҫемлектәр бар.

Көнкүрештә дүрт аяҡлы, һөйрәлеүсе һәм ер-һыу хайуандарына ҡараған йән эйәләрен күҙ алдына килтерәләр. Фәндә, һөт имәр хайуандарҙан башҡа, балыҡтар, ҡоштар, бөжәктәр, үрмәкселәр, моллюсктар, диңгеҙ йондоҙҙары, ҡарышлауыҡтар хайуандар батшалығына керә. Кеше лә хайуандар батшалығына керә, профессиональ биологтар «хайуандар һәм кеше» тигән термин ҡуллана.

Хайуандар донъяһының шәжәрәһе[1]

Хайуандарҙың төп билдәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Туҡланыу буйынса гетеротрофтар булып торалар.
  2. Аҙыҡты йотоу өсөн ауыҙ тишектәре була (голозойное питание). Шуға ла, аҙыҡты эшкәртеү өсөн аш һеңдереү процесына һәләтлеләр.
  3. Хәрәкәт итеү ағзалары бар. Күпселеге әүҙем (актив) хәрәкәт итеүгә һәләтле.
  4. Тәндәре ыҡсым, йыйнаҡ (компактлы) һәм аныҡ симметриялы була (ике яҡлы симметрия; нур һымаҡ, йәки радиаль симметрия)
  5. Билдәле йәшкә тиклем генә үҫәләр.
  6. Мөхит шарттарына тиҙ генә яуап бирә алалар. Яуап реакцияһы нервы системаһы һәм эндокрин система аша башҡарыла.
  7. Күҙәнәктәрендә махсус органоидтар — центриолдәр була.
  8. Күҙәнәк тышсаһында күҙәнәк стенкаһы — тығыҙ тиресәнең булмауы (уның урынына йоҡа ғына гликокаликс, шуға күҙәнәккә форма бирә алмай).
  9. Запас углеводы — гликоген.
  10. Экосистемала үтәгән функциялары буйынса консументтар (бик әҙҙәре генә редуцент: ямғыр селәүсендәре, микроскопик талпандар)).

Хайуандарҙы классификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандарҙың ике миллиондан ашыу төрө билдәле. Был тиклем төрҙәр эсендә төшөнөү, айырым төрҙөң хайуандар донъяһындағы урынын табыу, төрҙәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тәртипкә килтереү өсөн уларҙы төркөмдәргә айырырға кәрәк. Бының менән систематика фәне шөғәлләнә.

Систематика фәне хайуандарҙың күп төрлөлөгөн өйрәнә. Уның төп бурысы — хайуандарҙы төркөмдәргә айырыу, йәғни уларҙы классификациялау.

Классификациялау принциптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Классификациялауҙың төп һәм иң бәләкәй берәмеге — хайуандарҙың төрө. Оҡшаш төҙөлөшлө, бер төрлө тереклек иткән, ҡауышып, үрсеүгә һәләтле нәҫел ҡалдыра алған һәм билдәле территорияла йәшәгән организмдар берләшмәһе хайуандарҙың төрө тип атала.

Систематика фәненә нигеҙ һалыусы булып, швед натуралисы һәм врачы Карл Линней (1707—1778)тора. Ул башлап фәнни нигеҙҙә төркөмләү принциптарын индерә.

  1. Төркөмләү өсөн бер-береһенә бәйле һәм бер-береһенә буйһонған рангылар системаһын (таксондар) булдыра: оҡшашлығы буйынса ул организмдарҙы төрҙәргә, ырыуҙарға, кластарға бүлеп төркөмләй.
  2. Төркөмләү өсөн иң бәләкәй таксон — төр төшөнсәһен билдәләй.
  3. Фәнгә төр өсөн ике исемле латинса атамалар биреү тәртибен индерә (бинар номенклатура, йәки төргә икеләтә исем биреү).Был принцип буйынса һәр төр ике һүҙҙән торған фәнни исемгә эйә.ул исем ырыу атамаһынан (имя существительное) һәм төр эпитетынан (имя прилагательное) яһала. Шулай итеп, төр исеменән уның ниндәй ырыуға ҡарағанын белеп була. Халыҡ-ара фәнни исем латынь телендә бирелә.

(Саnis familiaris — йорт эте, Саnis lupus — эт бүре, Falis domestika — йорт бесәйе, Falis leo — арыҫлан бесәй, Rubes rubrbm — ҡыҙыл ҡарағат һ. б.). Латинса атамалар төрлө илдәрҙең ғалимдарына бер-береһе менән аралашырға ярҙам итә.

Рангылар системаһы (таксондар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырылып тороуҙарына ҡарамаҫтан, бөтә йорт эттәре лә бер төргә — Эт төрөнә ҡарай. Хайуандарҙың яҡын ҡәрҙәш төрҙәрен ырыу тип аталған махсус төркөмгә берләштерәләр. Мәҫәлән, Эт төрөн һәм Бүре төрөн Бүре ырыуына индерәләр. Әгәр тәбиғәттә хайуандар төрөнә яҡын ҡәрҙәш, уға оҡшаш төр булмаһа, уны барыбер үҙ - аллы ырыуға айыралар.

Яҡын, оҡшаш ырыу хайуандарын бер семьяга берләштерәләр. Мәҫәлән, Бүре ырыуыһәм Янут һымаҡ эттәр ырыуы Бүре һымаҡтар семьяһына инә. Төлкөләр һәм Аҡ төлкөләр ырыуы ла шул уҡ семьяға керә.

Яҡын, оҡшаш семьяларҙы отрядҡа, ә отрядтар — класҡа, кластар — типҡа, типтар — ваҡ батшалыҡҡа, ваҡ батшалыҡтар — батшалыҡҡа туплана. Мәҫәлән, бүре һымаҡтар семьяһы йыртҡыстар отрядына инә, бесәй һымаҡтар семьяһы (мәҫәлән, бесәйҙәр, һеләүһен, леопард, юлбарыҫ, арыҫлан), һуҫар һымаҡтар семьяһы (мәҫәлән, һуҫар, кеш, йәтсә, көҙән) һәм айыу һымаҡтар семьяһы ла (мәҫәлән, һоро айыу, аҡ айыу) шул отрядҡа ҡарай.

Йыртҡыстар отряды — имеҙеүселәр, йәки балаларын һөт имеҙеп үҫтереүсе йәнлектәр, класының бер отряды ғына.

Имеҙеүселәр класы хордалылар тибына инә. Был типтың бөтә вәкилдәренең дә (балыҡтарҙың, ер-һыу хайуандарының, һөйрәлеүселәрҙең, ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең эске һөлдәһе — хордаһы була.

Хордалылар тибы — күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалығының бер тибы ғына.

Хайуандар батшалығын ике ваҡ батшалыҡҡа бүләләр: Иң ябай хайуандар, йәки Бер күҙәнәклеләр, һәм Күп күҙәнәкле хайуандар.

Уларҙың төп айырмаһы:

  • Иң ябай хайуандарҙың һәр күҙәнәге — үҙ -аллы организм.
  • Күп күҙәнәкле хайуандарҙың күҙәнәктәре иһә организм составына инә һәм төрлө функциялар башҡара: берәүҙәре — һаҡлау функцияларын үтәй, икенселәре аҙыҡ таба йәки уны һеңдерә һ. б. Был күҙәнәктәр организмдан ситтә йәшәй алмай.

Бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле хайуандар ваҡ батшалыҡтары хайуандар батшалығын барлыҡҡа килтерә. Ул бөтә хайуандарға хас билдәләргә нигеҙләнеп айырыла: органик матдәләр, ҡағиҙә булараҡ, тере организмдар, менән туҡланыу; күҙәнәктәр төҙөлөшөндә тығыҙ тиресәнең булмауы; күп осраҡтарҙа хәрәкәтсәнлек һәм хәрәкәт итеү яйланмаларының булыуы.

Шулай итеп, хайуандарҙың төп систематик төркөмдәре ошолар: батшалыҡ, ваҡ батшалыҡ, тип, класс, отряд, семья, ырыу, төр. Батшалыҡ — хайуандарҙың иң юғары һәм иң ҙур систематик төркөмө, ә төп бәләкәй төркөм — төр.

Хайуандар төркөмдәргә ирекле рәүештә түгел, ә уларҙы ентекләп өйрәнеүгә нигеҙләнгән фәнни системаға ярашлы рәүештә берләштерелә.

Хайуандар донъяһы һәм уның тәбиғәттәге әһәмиәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хайуандар бөтә Ер шарында: ҡоро ер өҫтөндә, тупраҡта, сөсө һыуҙарҙа һәм диңгеҙҙәрҙә йәшәй. Джомолунгма (Эверест) тауы башына менгәндә альпинистар 8000 м самаһы бёйеклектә тау сәүкәләрен күреп ҡалған.

Донъя океанының тәрәнлеге 11 000 м-ға еткән ғәйәт тәрән уйпаттарында селәүсендәр, ҡыҫала һымаҡтар, моллюскылар һәм башҡа хайуандар табылған. Күп кенә хайуандар, йәшеренеп йәшәүҙәре йәки бик бәләкәй булыуҙары сәбәпле, беҙҙең күҙгә бик салынмай.

Башҡа хайуандар, мәҫәлән, бөжәктәр, ҡоштар, йәнлектәр, киреһенсә, беҙгә һәр саҡ осрап тора.

Хайуандарҙың тәбиғәттәге әһәмиәте ғәйәт ҙур.

  • Күп үҫемлектәрҙең бары хайуандар тарафынан ғына һеркәләндерелә.
  • Бактериялар менән бер рәттән, бик әүҙем тупраҡ барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашыусы төркөмдәре бар( ямғыр селәүсендәре, ҡырмыҫҡалар, микроскопик талпандар һәм башҡа ваҡ хайуандар).

Улар өҙлөкһөҙ рәүештә тупраҡҡа органик матдәләр индереп тора, уларҙы ваҡлай һәм шуның менән, серетмә барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

  • Тупраҡтың эсендә йәшәүсе хайуандарҙың йырмалап йөрөүҙәре, ҡаҙыусы хайуандарҙың өңдәре аша үҫемлектәрҙең тереклеге өсөн кәрәкле һыу һәм һауа тамырҙарға анһатыраҡ үтеп инә.
  • Йәшел үҫемлектәрҙең һауаны бөтә йән эйәләренең һулыш алыуы өсөн кәрәкле кислородҡа байыта һәм үҫемлек аҙыҡ менән туҡланыусы хайуандарға аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Улары, үҙ сиратында, йыртҡыстарға аҙыҡ булып, аҙыҡ сылбыры барлыҡҡа килтерә. Шулай итеп, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың тереклеге бер-береһенә айырылғыһыҙ бәйле.
  • Хайуандар, санитар булараҡ та, ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә: улар ерҙе башҡа хайуандарҙың үләкһәләренән, ҡороған үҫемлек ҡалдыҡтарынан һәм ҡойолған япраҡтарҙан таҙарта.
  • Күп кенә һыу хайуандары һыуҙы таҙарта (биофильтр). Ә уның таҙалығы, һауаның сафлығы кеүек үк, йәшәү өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных — М.: Просвещение, 1982. — 464 б.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0

Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990

  • Лемеза Н.А., Камлюк Л.В., Лисов Н.Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н.А., Комлюк А.В. Лисов Н.Д. – 10-е изд. – М.: Айрис-пресс, 2006 – 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В.Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А.Г. Мустафин, Ф.К.Лажуева, Н.Г. Быстренина и др., Под ред. В.Н. Ярыгина. -7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. – 492с. Ил.
  • Чебышев Н.В., Кузнецов С.В., Зайчикова С.Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н.В. – Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО»Издатель ОНИКС», 1999.-448с.
  • Богданова Т.Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т.Л. – 2-е издание, переработанное и дополненное. – М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.
  • Курс зоологии.Кузнецов Б.А., Чернов А.З., Катонова Л.Н.4-е изд., перераб. и доп. - М.: Агропромиздат, 1989. - 399 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0
    Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡыева Д. Ғ., 1990