Көҙән
Уҡыу көйләүҙәре
Көҙән | ||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||||
Mustela Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||||||
|
Көҙән (лат. Mustela, рус. Хорёк) — Һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған, йомшаҡ оҙон йөнлө, затлы тиреле йыртҡыс йәнлек[1].
3 төрө Евразияла һәм Көньяҡ Америкала, 2 төрө Рәсәйҙә таралған. Кәүҙәһенең өҙонлоғо 35-40 см. Тышҡы ҡиәфәте менән ҡара көҙән шәшке һымаҡ йәнлектәргә оҡшаған. Тик уның аяҡтары күпкә оҙонораҡ. Ҡабарып торған йомшаҡ тиреһенең төҫө ҡара-көрән. Мороно һорғолт-аҡ төҫтә. Күҙҙәре араһында аҡ тап бар.
Ҡуйы булмаған ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Бик яҡшы йөҙөүсе булһала, ҡоро ерҙә йәшәй. Ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр һәм балыҡтар менән туҡлана. Ҡайсаҡ ҡуякдарға ла һөжүм итә. «Туйҙары» яҙ башлана. Апрель-май айҙарында бер юлы 4-6 бала тыуҙыра.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Mustela». Integrated Taxonomic Information System. Retrieved 24 July 2007. (инг.)
- Nowak, Ronald M., and Ernest P. Walker. Walker’s Carnivores of the World. Baltimore: Johns Hopkins University Press, 2005. ISBN 0801880335, ISBN 0801880327. (инг.)
- C. Hart Merriam, Synopsis of the Weasels of North America, Washington, Government Printing Office, 1896. (инг.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)