Айыу һымаҡтар (лат. Ursus) — ауыр кәүҙәле, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы имеҙеүсе йыртҡыс йәнлек ғаиләһе. Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хауан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һүнарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй.
Айыу һоро төҫтә була. Төньяҡта йәшәүсе айыуҙар — aҡ төҫтә.