Умыртҡалылар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Vertebrata битенән йүнәлтелде)
Умыртҡалылар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Vertebrata Cuvier, 1812

Инфратип

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  331030
NCBI  7742

Умыртҡалылар (лат. Vertebrata) — умыртҡалығы булған хордалыларҙың ярым тибы. Хордалыларҙың 95 % тирәһе төрөн үҙ эсенә ала.

Умыртҡалылар бөжәктәр менән бергә, Ер йөҙөндә өҫтөнлөк итеүсе хайуандар төркөмө.Төр һаны буйынса бөжәктәрҙән ныҡ ҡалышһалар ҙа, биосфералағы әһәмиәте буйынса алдынғы урын биләйҙәр.

Башҡа хайуандарҙың бөрәһен дә умыртҡаһыҙҙар тигән йыйылма төркөмгә керетәләр. Умыртҡаһыҙҙар атамаһы систематик категория (таксон) түгел.

Умытҡалылар — төҙөлөш һәм физиологик яҡтан юғары үҫеш алған хордалыларҙың ярым тибы.

Умыртҡалыларҙа ултыраҡ тереклек иткән төр юҡ. Улар әүҙем хәрәкәт итәләр, аҙыҡ табыу өсөн һунар итәләр, үрсеү өсөн үҙ төрө эсендә икенсе енесле зат табалар.

Төп билдәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Яралғы үҫеше дәүерендә хорда урынында умыртҡа һөйәктәренән торған умыртҡалыҡ бағаныһы хасил була.Ул хорда ситенән өҫкә ҡарай улаҡ яһап үҫә һәм нервы көпшәһен уратып ала. Шулай итеп, арҡа мейеһе умыртҡалыҡ каналы эсендә ҡала. Умыртҡалыҡ арҡа мейеһен ышаныслы һаҡ аҫтына ала.
  2. Яралғы үҫеше дәүерендә арҡа мейеһенең алғы өлөшөнән баш мейеһе үҫешә. Шулай уҡ, баш һөлдәһе хасил була. Баш һөлдәһендә бш мейеһен һаҡлаусы мейе ҡумтаһы була.
  3. Шулай итеп, умыртҡалыларҙың үҙәк нервы системаһы баш мейеһенән(биш бүлек) һәм арҡа мейеһенән тора.
  4. Һулыш ағзалары — айғолаҡтар (типик һыу хайуандарынды) йәки үпкәләр (яралғы үҫеше дәүерендә айғолаҡ ярыҡтары юҡҡа сыға һәм эсәклектең бер өлөшөнән упкәләр хасил була).
  5. Биш төрлө төп һиҙеү ағзаһы була (күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, тәм һиҙеү, тейеп һиҙеү.

Умыртҡалыларҙың һиҙеү ағзалары ҡатмарлашҡан. Ишетеү һәм күреү ағзалары камиллашҡан. Мускулдарҙың күп һанлы төркөмдәре хайуандарҙың хәрәкәтсәнлеген тәьмин итә. Хәрәкәтсәнлек парлы ослоҡтар ярҙамында башҡарыла. Йомоҡ ҡан тамырҙары системаһы буйынса ҡанды йөрөткән йөрәк барлыҡҡа килгән. Һыу хайуандарының һулыш алыуҙа айғолаҡтар, ер хайуандарында ысын үпкәләр ярҙамында башҡарыла. Башһөйәклеләр һыуҙа, ҡоро ерҙә йәшәйҙәр. Айырым бер өлөшө һауала осоуға һәм ер аҫтында йәшәүгә яраҡлашҡан. Башһөйәклеләр, йәки умыртҡалылар инфратибына

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Наумов С. П.  Зоология позвоночных. — М.: Просвещение, 1982. — 464 с.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9
  • Биология: Хайуандар: Урта мәктәптең 7—8-се кластары өсөн дәреслек / Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский һ. б.; М. А. Козлов редакцияһында. — Яңынан эшләнгән 19-сы баҫманан тәржемә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — Һүрәттәре менән 268 бит. ISBN 5-295-00538-0

Башҡортсаға тәржемә. Мырҙаҡаев Ф. С., Мырҙаҡаева Д. Ғ., 1990

  • Лемеза Н.А., Камлюк Л.В., Лисов Н.Д. Биология в экзаменационных вопросах и ответах. (Лемеза Н.А., Комлюк А.В. Лисов Н.Д. – 10-е изд. – М.: Айрис-пресс, 2006 – 512с.: ил
  • Под редакцией акдемика РАМН, профессора Ярыгина В.Н. Для поступающих в ВУЗы. Биология. (А.Г. Мустафин, Ф.К.Лажуева, Н.Г. Быстренина и др., Под ред. В.Н. Ярыгина. -7-е изд., стер. _ М.: Высш.шк., 2004. – 492с. Ил.
  • Чебышев Н.В., Кузнецов С.В., Зайчикова С.Г. Поступающим в ВУЗы. Биология (Чебышев Н.В. – Биология. Пособие для поступающих в ВУЗы. Том I.- М.:ООО»Издатель ОНИКС», 1999.-448с.
  • Богданова Т.Л. Биология. Задания и упражнения. Пособие для поступающих в ВУЗы. (Богданова Т.Л. – 2-е издание, переработанное и дополненное. – М.: Высшая школа, 1991.350с.:ил.