Ер-һыу хайуандары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ер-һыу хайуандары йәки Амфибиялар
Ер-һыу хайуандар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Amphibia Linnaeus, 1758

Аҫҡы класс һәм отрядтар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  173420
NCBI  8292
EOL  1552

Ер-һыу хайуандары, йәки амфи́биялар (лат. Amphibia) — умыртҡалы дүрт аяҡлы хайуандар класы. Тереклек итеүҙәре һыу менән дә, шулай уҡ ер өҫтө мөхите менән дә бәйләнгән умыртҡалы хайуандар.

Был класҡа тритондар , саламандралар, баҡалар һәм аяҡһыҙ амфибиялар (червяги) керә[1] (башҡа мәғлүмәт буйынса — 5000 тирәһе төр,[2]) сағыштырмаса бик күп түгел

Рәсәйҙә — 28 төр[3], Мадагаскарҙа — 247 төр булыуы билдәле.

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу хайуандары 320 млн йылдар элек барлыҡҡа килгәндәр.

Улар ябай төҙөлөшлө умыртҡалы ер һәм һыу хайуандары булараҡ ҡоро ерҙә тереклек итеүсе беренсе хайуандар булғандар.

Уларҙың үрсеүе һәм үҫешенең тәүге этабы, йәғни личинка стадияһы һыуҙа үтә. Личинка стадияһы дәүерендә ер-һыу хайуандары тулыһынса әүерелеш (метаморфоз) кисерә. Йәғни һыуҙа йәшәүсе личинка булыуҙан дымлы ҡоро ерҙә терекләк итеүсегә әйләнә. Айғолаҡтар менән һулыш алыу урынына үпкә менән һулыш алыу барлыҡҡа килә. Ҡан әйләнеше системаһы үҙгәрә, ослоҡтар барлыҡҡа килә, һиҙеү органдары системаһы үҫешә.

Амфибияларҙы өйрәнеүсе фән герпетология тип атала.

Ер-һыу хайуандары йылы климатлы һәм дымлы климатта таралған. Һалҡын ҡыш була торған урындарҙа бер нисә ай ғына тереклек итергә бик аҙ һанлы вәкилдәре генә яраҡлашҡан. Ошо ваҡыт эсендә улар ыуылдырыҡ сәсеп, яңы быуын үстерегә һәм ҡышы йоҡоға талырға өлгөрә.

Ер-һыу хайуандары өс отрядҡа бүленә: ҡойроҡлолар, ҡойроҡһоҙҙар, аяҡһыҙҙар.

Ер-һыу хайуандарына дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

-Ер-Һыу хайуандары — ер өҫтө-һауа һәм һыу мөхитендә тереклек итеүгә яраҡлашҡан һалҡын ҡанлы хайуандар.

-Тиреләре яланғас һәм лайлалы.

- Ике пар аяҡ ослоҡтары

-Һулыш үпкә һәм тире аша.

-Өлкән хайуандарҙың йөрәге өс камералы.

-Ҡан әйләнеше түңәрәге икәү.

-Күреү һәм ишетеү ағзалары һауа мөхитендә эшләүгә яраҡлашҡан.

-Ыуылдырыҡ сәсеп үрсейҙәр.

- Үҫештәренең тәүге этабы һыуҙа личинка стадияһы аша тулы әүерелеш менән бара ,

Өлкән хайуандарҙа һулыш алыуҙа лайлалы яланғас тире ҡатнаша. Шуға ла ер-һыу хайуандары дымлы урындарҙа йәшәргә ярата

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Amphibian Species of the World  (инг.). База данных амфибий. Darrel Frost and The American Museum of Natural History. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.
  2. Класс Земноводные, или Амфибии: общая характеристика. Биология и медицина. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.
  3. Classis AMPHIBIA (Л. Я. Боркин, 1992). Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 июнь 2012. 13 март 2012 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жизнь животных. Энциклопедия в шести томах. Том 5. (Земноводные. Пресмыкающиеся). Общая редакция члена-корреспондента АН СССР профессора Л. А. Зенкевича. — Москва: Просвещение, 1969. — 488 с.

• Рәхимов И. И. Р96 Татарстанның үсемлекләр һәм хайваннар дөньясы : Уку әсбабы / И. И. Рәхимов, K. K. Ибраһимова; Русчадан Ф. Г. Иштирәкова, P. 3. Закирова тәрҗ. — Казан: Мәгариф, 2007. — 199 б.: рәс. б-н. — ISBN 978-5-7761-1710-7