Үрмәкселәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үрмәкселәр
Үрмәксе Xysticus
Үрмәксе Xysticus
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Araneae Clerck, 1757

Бүлендек таксондар
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  82732
NCBI  6893

Үрмәкселәр — (үрмәкес лат. Araneae, Aranei) — быуынтығаяҡлылар тибының үрмәксе һымаҡтар класына ҡараусы отряд булып тора.

Үрмәкселәрҙе өйрәнеүсе фән Арахнология тип атала.

Үрмәкес ауы

Үрмәкселәрҙең ҙурлығы 0,8 мм-ҙан 12 см-ға тиклем етә. Төҫө йыш ҡына үҙе йәшәгән мөхит төҫөндә була.

Үрмәкселәрҙең ау сөйәлдәре һәм биҙҙәре була. Үрмәксе ауы һүнар итеү урыны, йомортҡаларға кокон эшләү урыны, йәш үрмәкселәрҙе таратыу, йәшеренеү һәм ҡышлау урыны булып тора. Үрмәкселәр араһында бер урында йәшәүсе һәм күсеп йөрөүсе төрҙәр бар.

Үрмәкселәр төрлө бөжәктәр, ямғыр селәүсендәре, ҡусҡарҙар, кеҫәрткеләр, тәлмәрйендәр, сысҡандар, ҡоштар, сүмесбаштар, ваҡ балыҡтар менән туҡлана.

Тышҡы төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәксенең анатомияһы:
(1) дүрт пар ослоҡ
(2) баш-күкрәк
(3) опистосома

Тәне ике бүлектән тора: баш-күкрәк тип аталған бәләкәй алғы өлөшө һәм артҡы өлөштәге шыма шар формаһындағы ҡорһағы урталағы ныҡ беленеп торған нәҙек кенә ҡыҫым — бил (лат. petiolus s. pediculus) менән айырыла.

Тәне хитиндан торған тышҡы һөлдә менән һаҡлана.

Баш-күкрәк асыҡ күренеп торған бураҙна менән баш һәм күкрәк өлөштәренән тора. Баш өлөшөндә ике пар ослоҡтар урынлашҡан:

Беренсе пар ауыҙ ағзалары — яңаҡтар, йәғни хелицерҙар (chelicerota, chelae, mandibulae), һәр яңаҡ осонда хәрәкәтсән үткер тырнаҡлы ҡыҫҡа йыуантыҡ быуынтыҡ була. Яңаҡтар төбөндә ағыу эшләп сығарыусы ағыу биҙҙәре урынлашҡан. Үрмәксе яңаҡтарын ҡорбанының тәненә батырғанда, уға яңаҡ тырнаҡтарындағы тишектәр аша ағыу һиптерелә һәм табыш һәләк була.

Икенсе пар — аяҡ-һәрмәүестәр, йәғни педипальпалар (palpi). Улар 6 быуынтыҡтан (coxa, trochanter, femur, patella, tibia и tarsus) тора. Енси яҡтан өлгөргән ата заттарында педипальпаларҙың тарсусы копулатор аппаратҡа — цимбиумға әүерелгән.

Аяҡ-һәрмәүестәрҙә тейеп һиҙеү ағзалары составына инеүсе һиҙгер төктәр бар. Хелицералар араһында түмһәләк өҫтөндә (rostrum) һурыусы ауыҙ тишеге урынлашҡан. Түмһәләк аҫтан күкрәгенең ирен тип аталған (pars labialis) алғы сығынтыһы (sternum), ә ян-яҡтарын ике максилляр пластинка (lamina maxillares) менән сикләнгән.

Педипальпалар артында баш-күкрәккә дүрт пар аяҡтар беркетелгән. Уларҙың һәр береһе ете быуынтыҡтан тора: янбаштан (соха), суҡмар һөйәгенән (trochanter), боттан (femur), касанан (patella), енсектән (tibia), тәпәй алдынан (metatarsus) һәм тәпәйҙән (tarsus) тора. Тәпәйҙәрҙең аҫ яғында шыма йәки тешәлгән тырнаҡтар бар.

Баш-күкрәктең алғы ҡабарынҡы маңлай өлөшөндә һигеҙ ябай күҙ (күпселек төрҙәрҙә) урынлашҡан. Scytodidae, Segestriidae, Dysderidae, Oonopidae ғәиләләренә ҡарағандарҙың күҙҙәре алтау. Һирәгерәктәрҙә (Nops һәм Caponina ырыуҙары) күҙҙәр икәү. Ғәҙәттә был күҙҙәр тура йәки ҡыялап ике рәт булып урынлашҡандар.

Ҡайһыларында (Pholcus podophthalmus E. Sim.,) күҙҙәр ян-яҡлап өсәрләп яҡынлашҡандар һәм мөгөҙ һымаҡ үҫентеләрҙә урынлашҡан. Күҙҙәр ябай, ике төрлө: маңлай күҙҙәр йәки төп тип аталған алғы күҙҙәрҙең урта пары махсус ҡоролма ретина менән йыһазландырылған;

ҡалған күҙҙәр ғәҙәттә өҫтәмә тип атала (арҡы урта парҙар — түбә күҙҙәре) һәм эске сағылдырыусы ҡатламға эйә (tapetum lucidum).

Ҡорһаҡтары башлыса формаһы буйынса овал, һирәгерәк түңәрәк, мөйөшсөл йәки төрлө үҫентеләре бар (Gasteracantha, Phoroncidia ырыуҙары). Ҡайһы берҙәрендә бик оҙонса, ҡортҡа оҡшаш формала (Ariamnes flagellum Dol.). Аҫтан уның нигеҙе янында енси тишек урынлашҡан. Ата заттарҙа ябай арҡыры ек формаһында. Инә заттарҙа ҡалын хитин пластинка—кәкерәйгән үҫентеле (clavus s. ovipositor) эпигина (epigynum s. sarum) менән уратып алынған.

Эске төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эске төҙөлөшө

Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәксе — йыртҡыс, уның ҡорбандарын һәләк итерлек яйланмалары бар. Төрлө себендәр йыш ҡына үрмәксенең табышына әүерелә.

Үрмәксенең һәр яңаҡ осонда хәрәкәтсән үткер тырнаҡ рәүешендәге быуынтыҡ була. Яңаҡтар төбөндә ағыу эшләп сығарыусы ағыу биҙҙәре урынлашҡан. Үрмәксе яңаҡтарын ҡорбанының тәненә батырғанда, уға яңаҡ тырнаҡтарындағы тишектәр аша ағыу һиптерелә һәм табыш һәләк була. Ҡорһағының бөтә быуынтьгктары бергә тоташҡан.

Ҡорһағының артҡы осонда өс пар үрмәксе ебе сөйәлдәре күренеп тора. Үрмәксе ебе биҙҙәре бына шул сөйәлдәргә асыла. Биҙҙәрҙән бүленеп сығыусы ярым шыйыҡ матдә һауала ҡата һәм үрмәксе ептәрен барлыҡҡа килтерә. Үрмәксе уларҙы артҡы аяҡтарындағы тараҡ һымаҡ бәләкәй тырнаҡтары ярҙамында бер дөйөм епкә тоташтыра.

Ау селтәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәксе ептәрен ҡыуаҡ ботаҡтары араһында, ҡоймалар янында һәм башҡа урындарҙа вертикаль рәүештә һуҙып, әүернәле инә үрмәксе ҙур ау селтәре үрә. Тәүҙә йәбешмәүсән йыуан ептәрҙе үҙәктә бергә килеп тоташыусы нурҙар рәүешендә һуҙып, күп мөйөшлө рам төҙөлә. Был нигеҙгә үрмәксе, спираль рәүешендә урынлаштырып, оҙон нәҙек һәм бик йәбешкәк еп ҡушып үрә.

Үрмәксенең табыш аулауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Табышын һағалағанда үрмәксе, ғәҙәттә, үрмәксе ебенән зшләнгән йәшерен ояһында, ау селтәре янында боҫоп тора. Ау селтәренең уртаһынан уға сигнал ебе һуҙыла.

Себен, бәләкәй күбәләк йәки осоп йөрөгән башҡа берәй бөжәк ау селтәренә килеп эләккәс һәм унда тулай башлағас, сигнал ебе тирбәлергә тотона. Ошо билдә буйынса үрмәксе ояһынан табышы өҫтөнә ташлана һәм уны ебе менән тығыҙ итеп сырмап ала.

Ул табышына өҫкө яңаҡтарындағы бәләкәй тырнаҡтарын батыра һәм ҡорбаны тәненең эсенә ағыу ебәрә. Шунан һуң үрмәксе табышын бер ни тиклем ваҡытҡа ҡалдырып тора һәм ояһына инеп йәшеренә.

Аш һеңдереү системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аш һеңдереү өс этапта бара: организмдан тышта (ҡорбанының тәне эсендә), эсәктә һәм күҙәнәктәрендә.

Ағыу биҙҙәренән сыҡҡан шыйыҡлыҡ табышты үлтереп кенә ҡалмай, ә уға аш һеңдереү һуты булараҡ та тәьҫир итә. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, үрмәксе табышы янына яңынан килә һәм уның эсендәге өлөшсә эшкәртелгән шыйыҡ аҙыҡты һура. Табышынан бары хитин япма ғына тороп ҡала. Үрмәксе ҡаты аҙыҡты ашай алмай. Шулай итеп,

— үрмәкселәрҙә аш һеңдереүҙең тәүге этабы организмдан ситтә башҡарыла,

— һәм улар шыйыҡ аҙыҡ менән генә туҡлана алалар,

— аҙыҡты көслө мускуллы йотҡолоҡтары һәм һурғыс ашҡаҙандары (насос һымаҡ эшләй) менән һурып алалар.

Аш һеңдереү каналын төҙөүсе ағзалары :ауыҙ тишеге → йотҡолоҡ → аш юлы → ашҡаҙан → урта эсәк эсәк → артҡы эсәк → анус.

Урта эсәктең баш-күкрәк өлөшөндә 5 пар оҙон һуҡыр тамамланған үҫентеләре бар. Был үрмәксе һымаҡтарға бик күп аҙыҡ һеңдерергә мөмкинлек бирә. Ҡорһаҡ өлкәһендә урта эсәк парлы биҙҙәр — бауырҙары бар. Улар аш һеңдереү ферменттарын бүлеп кенә ҡалмай, ә аш һеңдереү урыны булып та хеҙмәт итә (бауыр күҙәнәктәре фагоцитозға һәләтле).

Үрмәкселәр, йыртҡыс булараҡ, ерҙәге экосистемаларҙа бөжәктәр һанын көйләүсе иң мөһимдәрҙең береһе булып тора. Уларҙы йыл һайын 400-ҙән алып 800 миллион тоннаға тиклем юҡ итәләр.

Шул бер үк ваҡытта 10 ғаиләгә ҡараған үрмәксе һымаҡтарҙың 60-тан ашыу төрө үҫемлек ризыҡтары, башлыса һеркә һәм нектар менән туҡлана. Һикереүсе үрмәксе Bagheera kiplingi акацияның йәшел өлөштәре менән туҡлана.

Һулыш алыу системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәкселәрҙең һулыш алыу системаһы ярайһы уҡ үҙенсәлекле. Ҡорһаҡтарының алғы өлөшөндә тышҡы мөхиткә асылған бер пар үпкә тоҡсайы бар. Тоҡсайҙарҙың стеналары бик күп һанлы япраҡ һымаҡ бөрмәләр барлыҡҡа килтерә. Тоҡсайҙарҙың стеналары бик күп һанлы япраҡ һымаҡ бөрмәләр барлыҡҡа килтерә.

Ҡан бөрмәләр араһындағы һауа кислородына байыға. Үпкә тоҡсайҙарынан тыш, үрмәксенең ҡорһағында ике шәлкем һулыш көпшәләре — ябай трахеялар бар. Улар оҙон көпшә формаһында һәм һулыш алыу юлдарынан (һулыш алыусы) ағзаларға туҡымаларына кислород ташыйҙар. Дөйөм һулыш тишеге аша тышҡа асылалар.

Ҡан әйләнеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәкселәрҙең ҡан әйләнеше системаһы ябыҡ түгел. Йөрәктәре ҡорһаҡ бүлегенең арҡа яғында урынлашҡан. Тышҡы формаһы менән оҙон көпшәне хәтерләтә. Унан ҙур ҡан тамырҙары китә.

Өс пар тишеге булған йөрәктең алғы осонан алғы артерияларға аорта китә. Артерияларҙың аҙаҡҡы тармаҡтарынан үрмәксенең тән ҡыуышлығына ҡан (гемолимфа) ағып сыға ла бөтә эске ағзаларҙы йыуып, уларға туҡлыҡлы матдәләр һәм кислород килтерә.

Гемолимфа үпкә моҡсайҙары аша үткәндә газ алмашына: кислород ҡанға үтеп инә, ә ҡанда йыйылған углекислый газ үпкә моҡсайҙары аша тышҡа сығарыла. Артабан кислородҡа байыған ҡан йөрәк перикардына, унан йөрәк ҡыуышлығына ундағы тишектәр (остиялар) аша йөрәктең үҙенә инә.

Остиялар — йөрәктәге тишектәр. Улар аша ҡан йөрәккә инә, ләкин кире сыға алмай. Бының өсөн йөрәк ҡыҫҡарғанда тишектәрҙе көпләй торған клапандар бар. Ҡайһыларында был тишектәр ябылырға һәләтле. Тишектәр ғәҙәттә йөрәктә парлап симметриялы урынлашалар (метамерно).

Гемолимфалағы һулыш пигменты — составында баҡыр атомы булған зәңгәр төҫтәге гемоцианин.

Нервы системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нервы системаһы үҙәк нервы системаһы — баш-күкрәктәге ике нервы төйөнөнән торған баш мейеһенән һәм периферик нервы системаһынан — унан айырылып киткән күп нервыларҙан тора. Улар баш мейеһенән үрмәксенең аяҡтарына, күҙҙәренә һәм башҡа ағзаларына бара. Баш мейеһе баш-күкрәк күләменең 20 проценттан 30 процентҡа тиклемен биләй ала.

Һиҙеү (сенсор) ағзалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәкселәр үҙҙәре йәшәгән мөхитте тойоу өсөн бер нисә һиҙгер ағзаларға эйә. Үрмәкселәрҙең ҡолағы юҡ. Үрмәксе аяҡтарындағы нескә төксәләр ярҙамында (трихоботриа) ишетә. Төксәләр ярҙамында үрмәксе тауыш тулҡындары тыуҙырған һауа хәрәкәтен тоя тауыш сығарыу урынын бик теүәл билдәләй.

Төрлө ғаиләгә ҡараған үрмәкселәренең күҙҙәре ныҡ айырыла. Ауһыҙ һунар итеүсе үрмәкселәрҙә, бүре үрмәкселәре (Lycosidae), һеләүһен үрмәкселәре (Oxyopidae) һәм һикереүсе үрмәксе һымаҡтар (Salticidae) күреү бик яҡшы үҫешкән.

Һикереүсе үрмәкселәр кеше кеүек үк тиерлек күрә ала. Тәжрибәләр күрһәтеүенсә, улар хатта төҫтәрҙе лә айыра ала. Ҡараңғыла тереклек иткән мәмерйә үрмәкселәре бөтөнләй күрмәй йәки бик насар күрә. Улар юҫыҡланыуҙа тулыһынса тауышҡа һәм тейеп һиҙеү кеүек ҡуҙғытҡыстарға бәйле.

Түңәрәк аулы үрмәкселәрҙең (мәҫәлән, Аранеус диадематус) күҙҙәре бик бәләкәй. Йыртҡыстарҙы эләктерер өсөн уларға күреү кәрәкмәй тиерлек. Уларҙа ау тирбәлеүен тойоу механизмы бик яҡшы үҫешкән. Ул үҙ селтәрҙәрендәге хәрәкәттәр буйынса ҡорбанын еңел тота ала.

Үрмәкселәр аяҡтарында урынлашҡан махсус һиҙгер төктәр ярҙамында еҫ һиҙә. Үрмәксенең ауыҙында тәм һиҙеү һиҙеү рецепторҙары юҡ. Ҡорбанының ашарға яраҡлымы-юҡмы икәнлеген, тәмен аяҡтарында урынлашҡан химик һиҙгер төктәр ярҙамында асыҡлай.

Бүлеп сығарыу системаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бүлеп сығарыу системаһы: мальпиги көпшәләре — урта һәм артҡы эсәк сигендә һуҡыр барып бөтөүсе парлы үҫентеләр. Улар тән ҡыуышлығындағы гемолимфанан тереклек процесында барлыҡҡа килгән тарҡалыу продукттарын һурып ала. Унан эсәктәр һәм аналь тишек аша тышҡа сығарыла.

Үрмәкселәрҙең төп тарҡалыу продукты булып кристалл гуанин тора.

Үрсеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәкселәр айырым енесле. Уларға енси диморфизм хас: инә зат ғәҙәттә ирҙәрҙән ҙурыраҡ була. Тышҡы аталандырыусы һәм эске аталандарыусы төрҙәре билделе. Аталандырылмайынса үрсеүсе төрҙәре лә билдәле. Ата заттарҙың копулятив аппараты педипалдарҙа. Ҡушылғандан һуң ата зат ҡасып өлгөрмәһә, инә зат уны ашарға мөмкин.

Көҙөн инә заттар ебәк һымаҡ нәфис үрмәксе ебенән үрелгән махсус моҡсай — коконға йомортҡалар һала. Коконды ул төрлө аулаҡ урындарға: ағас төптәренең ҡабығы йәки таш тар аҫтына үрә. Кокон йомортҡаларҙы кибеүҙән һәм дошмандарҙан һаҡлай.

Ҡышҡа табан инә үрмәксе үлә. Ә йомортҡалар йылы коконда ҡышлай. Яҙын уларҙан йәш үрмәкселәр сыға. Йәш үрмәкселәр ау эсендә ышыҡланалар, аҙаҡ ау ярҙамында ел осоп таралалар.

Үҫеүе, үҫеше һәм ҡау һалыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫештәре тура, ҡау һалыу юлы менән бара.

Үҫеш этаптары: йомортҡа → Нимфа I → нимфа II → Нимфа III → →… → енси яҡтан өлгөрөп еткән зат.

Бөтә быуынтығаяҡлылар кеүек, үрмәкселәрҙә лә ҡаты тышҡы һөлдә — экзоскелет бар. Ул хайуан үҫкән һайын һуҙыла алмай тиерлек (йомшаҡ ҡарынсыҡтан башҡа).

Шуға күрә үҫеү өсөн уларға иҫке хитин панцирҙы әленән-әле ташлап торорға кәрәк. Уның урынына яңы ҙурыраҡ һөлдә барлыҡҡа килә. Һәр төләгән һайын үрмәке 1,5-2 тапҡырға ҙурайып өлгөрә.

Төрөнә ҡарап үрмәкселәр тереклек осоронда 5—10 тапҡыр ҡау һалырға мөмкин. Йәшәү аҙағынараҡ төләү йышлығы кәмей.

Ҡау һалыр алдынан үрмәкселәр ышыҡ урынға йәшеренәләр һәм ашауҙан баш тарталар. Аяҡтары һәм ҡорһаҡтары ҡараңғы төҫ ала. Иҫкеһе аҫтында яңы экзоскелет барлыҡҡа килә.

Экзоскелет алмашыныу 20 минуттан бер нисә сәғәткә тиклем һуҙылырға мөмкин. Ҙурайған һайын төләү ваҡыты арта бара.

Таралыуы һәм йәшәү мөхите[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәкселәр бөтә ер шарында йәшәй, әммә йылы яҡтарҙа төрҙәр һаны күберәк. Үрмәкселәрҙең барыһы ла тиерлек ҡоро ер хайуандары. Һыуҙа йәшәүсе көмөш үрмәксе лә иҫкәрмә булып тора. Әммә һыу эсендә лә ул атмосфера һауаһына мохтаж.

Үрмәкселәрҙең бер нисә төрө һыу өҫтөндә һунар итә. Үрмәксе һымаҡтарҙың ҡайһы берҙәре оя, ышыҡ урын һәм өң төҙөй. Икенселәренең даими йәшәү урын юҡ. Үрмәкселәрҙең күбеһе төнгө хайуандар.

Таксономия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үрмәкселәр отряды ике аҫотрядтан тора:

Mesothelae — бер генә ғәиләне үҙ эсенә ала (Liphistiidae)

Opisthothelae — ике инфраотрядтан тора:

  • Araneomorphae (Аранеоморф үрмәкселәр)
  • Mygalomorphae (Мигаломорф үрмәкселәр)

Үрмәкселәрҙең Бөтә донъя каталогы буйынса 2017 йылдың 8 авгусына отряд 37 өҫғәиләнән, 112 ғәиләнән, 4057 ырыуҙан, 46 806 төрҙән тора. Ун бер ғәиләнең урыны аныҡ ҡына түгел.

Аҫотряд/Инфраотряд Өҫғәилә Ғәилә Ырыуҙар Төрҙәр
Mesothelae 1 8 97
Opisthothelae: Araneomorphae 26 95 3 696 43 834
Opisthothelae: Mygalomorphae 11 16 353 2 875

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890—1907).
  • Ажеганова Н. С. Краткий определитель пауков (Aranei) лесной и лесостепной зоны СССР. — Л., 1968. — 150 с.